Сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Тауҙар ҡуйынына эскәрәк ингән һайын юл тарая. Бер яҡтан, шарлап-күкрәп аҡҡан тау йылғаһы ҡыҫырыҡлай, икенсе яҡтан текә тау ҡаялары ҡамалай. Шарлауыҡҡа барып еткәс, меңәрләгән кешенең күмәк йырын ишеткәндәй хис итәһең. Гүйә, йөҙйәшәр ҡая һәм урмандар, ошо юлдарҙы төҙөгән йөҙәр меңләгән башҡорт егеттәре ҡурай моңона ҡушылып йыр һуҙа, болоттарға үрләгән сал тауҙар ҙа, иңрәп, күкрәүҙе көсәйтә. Таштарға бәрелеп, ҡайнап аҡҡан йылғаның саф һулышы бөркөлә, үҙенә әүрәтә. Эске тойғо атлап барған ташлы юлдың иҫтәлекле атамаларына көслө ҡыҙыҡһыныу уята. Ысынлап та, ниндәй генә төбәккә юлланһаҡ та, уның тарихын, боронғолоҡ төпкөлөнә күҙ һалырға теләү – тәбиғи хәл. Әммә ҡайһы бер кешеләр тарафынан, оноторға ярамаған ваҡиғаларҙы хәтерҙән юйып, яҙмаларҙы юҡ итергә тырышыу күҙәтелә. Беҙ тарихи яҙмаларҙа телгә алынған 1832—1834 йылдарҙа 252 саҡрым оҙонлоғондағы Стәрлетамаҡ — Тал-ҡала (Верхнеуральск) юлын төҙөгән 207431 башҡорт егетенең батырлығына шаһит, хәүеф-мажараларға бай иҫтәлекле юлдан атлайбыҙ. Хыялымда тау-таш ватып, ҡаяларҙы баш эйҙереп юл һалған милләттәштәремдең тере һынын, төҫ-ҡиәфәтен күрәм. Ниндәй йәш, көслө, ғорур улар!.. Был үтә ауыр, күләмле эште башҡарыу тарихы Башҡортостан йылъяҙмаһын биҙәргә лайыҡлы бит! Хәҙерге ваҡытта халыҡтың был олоғара хеҙмәте тик архив яҙмаларында ғына урын алған. Үкенес!
Күкрәүек шарлауығының гөрләүе ғәжәпләндерҙе, күңелебеҙҙе арбаны. Был күкрәү башҡорт егеттәренең ерҙе ярып сыҡҡандағы ыңғырашыуы булдымы? Әллә күңел үкһеүеме?.. Йомро таштарҙы йыуып, тәбиғәтте ҡойондороп аҡҡан үтә күренмәле, күҙ йәшеләй саф һыулы йылғаға ҡарап, эске тулҡынланыу менән һоҡландыҡ. Ябай сүкеш һәм кәйлә ярҙамында һалынған, хәҙерге көндә емерелеп бөткән таш күпер ҙә беҙҙе аптыратты. Һүрәтләү өсөн тел ҡеүәһе етмәҫтәй күренеш асыла Алатау һыртында... Хәҙер уйлауымса, ул Аллаһы Тәғәлә тыуҙырған һоҡланғыс тәбиғәт емешелер, моғайын. Ошоға ҡәҙәр уның ҡурсаулыҡ исеме алмағанына ғәжәпләнәм. Бай үҫемлек һәм йәнлектәр донъяһы, хуш еҫле туғайҙары, бигерәк тә гәлсәр шишмәләре, саф һауаһы халыҡтың һаулығын нығытыу өсөн тәғәйенләнгән тиерһең... Тик шуныһы үкенесле: ошо тәбиғәттең һоҡланғыс емеше һаҡланмай. Ватаныңда баһаланмаған аҫыл ерҙәрҙең осраҡлы әҙәмдәр ҡулына төшөүе бик йәл.
...Беҙҙең эш урыны Алатау утарында икән. Ваҡытында Алатау утар ғына түгел, Алатар айыры тип аталған ауыл булған, тиҙәр. Хәҙер ҙә йорт урындарының нигеҙ таштары бар. Халҡы аҡтар-ҡыҙылдар яуы осоронда һәләк булып бөткән. Утар тирәһендәге “Янған утар”, “Ҡоллоҡ”, “Күперле”, “Арыш яланы” атамалары атай-бабайҙарҙан ҡалған. Ә хәҙер унда йылҡы өйөрө йөрөй, байталдар сабыша, һыйыр көтөүҙәре утлай. Алатау утарында эшләгән малсыларҙың тыныс, ҡәнәғәт йөҙҙәре күҙгә салынды, етәкселәрҙең һынаулы ҡарашын тойҙоҡ. Эшселәрҙең кейемдәре, иҫкерәк булһа ла, таҙа. Хәрәкәт-ҡыланыштарында ла ниндәйҙер эске тәртип, сәләмәт рух, бер-береһенә ҡарата иптәшлек, ярҙамсыллыҡ тойғоһо һиҙелә. Шунда уҡ беҙгә эш урынын билдәләнеләр, йоҡлау һәм туҡланыу тәртибен аңлаттылар. Кис, әсәйҙәребеҙ һуҡҡан сепрәк балаҫтарҙы ябынып, асыҡ яланда йоҡларға яттыҡ.
Оҙон юл йонсотҡан, йоҡо татлы. Шулай ҙа иртә уяндыҡ. Йәйге таң һыҙыла. Утар яланы өҫтөндә яңы һауған һөт күбегеләй ҡуйы аҡ томан йөҙә. Күҙәтеп ятһаң, күҙ ҡабаҡтары үҙенән-үҙе ауырайып йомола, рәхәтләнеп йоҡоға талғаныңды ла һиҙмәйһең. Иртәнге һалҡында бесән сабып ҡалырға кәрәк.
Күп тә үтмәй, шыйыҡ томан ҡаплаған болонда ҡуйы зәңгәр һауаны ярып, 12-14 йәшлек ҡыҙ һәм малайҙар аллы-артлы тороп, торналар кеүек ҡыйыҡлап теҙелешеп баҫты. Улар, салғыларын бер көйгә һалмаҡ ҡына һелтәп, сәскәле болондо хәтфәле тар балаҫтарға әүерелдерә. Ҡуйы, тығыҙ болон үләнен шыжлатып буйға һалып барыу көслө ир-ат өсөн дә ауыр эш иҫәпләнә. Туғыҙлы салғы тотҡан үҫмерҙәрҙең нәфис ҡулдарын, һомғол һындарын, шаян, осҡонло күҙҙәрен 60 йыл үткәс тә яҡшы күрәм. Өҫтәренә ситса күлдәк кейгән, баштарына сәскәле яулыҡ ябынған, аяҡтарына йөн ойоҡ менән сабата кейгән ҡыҙҙар иҫ китмәле һылыуҙар, кәүҙәләре килешле. Ә үҙҙәре шундай алсаҡ, йөҙҙәре ҡояштай балҡый.
Утарҙа эш күп. Утыҙға яҡын һыйыр һауыла, йөҙгә яҡын йылҡы тәрбиәләнә. Һәр кемгә тәғәйен эш билдәләнгән. Бөтә кеше лә ниндәйҙер эске рух күтәренкелеге менән йәшәй. Уйнап йөрөгән балаларҙың тауышы көр яңғырай.
Айға яҡын утар халҡы менән бер ҡыуышта татыу йәшәнек, бергәләп ҡояш сыҡҡанын ҡаршыланыҡ. Алатау йылғаһында рәхәтләнеп ҡойондоҡ, ҡоштар һайрауын тыңланыҡ, күгәүен- серәкәйҙән таландыҡ. Халҡыбыҙға һөйөү, моң тәрбиәләгән көйҙәрҙе ишетеү, әүрәткес әкиәттәр, хикәйәттәр, риүәйәттәр тыңлау, төнгө ай яҡтыһында бер-беребеҙгә һыйынып әңгәмә ҡороуҙар саф дуҫлыҡҡа яҡты юл асты. Үҙебеҙҙе кеше араһында тоторға, әйткән һүҙҙә торорға, эшсәнлеккә, бөхтәлеккә өйрәндек. Донъяға ҡыҙыҡһыныусанлыҡ артты. Шулай итеп, тормоштоң яңы битен астыҡ. Аҙаҡ һалдат хеҙмәтендә лә юғалып ҡалманыҡ. Өсөбөҙҙө лә иблис юлына ҡотортҡандар булды. Үҙең тураһында ғына уйла, үҙеңде бөтәһенән дә юғары тот, таныт, кешене йәлләмә… Насар ғәҙәт-ҡылыҡтар күп малайҙарҙың күңеленә хуш килә, хатта елкендереп, ҡыҙыҡтырып та ҡуйғылай. Тик «кеше әйберенә ҡағылма», «кешегә яуызлыҡ ҡылма» тигән алтын ҡағиҙә аҙғын теләкте һәр саҡ баҫып торҙо. Тайғаҡ юлға баҫырға тиңдәштәребеҙҙең йөрәге етмәне.
Эш шунда: көн һайын 30-40 сутый бесән сапҡан малайҙарҙың туйғансы ашау теләге һүрелмәй. Бесән әҙерләүҙә генә егермеләп кеше эшләй. Бригадир аҙыҡты тигеҙ итеп бүлергә тырыша ла ул… Үҫмерҙәр ялан-ҡырҙа үҫкән балтырған, ҡуҙғалаҡ, сәрҙә, һарына, ҡаҡы, ҡымыҙлыҡ, оҫҡон үләндәренән бешерелгән ашҡа ғына ҡәнәғәт түгел. Бесән сабыусыларҙың тамағы икмәк, итле ризыҡ һорай шул. Кискә табан аяҡтары кәлеп-көлөп килә башлай, хәлдәре бөтөп, йомшаҡ үләнде саҡ-саҡ ауҙарып йөрөйҙәр. Әммә ҡыйын булды тип әйтмәҫ инем, сөнки йөрәкте баҫырлыҡ яңғыҙлыҡ күрмәнек, өшөп-туңып йөрөмәнек. Бер-беребеҙгә арҡаландыҡ, ышандыҡ, ярҙамлаштыҡ, хатта бер-беребеҙҙе йылытып йәнәшә йоҡланыҡ...
Һуғыштан һуң халыҡтың йәшәүгә ынтылышы бик көслө булыуына, бер-береһен ҡәҙерләүенә, туғандары өсөн өлтөрәп тороуына мин әле лә һоҡланам һәм һыҡранам. Ә бит ул малайҙар, ҡыҙҙар сабата яһарға ла, күңел асырға ла өлгөрҙө. Кеше әйберенә ҡағылыу оло гонаһ, ғөрөф-ғәҙәткә һыймаған яҙыҡ эшкә һаналды. Белеүемсә, ауылда уҙған быуаттың 60-сы йылдарынан һуң ғына кешеләр ишегенә йоҙаҡ элә башланы. Шулай ҙа утарҙа эш башлап, аҙна тирәһе үткәс, ниндәй яҙыҡ хәлгә тарығаныбыҙҙы һөйләйем әле.
Хужалыҡ идараһы мал аҙығы әҙерләүселәр өсөн тана һуйып, итен дөйөм туҡланыу өсөн файҙаланды. Арып, асығып эштән ҡайтҡанда кесерткән араһында төрөп бәйләп ҡалдырылған тана тиреһен күргәс, башҡа бер уй йүгерҙе. Асығып, ҡойҡа ашаған сабый ваҡыт хәтергә төштө. Ошо тыйылғыһыҙ асығыу тойғоһо барыһын да хәл итте. Тирене ситкә, ҡуйы әрәмәлек араһына һөйрәнем. Иптәштәрем был шуҡлыҡты күреп, йылмайышып ситтәрәк ҡарап тора. Улар эргәлә булғас, борсолоуым баҫылды. Ә бит тире арҡаһында төрмәгә эләгеү ҙә бик мөмкин ине ул дәүерҙә. Тире бер таҡыя иген хаҡынан күпкә юғары бит. Хәйер шөрләүҙән ни файҙа? Эш ҡылынған, уны үҙгәртерлек, кире ҡайтарырлыҡ түгел. «Тирене тиҙ генә өтәйек тә ашайыҡ, күмәк кешегә күпме генә эләгә ул», — тине ҡыйыу ҡыҙҙар. Тап шулай эшләнек. Тирене ҡайыш кеүек телеп, барыбыҙға ла тигеҙ бүлеп өләштек. Үҙебеҙ әүһәләй уйнаған ерҙә ут яғып, тирене өтөп, кетерләтеп ашап та бөттөк. Бик тәмле булды. Аҙаҡ ауыр ғәйеп тойғоһо кисерҙем. Мин ойошторғанды белеп ҡалып, яуапҡа тарттырмаҫтармы?
Көҙән ауылында ғына 1935—1947 йылдар арауығында 30-35-ләп кешенең төрлө ваҡытҡа хөкөм ителгәнен ишетеп белә инек. Сирай бабай Иманғолов (ул бригадир ине) тирене эҙләп килеп тә етте.
– Хөрмәтулла, балалар тирене ашап бөткән бит, ниндәй сара күрәйем? — тине ул, ах та ух килеп. Фронтовик, хужалыҡ рәйесе ярҙамсыһы Хөрмәтулла ағай Әминев, бесән әҙерләгән балаларҙың был аҙымына кәйефе бик ҡырылһа ла, яуызлыҡ тип ҡабул итмәне, оло ғауға ҡуптарып йөрөмәне. Бригадирға тауышланмаҫҡа ҡушты. Эште ҙурға ебәрһәләр, шуҡлығыбыҙҙы бурлыҡҡа иҫәпләп, енәйәтсе мөһөрөн баҫырҙар ине. Ошо хәлдән һуң утарҙа туҡланыу яҡшырҙы. Тамаҡ туҡ булғас, күңел дә үҫте, ярышып эшләнек тә эшләнек.