Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Шарлы урманҡай кеүек, һай, ер ҡайҙа...”
“Шарлы урманҡай кеүек,  һай, ер ҡайҙа...”
Шарлы урман — хәҙерге Бәләбәй районының Әлшәй районы менән сиктәш көнбайыш өлөшөндә, Знаменка ауылы әйләнәһендә 40 мең дисәтинә ерҙе биләп ятҡан урман­лыҡ. Был географик атама урыҫ телендәге рәсми белешмә­ләргә инеп киткәнме-юҡмы — әйтә алмайым, әммә Дим буйындағы яйыҡҫы­быларҙың ­­— мең ырыуы баш­ҡорт­­тарының хәтерендә ожмахтай йәмле ул төбәккә бәйле иҫтәлектәр йыр-моң һәм йыр тарихы булараҡ мәңгеләштерелгән. Шарлы урман яйыҡҫыбыларҙың боронғо биләмә ерҙәренең бер өлөшөн тәшкил иткән.


Яйыҡҫыбылар — мең ҡәбиләһенең бер тармағы, хәҙерге Әлшәй районының аҫаба халҡы, барлығы туғыҙ ауыл булып ултыр­ған: Ташлы, Баязит, Әлшәй (район үҙәге Раевка ауылында бер урам булып ҡалған), Иҙрис, Сураҡай, Сурай, Ҡармыш, Ҡайып (хәҙер Иҫке һәм Яңы Сәпәш), Аҡҡолай (аҙаҡ өскә бүленгән: Иҫке һәм Бәләкәй Аҡҡолай, Дәүләкән райо­нында — Яңы Аҡҡолай). Был ауылдарҙа Шарлы урманға арналған оҙон көйлө тарихи йыр хәҙер ҙә киң таралған. “Шарлы урман” – ғөмүмән, башҡорт халҡы­ның йыр-көй мира­ҫында ғәйәт үҙенсәлекле ҡомартҡы. Уның барлыҡҡа килеүе тура­һын­да: “Бер сите Бәлә­бәй районының Шаровка ауылына етеп торған туғыҙ ауыл яйыҡҫыбы башҡорттарының шул хозур ерҙәр ҡулдан киткәс әсенеп йырлаған йыры инде был”, — тип ҡыҫҡаса аңлатма биргәйне беҙгә 1981 йылдағы фольклор экспедицияһы ваҡытын­да Ташлы ауылынан 69 йәшлек Тимерғәле Тимербай улы Аҡҡолов. Шарлы урман тураһында алда килтереп үткән мәғлүмәтте лә беҙгә ул хәбәр итте.
“Шарлы урман” йырын һәм йырҙың тарихын тәү башлап 1964 йылда күренекле фольк­лорсы Салауат Галин шул уҡ Тимербай Аҡҡоловтан яҙып алған. Йыр һәм уның тарихын ул 1965 йылда “Ағиҙел” журналын­да (3-сө һанда) һәм 1974 йылда “Баш­ҡорт халыҡ ижады” йыйылмаһының “Йырҙар” томында (икенсе китап) баҫтырып сығарған. Китаптың аңлатмалар бүлегендә йырҙың тарихына бәйле легенда ла бирелгән.
Йырҙа Шарлы урмандың тиңһеҙ матур­лы­ғы, хозурлығы, әүәл атай-олатайҙарҙың шул ерҙәрҙә ирәйеп ғүмер итеүе, аҙаҡ уның ҡулдан китеү үкенесе бәйән ителә.
Шарлы урманҡайҙарҙа имән киҫтем,
Имәндәрем ҡалды тирбәлеп.
Шул имәнкәйҙәргә ҡорттар ҡунһа,
Балҡайҙарын эсербеҙ кинәнеп.

Шарлы урманҡай кеүек, һай, ер ҡайҙа,
Ҡайҡымбирҙе кеүек һыу ҡайҙа?
Шул Шарлы урман беҙҙең ҡулдан киткәс,
Кинәнеп һурып эсергә бал ҡайҙа?

Шарлы урманҡайҙарҙың, ай, бейеге,
Һыҙғырһам да, сыҡмай кейеге.
Шарлы урманҡайҙары ҡулдан киткәс,
Үлмәйенсә бөтмәҫ көйөгө.
“Шарлы урманҡай ҡулдан китмәҫ ине, йыйын яйыҡҫыбы бер булһаҡ” йәки “йыйын туғыҙ ауылдар бер булһаҡ” тигән юлдар ҙа бар йырҙа. Бөгөнгө көн өсөн дә фәһемле, ғибрәтле ваҡиға, шулай бит?
Салауат Галин яҙып алған легендала “Шарлы урман” йырына бәйле ваҡиғалар ошо рәүешле күҙ алдына килтерелә:
“Борон Ҡайҡымбирҙе йылғаһы буйында яйыҡһыбы башҡорттарының Шарлы ур­ман исемле урманы булған. Шул ергә Деев тигән баяр килеп ултырған, үҙенә һарай һалған, ти. Тора-бара Деев, ялған документ төҙөп, Шарлы урманды үҙ ҡулына алыу өсөн хәйлә ҡора башлаған. Яйыҡ­һыбылар, быны ишетеп, батшаға хат ебәргән, ти. Батша ялыуҙы ҡабул иткән. Тағы бер нисә йыл үтеп киткән, әммә Деев баяр уйынан кире ҡайт­маған. Бер ваҡыт ул башҡорттарҙы саҡы­рып, йыйынмы, һабантуймы һымаҡ нәмә үткәргән. Килгән береһенә әсмүхә сәй бир­гән, ир-атҡа араҡы эсергән, ҡул­тамғаларын йыя бар­ған. Халыҡ ашаған-эскән өсөн ҡул ҡуя­быҙ икән тип ҡайтып киткән, ә ул ҡағыҙ Шарлы урманды һатыу тураһындағы документ булған. Бына шулай итеп халыҡ ерһеҙ тороп ҡалған, ти”.
Күренеүенсә, легендала Шарлы урман­дың ҡулдан китеүе баяр Деев исеменә һәм ул йәшәгән дәүергә бәйләп аңлатыла. Әммә беҙгә 1999 йылда Әлшәй районының элекке Әлшәй ауылында тыуып үҫкән Ейәнбай Усманов олатайҙан легенданың тағы бер вариантын яҙып алырға тура килгәйне: “Беҙ­ҙең мына был Ташлы ауылына яҡын Шарлы урман — Теләүкәй батырҙың ере. Шарлап аҡҡан ҫыуы булғанға, Шарлы урман тигәннәр. Ҡай­ҡымбирҙе ҫыуының шарла­маҫы бар. Ҡай­ҡымбирҙе буйы ла Теләүкәй батырҙыҡы. Теләүкәй батыр — Әлшәй Мәргәннең бер туған апаҫының улы. Аны урыҫлар үлтереп, ерен алалар. Килеп баҫҡаннар көтмәгәндә. Утлы ҡорал ярҙа­мында еңгән алар — торған ере Шарлы урманда. Аҙаҡ ана шул Шарлы урманны ҫағынып йырлағаннар:
Шарлы урманҡайларҙың уртаҫында
Боролоп-ҫарылып үҫкән дә бер уҫаҡ.
Шарлы урманнар ҡулларҙан китмәҫ үк ине,
Йыйын Яйыҡҫыбы ырыуы бер булҫаҡ...
Беҙҙең Әлшәй ҡарттың улы Яубай Мәр­гән, уның улы Ғәлекәй үҙләренең әҙәмнәре белән барғаннар. Барҫалар, бер тере әҙәм ҡалмаған. Бөтөн байлыҡларын та­лап, малларын ҡыуып алып киткәннәр”.
Легендала артабан ошо ҡыйралыш ваҡы­тында Теләүкәй батырҙың улы — Сурағол исемле малайҙың иҫән ҡалыуы, яйыҡ­ҫы­быларҙың Сураҡай ауылы уның исеме менән аталыуы тураһында әйтелә. Бындағы ваҡиғалар ХVIII быуаттың тәүге яртыһына тура килә. Баяр Деев иһә байтаҡҡа һуңыраҡ йәшәгән булһа кәрәк. Тимәк, Шарлы урманды баҫып алыу ваҡиғалары уға тиклем үк башланған булырға тейеш. Деевҡа ул ерҙәрҙең ҡалған өлөшөн ҡулға төшөрөү өсөн күптән юл асылған булғандыр инде. Уҙған быуаттарҙа батша Рәсәйендә баш­ҡорт ерҙәрен колониялаштырыу тарихы­ның аяныслы бер бите был.
Шарлы урман тарихына бәйле урындар — Знаменка ауылы, Ҡайҡымбирҙе йылғаһы тураһында бер нисә һүҙ. Знаменка — хәҙер­ге Бәләбәй районындағы ғәйәт ҙур ауыл­дарҙың береһе, шул уҡ исемдәге ауыл биләмәһенең үҙәге. Ҡотоҙо (урыҫса ­­— Кутузинка) йылғаһы буйында ултыра, район үҙә­ге Бәләбәй ҡалаһынан көнсығышҡа табан 35 километр ерҙә урынлашҡан. 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәһе буйынса, бында 2043 кеше йәшәй. Ауылда “Знаменский” ҡошсолоҡ совхозы, Бәләбәй спирт-араҡы комбинатының заводы урын­лашҡан. Ауылға XVIII быуаттың икенсе ярты­­һында нигеҙ һалынған. Деевтың кирбестән төҙөл­гән йорттар комплексы мәҙәниәт мираҫы бинаһы булып иҫәпләнә.
Ҡайҡымбирҙе йылғаһы — Ҡорһаҡтың уң ҡушылдығы (Ҡорһаҡ иһә Әлшәй ауылы эргәһендә һул яҡтан Димгә килеп ҡушыла). Ҡайҡымбирҙе буйында элек шул уҡ исем­дәге ауыл да була торғайны. Үкенескә ҡар­шы, Башҡортостандың топонимик һүҙле­­гендә был атаманың яҙылышында хата ебә­релгән: башҡортсаһы Ҡайбирҙе, урыҫ­саһы Кайбирде тип бирелгән. Ә дөрөҫө, әлбиттә, Ҡайҡым­бирҙе. Һүҙлектең яңы баҫма­һын әҙерләгәндә уны төҙәтергә кәрәк буласаҡ әле.
Ниһайәт, топонимист булараҡ, Шарлы урман тигән атаманың этимологияһы мәсьә­ләһенә туҡталып үтмәксемен. Алда Ейәнбай Усмановтың: “Шарлап аҡҡан ҫыуы булғанға Шарлы урман тигәннәр”, — тип аңлатма биреп үтеүенә иғтибар иткән­һегеҙҙер. Ләкин, ми­неңсә, бындай раҫлау менән килешеп булмай. Шар һүҙе башҡорт телендә “һаҙ”, “әрәмә баҫҡан һаҙлы урын” тигәнгә тура килә. “Баш­ҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге”ндә (II том) шуға миҫал итеп “Шар бесәне”, “шарлы урман” тигән һүҙбәйлә­нештәр килтерелә. Шарлы урман, тимәк, һаҙлы урман тигәнде белдерә. Әйткәндәй, Әлшәй районында Шарлығул тигән кескәй йылға ла бар. Уның аңлат­маһы: шарлы — “болотистое” һәм ҡул “долина”. Бындай атамалар Силәбе, Сверд­ловск өлкәләрендә лә осрай: Шарлыкүл, Шарлы үҙәк, Шарташ һы­маҡ топонимдар нәҡ шул башҡорт телен­дәге шар һүҙенән барлыҡҡа килгән.
Шарлы урманҡай ҡулдарынан китһә лә, хәтер, хыял көсө менән йөрәк түрендә һаҡ­лай уны яйыҡҫыбы — мең ырыуы баш­ҡорттары. Изге аманат итеп быуындан бы­уынға тапшырыла “Шарлы урман” йыры.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20