Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йылайырҙар тыуған көн үткәрә
Йылайырҙар тыуған көн үткәрә
Һуңғы осорҙа Йылайыр ауылының тыуған көнөн билдәләү районда матур йолаға әүерелде. Быйылғыһы ла иҫтә ҡалырлыҡ күркәм булды: көнө буйы үҙәк урамда йәрминкә барҙы, йыр-моң өҙөлмәне, спорт һөйөүселәр бәйгеләрҙе күҙәтеп кинәнде. 6 500 кеше йәшәгән 266 йәшлек тарихи ауыл икенсе һулышын кисерә бөгөн.


Үҙәк майҙандағы байрам танта­наһында район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, ауыл тарихына ҡыҫҡаса байҡау яһап, ҡаҙа­ныштарҙы барланы, йылайырҙарҙы байрам менән ҡотланы. Оҙаҡ йылдар татыу донъя көткән Клавдия менән Виктор Трифоновтарға, Екатерина менән Николай Куфаевтарға — гәүһәр, Нина менән Константин Назаровтарға алтын туйҙа­ры уңайынан бүләктәр тапшырылды. Ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан Хәмдиә Биктимерова, Алексей Пряхин, Анна Перехватовалар Почет грамоталары алып ҡыуанды, ә Баш­ҡортостандың атҡаҙанған врачы Ғилминур Рәхимова менән эске эштәр органдары ветераны Анатолий Шинакинға район үҙәгенең Почетлы гражданы исеме бирелде.
Йылайыр урамдары буйлап велосипедта уҙышыу, мини-футбол, баскетбол, гер күтәреү буйынса ярыштарҙан һуң халыҡ ҙур байрам концертына йыйылды. Сағыу байрам фейерверк һәм дискотека менән тамамланды.


Автор: Фәрит РӘМОВ. Район: Йылайыр районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 16.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң тәҙрәләре аҫтында мәктәп уҡыусыһының үле кәүҙәһе табылған
Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә 16.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә