Һуңғы осорҙа Йылайыр ауылының тыуған көнөн билдәләү районда матур йолаға әүерелде. Быйылғыһы ла иҫтә ҡалырлыҡ күркәм булды: көнө буйы үҙәк урамда йәрминкә барҙы, йыр-моң өҙөлмәне, спорт һөйөүселәр бәйгеләрҙе күҙәтеп кинәнде. 6 500 кеше йәшәгән 266 йәшлек тарихи ауыл икенсе һулышын кисерә бөгөн.
Үҙәк майҙандағы байрам тантанаһында район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, ауыл тарихына ҡыҫҡаса байҡау яһап, ҡаҙаныштарҙы барланы, йылайырҙарҙы байрам менән ҡотланы. Оҙаҡ йылдар татыу донъя көткән Клавдия менән Виктор Трифоновтарға, Екатерина менән Николай Куфаевтарға — гәүһәр, Нина менән Константин Назаровтарға алтын туйҙары уңайынан бүләктәр тапшырылды. Ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан Хәмдиә Биктимерова, Алексей Пряхин, Анна Перехватовалар Почет грамоталары алып ҡыуанды, ә Башҡортостандың атҡаҙанған врачы Ғилминур Рәхимова менән эске эштәр органдары ветераны Анатолий Шинакинға район үҙәгенең Почетлы гражданы исеме бирелде.
Йылайыр урамдары буйлап велосипедта уҙышыу, мини-футбол, баскетбол, гер күтәреү буйынса ярыштарҙан һуң халыҡ ҙур байрам концертына йыйылды. Сағыу байрам фейерверк һәм дискотека менән тамамланды.