Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Башлап йөрөүсе ине
Арыу ғына ер-һыу күреп, тормоштоң билдәле бер баҫҡыстарын үткән егеттең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр. Белемгә ынтыла Ризван. 1964 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына һынау тота.
Ҡабул итеү имтихандарын биргәндә үк башҡа студенттарҙан үҙенең һәр яҡтан да өлгөргәнлеге, белеме, әүҙемлеге менән айырылып тора ине ул. Марат Минһажетдинов төркөмөбөҙҙөң старостаһы итеп ҡуйҙы Ризванды.
Старостанан уңдыҡ. 26 студенттың һәр ҡайһыһының уҡыуҙағы уңышында Ризван Хажиевтың әһәмиәте ҙур булғанлығын йылдар үткәс кенә аңла­ныҡ. Ул үҙенең беҙгә ҡарата хәстәр­ле­гендә ҡырыҫлығын да, үтә тап­ҡыр­лы­ғын да, эске асыҡлығын да файҙалана белде. Ике йөҙлөлөктө, ялағайлыҡты һәм алдаҡты яратманы. Дөрөҫлөк өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер булмышына уҙаман ғүмере буйы тоғро ине. Шундай кеше менән бергә уҡыу, төрлө сетерекле хәлдәрҙе йырып сыға белеү, әпкәләйлек ауырыуына бирешмәү, буласаҡ һөнәрең, киләсәк яҙмышың хаҡында уйланыу, ҡыҫҡаһы, староста һабаҡташымдың билдәле бер тәрбиә йоғонтоһонда барлыҡҡа килгән үҙенсәлекле йәшәү позицияһы беҙҙең өсөн дә әҙерлек мәктәбе булды тип уйлайым.
Ризван Хажиевтың ойоштороу һәләте лә шунда асылды: университет коми­тетының өсөнсө, һуңыраҡ икенсе секретары, тотош уҡыу йорто сту­дент­тарының хеҙмәт семестры штабы етәксеһе бул­ды. Ғәҙелһеҙлеккә дусар студенттарҙы, йәш уҡытыусыларҙы аҙ яҡламаны секретарь. Үҙенә лә бәлә-ҡазаһы яуып торҙо, йәш коммунист, әлбиттә, ҡаушап ҡал­маны.
Университетты ҡыҙыл дипломға тамамлап, Мәсетле районының Мәләкәҫ һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә директор булып киткәйне, аҙаҡ мәҙәниәт бүлеге мөдире, район гәзите мөхәррире урын­баҫары вазифаларында ла эшләне. Был осорҙа ул үткер ҡәләмле, тормошто үҙенсә генә ҡабул иткән, ҡыйыу фекерле журналист булып өлгөргәйне. 1974 йылда “Совет Башҡортостаны” гәзите­нең Учалы, Белорет һәм Бөрйән райондарын берләштергән эш зонаһына үҙ хәбәрсе итеп ебәрҙеләр. Шул йылдарҙа Ризван Хажиев, төп хәбәрсе эшенән тыш, ҙурыраҡ ижад баҫҡыстарына ынтылды. Документаль повестар яҙҙы. Тәжрибәһе, ижад багажы ла һәлмәк­ләнде, йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә, журналисты аяғы туйҙыра тигәндәй, ҡәләме тағы ла үткерләнде. Күп кенә илдәрҙә — Германия, Чехословакия, Бельгия, Афғанстанда — сәйәхәт итеп ҡайтты, бай материал тупланы. “Бейек Татр бөркөтө” тигән документаль повесын ауылдашы, Һөләймән егете Вафа Әх­мәҙуллинға арнаны. Уҡыусылар әҫәрҙе йылы ҡабул итте.
Ысын мәғәнәһендә үҙ иленең ял­ҡынлы патриоты булараҡ, Ризван Закирхан улы быға тиклем халыҡҡа бигүк билдәле булмаған шәхестәрҙең исем­дәрен йәмғиәткә танытты. Мәҫәлән, данлы механизатор Нәҡиә Ғәлина, хеҙмәт геройҙары Әхсән Шәрипов, Тимерхан Нәжмиев, Тәлғәт Рахманов, Советтар Союзы Геройҙары Абдрахман Ғәйфуллин, Әмирйән Хәйҙәров, архитектор Барый Кәлимуллин...
Ризван Хажиевтың “Журналист булып ҡалам...” исемле әҫәре тураһында Әмир Абдразаҡов: “Бик мауығып, ҡыҙыҡһынып уҡыным. Заман... Ваҡиғалар... Уҡып сыҡҡас, бер кем менән дә һөйләшке, бер ниндәй ҙә эшкә тотонғо килмәй уйға сумдым. Әҫәрҙәге үҙ осорона ауаздаш ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөп, журналист Шамил тураһында оҙаҡ уйланып ултырҙым. Совет Хөкүмәте, коммунистик баҫым заманындағы ваҡиғаларға дөрөҫ баһа биреүҙе, объектив сағылдырыуҙы журналист үҙенең төп маҡсаты итеп алған”, — тигән. Һабаҡ­ташымдың тормош ысынбарлы­ғын һәм хаҡлыҡ юлын яулаған үрҙәренә ҡарап һоҡланам да, ғорурланам да. Дө­рөҫлөктө бар асылында күрһәтеү — ул һирәктәргә генә эләккән өлөш һәм бәхеттер.

Рәүеф ШАҺИЕВ,
филология фәндәре кандидаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә