Арыу ғына ер-һыу күреп, тормоштоң билдәле бер баҫҡыстарын үткән егеттең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр. Белемгә ынтыла Ризван. 1964 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына һынау тота.
Ҡабул итеү имтихандарын биргәндә үк башҡа студенттарҙан үҙенең һәр яҡтан да өлгөргәнлеге, белеме, әүҙемлеге менән айырылып тора ине ул. Марат Минһажетдинов төркөмөбөҙҙөң старостаһы итеп ҡуйҙы Ризванды.
Старостанан уңдыҡ. 26 студенттың һәр ҡайһыһының уҡыуҙағы уңышында Ризван Хажиевтың әһәмиәте ҙур булғанлығын йылдар үткәс кенә аңланыҡ. Ул үҙенең беҙгә ҡарата хәстәрлегендә ҡырыҫлығын да, үтә тапҡырлығын да, эске асыҡлығын да файҙалана белде. Ике йөҙлөлөктө, ялағайлыҡты һәм алдаҡты яратманы. Дөрөҫлөк өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер булмышына уҙаман ғүмере буйы тоғро ине. Шундай кеше менән бергә уҡыу, төрлө сетерекле хәлдәрҙе йырып сыға белеү, әпкәләйлек ауырыуына бирешмәү, буласаҡ һөнәрең, киләсәк яҙмышың хаҡында уйланыу, ҡыҫҡаһы, староста һабаҡташымдың билдәле бер тәрбиә йоғонтоһонда барлыҡҡа килгән үҙенсәлекле йәшәү позицияһы беҙҙең өсөн дә әҙерлек мәктәбе булды тип уйлайым.
Ризван Хажиевтың ойоштороу һәләте лә шунда асылды: университет комитетының өсөнсө, һуңыраҡ икенсе секретары, тотош уҡыу йорто студенттарының хеҙмәт семестры штабы етәксеһе булды. Ғәҙелһеҙлеккә дусар студенттарҙы, йәш уҡытыусыларҙы аҙ яҡламаны секретарь. Үҙенә лә бәлә-ҡазаһы яуып торҙо, йәш коммунист, әлбиттә, ҡаушап ҡалманы.
Университетты ҡыҙыл дипломға тамамлап, Мәсетле районының Мәләкәҫ һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә директор булып киткәйне, аҙаҡ мәҙәниәт бүлеге мөдире, район гәзите мөхәррире урынбаҫары вазифаларында ла эшләне. Был осорҙа ул үткер ҡәләмле, тормошто үҙенсә генә ҡабул иткән, ҡыйыу фекерле журналист булып өлгөргәйне. 1974 йылда “Совет Башҡортостаны” гәзитенең Учалы, Белорет һәм Бөрйән райондарын берләштергән эш зонаһына үҙ хәбәрсе итеп ебәрҙеләр. Шул йылдарҙа Ризван Хажиев, төп хәбәрсе эшенән тыш, ҙурыраҡ ижад баҫҡыстарына ынтылды. Документаль повестар яҙҙы. Тәжрибәһе, ижад багажы ла һәлмәкләнде, йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә, журналисты аяғы туйҙыра тигәндәй, ҡәләме тағы ла үткерләнде. Күп кенә илдәрҙә — Германия, Чехословакия, Бельгия, Афғанстанда — сәйәхәт итеп ҡайтты, бай материал тупланы. “Бейек Татр бөркөтө” тигән документаль повесын ауылдашы, Һөләймән егете Вафа Әхмәҙуллинға арнаны. Уҡыусылар әҫәрҙе йылы ҡабул итте.
Ысын мәғәнәһендә үҙ иленең ялҡынлы патриоты булараҡ, Ризван Закирхан улы быға тиклем халыҡҡа бигүк билдәле булмаған шәхестәрҙең исемдәрен йәмғиәткә танытты. Мәҫәлән, данлы механизатор Нәҡиә Ғәлина, хеҙмәт геройҙары Әхсән Шәрипов, Тимерхан Нәжмиев, Тәлғәт Рахманов, Советтар Союзы Геройҙары Абдрахман Ғәйфуллин, Әмирйән Хәйҙәров, архитектор Барый Кәлимуллин...
Ризван Хажиевтың “Журналист булып ҡалам...” исемле әҫәре тураһында Әмир Абдразаҡов: “Бик мауығып, ҡыҙыҡһынып уҡыным. Заман... Ваҡиғалар... Уҡып сыҡҡас, бер кем менән дә һөйләшке, бер ниндәй ҙә эшкә тотонғо килмәй уйға сумдым. Әҫәрҙәге үҙ осорона ауаздаш ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөп, журналист Шамил тураһында оҙаҡ уйланып ултырҙым. Совет Хөкүмәте, коммунистик баҫым заманындағы ваҡиғаларға дөрөҫ баһа биреүҙе, объектив сағылдырыуҙы журналист үҙенең төп маҡсаты итеп алған”, — тигән. Һабаҡташымдың тормош ысынбарлығын һәм хаҡлыҡ юлын яулаған үрҙәренә ҡарап һоҡланам да, ғорурланам да. Дөрөҫлөктө бар асылында күрһәтеү — ул һирәктәргә генә эләккән өлөш һәм бәхеттер.
Рәүеф ШАҺИЕВ,
филология фәндәре кандидаты.