Ошо хаҡта төрөк студенттарына аңлатырға тырыштым. Бер аҙ аңланылар шикелле. Уларҙы белем үрҙәренә етәкләгән фән докторы Исмәт Бинәр тураһында ла бер кәлимә һүҙ. Ул 1969 йылда Төркиәнең Эрзурум ҡалаһында тыуған. Юғары белемде Өфөлә Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология факультетында ала.
И. Бинәр 1997 һәм 2004 йылдарҙа "Башҡорт һәм төрөк халыҡтарының мәҡәл һәм әйтемдәр төҙөлөшөнә сағыштырмаса грамматик анализ" тигән темаға кандидатлыҡ, ә хәҙерге төрки халыҡтары телдәре буйынса "Төньяҡ-көнбайыш ҡыпсаҡ төркөмө телдәре" темаһына докторлыҡ диссертацияларын яҡлай. Ул Истанбул университетында башҡорт теле, ғөмүмән, хәҙерге төрки халыҡтары теле буйынса төп белгес булараҡ билдәлелек ала.
И. Бинәр халыҡ-ара төрки телдәр буйынса үткәрелгән ғилми-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша һәм шул урындағы халыҡтар телендә сығыш яһай. Уның Истанбул, Ҡазан, Анкара, Сараево, Босния, Варшава, Берлин, Мәскәү, Вильнюста һәм Башҡорт дәүләт университетында төрки халыҡтары телдәрен пропагандалауы барлыҡ тыңлаусыларҙы хайран ҡалдыра.
Уның тарафынан төрки халыҡтары телдәре буйынса бик күп һүҙлектәр төҙөлгән: "Урыҫ-башҡорт-төрөк-инглиз" һүҙлеге, "Урыҫ-татар-төрөк һөйләше", "Литва-төрөк һөйләше", "Урыҫ-төрөк һөйләше", "Төрөк студенттары өсөн урыҫ теле дәреслеге".
"Төрки донъяһы" журналында И. Бинәр "Башҡортостан, башҡорттар һәм башҡорт теле", “Башҡорт халыҡ ижадында мәҡәлдәр һәм әйтемдәр”, "Башҡорт халыҡ эпосы "Урал батыр"ҙа халыҡтың изге ғөрөф-ғәҙәттәре" һ.б. ғилми мәҡәләләр баҫылған.
2013 йылдың 24 октябрендә Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректораты ҡарары менән башҡорт телен өйрәнеүҙәге ҡаҙаныштары өсөн уға университеттың "Почетлы профессор" тигән маҡтаулы исеме бирелде. Исмәт Бинәр бөтә донъяға башҡорт тигән халыҡтың исемен танытып, милләттең телен, донъяға булған ҡарашын, мәҙәниәтен, әҙәбиәтен, халыҡ ижады төрҙәрен үҙ китабына индерҙе. Былар барыһы ла тәрбиә эшенә ярҙам итә, Башҡортостан тарихына һөйөү, абруйлы шәхестәргә ихтирам тәрбиәләй.
Төрөк егете Исмәт Бинәр — Зәки Вәлиди традицияларын дауам иттереүсе. Ул ҡан-ҡәрҙәштәренә әйтер һүҙен саф башҡорт телендә: "Мин Төркиәнең Истанбул университетында белем алған студенттарға башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытам. "Башҡорт теле грамматикаһы" тигән дәреслегем Төркиәнең 500-гә яҡын уҡыу йортона таратылды. Американың Принстон университетына ла ебәрҙем. Ҡытай ҙа ошо әсбапты һоратып алды. Башҡорт телен өйрәнеүемә бер ҡасан да үкенмәйем, уның юғалып ҡалырына ышанмайым, әгәр ҙә һәр башҡорт егете һәм ҡыҙы туған телен яратып, өйрәнеп, уны үҫтереү буйынса яҡлап һәм һаҡлап эш итһә, тел бер ҡасан да юғалмаҫ", — тип дөрөҫлөктө раҫланы.
* * *
Халыҡ үҙенең арҙаҡлы һәм тоғро улын онотмай. Уның сәйәси һәм фәнни эшмәкәрлегенә арнап конференциялар үткәрелә, матбуғатта тиҫтәләрсә мәҡәләһе, ғилми әҫәрҙәре, китаптары баҫылып тора. Уның тураһында яҙылған һәр бер әҫәрҙе ҡыҙыҡһынып һәм ғорурланып уҡып барам. Булған бит беҙҙең һәр яҡтан талантлы күренекле шәхестәребеҙ!
З. Вәлиди — башҡорт милли хәрәкәте лидеры, ул Рәсәйҙә федерализм нигеҙендә беренсе булып Башҡорт хөкүмәтенә нигеҙ һалған. Хөкүмәт төҙөлгәс, уның етәксе органдары, ҡаҙнаһы, үҙ атрибуттары, символдары, иң мөһиме — Ҡораллы көстәре булырға тейеш. Уны ҡоралландырырға, кейендерергә, ашатырға, һуғыш серҙәренә өйрәтеү өсөн команда ла тупларға кәрәк. Был ғәскәр Башҡортостан Хөкүмәтен һаҡларға тейешле булған. Ә З. Вәлиди ошондай ҡатмарлы мәсьәләләрҙең барыһының да осона сыға. Ул ете йыл буйы (1917—1923) Башҡортостан Хөкүмәтенә етәкселек итә.
"Башҡорт халҡын ҡуҙғатып алып булмай, ҡуҙғатһаң, тыйып алып булмай" (З. Вәлиди) тигәндәй, Башҡорт ғәскәрҙәре берсә — аҡтар яғына, берсә ҡыҙылдарға күсә, Башҡорт хөкүмәте Совет власы яғына сыҡҡас, революция бишеге булған Петроградты Юденич ғәскәрҙәренән һаҡлай, артабан Польша фронтында батырҙарса һуғыш алып бара. Совет хөкүмәте башҡорт ғәскәри корпусын оҫта файҙалана.
Зәки Вәлиди ысын мәғәнәһендә фән эшмәкәре булып таныла. Уны бигерәк тә төрки халыҡтары тарихы ҡыҙыҡһындыра. Ҡазандағы "Ҡасимиә" мәҙрәсәһендә (1912), Вена университетында (1935) төрки халыҡтарының тарихын, ғәрәп әҙәбиәтен уҡыта. Ошо осорҙа "Төрөк һәм татар тарихы" фәнни хеҙмәтен яҙа. Ҡазанда урыҫ ғалимдары В.А. Богородицкий һәм Н.Ф. Катаков менән таныша. Улар 1913-1914 йылдарҙа уны ике тапҡыр Урта Азияға боронғо ҡулъяҙмаларҙы өйрәнергә ебәрә. З. Вәлиди был ышанысты уңышлы үтәй. 1915 йылда Өфөлә "Ғосмания" мәҙрәсәһендә төрөк тарихы һәм әҙәбиәте буйынса дәрестәр бирә. Нәҡ ошо дәүерҙә уның ғилми һәм сәйәси эшмәкәрлеге бергә уҡмаша. Ул Рәсәйҙә үткәрелгән күп кенә мосолман ҡоролтайҙарында 1916-1917 йылдарҙа Петроградта, Ташкентта, Мәскәүҙә, Баҡыла делегат булып ҡатнаша. Унда башҡорт халҡының яҙмышы өсөн борсола.
Бөтә донъяға танылған күренекле төркиәтсе, профессор, доктор Зәки Вәлиди Туғандың исемен мәңгеләштереү буйынса күп илдәрҙә эштәр башҡарыла. Тыуған ауылы Көҙәндә, Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһы Темәстә йорт-музейҙар, баш ҡалабыҙҙа уның исемендәге республика китапханаһы, Өфөлә һәм Ташкентта, төрлө ҡала-ауылдарҙа уның исемендәге урамдар, Ташкентта Зәки Вәлиди исемендәге Башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәге барлыҡҡа килә, Санкт-Петербург университетының Көнсығыш факультеты етәкселәре, З. Вәлидиҙең донъя кимәлендә Көнсығыш илдәре тарихын өйрәнеүгә ҙур өлөш индергәнен иҫәпкә алып, университет бинаһы алдына уның һәйкәлен урынлаштыра. Шундай уҡ һәйкәл Сибайҙа ла бар. Төркиәнең баш ҡалаһы Анкарала З. Вәлиди исемендәге парк булдырылған, 1925–1932, 1939–1944, 1948–1970 йылдарҙа Истанбул университетында профессор булып эшләгән бина алдына уның мөһабәт һәйкәле ҡуйылған. Шулай ҙа З. Вәлидиҙең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса башҡараһы эш байтаҡ әле.
Башҡортостан Хөкүмәте Совет власы яғына күскәс, Башҡортостанда хәл-ваҡиғалар киҫкенләшә. ВЧК рәйесе Ф.Э. Дзержинский З. Вәлидиҙе Мәскәүгә ВКП(б)-ның Үҙәк Комитетына саҡыртып ала. Уны Башҡортостандан ситләштерә. 1919 йылдың 20 мартында Башҡортостан Хөкүмәте менән Рәсәй эшсе-крәҫтиәндәр хөкүмәте араһында ҡул ҡуйылған килешеүҙе һуңынан В.И. Ленин "был бер ҡағыҙ киҫәге" тип йыртып ташлай. Ул Башҡортостандың федерализм нигеҙендә төҙөлгән статусын юҡҡа сығара. Быға ризаһыҙлыҡ белдереп, Зәки Вәлиди Туған Баҡынан Ленинға, Сталинға, Троцкийға һәм Рычковҡа хат яҙа. Шунан ул бер аҙ Төркөстанда баҫмасыларҙың идеологы булып хеҙмәт итә. Бында ла уңышһыҙлыҡҡа дусар булғас, 1923 йылдың февралендә үҙенең дуҫтары менән Иранға, апрелдә — Афғанстанға, сентябрҙә — Һиндостанға, ноябрҙә — Төркиәгә, декабрҙә — Францияға, 1924 йылда Германияға сыға, шулай итеп, уның сит илдәргә сәфәре башлана.
1925 йылдың июнендә Төркиә гражданлығы алғас, Төркиә мәғариф министрлығының саҡырыуы буйынса Истанбул университетында төрөк тарихы, әҙәбиәте, ғәрәп әҙәбиәте дәрестәрен уҡыта. Шулай итеп, ун йәшник ҡулъяҙмаһын тейәп, ул Истанбул ҡалаһына килеп төпләнә. 1925 йылда, бик күп мажаралар кисереп, был ҡалаға килеп еткәс, ғалимдың пароходтан төшөр-төшмәҫтән китапханаға барыуы уның фәнде йәне-тәне менән яратҡан эше тип ҡабул иткәнен күрһәтә. Зәки Вәлидиҙең Истанбулда йәшәгән һуңғы осорона тиклем уны ҡыҙыҡһындырған берҙән-бер әйбер китап була. Ул Истанбул, Анкара, Конья, Афьон, Бурса һ.б. ҡалаларҙа һаҡланған боронғо ҡулъяҙмаларҙы өйрәнә.
З. Вәлидиҙең Истанбул университетында эшләү дәүере был уҡыу йортоноң ғорурлығын һәм данын бөтә донъяға тарата. Уның абруйы донъя кимәлендә көслө була. Төрөк тарихы һәм әҙәбиәте, ғәрәп әҙәбиәте буйынса АҠШ-та, Колумбияла, Манчестерҙа дәрестәр бирә, ошонда уға "Почетлы доктор" дәрәжәһе бирелә. 1932—1935 йылдарҙа Вена университетында студент эскәмйәһенә ултырып, немец телен ентекле өйрәнә. Өс йыл уҡығандан һуң, 1923 йылдың мартында Ирандың Мешхед ҡалаһында иң боронғо "Ибн-Фаҙлан юлъяҙмалары"н тапҡан З. Вәлиди Лейпциг ҡалаһында ошо тема буйынса немец телендә докторлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм 1935 йылда уға философия фәндәре докторы исеме бирелә.
Күп телдәрҙе белгән полиглот тәүге белемде атаһының мәҙрәсәһендә ала. Ғәрәп, фарсы телдәрен дә ошонда өйрәнә. Ҡазан мәҙрәсәһендә, университетында уҡығанда бөтә төрки телдәрен, урыҫ телен өйрәнә, уларҙы туған телендәй яҡшы белә. Ул Сталиндан урыҫса яҡшыраҡ һөйләшкән, Ленин менән урыҫ телендә иркен һөйләшеп хатта бәхәскә лә ингән.
Һуңынан, Европа илдәрендә эшләгәндә, уҡығанда немец, француз, инглиз телдәрен яҡшы өйрәнгән. Мәҡәләләрен шул телдәрҙә яҙған, төрлө ил ғалимдары менән уларҙың телендә аралашҡан.
400-ҙән ашыу фәнни хеҙмәтен Истанбул университеты бинаһында төрөксә әҙерләгән. Миңә ул эшләгән кабинетта булырға тура килде. Ул яҙған китаптар менән шкаф туп-тулы. "Тәҡдимдәр" кенәгәһенә тәьҫораттарымды яҙып ҡалдырҙым. Уның ғилми әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итеп баҫтырып сығарыу ҙа маҡсатҡа ярашлы булыр ине.
Йылдар үтте, йәмғиәт ҡоролошо ла үҙгәрҙе. Заман башҡа — заң башҡа тигәндәй, ғәҙеллек тантана итте. Бөгөн исемен беҙ тик яҡшы яҡтан, ғорурлыҡ менән иҫкә алабыҙ, хеҙмәттәрен өйрәнәбеҙ, ғалимдар уның эшмәкәрлеге тураһында китаптар, ғилми мәҡәләләр яҙа. Әммә Башҡортостан Президентының 1996 йылдың 4 сентябрендә ҡул ҡуйған Указына ярашлы, республикабыҙға Әхмәт-Зәки Вәлиди Туғандың, Әбделҡадир Инандың, Ғәлимйән Тағандың фәнни мираҫын ҡайтарыу һәм уларҙың яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса эш үтәлмәй әле.
Азамат ТАЖЕТДИНОВ,
Башҡортостан Республикаһының
атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.