Әхмәт-Зәки Вәлиди эҙҙәренән24.09.2014
Әхмәт-Зәки Вәлиди эҙҙәренән Ошо хаҡта төрөк студенттарына аңлатырға тырыштым. Бер аҙ аңланылар шикелле. Уларҙы белем үрҙәренә етәкләгән фән докторы Исмәт Бинәр тура­һында ла бер кәлимә һүҙ. Ул 1969 йылда Төр­киәнең Эрзурум ҡалаһында тыуған. Юғары белемде Өфөлә Башҡорт дәүләт педагогия универ­ситетының филология факультетында ала.
И. Бинәр 1997 һәм 2004 йылдарҙа "Башҡорт һәм төрөк халыҡтарының мәҡәл һәм әйтемдәр төҙөлө­шөнә сағыштырмаса грамматик анализ" тигән темаға кандидатлыҡ, ә хәҙерге төрки халыҡтары телдәре буйынса "Төньяҡ-көнбайыш ҡыпсаҡ төркөмө телдәре" темаһына докторлыҡ диссертацияларын яҡлай. Ул Истанбул университетында башҡорт теле, ғөмүмән, хәҙерге төрки халыҡтары теле буйынса төп белгес булараҡ билдәлелек ала.
И. Бинәр халыҡ-ара төрки телдәр буйынса үткә­релгән ғилми-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡат­наша һәм шул урындағы халыҡтар телендә сығыш яһай. Уның Истанбул, Ҡазан, Анкара, Сараево, Босния, Варшава, Берлин, Мәскәү, Вильнюста һәм Баш­ҡорт дәүләт университетында төрки халыҡтары тел­дәрен пропагандалауы барлыҡ тыңлаусыларҙы хайран ҡалдыра.
Уның тарафынан төрки халыҡтары телдәре буйынса бик күп һүҙлектәр төҙөлгән: "Урыҫ-башҡорт-төрөк-инглиз" һүҙлеге, "Урыҫ-татар-төрөк һөйләше", "Литва-төрөк һөйләше", "Урыҫ-төрөк һөйләше", "Тө­рөк студенттары өсөн урыҫ теле дәреслеге".
"Төрки донъяһы" журналында И. Бинәр "Башҡорт­остан, башҡорттар һәм башҡорт теле", “Башҡорт халыҡ ижадында мәҡәлдәр һәм әйтемдәр”, "Башҡорт халыҡ эпосы "Урал батыр"ҙа халыҡтың изге ғөрөф-ғәҙәттәре" һ.б. ғилми мәҡәләләр баҫылған.
2013 йылдың 24 октябрендә Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректораты ҡарары менән башҡорт телен өйрәнеүҙәге ҡаҙаныштары өсөн уға университеттың "Почетлы профессор" тигән маҡ­таулы исеме бирелде. Исмәт Бинәр бөтә донъяға баш­ҡорт тигән халыҡтың исемен танытып, милләт­тең те­лен, донъяға булған ҡарашын, мәҙәниәтен, әҙәбиә­тен, халыҡ ижады төрҙәрен үҙ китабына индерҙе. Былар барыһы ла тәрбиә эшенә ярҙам итә, Баш­ҡортостан тарихына һөйөү, абруйлы шәхестәргә ихтирам тәрбиәләй.
Төрөк егете Исмәт Бинәр — Зәки Вәлиди традицияларын дауам иттереүсе. Ул ҡан-ҡәрҙәштәренә әйтер һүҙен саф башҡорт телендә: "Мин Төркиәнең Истанбул университетында белем алған студент­тарға башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытам. "Баш­ҡорт теле грамматикаһы" тигән дәреслегем Төр­киә­­нең 500-гә яҡын уҡыу йортона таратылды. Американың Принстон университетына ла ебәрҙем. Ҡытай ҙа ошо әсбапты һоратып алды. Башҡорт телен өйрәнеүемә бер ҡасан да үкенмәйем, уның юғалып ҡалырына ышанмайым, әгәр ҙә һәр башҡорт егете һәм ҡыҙы туған телен яратып, өйрәнеп, уны үҫтереү буйынса яҡлап һәм һаҡлап эш итһә, тел бер ҡасан да юғалмаҫ", — тип дөрөҫлөктө раҫланы.

* * *
Халыҡ үҙенең арҙаҡлы һәм тоғро улын онотмай. Уның сәйәси һәм фәнни эшмәкәрлегенә арнап конференциялар үткәрелә, матбуғатта тиҫтәләрсә мәҡә­ләһе, ғилми әҫәрҙәре, китаптары баҫылып тора. Уның тураһында яҙылған һәр бер әҫәрҙе ҡыҙыҡ­һынып һәм ғорурланып уҡып барам. Булған бит беҙҙең һәр яҡтан талантлы күренекле шәхестәребеҙ!
З. Вәлиди — башҡорт милли хәрәкәте лидеры, ул Рәсәйҙә федерализм нигеҙендә беренсе булып Башҡорт хөкүмәтенә нигеҙ һалған. Хөкүмәт төҙөлгәс, уның етәксе органдары, ҡаҙнаһы, үҙ атрибуттары, символдары, иң мөһиме — Ҡораллы көстәре бу­лырға тейеш. Уны ҡоралландырырға, кейендерер­гә, ашатырға, һуғыш серҙәренә өйрәтеү өсөн команда ла тупларға кәрәк. Был ғәскәр Башҡортостан Хөкүмәтен һаҡларға тейешле булған. Ә З. Вәлиди ошондай ҡатмарлы мәсьәләләрҙең барыһының да осона сыға. Ул ете йыл буйы (1917—1923) Башҡортостан Хөкү­мәтенә етәкселек итә.
"Башҡорт халҡын ҡуҙғатып алып булмай, ҡуҙ­ғатһаң, тыйып алып булмай" (З. Вәлиди) тигәндәй, Башҡорт ғәскәрҙәре берсә — аҡтар яғына, берсә ҡыҙылдарға күсә, Башҡорт хөкүмәте Совет власы яғына сыҡҡас, революция бишеге булған Петроградты Юденич ғәскәрҙәренән һаҡлай, артабан Польша фронтында батырҙарса һуғыш алып бара. Совет хөкүмәте башҡорт ғәскәри корпусын оҫта файҙалана.
Зәки Вәлиди ысын мәғәнәһендә фән эшмәкәре булып таныла. Уны бигерәк тә төрки халыҡтары тарихы ҡыҙыҡһындыра. Ҡазандағы "Ҡасимиә" мәҙрәсә­һендә (1912), Вена университетында (1935) төрки халыҡтарының тарихын, ғәрәп әҙәбиәтен уҡыта. Ошо осорҙа "Төрөк һәм татар тарихы" фәнни хеҙмәтен яҙа. Ҡазанда урыҫ ғалимдары В.А. Богородицкий һәм Н.Ф. Катаков менән таныша. Улар 1913-1914 йыл­дарҙа уны ике тапҡыр Урта Азияға боронғо ҡулъяҙ­ма­ларҙы өйрәнергә ебәрә. З. Вәлиди был ышанысты уңышлы үтәй. 1915 йылда Өфөлә "Ғосмания" мәҙрә­сәһендә төрөк тарихы һәм әҙәбиәте буйынса дәрес­тәр бирә. Нәҡ ошо дәүерҙә уның ғилми һәм сәйәси эшмәкәрлеге бергә уҡмаша. Ул Рәсәйҙә үткәрелгән күп кенә мосолман ҡоролтайҙарында 1916-1917 йылдарҙа Петроградта, Ташкентта, Мәскәүҙә, Ба­ҡыла делегат булып ҡатнаша. Унда башҡорт халҡы­ның яҙмышы өсөн борсола.
Бөтә донъяға танылған күренекле төркиәтсе, профессор, доктор Зәки Вәлиди Туғандың исемен мәң­геләштереү буйынса күп илдәрҙә эштәр башҡарыла. Тыуған ауылы Көҙәндә, Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһы Темәстә йорт-музейҙар, баш ҡалабыҙҙа уның исемендәге республика китапханаһы, Өфөлә һәм Ташкентта, төрлө ҡала-ауылдарҙа уның исе­мен­дәге урамдар, Ташкентта Зәки Вәлиди исемендәге Баш­ҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәге барлыҡҡа килә, Санкт-Петербург университетының Көнсығыш факультеты етәкселәре, З. Вәлидиҙең донъя кимәлендә Көнсы­ғыш илдәре тарихын өйрәнеүгә ҙур өлөш индергәнен иҫәпкә алып, университет бинаһы алдына уның һәйкәлен урынлаштыра. Шундай уҡ һәйкәл Сибайҙа ла бар. Төркиәнең баш ҡалаһы Анкарала З. Вәлиди исемендәге парк булдырылған, 1925–1932, 1939–1944, 1948–1970 йылдарҙа Истанбул университетында профессор булып эшләгән бина алдына уның мөһабәт һәйкәле ҡуйылған. Шулай ҙа З. Вәли­диҙең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса баш­ҡа­раһы эш байтаҡ әле.
Башҡортостан Хөкүмәте Совет власы яғына күскәс, Башҡортостанда хәл-ваҡиғалар киҫкенләшә. ВЧК рәйесе Ф.Э. Дзержинский З. Вәлидиҙе Мәскәүгә ВКП(б)-ның Үҙәк Комитетына саҡыртып ала. Уны Башҡортостандан ситләштерә. 1919 йылдың 20 мартында Башҡортостан Хөкүмәте менән Рәсәй эшсе-крәҫтиәндәр хөкүмәте араһында ҡул ҡуйылған ки­ле­шеүҙе һуңынан В.И. Ленин "был бер ҡағыҙ киҫәге" тип йыртып ташлай. Ул Башҡортостандың федерализм нигеҙендә төҙөлгән статусын юҡҡа сығара. Быға ризаһыҙлыҡ белдереп, Зәки Вәлиди Туған Баҡынан Ленинға, Сталинға, Троцкийға һәм Рычковҡа хат яҙа. Шунан ул бер аҙ Төркөстанда баҫмасыларҙың идеологы булып хеҙмәт итә. Бында ла уңышһыҙлыҡҡа дусар булғас, 1923 йылдың февралендә үҙенең дуҫтары менән Иранға, апрелдә — Афғанстанға, сентябрҙә — Һиндостанға, ноябрҙә — Төркиәгә, декабрҙә — Францияға, 1924 йылда Германияға сыға, шулай итеп, уның сит илдәргә сәфәре башлана.
1925 йылдың июнендә Төркиә гражданлығы алғас, Төркиә мәғариф министрлығының саҡырыуы буйынса Истанбул университетында төрөк тарихы, әҙәбиәте, ғәрәп әҙәбиәте дәрестәрен уҡыта. Шулай итеп, ун йәшник ҡулъяҙмаһын тейәп, ул Истанбул ҡалаһына килеп төпләнә. 1925 йылда, бик күп мажаралар кисереп, был ҡалаға килеп еткәс, ғалимдың пароходтан төшөр-төшмәҫтән китапханаға барыуы уның фәнде йәне-тәне менән яратҡан эше тип ҡабул иткәнен күрһәтә. Зәки Вәлидиҙең Истанбулда йәшә­гән һуңғы осорона тиклем уны ҡыҙыҡһындырған берҙән-бер әйбер китап була. Ул Истанбул, Анкара, Конья, Афьон, Бурса һ.б. ҡалаларҙа һаҡланған боронғо ҡулъяҙмаларҙы өйрәнә.
З. Вәлидиҙең Истанбул университетында эшләү дәүере был уҡыу йортоноң ғорурлығын һәм данын бөтә донъяға тарата. Уның абруйы донъя кимәлендә көслө була. Төрөк тарихы һәм әҙәбиәте, ғәрәп әҙәбиәте буйынса АҠШ-та, Колумбияла, Манчес­терҙа дәрестәр бирә, ошонда уға "Почетлы доктор" дәрәжәһе бирелә. 1932—1935 йылдарҙа Вена университетында студент эскәмйәһенә ултырып, немец телен ентекле өйрәнә. Өс йыл уҡығандан һуң, 1923 йылдың мартында Ирандың Мешхед ҡалаһында иң боронғо "Ибн-Фаҙлан юлъяҙмалары"н тапҡан З. Вә­лиди Лейпциг ҡалаһында ошо тема буйынса немец телендә докторлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм 1935 йылда уға философия фәндәре докторы исеме бирелә.
Күп телдәрҙе белгән полиглот тәүге белемде атаһының мәҙрәсәһендә ала. Ғәрәп, фарсы телдәрен дә ошонда өйрәнә. Ҡазан мәҙрәсәһендә, университетында уҡығанда бөтә төрки телдәрен, урыҫ телен өйрәнә, уларҙы туған телендәй яҡшы белә. Ул Сталиндан урыҫса яҡшыраҡ һөйләшкән, Ленин менән урыҫ телендә иркен һөйләшеп хатта бәхәскә лә ингән.
Һуңынан, Европа илдәрендә эшләгәндә, уҡығанда немец, француз, инглиз телдәрен яҡшы өйрәнгән. Мә­ҡә­ләләрен шул телдәрҙә яҙған, төрлө ил ғалим­дары менән уларҙың телендә аралашҡан.
400-ҙән ашыу фәнни хеҙмәтен Истанбул университеты бинаһында төрөксә әҙерләгән. Миңә ул эшләгән кабинетта булырға тура килде. Ул яҙған китаптар менән шкаф туп-тулы. "Тәҡдимдәр" кенәгә­һенә тәьҫораттарымды яҙып ҡалдырҙым. Уның ғил­ми әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итеп баҫ­тырып сығарыу ҙа маҡсатҡа ярашлы булыр ине.
Йылдар үтте, йәмғиәт ҡоролошо ла үҙгәрҙе. Заман башҡа — заң башҡа тигәндәй, ғәҙеллек тантана итте. Бөгөн исемен беҙ тик яҡшы яҡтан, ғорурлыҡ менән иҫкә алабыҙ, хеҙмәттәрен өйрәнәбеҙ, ғалимдар уның эшмәкәрлеге тураһында китаптар, ғилми мәҡәләләр яҙа. Әммә Башҡортостан Президентының 1996 йыл­дың 4 сентябрендә ҡул ҡуйған Указына ярашлы, республикабыҙға Әхмәт-Зәки Вәлиди Туғандың, Әбделҡадир Инандың, Ғәлимйән Тағандың фәнни мираҫын ҡайтарыу һәм уларҙың яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса эш үтәлмәй әле.

Азамат ТАЖЕТДИНОВ,
Башҡортостан Республикаһының
атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.


Вернуться назад