Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Исемең матур — кемдәр ҡушҡан?
Күптән түгел миңә бер һөйләшеүҙең шаһиты булырға тура килде. Өлкән йәштәге апай сабыйға яратып “Әминә” тип өндәште. Бында сәйер бер ни ҙә юҡ, шикелле, һуңғы ваҡытта балаға боронғо исемде ҡушыу йыш күҙәтелә, һәм был — бик һөйөнөслө хәл. Ләкин мине икенсе нимә тетрәндерҙе. Йәш әсә: “Фу-у-у, Әминә түгел, Амина!” — тип төҙәтте ҡатынды. Бына һиңә кәрәк булһа! Әсә бала исеменең туған телендә яңғырашынан ояла түгелме? Быны, бәлки, “ояла” тип атау дөрөҫ түгелдер, ул сирҡана.

Эх һин, әсә! Үҙең ултырған ботаҡҡа үҙең балта менән сабаһың түгелме? Әсәгә, туған теленә мө­хәббәттең бишектән тәрбиәләнеүен бик яҡшы беләбеҙ. Үҙ телеңде яратмағас (бының шулай булыуына шигем юҡ), балаңда был хистәрҙе нисек тәрбиәләй алырһың икән?! Сабый күңеле бик һиҙгер була, үҙенә “Әминә” тип өндәшкән һайын әсәһенең ризаһыҙлығын күреп, бер көн килеп уға: Үҙең шул тиклем яратмағас, был исемде ниңә миңә ҡуштығыҙ?” – тип әйтмәҫме?
Эйе, беренсе ҡарашҡа, йәштәр балаларына йышыраҡ тәрән мәғәнәле, бай тарихлы, рухлы, матур яңғырашлы исем ҡушырға тырыша кеүек. Тик ни өсөн ул исем туған телдә яңғырамай?! Әминә – Амина, Камилә – Камилла…
Ирекһеҙҙән, үҙемдең дә ике балаға әсә булыу бәхетенә өлгәшеүем, ирем менән уларға исем эҙләүебеҙ иҫемә төштө. Өләсәй ҡарамағында тәрбиәләнеп үҫкәс, уның һәр һүҙенә ҡолаҡ һалып, кәңәштәрен тотоп йәшәнек. Баланы беренсе тап­ҡыр йортҡа алып инеү, тәүге мәртәбә мунсала йыуындырыу, сәсен ҡырҡыу, тырнағын киҫеү, бәпес туйы уҙғарып, мулланан исем аҙанлатыу – бөтәһе лә халҡыбыҙ йолалары буйынса башҡарылды. Өләсәйем: “Бала исемен яратһа, исем аҙанла­ғандан һуң иҙрәп йоҡлар, яратмаһа – борсолор, илар”, – тип әйтә торғайны. Тәүҙә күңелемдә нин­дәйҙер шик булыуы, күпмелер дәрәжәлә борсолоуым, ә инде исем ҡушҡас, ике баламдың да иҙ­рәп йоҡлауына һөйөнөүем бөгөнгөләй хәтеремдә.
Шулай уҡ бала сағымда әхирәттәрем менән исем тураһында фекер алышыуыбыҙ иҫтә ҡалған. Бала сағыбыҙ осоронда Миңзифа, Мөҙәйәнә, Кә­римә, Хәйерниса, Гөлмайра, Нәфискамал тигән әбей­ҙәр бар ине. Өләсәйем Хөмәйрә исемле. Ә беҙ – Дамиралар, Гөлнаралар, Флоридалар, Рүзи­ләләр – мәрәкә итеп көлә тор­ғайныҡ: “Һе, беҙ ҡартай­ғас, Гөлнара әбей, Аль­бина әбей, Дамира әбей булабыҙмы?! Бәй, һис кенә лә ҡолаҡҡа ят­май ҙә баһа ошолай өн­дәшеү!”
Ҡыҙыҡлы ла, мауыҡ­тыр­ғыс та икән исемдәр донъяһы. Улар халыҡ­тың милләте, тарихы, йәшәү рәүеше, ышаныу-инаныу­ҙары хаҡында ла күп мәғ­лүмәт бирә. Бөгөнгө за­ман ғалимдары са­бый­ға дөрөҫ исем биреп, уны тәүге аҙым­да­рынан дө­рөҫ йүнә­леш менән тәр­биә­ләргә мөмкин булы­уын иҫ­бат­лай. Тимәк, балаға исем ҡушыу – ни тиклем ҙур яуаплылыҡ!
Яҙыусы Әхмәр Үтәбай: “Интернетта электрон адрес асып, исем биреү менән, беҙгә төрлө мәғ­лүмәт килә башлай. Әҙәми зат тормошонда ла шулай. Ғәмәл дәфтәренә кешенең исеме тер­кәл­гәс тә, шулай уҡ төрлө йәһәттән уға ҡот, байлыҡ юл ала. Исеме асылына тура килмәһә, уға тәғә­йенләнгән ҡот яҙлығып китә. Шулай итеп, диненә, милләтенә, халҡына тап кил­мәгән исем йөрөткән кешенең яҙмышы боҙола, ғүмере мәғә­нәһеҙ үтә, асылынан ситкә ки­тә”, – тип яҙған.
Исем — халыҡ тарихының, ту­ған телдең күп быуаттар буйы тупланып кил­гән алтын-көмөштәй ҡиммәт­ле, ҡәҙерле бер хазинаһы. Әй­ҙәгеҙ ошо хазинаны һаҡ­ла­йыҡ, байытайыҡ! Туған теле­беҙҙә яң­ғыраған исемдәр ме­нән ғорурланайыҡ һәм бө­йөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың һүҙҙәрен дә онотмайыҡ: “Атаң ҡуйған атың менән аталыр­һың, хеҙмәтеңә ҡарап илеңдән баһа алырһың…”
Дамира ХӨСНӨТДИНОВА,
Яңы Бөртөк мәктәбенең башҡорт
теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.



Район: Краснокама районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә