Күптән түгел миңә бер һөйләшеүҙең шаһиты булырға тура килде. Өлкән йәштәге апай сабыйға яратып “Әминә” тип өндәште. Бында сәйер бер ни ҙә юҡ, шикелле, һуңғы ваҡытта балаға боронғо исемде ҡушыу йыш күҙәтелә, һәм был — бик һөйөнөслө хәл. Ләкин мине икенсе нимә тетрәндерҙе. Йәш әсә: “Фу-у-у, Әминә түгел, Амина!” — тип төҙәтте ҡатынды. Бына һиңә кәрәк булһа! Әсә бала исеменең туған телендә яңғырашынан ояла түгелме? Быны, бәлки, “ояла” тип атау дөрөҫ түгелдер, ул сирҡана.
Эх һин, әсә! Үҙең ултырған ботаҡҡа үҙең балта менән сабаһың түгелме? Әсәгә, туған теленә мөхәббәттең бишектән тәрбиәләнеүен бик яҡшы беләбеҙ. Үҙ телеңде яратмағас (бының шулай булыуына шигем юҡ), балаңда был хистәрҙе нисек тәрбиәләй алырһың икән?! Сабый күңеле бик һиҙгер була, үҙенә “Әминә” тип өндәшкән һайын әсәһенең ризаһыҙлығын күреп, бер көн килеп уға: Үҙең шул тиклем яратмағас, был исемде ниңә миңә ҡуштығыҙ?” – тип әйтмәҫме?
Эйе, беренсе ҡарашҡа, йәштәр балаларына йышыраҡ тәрән мәғәнәле, бай тарихлы, рухлы, матур яңғырашлы исем ҡушырға тырыша кеүек. Тик ни өсөн ул исем туған телдә яңғырамай?! Әминә – Амина, Камилә – Камилла…
Ирекһеҙҙән, үҙемдең дә ике балаға әсә булыу бәхетенә өлгәшеүем, ирем менән уларға исем эҙләүебеҙ иҫемә төштө. Өләсәй ҡарамағында тәрбиәләнеп үҫкәс, уның һәр һүҙенә ҡолаҡ һалып, кәңәштәрен тотоп йәшәнек. Баланы беренсе тапҡыр йортҡа алып инеү, тәүге мәртәбә мунсала йыуындырыу, сәсен ҡырҡыу, тырнағын киҫеү, бәпес туйы уҙғарып, мулланан исем аҙанлатыу – бөтәһе лә халҡыбыҙ йолалары буйынса башҡарылды. Өләсәйем: “Бала исемен яратһа, исем аҙанлағандан һуң иҙрәп йоҡлар, яратмаһа – борсолор, илар”, – тип әйтә торғайны. Тәүҙә күңелемдә ниндәйҙер шик булыуы, күпмелер дәрәжәлә борсолоуым, ә инде исем ҡушҡас, ике баламдың да иҙрәп йоҡлауына һөйөнөүем бөгөнгөләй хәтеремдә.
Шулай уҡ бала сағымда әхирәттәрем менән исем тураһында фекер алышыуыбыҙ иҫтә ҡалған. Бала сағыбыҙ осоронда Миңзифа, Мөҙәйәнә, Кәримә, Хәйерниса, Гөлмайра, Нәфискамал тигән әбейҙәр бар ине. Өләсәйем Хөмәйрә исемле. Ә беҙ – Дамиралар, Гөлнаралар, Флоридалар, Рүзиләләр – мәрәкә итеп көлә торғайныҡ: “Һе, беҙ ҡартайғас, Гөлнара әбей, Альбина әбей, Дамира әбей булабыҙмы?! Бәй, һис кенә лә ҡолаҡҡа ятмай ҙә баһа ошолай өндәшеү!”
Ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс та икән исемдәр донъяһы. Улар халыҡтың милләте, тарихы, йәшәү рәүеше, ышаныу-инаныуҙары хаҡында ла күп мәғлүмәт бирә. Бөгөнгө заман ғалимдары сабыйға дөрөҫ исем биреп, уны тәүге аҙымдарынан дөрөҫ йүнәлеш менән тәрбиәләргә мөмкин булыуын иҫбатлай. Тимәк, балаға исем ҡушыу – ни тиклем ҙур яуаплылыҡ!
Яҙыусы Әхмәр Үтәбай: “Интернетта электрон адрес асып, исем биреү менән, беҙгә төрлө мәғлүмәт килә башлай. Әҙәми зат тормошонда ла шулай. Ғәмәл дәфтәренә кешенең исеме теркәлгәс тә, шулай уҡ төрлө йәһәттән уға ҡот, байлыҡ юл ала. Исеме асылына тура килмәһә, уға тәғәйенләнгән ҡот яҙлығып китә. Шулай итеп, диненә, милләтенә, халҡына тап килмәгән исем йөрөткән кешенең яҙмышы боҙола, ғүмере мәғәнәһеҙ үтә, асылынан ситкә китә”, – тип яҙған.
Исем — халыҡ тарихының, туған телдең күп быуаттар буйы тупланып килгән алтын-көмөштәй ҡиммәтле, ҡәҙерле бер хазинаһы. Әйҙәгеҙ ошо хазинаны һаҡлайыҡ, байытайыҡ! Туған телебеҙҙә яңғыраған исемдәр менән ғорурланайыҡ һәм бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың һүҙҙәрен дә онотмайыҡ: “Атаң ҡуйған атың менән аталырһың, хеҙмәтеңә ҡарап илеңдән баһа алырһың…”
Дамира ХӨСНӨТДИНОВА,
Яңы Бөртөк мәктәбенең башҡорт
теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.