Был аҡыллы һүҙҙәрҙе Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Фәрит Мырҙагилде улы Мусин әйткән. Күптән түгел яҡташтарым эргәһенә ҡайтып, мәҙәниәт проблемаларын тикшереүгә һәм социаль-иҡтисади үҫеш юҫығында уның хәлен күҙәтеүгә арналған сарала ҡатнашырға тура килде. Хакимиәт башлығы Фәрит Мусин унда мәсьәләне тәрән аңлап, йөкмәткеле сығыш яһаны, рухи тәрбиәгә, ошо өлкәлә файҙаланылмай ҡалған һөҙөмтәле алымдарға иғтибар биреү зарурлығын билдәләне. Хакимиәт башлығы хужалыҡтарҙағы иҡтисадты үҫтереүгә генә түгел, шулай уҡ халыҡтың, тәү сиратта йәштәрҙең рухи, мәҙәни үҫешенә айырым туҡталды.
Осрашыуҙан күңел яңыраФәрит Мырҙагилде улын 1974 йылдан, йәғни уның “Октябрь” совхозында комсомол комитеты етәксеһе булып эшләгән сағынан, беләм. Йәштән үк тура һүҙле, итәғәтле, көслө, намыҫлы шәхес, тырыш һәм оҫта ойоштороусы булды ул. Спортта, художестволы үҙешмәкәрлектә йәштәрҙең ҡатнашыуы, тыуым һәм демографик көрсөк мәсьәләләре, пенсионерҙарҙың хәле менән даими ҡыҙыҡһынды. Кешеләргә, ауыл эшсәндәренә мөнәсәбәте һәм иғтибары менән Фәрит Мусин миңә Учалы районындағы “Байрамғол” совхозының элекке директоры, һуңыраҡ КПСС-тың Мәләүез райкомы беренсе секретары булып эшләгән Ә. Шәрәфетдиновты хәтерләтә.
Шул осорҙан алып йәш етәксе өсөн халыҡ менән осрашыу, аралашыу рухи үҫеш сығанағына әүерелде. Район буйлап сәфәрҙәрендә тәү сиратта мәктәп, китапхана, клубтарға инеп сығырға ваҡыт табыуы ла осраҡлы түгел. Яңы әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынып таныша. Бер мәл шулай ауыл китапханаһына ингәс: “Бында ысын кеше еҫе килә. Ошондай осрашыуҙар минең өсөн яңырыу байрамына әүерелә, тап бында аҡыл эйәләренең үлемһеҙ ижады менән осрашам”, – тигәйне.
Фәрит Мырҙагилде улын изге күңелле, итәғәтле кеше булғанға яҡын күрәм. Тәүге осрашыуыбыҙҙан алып 40 йыл самаһы ваҡыт үтеп киткән. Ә ул әле лә күптәргә кәңәш, йүнәлеш биреүсе, күңеле менән йәп-йәш, көслө етәксе булып ҡала. Бөгөн кешелек сифатын юғалтмайым тиһәң, йыш ҡына айыҡ аҡылға ла ҡаршы торорға тура килә. Ул быны яҡшы аңлай, халыҡ файҙаһына тырышып эшләй. Кешелеклелеге вазифа бурыстарынан һәр саҡ өҫтөнлөк итә. Яңы эшкә тотонған һайын рухы тағы ла нығый, күңел күтәренкелеге, үҙ-үҙенә ышаныс арта бара.
Уның дөйөм хеҙмәт эшмәкәрлегенә баһа бирергә йыйынмайым. Минең өсөн бигерәк тә Мусиндың мәҙәниәт, мәғариф, спорт һәм йәш быуынға тәрбиә биреү мәсьәләләренә ихлас мөнәсәбәте мөһим. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер етәкселәр был проблемаларҙы икенсел тип ҡарай. Беренсенән, Фәрит Мусин шәхесенең әхлаҡи әһәмиәтен объектив баһалау теге йәки был тарихи ваҡиғаға бирелгән баһаға ҡарағанда ла ҡатмарлыраҡ, нескәрәк. Икенсенән, ул – дәүләт хеҙмәтендәге рәсми номенклатур хеҙмәткәр. Шуға күрә хеҙмәттәштәре, яҡын дуҫтары һәм туғандарының уның тураһында әйткән һүҙҙәрен айырыуса һаҡ ҡабул итергә тырышам. Улар биргән баһа, әлбиттә, бик мөһим, сөнки был фекерҙәрҙә тап ошо шәхес менән яҡындан таныш булмаған кешенең күҙенә салынмаған үҙенсәлектәр, һыҙаттар асыла. Өҫтәүенә яҡындарың ғына теге йәки был хәл-ваҡиғаларҙың, шул дәүерҙең бар нескәлеген тойорға һәләтле.
Ул һайлаған юлдар
еңел түгелМусиндың бергә эшләгән хеҙмәттәштәренә, дуҫтарына мөнәсәбәте лә уға баһа биреү өсөн ярайһы уҡ ҙур әһәмиәткә эйә. Хеҙмәт эшмәкәрлеген ул Күгәрсен районының Арҙат урта мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып башлай. Төрлө йылдарҙа комсомол комитеты секретары, “Октябрь” совхозы директоры урынбаҫары, унан “Арҙат” бүлексәһе идарасыһы, совхоз директоры, “Октябрь” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры булып эшләй. 2008 йылдан әлегә тиклем – Күгәрсен районы хакимиәте башлығы.
Асылда иһә ул юғары әхлаҡи сифаттарға, нескә сәйәси тойомлау һәләтенә, оҫта идарасы талантына эйә булған сағыу шәхестәр, эшлекле етәкселәр плеядаһына инә. Ваҡытында Башҡортостан ауыл хужалығы институтында юғары иҡтисади белем ала. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, үҙен тырыш һәм аҡыллы ойоштороусы итеп күрһәтә. Район иҡтисадын үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн Фәрит Мырҙагилде улына “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелә, шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” отличие билдәһе менән бүләкләнә.
Ул һайлаған юлдарҙы еңел тип әйтеп булмай. Фәрит Мусиндың бар тормошо ҡаршылыҡтарҙы еңеүгә, ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеү өсөн көрәшеүгә ҡоролған. Киләсәккә ышанысы, ихтыяр көсө, профессионализмы һәм юғары абруйы менән кешене ылыҡтыра, яңынан-яңы идеялар менән һуғарып, райондың социаль-иҡтисади үҫешендә, айырыуса мәҙәниәт өлкәһендә, уңышҡа өлгәшеүгә этәрә ул. Мәҡәләмдә уны тап ошондай мәсьәләләргә ҡарата битараф ҡала алмаған шәхес булараҡ тасуирларға тырыштым. Һорауҙарыма биргән яуаптары ла ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, минеңсә.
– Фәрит Мырҙагилде улы, берләштереүсе милли идеянан мәхрүм ҡалған илебеҙ тураһында ни әйтерһегеҙ? “Мәҙәниәт” – бюджеттағы бер юл” тигән төшөнсәне нисек аңларға?
–Яңыртыу юҫығында ғына түгел, ә мәҙәни һәм уға яҡын булған әхлаҡи, этика йәһәтенән дә ҡаралырға тейеш. Урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡмы, мәғариф йәки медицинамы, һалым йәки полиция реформаһымы, суд эшмәкәрлегеме ул – мөһим түгел...
Ҡайһы бер түрәләр өсөн “мәҙәниәт” төшөнсәһе –бюджеттың бер юлы ғына. Тимәк, башҡа өлкәләрҙән ҡалған аҡса ғына мәҙәниәтте үҫтереүгә йүнәлтелә тигән һүҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был әфәнделәр хаталана. Мәҙәниәт – ул йәшәү мөхите. Тап уның нигеҙендә цивилизация, шул иҫәптән иҡтисад та барлыҡҡа килгән, сөнки тап мәҙәниәт кенә үҫешкә этәргес бирә. “Властың һәр яңы аҙымы халыҡты ниндәй дәрәжәлә берләштерә йәки социаль, этник, дини, рухи өлкәләрҙә тарҡалышты көсәйтә?” тигән мөһим һорау тыуа.
Шул уҡ ваҡытта беҙ төҙөгән капитализмдың ҡырағайлығын да оноторға ярамай. Ул социаль ҡапма-ҡаршылыҡтар тыуҙырҙы һәм социаль ғәҙелһеҙлекте ил халҡының күпселеге өсөн йәшәү нормаһына әүерелдерҙе. “Баҙар барыһын да көйләр” тигән идеяға нигеҙләнеп үткәрелгән иҡтисади үҙгәртеп ҡороуҙарҙың илде тарҡатыуын аңларға һәм танырға тейешбеҙ. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың һуңғы йылдарҙа йәмғиәтте туплау йәһәтенән етди аҙымдар яһауы ла осраҡлы түгел бит.
Мәктәп бөтһә,
рух сығанағы юғала– Хәҙер донъяла мәҙәниәт менән сәнғәт ниндәй урынды тота?
– Әле беҙҙең районда 105-тән ашыу учреждение: клубтар, китапханалар, мәктәптәр мәҙәниәт өлкәһендәге хеҙмәттәрҙең төп сығанағын тәшкил итә. Былтыр 171 меңдән ашыу кеше ҡатнашлығында 2 859 сара уҙғарылһа, быйыл был күрһәткес тағы ла юғарыраҡ. Мәҙәниәт учреждениеларының барыһы ла төҙөкләндерелде.
Сәләмәт тормошто, күмәк спортты, физик культураны пропагандалау мәҙәниәтте үҫтереүҙең төп алымдарының береһе булып тора. Районда өс физкультура-һауыҡтырыу комплексы, 27 спорт залы, ике бассейн һәм саңғы базаһы, бер стадион бар. Былтыр 214 күмәк спорт сараһы, шул иҫәптән республика кимәлендәге 32 сара ойошторолдо. Уларҙа 18 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.
Йыл һайын Бөтә Рәсәй “Байыҡ” фестивале беҙҙә үткәрелә. Волейбол, баскетбол, йөҙөү, шашка, хоккей буйынса республика фестивалдәре юғары кимәлдә уҙғарыла. Физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүселәр һаны арта.
Беҙҙең өсөн ауыл мәктәбе – мәҙәниәт усағы. Ул бөтһә, үҫеш, рух сығанағы юғалып, энтропия өҫтөнлөк итә башлаясаҡ. Ахыр сиктә, илебеҙ ҙә юҡҡа сығасаҡ.
Бөгөн мәҙәниәт һәр йортҡа ҡара йәшник рәүешендә килеп инде. Ауыл эшсәндәре, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр исеменән Тыуған илгә һөйөү тойғоһо һәм ватансылыҡ менән һуғарылмаған тапшырыуҙарҙы туҡтатыуҙы талап итәм.
Бөгөнгө либераль идеологтарҙан: “Йәш быуынды ни рәүешле, ниндәй өлгөләргә таянып тәрбиәләргә тырышаһығыҙ, ниндәй идеялар кәрәк? Үрнәк алырлыҡ геройҙар кем?” – тип һорағым килә. Изге урын буш булмаҫ, тигәндәй, идеология юҫығына ла “замана күренештәре” үтеп инә. Тоғро хеҙмәт итеү идеяһы контролһеҙ байығыу төшөнсәһе менән алмашынды. Павел Корчагинды – Остап Бендер, Алексей Стаханов менән Сергей Королевты – Михаил Прохоров һәм Роман Абрамович, Борис Андреев менән Иннокентий Смоктуновскийҙы Дима Билан һәм Максим Галкин алмаштырҙы. Яңырыу өсөн ниндәй идеология кәрәк һуң?
“Рядовой Райанды ҡотҡарырға” тип аталған Голливуд кино-әкиәтен хәтерләйһегеҙҙер. Илебеҙҙәге ҡайһы бер либераль гуманистар һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре кинолағы Пентагондың бер һалдатты бәләнән ҡотҡарыуға бөтә АҠШ-тың көс-ҡеүәтен, мөмкинлектәрен йүнәлтеүҙе күреп әҫәрләнгәйне. Бөгөн иһә йәшәү рәүеше, фекерләүе буйынса бер-береһенә яҡын булған миллиондарса урыҫ кешеһенең эске күңел оҡшашлығын яҡларға тырышыуҙы улар вәхшилек тип баһалай, әлбиттә.
Күптән түгел генә үткән уҡытыусылар кәңәшмәһендә педагогтар, тәрбиәселәр, ата-әсәләр, депутаттар, психологтар, социологтар һәм ауыл интеллигенцияһының башҡа вәкилдәре үҙҙәренең сығышында ошо мәсьәләгә ҡарата борсолоу белдерҙе. Уларҙың фекеренсә, ватан телевидениеһының һәм киноһының социаль яуаплылығы иң элек балалар файҙаһына йүнәлтелергә тейеш. Ниңә Рәсәйҙә, башҡа цивилизациялы илдәрҙәге кеүек, балалар цензураһын ғәмәлгә индерергә тартынабыҙ? Ә бит цензура һәр саҡ һәм һәр ерҙә булды. Ләкин беҙ еңеүгә ышанабыҙ, өҫтәүенә үткән быуаттың 50–80-се йылдарында СССР телевидениеһы Тыуған илгә һөйөүҙе пропагандалау йәһәтенән бай тәжрибә туплағайны.
Совет власы йылдарында һәр икенсе кешенең кино йәки телетапшырыуҙар йоғонтоһонда һөнәр һайлауын һағынып иҫкә алам. Малайҙар “Аяҙ күк”, “Яуға тик “ҡарттар” ғына бара” фильмдарын ҡарап, осоу училищеларына юллана, “Бәхетле “Щука”ның командиры”на оҡшарға тырышып, һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итә, “Утты буйһондороу” персонажы кеүек инженер һәм конструктор һөнәрен һайлай ине. Үҙебеҙҙең кинолар намыҫлы, итәғәтле булырға өйрәтте. Йәнһүрәттәр кескәйҙәргә изгелек һәм ғәҙеллек хаҡында һөйләне, хатта ҡан дошман Бүре менән Ҡуян һәр саҡ дуҫлыҡҡа, татыулыҡҡа ынтылды.
Бөгөн Рәсәйгә ҡаршы асылған мәғлүмәт һуғышында айырыуса АҠШ әхлаҡһыҙ йәнһүрәттәрҙе киң файҙалана. Бындай шарттарҙа илебеҙҙә балалар цензураһы, балалар киноһы һәм театрҙары, телетапшырыуҙары дәүләттең иғтибар үҙәгендә булырға тейеш. “Донъяға һәләкәт, аслыҡ, аҡыл зәғифлеге килтерерҙәй өс проблема – һуғыш, экология һәм балалар – бар. Улар стихиялы хәл ителә алмай, сөнки был осраҡта стихия үҙе үк һәләкәткә илтә. Был мәсьәләләрҙе кешелектең ғәйәт ҙур тырышлығы менән генә яйға һалырға була”, – тип яҙған ҡасандыр Ролан Быков. Был һүҙҙәр менән килешмәү мөмкин түгел.
Донъяға йәштәр
идара итәсәк– Йәштәрҙә ватансылыҡ тәрбиәләү буйынса хакимиәт ниндәй сара күрә?
– Йәштәр – беҙҙең киләсәгебеҙ. Донъяға улар идара итәсәк. Шуға күрә илһөйәрлек тәрбиәләү, күп милләтле мәҙәниәттең именлеген тәьмин итеү, рухи ҡиммәттәрҙе, халҡыбыҙҙы, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен, тарихыбыҙҙы һаҡлау мәсьәләләре эшебеҙҙәге башҡа йүнәлештәр араһында өҫтөн ҡуйыла. Район һәм Башҡортостан тарихын, Рәсәйҙең әһәмиәтен өйрәнеүгә лә айырым иғтибар бирәбеҙ.
Йәштәрҙең проблемалары хаҡында һүҙ сыҡһа, йыш ҡына улар өсөн, айырыуса мәктәптәрҙә һәм вуздарҙа, бөтә шарттар булдырылыуы хаҡында һөйләйҙәр. Компьютерҙар, Интернет, юғары технология өлгөләре, заманса биналар, сағыу дәреслектәр, бай уҡыу пландары – нимә генә юҡ. Шул уҡ ваҡытта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәр араһындағы хәүефле күренештәргә иғтибар итмәҫкә тырышабыҙ, данлы үткәнебеҙҙең матур өлгөләрен, индустриялаштырыу, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ҡаһарманлыҡты хәтерҙән юйғанбыҙ.
Осрашыуҙарҙан күренеүенсә, йәштәр, айырыуса уҡыусылар Совет иленең ысынбарлығын бөтөнләй белмәй, был дәүер хаҡында кире яҡтан ғына хәбәрҙар. Быны ла матбуғат, радио, телевидениеның “хеҙмәте” тип баһаларға кәрәк. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында киң мәғлүмәт саралары үҙҙәренең емергес эшен башҡарып өлгөрҙө. Ул осорҙа Рәсәй телевидениеһының ҡайһы бер “аҡыллы баштары” үҙҙәренә төбәп әйтелгән тәнҡитҡә яуап итеп оҡшамаған телеканалдан икенсеһенә күсергә тәҡдим иткәйне. Әле лә бер каналдан икенсеһенә күсергә ваҡыт еткәндер, күрәһең.
– Күптәр һеҙҙе һүҙен тота белгән кеше тип баһалай.
– Бөгөн һүҙ менән генә кешеләрҙе туйындырып булмай. Минең өсөн һүҙ – теге йәки был уңыштың нигеҙе ул.
Эш башлаған йылдарҙы, яҡшы кешеләрҙе тик йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алам. Беҙҙең быуынға йәштәр хәрәкәте – Ленин комсомолы ҙур йоғонто яһаны. Йәш быуынды ололарҙың традициялары нигеҙендә тәрбиәләү менән тап ул шөғөлләнә ине. Беҙгә ошо матур йоланы тергеҙергә кәрәк.
– Фәрит Мырҙагилде улы, һеҙ Совет власы йылдарында тәрбиәләнгән, юғары гуманистик идеалдарға тоғролоҡто һаҡлап ҡалған, итәғәтле һәм ихлас кеше. Белемегеҙҙе, тәжрибәгеҙҙе халыҡҡа хеҙмәт итеүгә йүнәлтәһегеҙ, дуҫлыҡты, ғәҙеллекте, изгелекте пропагандалайһығыҙ. Шул уҡ ваҡытта үҙегеҙ кешеләрҙең һөйөүен һәм ихтирамын тояһығыҙмы?
– Етәксе, һис шикһеҙ, итәғәтле, ихтирамлы булырға тейеш. Яҡшы, ихлас кешеләр менән аралашырға яратам. Уларҙан изгелеккә өйрәнергә мөмкин. Хәҙерге заманда хөрмәт ҡаҙаныу еңел түгел, ышанысты яулау тағы ла ауырыраҡ. Ниндәйҙер дәрәжәлә был яҙмыш ҡушыуы буйынса насип булһа, күпселек осраҡта ҙур тырышлыҡ менән өлгәшелә: тәүгеһе нигеҙ һала, икенсеһе уны дауам итә. Ҡайһы берәүҙәр ихтирам ҡаҙанһаң, халыҡтың ышанысы, һөйөүе үҙенән-үҙе ярала тигән фекерҙә. Минеңсә иһә, илтифат күрһәтһендәр тиһәң, изге эштәр ҡылырға, йылы һүҙҙәрҙе йәлләмәҫкә кәрәк. Хөрмәт итеүҙәрен теләһәң, үҙең дә ихтирамлы бул.
Иң мөһиме – етәксе һәр хеҙмәткәрҙең күңеленә асҡыс табырға тейеш. Кешеләргә идара итеү сәнғәте ошоға ҡорола. Бының өсөн ҡыйыулыҡ түгел, ә кешегә яҡынайыу юлын табырға кәрәк.
“Әшнәлекте, әҙәпһеҙлекте үҙһенмәнем”– Коллегаларығыҙ, дуҫтарығыҙ әйтеүенсә, бер ҡасан да яҙмышығыҙға зарланмайһығыҙ. Быны нисек аңлатырһығыҙ? Һеҙгә зарланғандар булдымы?
– Бөгөн зарһыҙ-низағһыҙ йәшәйһең икән, тимәк, йоҡоң ҡаты тигән һүҙ. Кешеләр араһында, улар менән бергә йәшәйбеҙ. Яҙмышыма зарланырға урын юҡ. Минеңсә, һуҡраныу зыянға ғына. Ҡайһы берәүҙәр үткәндәргә зарланып, ярҙамға йәки ихтирамға өмөт итә, асылда иһә бер ниндәй хуплау, теләктәшлек тапмай. Киреһенсә, берәүҙең хеҙмәтен маҡтап, икенсеһен дәртләндереү отошлораҡ. Рәнйештәрем, хаталарым хаҡында берәүгә лә һөйләмәҫкә тырышам, шул уҡ ваҡытта дуҫ-иштәремде һаҡлап ҡалыу, үҙһенмәгән кешеләрҙе арауыҡта тотоу өсөн маҡтанырлыҡ нәмәләр тураһында әйтмәйенсә лә ҡалмайым.
Хәҙер дошмандар, көндәштәр етерлек, ә бына ысын дуҫты табыуы ҡыйын. Зыян итергә барыһы ла шәп, изгелек ҡылырға ынтылыусылар һирәк. Элекке дуҫ-иштәр хыянат итһә, күңелгә айырыуса ауыр. Тәбиғәттә бал ҡорто бал йыйыу өсөн – шәрбәткә, йылан ыу алыу өсөн әсегә ынтыла. Кеше лә шулай: яҡшылар – изгелеккә, ямандар боҙоҡлоҡҡа үрелә. Әшнәлекте, әҙәпһеҙлекте һәр саҡ үҙһенмәнем.
– Ярҙамсыларығыҙ бармы?
– Хакимиәт һәм урындағы органдар өсөн кадрҙар һайлауҙа айырыуса иғтибарлы булырға тырышам. Ҡайһы берәүҙәр әшәке алымдарҙы файҙаланыуы, мутлашыуы менән маҡтана. Бындай кешеләрҙе хупламайым. Намыҫ, ғәҙеллек төшөнсәһе минең өсөн барыһынан да өҫтөн.
– Мәктәп һәм вуз алдында торған киҫкен мәсьәләләрҙе ентекле өйрәнмәһәк һәм хәл итмәһәк, хәҙерге заманда йәшәү, конкуренция ҡеүәһенә эйә булған шәхес тәрбиәләү мөмкин түгел. СССР тарҡалғандан һуң Көнбайыштағыса йәшәү рәүешен хуплаған бөтөнләй икенсе донъяға күстек. Ошо турала нимә уйлайһығыҙ?
– Иң мөһиме – белем сифаты ҡырҡа түбәнәйҙе. Уҡыусы Берҙәм дәүләт имтиханында юғары баһа алған, ә асылда иһә белеме бик һай. Тәрбиә кимәле лә түбәнәйҙе. Элегерәк уҡыусылар ниндәйҙер мөһим мәсьәлә буйынса ла мәктәп директорын тәнҡитләргә баҙнат итмәй ине, хәҙер асыҡтан-асыҡ тупаҫ һүҙҙәр әйтеүҙән дә тартынмай. Балаға мәктәптә ҡыҙыҡ түгел. Тағы ла шуныһы аптыратты: ғалимдарҙың дәреслекте яҙыу критерийҙары – бер, ә уҡытыусы менән уҡыусының үҙләштереү критерийы – бөтөнләй икенсе. Дәреслеккә баһа биреү минең, аграрсының, эше түгел. Уларҙы ябай уҡытыусы баһалай. Әле балаға исемләнгән бер генә дәреслек тә юҡ.
Ниңә беҙҙәге күп кенә юғары уҡыу йорттарында түләп уҡыйҙар, ә Францияла урта һәм юғары белем бушлай бирелә? Матди-финанс мөмкинлеге әллә ни ҙур булмаған Венгрияла БДИ-нан һәм Болон системаһына күсеүҙән ниңә баш тартҡандар? Сифатлы дөйөм һәм махсус белем биреү ярҙамында кешенең аҡыл ҡеүәһен һәм башҡа ижади һәләттәрен үҫтереүгә инвестиция һалыу был илдәрҙә, һуғыштан һуңғы Япониялағы кеүек, уңыштың нигеҙен тәшкил итәлер, бәлки? Тап ошо хәл тәү сиратта хәҙерге Япония менән Францияға юғары йәшәү кимәленә өлгәшергә булышлыҡ итмәнеме икән?
– Яуаптарҙан күренеүенсә, һеҙ район халҡының хәле, өмөт-хыялдары хаҡында яҡшы хәбәрҙар. Күгәрсен халҡының яртыһын тиерлек шәхсән белеүегеҙ, райондан ситтә йәшәгәндәр менән яҡшы мөнәсәбәттә булыуығыҙ хаҡында күптәр әйтә.
– Шәһит Хоҙайбирҙиндың, халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуған яғы Күгәрсен ерендә тыуып үҫеүем, атай-әсәйемдең яҡшы тәрбиә биреүе менән сикһеҙ ғорурланам. Туғандарымдың, яҡындарымдың һәм дуҫтарымдың ярҙамын һәр саҡ тойҙом. Тәбиғәтебеҙ илһам, көс-дәрт һәм ышаныс бирҙе. Хеҙмәт йылдарында төрлө хәлдәр менән осрашырға тура килде, әммә ҡайҙа ғына эшләһәм дә, кеше булып ҡалырға тырыштым.
Бөгөн район хакимиәте алдында етди һәм ҡатмарлы бурыстар тора. Эш еңелдән түгел, ләкин ихтыяр көсө һәм теләк бар икән, ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға мөмкин. Нисек кенә булмаһын, бер урында туҡтап ҡалмайбыҙ, үҫәбеҙ, алға барабыҙ. Ун өс ауылдың барыһында ла социаль объекттар төҙөлә, биләмәләр төҙөкләндерелә, тормош сифаты яҡшыра, юлдарға асфальт түшәлә, йорттарға газ индерелә.
– Тыуған ерегеҙҙе онотмаған өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт.