“Мәҙәниәт – ул йәшәү мөхите”23.09.2014
“Мәҙәниәт –  ул йәшәү мөхите”
Был аҡыллы һүҙҙәрҙе Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Фәрит Мырҙагилде улы Мусин әйткән. Күптән түгел яҡташтарым эргәһенә ҡайтып, мәҙәниәт проблемаларын тикшереүгә һәм социаль-иҡтисади үҫеш юҫығында уның хәлен күҙәтеүгә арналған сарала ҡатнашырға тура килде. Хакимиәт башлығы Фәрит Мусин унда мәсьәләне тәрән аңлап, йөкмәткеле сығыш яһаны, рухи тәрбиәгә, ошо өлкәлә файҙаланылмай ҡалған һөҙөмтәле алымдарға иғтибар биреү зарурлығын билдәләне. Хакимиәт башлығы хужалыҡтарҙағы иҡтисадты үҫтереүгә генә түгел, шулай уҡ халыҡтың, тәү сиратта йәштәрҙең рухи, мәҙәни үҫешенә айырым туҡталды.



Осрашыуҙан күңел яңыра

Фәрит Мырҙагилде улын 1974 йылдан, йәғни уның “Октябрь” совхозында комсомол комитеты етәксеһе булып эшләгән сағынан, беләм. Йәштән үк тура һүҙле, итәғәтле, көслө, намыҫлы шәхес, тырыш һәм оҫта ойоштороусы булды ул. Спортта, художестволы үҙешмәкәрлектә йәштәрҙең ҡатнашыуы, тыуым һәм демографик көрсөк мәсьәләләре, пенсионер­ҙарҙың хәле менән даими ҡыҙыҡһынды. Кешеләргә, ауыл эшсәндәренә мөнәсә­бәте һәм иғтибары менән Фәрит Мусин миңә Учалы районындағы “Байрамғол” совхозының элекке директоры, һуңыраҡ КПСС-тың Мәләүез райкомы беренсе секретары булып эшләгән Ә. Шәрәфет­диновты хәтерләтә.
Шул осорҙан алып йәш етәксе өсөн халыҡ менән осрашыу, аралашыу рухи үҫеш сығанағына әүерелде. Район буйлап сәфәрҙәрендә тәү сиратта мәктәп, китапхана, клубтарға инеп сығырға ваҡыт табыуы ла осраҡлы түгел. Яңы әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынып таныша. Бер мәл шулай ауыл китапханаһына ингәс: “Бын­да ысын кеше еҫе килә. Ошондай ос­ра­шыуҙар минең өсөн яңырыу бай­ра­мына әүерелә, тап бында аҡыл эйәләренең үлемһеҙ ижады менән осрашам”, – тигәйне.
Фәрит Мырҙагилде улын изге күңелле, итәғәтле кеше булғанға яҡын күрәм. Тәүге осрашыуыбыҙҙан алып 40 йыл самаһы ваҡыт үтеп киткән. Ә ул әле лә күптәргә кәңәш, йүнәлеш биреүсе, күңеле менән йәп-йәш, көслө етәксе булып ҡала. Бөгөн кешелек сифатын юғалтмайым тиһәң, йыш ҡына айыҡ аҡылға ла ҡаршы торорға тура килә. Ул быны яҡшы аңлай, халыҡ файҙаһына тырышып эшләй. Кешелеклелеге вазифа бурыстарынан һәр саҡ өҫтөнлөк итә. Яңы эшкә тотонған һайын рухы тағы ла нығый, күңел күтәренкелеге, үҙ-үҙенә ышаныс арта бара.
Уның дөйөм хеҙмәт эшмәкәрлегенә ба­һа бирергә йыйынмайым. Минең өсөн бигерәк тә Мусиндың мәҙәниәт, мә­ғариф, спорт һәм йәш быуынға тәр­биә биреү мәсьәләләренә ихлас мө­нә­сәбәте мөһим. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡай­һы бер етәкселәр был пробле­ма­ларҙы икенсел тип ҡарай. Беренсенән, Фәрит Мусин шәхесенең әхлаҡи әһә­миәтен объектив баһалау теге йәки был тарихи ваҡиғаға бирелгән баһаға ҡара­ғанда ла ҡатмарлыраҡ, нескәрәк. Икен­сенән, ул – дәүләт хеҙмәтендәге рәсми номенклатур хеҙмәткәр. Шуға күрә хеҙ­мәт­тәштәре, яҡын дуҫтары һәм туған­дарының уның тураһында әйткән һүҙ­ҙә­рен айырыуса һаҡ ҡабул итергә тырышам. Улар биргән баһа, әлбиттә, бик мөһим, сөнки был фекерҙәрҙә тап ошо шәхес менән яҡындан таныш бул­маған кешенең күҙенә салынмаған үҙен­сәлектәр, һыҙаттар асыла. Өҫ­тә­үенә яҡындарың ғына теге йәки был хәл-ваҡиғаларҙың, шул дәүерҙең бар нескәлеген тойорға һәләтле.

Ул һайлаған юлдар
еңел түгел


Мусиндың бергә эшләгән хеҙмәт­тәштәренә, дуҫтарына мөнәсәбәте лә уға баһа биреү өсөн ярайһы уҡ ҙур әһәмиәткә эйә. Хеҙмәт эшмәкәрлеген ул Күгәрсен районының Арҙат урта мәк­тә­бендә физкультура уҡытыусыһы булып башлай. Төрлө йыл­дарҙа комсомол комитеты секретары, “Октябрь” совхозы директоры урынбаҫары, унан “Арҙат” бүлексәһе идарасыһы, совхоз директоры, “Октябрь” яуаплылығы сикләнгән йәм­ғиәтенең генераль директоры бу­лып эшләй. 2008 йылдан әлегә тиклем – Күгәрсен районы хакимиәте башлығы.
Асылда иһә ул юғары әхлаҡи си­фат­тарға, нескә сәйәси тойомлау һәләтенә, оҫта идарасы талантына эйә булған сағыу шәхестәр, эшлекле етәкселәр плеядаһына инә. Ваҡытында Башҡорт­ос­тан ауыл хужалығы институтында юғары иҡтисади белем ала. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, үҙен тырыш һәм аҡыллы ойоштороусы итеп күрһәтә. Район иҡти­са­дын үҫтереүгә тос өлөш ин­дергәне өсөн Фәрит Мырҙагилде улына “Башҡорт­остандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем би­ре­лә, шулай уҡ “Башҡортостан Республи­каһын­дағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” отличие билдәһе менән бүләкләнә.
Ул һайлаған юлдарҙы еңел тип әй­теп булмай. Фәрит Мусиндың бар тор­мо­шо ҡаршылыҡтарҙы еңеүгә, ҡу­­йыл­ған маҡсатҡа өлгәшеү өсөн көрә­шеүгә ҡо­ролған. Киләсәккә ышанысы, ихтыяр көсө, профессионализмы һәм юғары абруйы менән кешене ылыҡ­тыра, яңы­нан-яңы идеялар менән һуғарып, ра­йон­дың социаль-иҡтисади үҫешендә, айырыуса мәҙәниәт өлкә­һендә, уңышҡа өлгәшеүгә этәрә ул. Мәҡәләмдә уны тап ошондай мәсьә­ләләргә ҡарата битараф ҡала алмаған шәхес булараҡ тасуир­ларға тырыштым. Һорауҙарыма биргән яуаптары ла ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, минеңсә.
– Фәрит Мырҙагилде улы, бер­ләш­тереүсе милли идеянан мәхрүм ҡалған илебеҙ тураһын­да ни әй­тер­һегеҙ? “Мәҙәниәт” – бюджеттағы бер юл” тигән төшөнсәне нисек аңларға?
–Яңыртыу юҫығында ғына түгел, ә мәҙәни һәм уға яҡын булған әхлаҡи, этика йәһәтенән дә ҡаралырға тейеш. Урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡмы, мәғариф йәки медицинамы, һалым йәки полиция реформаһымы, суд эшмәкәрлегеме ул – мөһим түгел...
Ҡайһы бер түрәләр өсөн “мәҙәниәт” төшөнсәһе –бюджеттың бер юлы ғына. Тимәк, башҡа өлкәләрҙән ҡалған аҡса ғына мәҙәниәтте үҫтереүгә йүнәлтелә тигән һүҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был әфәнделәр хаталана. Мәҙәниәт – ул йәшәү мөхите. Тап уның нигеҙендә цивилизация, шул иҫәптән иҡтисад та барлыҡҡа килгән, сөнки тап мәҙәниәт кенә үҫешкә этәргес бирә. “Властың һәр яңы аҙымы халыҡты ниндәй дәрәжәлә берләштерә йәки социаль, этник, дини, рухи өлкәләрҙә тарҡалышты көсәйтә?” тигән мөһим һорау тыуа.
Шул уҡ ваҡытта беҙ төҙөгән капи­та­лизмдың ҡырағайлығын да оноторға ярамай. Ул социаль ҡапма-ҡаршылыҡ­тар тыуҙырҙы һәм социаль ғәҙел­һеҙ­лекте ил халҡының күпселеге өсөн йәшәү нор­маһына әүерелдерҙе. “Баҙар барыһын да көйләр” тигән идеяға нигеҙ­ләнеп үткәрелгән иҡтисади үҙ­гәртеп ҡороуҙарҙың илде тарҡатыуын аңларға һәм танырға тейешбеҙ. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың һуңғы йыл­дарҙа йәмғиәтте туплау йәһәтенән етди аҙымдар яһауы ла осраҡлы түгел бит.

Мәктәп бөтһә,
рух сығанағы юғала


– Хәҙер донъяла мәҙәниәт менән сәнғәт ниндәй урынды тота?
– Әле беҙҙең районда 105-тән ашыу учреждение: клубтар, китапханалар, мәктәптәр мәҙәниәт өлкәһендәге хеҙ­мәт­тәрҙең төп сығанағын тәшкил итә. Былтыр 171 меңдән ашыу кеше ҡат­нашлығын­да 2 859 сара уҙғарылһа, быйыл был күрһәткес тағы ла юғары­раҡ. Мәҙәниәт учреждение­ларының ба­рыһы ла төҙөкләндерелде.
Сәләмәт тормошто, күмәк спортты, физик культураны пропагандалау мәҙә­ниәтте үҫтереүҙең төп алымдарының береһе булып тора. Районда өс физкуль­тура-һауыҡтырыу комплексы, 27 спорт залы, ике бассейн һәм саңғы базаһы, бер стадион бар. Былтыр 214 күмәк спорт сараһы, шул иҫәптән республика кимәлендәге 32 сара ойошторолдо. Улар­ҙа 18 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.
Йыл һайын Бөтә Рәсәй “Байыҡ” фестивале беҙҙә үткәрелә. Волейбол, баскетбол, йөҙөү, шашка, хоккей буйынса республика фестивалдәре юғары ки­мәлдә уҙғарыла. Физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүселәр һаны арта.
Беҙҙең өсөн ауыл мәктәбе – мәҙә­ниәт усағы. Ул бөтһә, үҫеш, рух сыға­нағы юғалып, энтропия өҫ­төнлөк итә башлаясаҡ. Ахыр сиктә, илебеҙ ҙә юҡҡа сығасаҡ.
Бөгөн мәҙәниәт һәр йортҡа ҡара йәшник рәүе­шендә килеп инде. Ауыл эшсәндәре, уҡытыусылар һәм тәрбиә­се­ләр исеменән Тыуған илгә һөйөү той­ғоһо һәм ватансылыҡ менән һуға­рыл­маған тапшырыуҙарҙы туҡтатыуҙы талап итәм.
Бөгөнгө либераль идеологтарҙан: “Йәш быуынды ни рәүешле, ниндәй өлгөләргә таянып тәрбиәләргә тыры­шаһығыҙ, ниндәй идеялар кәрәк? Үрнәк алырлыҡ геройҙар кем?” – тип һорағым килә. Изге урын буш булмаҫ, тигәндәй, идеология юҫығына ла “замана күре­нештәре” үтеп инә. Тоғро хеҙмәт итеү идеяһы контролһеҙ байығыу төшөнсәһе менән алмашынды. Павел Корчагинды – Остап Бендер, Алексей Стаханов менән Сергей Королевты – Михаил Прохоров һәм Роман Абрамович, Борис Андреев менән Иннокентий Смоктунов­ский­ҙы Дима Билан һәм Максим Галкин алмаштырҙы. Яңырыу өсөн ниндәй идеология кәрәк һуң?
“Рядовой Райанды ҡотҡарырға” тип аталған Голливуд кино-әкиәтен хәтер­ләйһегеҙҙер. Илебеҙҙәге ҡайһы бер либераль гуманистар һәм мәҙәниәт эш­мәкәрҙәре кинолағы Пентагондың бер һалдатты бәләнән ҡотҡарыуға бөтә АҠШ-тың көс-ҡеүәтен, мөмкинлектәрен йүнәлтеүҙе күреп әҫәрләнгәйне. Бөгөн иһә йәшәү рәүеше, фекерләүе буйынса бер-береһенә яҡын булған миллиондарса урыҫ кеше­һенең эске күңел оҡшашлығын яҡларға тырышыуҙы улар вәхшилек тип баһалай, әлбиттә.
Күптән түгел генә үткән уҡы­тыу­сы­лар кәңәшмә­һен­дә педагогтар, тәр­биә­селәр, ата-әсәләр, депутаттар, пси­хологтар, со­циологтар һәм ауыл ин­тел­лигенцияһының башҡа вәкилдәре үҙҙәренең сығы­шын­да ошо мәсьәләгә ҡарата борсолоу бел­дерҙе. Уларҙың фекеренсә, ватан те­ле­видение­һының һәм киноһының социаль яуаплылығы иң элек балалар файҙаһына йү­нәл­те­лергә тейеш. Ниңә Рәсәйҙә, башҡа цивилизациялы илдәр­ҙәге кеүек, балалар цензураһын ғә­мәлгә индерергә тар­тынабыҙ? Ә бит цензура һәр саҡ һәм һәр ерҙә булды. Ләкин беҙ еңеүгә ышанабыҙ, өҫтәүенә үткән быуаттың 50–80-се йылдарында СССР телевиде­ние­һы Тыуған илгә һөйөүҙе пропагандалау йәһә­тенән бай тәжрибә туплағайны.
Совет власы йылдарында һәр икен­се кешенең кино йәки теле­тап­шы­рыу­ҙар йоғонтоһонда һөнәр һай­лауын һа­ғынып иҫкә алам. Малайҙар “Аяҙ күк”, “Яуға тик “ҡарттар” ғына бара” фильм­дарын ҡарап, осоу училищеларына юллана, “Бәхетле “Щука”ның коман­ди­ры”­на оҡшарға тырышып, һыу аҫты кәмә­һендә хеҙмәт итә, “Утты буйһондороу” персонажы кеүек инженер һәм конструктор һөнәрен һайлай ине. Үҙебеҙҙең кинолар намыҫлы, итәғәтле булырға өйрәтте. Йәнһүрәттәр кескәйҙәргә изгелек һәм ғәҙеллек хаҡында һөйләне, хатта ҡан дошман Бүре менән Ҡуян һәр саҡ дуҫлыҡҡа, татыулыҡҡа ынтылды.
Бөгөн Рәсәйгә ҡаршы асылған мәғлүмәт һуғы­шында айырыуса АҠШ әхлаҡһыҙ йәнһүрәттәрҙе киң файҙа­лана. Бындай шарттарҙа илебеҙҙә балалар цензураһы, балалар киноһы һәм театрҙары, теле­тапшырыуҙары дәүләттең иғтибар үҙәгендә булырға тейеш. “Донъяға һәләкәт, аслыҡ, аҡыл зәғифлеге килтерерҙәй өс проблема – һуғыш, экология һәм балалар – бар. Улар стихиялы хәл ителә алмай, сөнки был осраҡта стихия үҙе үк һәләкәткә илтә. Был мәсьәләләрҙе кешелектең ғәйәт ҙур тырышлығы менән генә яйға һалырға була”, – тип яҙған ҡасандыр Ролан Быков. Был һүҙҙәр менән килешмәү мөмкин түгел.

Донъяға йәштәр
идара итәсәк


“Мәҙәниәт –  ул йәшәү мөхите”– Йәштәрҙә ватансылыҡ тәрбиә­ләү буйынса хакимиәт ниндәй сара күрә?
– Йәштәр – беҙҙең киләсәгебеҙ. Донъяға улар идара итәсәк. Шуға күрә илһөйәрлек тәрбиәләү, күп милләтле мәҙәниәттең именлеген тәьмин итеү, рухи ҡиммәттәрҙе, халҡыбыҙҙы, баш­ҡорт телен һәм әҙә­биәтен, тари­хы­быҙҙы һаҡлау мәсьәләләре эше­беҙҙә­ге башҡа йүнәлештәр араһында өҫтөн ҡуйыла. Район һәм Башҡортостан тарихын, Рәсәйҙең әһәмиәтен өйрәнеүгә лә айырым иғтибар бирәбеҙ.
Йәштәрҙең проблемалары хаҡында һүҙ сыҡһа, йыш ҡына улар өсөн, айырыуса мәктәптәрҙә һәм вуздарҙа, бөтә шарттар булдырылыуы хаҡында һөй­ләйҙәр. Компьютерҙар, Интернет, юға­ры технология өлгөләре, заманса би­налар, сағыу дәрес­лек­тәр, бай уҡыу пландары – нимә генә юҡ. Шул уҡ ваҡытта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәр араһындағы хәүефле күренештәргә иғтибар итмәҫкә тырыша­быҙ, данлы үткәнебеҙҙең матур өлгөләрен, индус­триялаштырыу, Бөйөк Ватан һуғышы йылда­рын­да­ғы ҡаһарманлыҡты хәтер­ҙән юйғанбыҙ.
Осрашыуҙарҙан күренеүенсә, йәш­тәр, айырыуса уҡыусылар Совет иле­нең ысынбарлығын бөтөнләй белмәй, был дәүер хаҡында кире яҡтан ғына хә­бәрҙар. Быны ла матбуғат, радио, теле­видениеның “хеҙмәте” тип баһа­ларға кәрәк. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында киң мәғлүмәт саралары үҙҙә­ре­нең емергес эшен башҡарып өлгөрҙө. Ул осорҙа Рәсәй теле­ви­дениеһының ҡайһы бер “аҡыллы баштары” үҙҙәренә төбәп әйтелгән тән­ҡитҡә яуап итеп оҡ­шамаған телеканалдан икенсеһенә күсергә тәҡдим иткәйне. Әле лә бер каналдан икенсеһенә күсергә ваҡыт еткәндер, күрәһең.
– Күптәр һеҙҙе һүҙен тота белгән кеше тип баһалай.
– Бөгөн һүҙ менән генә кешеләрҙе туйындырып булмай. Минең өсөн һүҙ – теге йәки был уңыштың нигеҙе ул.
Эш башлаған йылдарҙы, яҡшы ке­ше­ләрҙе тик йылы һүҙҙәр менән генә иҫ­кә алам. Беҙҙең быуынға йәштәр хә­рә­кәте – Ленин комсомолы ҙур йоғонто яһаны. Йәш быуынды ололарҙың традициялары нигеҙендә тәрбиәләү менән тап ул шөғөлләнә ине. Беҙгә ошо матур йоланы тергеҙергә кәрәк.
– Фәрит Мырҙагилде улы, һеҙ Совет власы йылдарында тәрбиә­лән­гән, юғары гуманистик иде­ал­дар­ға тоғролоҡто һаҡлап ҡалған, итә­ғәтле һәм ихлас кеше. Беле­ме­геҙҙе, тәж­рибәгеҙҙе халыҡҡа хеҙмәт итеүгә йү­нәлтәһегеҙ, дуҫлыҡты, ғә­ҙеллекте, изгелекте про­паганда­лай­һығыҙ. Шул уҡ ваҡытта үҙегеҙ ке­шеләрҙең һөйө­үен һәм ихтирамын тояһығыҙмы?
– Етәксе, һис шикһеҙ, итәғәтле, ихтирамлы булырға тейеш. Яҡшы, ихлас кешеләр менән арала­шырға яратам. Уларҙан изгелеккә өйрәнергә мөм­кин. Хәҙерге заманда хөрмәт ҡаҙаныу еңел түгел, ышанысты яулау тағы ла ауы­рыраҡ. Ниндәйҙер дәрәжәлә был яҙ­мыш ҡушыуы буйынса насип булһа, күпселек осраҡта ҙур тырышлыҡ менән өлгәшелә: тәүгеһе нигеҙ һала, икен­се­һе уны дауам итә. Ҡайһы берәүҙәр ихтирам ҡаҙанһаң, халыҡтың ышаны­сы, һөйөүе үҙенән-үҙе ярала тигән фе­кер­ҙә. Минеңсә иһә, илтифат күрһәт­һен­дәр тиһәң, изге эштәр ҡылырға, йылы һүҙ­ҙәрҙе йәлләмәҫкә кәрәк. Хөрмәт итеү­ҙәрен теләһәң, үҙең дә ихтирамлы бул.
Иң мөһиме – етәксе һәр хеҙ­мәт­кәрҙең күңеленә асҡыс табырға тейеш. Кешеләргә идара итеү сәнғәте ошоға ҡорола. Бының өсөн ҡыйыулыҡ түгел, ә кешегә яҡынайыу юлын табырға кәрәк.

“Әшнәлекте, әҙәпһеҙлекте үҙһенмәнем”


– Коллегаларығыҙ, дуҫтарығыҙ әйтеүенсә, бер ҡасан да яҙ­мы­шы­ғыҙға зарланмайһығыҙ. Быны нисек аңлатырһығыҙ? Һеҙгә зарланған­дар булдымы?
– Бөгөн зарһыҙ-низағһыҙ йәшәйһең икән, тимәк, йоҡоң ҡаты тигән һүҙ. Ке­ше­ләр араһында, улар менән бергә йәшәйбеҙ. Яҙмышыма зарланырға урын юҡ. Минеңсә, һуҡраныу зыянға ғына. Ҡайһы берәүҙәр үткәндәргә зарланып, ярҙамға йәки ихти­рамға өмөт итә, асылда иһә бер ниндәй хуплау, теләк­тәшлек тапмай. Киреһенсә, берәү­ҙең хеҙмәтен маҡтап, икенсеһен дәрт­лән­дереү отошлораҡ. Рән­йештәрем, хаталарым хаҡында берәүгә лә һөйлә­мәҫкә тырышам, шул уҡ ваҡытта дуҫ-иштә­рем­де һаҡлап ҡалыу, үҙһенмәгән кеше­ләрҙе арауыҡта тотоу өсөн маҡ­та­нырлыҡ нәмәләр тураһында әйтмәйенсә лә ҡалмайым.
Хәҙер дошмандар, көндәштәр етерлек, ә бына ысын дуҫты табыуы ҡыйын. Зыян итергә барыһы ла шәп, изгелек ҡылырға ынтылыусылар һирәк. Элекке дуҫ-иштәр хыянат итһә, күңелгә айырыуса ауыр. Тәбиғәттә бал ҡорто бал йыйыу өсөн – шәрбәткә, йылан ыу алыу өсөн әсегә ынтыла. Кеше лә шулай: яҡшылар – изгелеккә, ямандар бо­ҙоҡ­лоҡҡа үрелә. Әшнәлекте, әҙәпһеҙлекте һәр саҡ үҙһенмәнем.
– Ярҙамсыларығыҙ бармы?
– Хакимиәт һәм урындағы органдар өсөн кадрҙар һайлауҙа айырыуса иғти­барлы булырға тырышам. Ҡайһы бе­рәү­ҙәр әшәке алымдарҙы файҙа­ланыуы, мутлашыуы менән маҡтана. Бындай кешеләрҙе хупламайым. Намыҫ, ғәҙел­лек төшөнсәһе минең өсөн барыһынан да өҫтөн.
– Мәктәп һәм вуз алдында торған киҫкен мәсьәләләрҙе ентекле өйрән­мәһәк һәм хәл итмәһәк, хәҙерге заманда йәшәү, конкуренция ҡеүәһенә эйә булған шәхес тәрбиәләү мөмкин түгел. СССР тарҡалғандан һуң Көн­байыштағыса йәшәү рәүешен хуп­ла­ған бөтөнләй икенсе донъяға күс­тек. Ошо турала нимә уйлайһығыҙ?
– Иң мөһиме – белем сифаты ҡырҡа түбәнәйҙе. Уҡыусы Берҙәм дәүләт имтиханында юғары баһа алған, ә асылда иһә белеме бик һай. Тәрбиә кимәле лә түбәнәйҙе. Элегерәк уҡыусылар нин­дәй­ҙер мөһим мәсьәлә буйынса ла мәктәп директорын тәнҡитләргә баҙнат итмәй ине, хәҙер асыҡтан-асыҡ тупаҫ һүҙҙәр әйтеүҙән дә тартынмай. Балаға мәктәптә ҡыҙыҡ түгел. Тағы ла шуныһы аптыратты: ғалимдарҙың дәреслекте яҙыу критерийҙары – бер, ә уҡытыусы менән уҡыусының үҙләштереү критерийы – бөтөнләй икенсе. Дәреслеккә баһа биреү минең, аграрсының, эше түгел. Уларҙы ябай уҡытыусы баһалай. Әле балаға исемләнгән бер генә дәреслек тә юҡ.
Ниңә беҙҙәге күп кенә юғары уҡыу йорттарында түләп уҡыйҙар, ә Францияла урта һәм юғары белем бушлай бирелә? Матди-финанс мөмкинлеге әллә ни ҙур булмаған Венгрияла БДИ-нан һәм Болон системаһына күсеүҙән ниңә баш тартҡандар? Сифатлы дөйөм һәм махсус белем биреү ярҙамында кешенең аҡыл ҡеүәһен һәм башҡа ижади һәләттә­рен үҫтереүгә инвестиция һалыу был илдәрҙә, һу­ғыштан һуңғы Япониялағы кеүек, уңыштың нигеҙен тәшкил итәлер, бәлки? Тап ошо хәл тәү сиратта хәҙерге Япония менән Францияға юғары йәшәү кимәленә өлгәшергә булышлыҡ итмәнеме икән?
– Яуаптарҙан күренеүенсә, һеҙ район халҡының хәле, өмөт-хыял­дары хаҡында яҡшы хәбәрҙар. Кү­гәрсен халҡының яртыһын тиерлек шәхсән белеүегеҙ, райондан ситтә йәшәгәндәр менән яҡшы мөнәсә­бәт­тә булыуығыҙ хаҡында күптәр әйтә.
– Шәһит Хоҙайбирҙиндың, халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуған яғы Күгәрсен ерендә тыуып үҫеүем, атай-әсәйемдең яҡшы тәрбиә биреүе менән сикһеҙ ғорурланам. Туған­дарым­дың, яҡындарымдың һәм дуҫтарымдың ярҙамын һәр саҡ тойҙом. Тәбиғәтебеҙ илһам, көс-дәрт һәм ышаныс бирҙе. Хеҙмәт йылдарында төрлө хәлдәр менән осрашырға тура килде, әммә ҡайҙа ғына эшләһәм дә, кеше булып ҡалырға тырыштым.
Бөгөн район хакимиәте алдында етди һәм ҡатмарлы бурыстар тора. Эш еңелдән түгел, ләкин ихтыяр көсө һәм теләк бар икән, ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға мөмкин. Нисек кенә булмаһын, бер урында туҡтап ҡалмайбыҙ, үҫәбеҙ, алға барабыҙ. Ун өс ауылдың бары­һын­да ла социаль объекттар төҙөлә, билә­мәләр төҙөкләндерелә, тормош сифаты яҡшыра, юлдарға асфальт түшәлә, йорттарға газ индерелә.
– Тыуған ерегеҙҙе онотмаған өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт.


Вернуться назад