“...Иманыбыҙ һәм азатлыҡҡа булған мөхәббәтебеҙ беҙҙе
һәр ваҡыт ҡотолоу юлдарына сығарыр һәм алға өндәр...”
(З. Вәлиди, “Хәтирәләр”).
Минең бер хыялым бар ине – Рәсәй составында иң беренсе булып федерализм нигеҙендә Башҡортостан Хөкүмәтен төҙөгән Зәки Вәлиди эҙҙәренән сәйәхәткә сығыу. Башҡортостанда уның булған күп ерҙәренә сәфәр ҡылдым. Бына олуғ шәхестең һуңғы төйәгенә әйләнгән Төркиәнең Истанбул ҡалаһында ошо маҡсат менән ике тапҡыр булырға тура килде. Хыялым тормошҡа ашты.
Бындай сәйәхәткә сығыуымдың тағы ла бер сәбәбе бар. Башҡортостан Хөкүмәте үҙенең тәүге баш ҡалаһы Темәстә урынлашҡас, Әхмәт-Зәки Вәлиди йыш ҡына беҙҙең ауылға – Байымға килеп йөрөгән. Унда ул үҙенең фекерҙәше һәм көрәштәше Байым ишан нәҫеленән булған олатайыбыҙ Әхмәтғәзи Хаммат улы Байымовта туҡтап, тарихи мәғлүмәттәрҙе белешә, беҙҙең яҡтағы ҡәбер таштарындағы боронғо яҙыуҙарҙы өйрәнә. Олатайыбыҙҙың рухына бағышлап оло юлда йөрөп ҡайттым.
Әхмәтғәзи Байымов 1917 йылдың 20–27 июлендә З. Вәлиди үткәргән 1-се башҡорт ҡоролтайында делегат булып ҡатнаша. Унда Башҡортостанға автономия биреү тураһында һүҙ ҡуҙғатыла. Ә 1917 йылдың 15 ноябрендә Башҡортостан Хөкүмәте иғлан ителә. Шул йылдың 8–20 декабрендә 3-сө башҡорт ҡоролтайы был ҡарарҙы законлаштыра. Ошондай мөһим йыйындарҙың барыһында ла Әхмәтғәзи Байымов делегат була һәм Зәки Вәлиди менән яҡындан таныша, милли-азатлыҡ хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша. Әхмәтғәзи Байымов ғәрәп, фарсы, үзбәк, тажик, ҡаҙаҡ, татар һәм башҡа төрки телдәрен яҡшы белгән, уҡымышлы шәхес булараҡ, бай китапханаға ла эйә булған. З. Вәлидиҙе лә ошо рухи сығанаҡ ҡыҙыҡтыра.
З. Вәлиди Хөкүмәтенә булышлыҡ иткәне өсөн Ә. Байымов 1928 йылда ҡулға алына һәм 1934 йылға тиклем Өфө төрмәһендә яфа сигә. Уның улы Мөхтәр Байымов (1905—1938) уҡымышлы шәхестәрҙең береһе була. Ул тәүге белемде ата-әсәһенән ала, һуңынан Ырымбурҙа Каруанһарайҙа асылған Башпедтехникумда Сәғит Агиш, Ғабдулла Амантай, Муса Йәлил, Зәйнәб Биишева, Ҡасим Аҙнабаев кеүек һәләтле йәштәр менән яҡындан аралаша. Техникумдан һуң, 1924 йылда ул Ҡазандағы Көнсығыш педагогия институтына уҡырға инә, уны ҡыҙыл дипломға тамамлай.
Ул осорҙа Башҡортостан Хөкүмәте милли кадрҙар әҙерләү буйынса ныҡлы эшкә тотона. Күп кенә һәләтле йәштәр илдәге төрлө юғары уҡыу йорттарына уҡырға йүнәлтелә. Мөхтәр Байымов Ленинградтағы Көнсығыш институтына уҡырға инә. Белем йорто башлыса төрлө илселектәр өсөн белгестәр әҙерләй. Шуға күрә бында күберәк тел, тарих, иҡтисад фәндәренә өҫтөнлөк бирелә. М. Байымов институтты һәм ошонда уҡ аспирантураны тамамлағандан һуң, 1928 йылда алты айға Төркиәгә стажировкаға ебәрелә. Унда ул төрөк теле һәм тарихы буйынса белемен камиллаштыра. Ошонда бала саҡта күргән атаһының дуҫы Зәки Вәлиди менән осраша, унан төрөк теле тарихы буйынса кәңәштәр, дәрестәр ала. Был осрашыу артабан уның яҙмышында фажиғәле роль уйнай.
М. Байымов Башҡортостанға ҡайтҡас, бик күп яуаплы урындарҙа эшләй. Башҡорт Совет халыҡ комиссариаты ҡарамағында төрлө фәндәрҙе берләштергән комплекслы ғилми-тикшеренеү институтын ойоштороуҙы уңышлы атҡарып сыға. Уның тәүге директоры ла була. Институтҡа төрлө кадрҙар йәлеп ителә, ғилми йүнәлештәр билдәләнә, фән эше юлға һалына.
М. Байымов 30-сы йылдарҙа йәш ғалим, үткер публицист, оҫта тәржемәсе, журналист, шағир, ғөмүмән, абруйлы шәхес булараҡ таныла. “Мәҙәни революция”, “Белем” журналдарының тәүге мөхәррире лә була (хәҙерге “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының 30-сы йылдарҙағы исеме). 1934 йылда уны Башҡортостан ВКП(б) өлкә комитетының мәҙәниәт, сәнғәт һәм ленинизмды пропагандалау бүлегенә инструктор итеп күсерәләр. Әммә 1936 йылда, Төркиәлә Вәлиди менән осрашыуына һылтанып, партиянан сығаралар, ә 1937 йылдың 3 июлендә уны буржуаз-милләтсе, Зәки Вәлидиҙең шымсыһы тип, Совет власына ҡаршы йәшерен көрәш алып барыуҙа ғәйепләп, ҡулға алалар. Тиҙҙән НКВД тырнаҡтарына Мөхтәрҙең дуҫтары, ҡәләмдәштәре эләгә. М. Байымов йылдан ашыу төрмә ғазабын, йән өшөткөс, түҙеп торғоһоҙ һорау алыуҙар, төрлө кәмһетелеүҙәр үткәрә. 1938 йылдың 10 июлендә барыһы ла үлем язаһына хөкөм ителә.
Мөхтәр Байым үҙенең “Юлсыға” тигән поэмаһында:
“Барҙымсаҡай, һиңә барһамсы,
Исемкәйем һиңә яҙһамсы.
Ризыҡтарым ситкә яҙылһа ла,
Тупраҡ ҡына һиңә яҙһасы”, —
тип яҙған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның тупрағына тыуған яғына ҡайтырға яҙманы. Ҡәбере лә билдәһеҙ. Әммә халыҡ үҙенең арҙаҡлы улын хәтерләй. Илен күтәргән ирҙәр онотолмаҫ. Шулай булырға тейеш. Бөгөн Байым мәктәбе уның исемен йөрөтә.
...Тәүге көндәрҙә Истанбул ҡалаһы менән таныштыҡ. 1453 йылда төрөк солтаны Мәхмүт II етәкселегендәге Ғосман империяһы ғәскәрҙәре Византия империяһының баш ҡалаһы Константинополде баҫып ала. Ҡала Истанбул тип атала башлай. Ул ислам донъяһының үҙәгенә әүерелә, йылдам үҫә, ҙурая.
Истанбул — донъяла иң ҙур боронғо ҡалаларҙың береһе. Ул ике ҡитғала ята: Европа өлөшөндә бик күп сауҙа нөктәләре, идара үҙәктәре, ә Азия яғында — яңы ҡалала күберәк торлаҡ йорттар урынлашҡан. Ҡала Мәрмәр һәм Ҡара диңгеҙҙәр буйына һыйынған, 150 километрға һуҙылған. Төркиәлә 74 миллион кеше йәшәй, шуның 22 миллионы – Истанбулда.
Бындағы халыҡтар араһында үҙ иленән тибелгән, ҡыйырһытылған бик күп төрки ҡәрҙәштәребеҙ бар. Заманында Төркиә хакимиәте уларҙы бер йоҙроҡҡа уҡмаштырып, бер ғаилә булып йәшәргә ирек биргән, яҡлаған. Ул милләттәр үҙҙәрен йә башҡорт, татар, ҡаҙаҡ, үзбәк, уйғыр, ҡурд, азербайжан, йә башҡа төрки халыҡ тип, ә Төркиәне тыуған иле итеп иҫәпләй.
Яҙмыш башҡортто ҡайҙа ғына алып барып ташламаған! Төркиәлә генә түгел, башҡа сит илдәрҙә лә улар етерлек. Халҡыбыҙға: “Донъя киң тип таралма, таралған тарыны тауыҡ сүпләй”, — тип әйтке килә. “Берҙәмлектә — бәрәкәт”, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Һуңғы йылдарҙа, үҙаллылыҡ алғас, милләтебеҙҙең үҙаңы уянды, тупланып йәшәр өсөн шарттар тыуҙы. Уйлап ҡараһаң, Башҡортостан кеүек бай ил һирәк. Ялҡауланмай, ергә күберәк эйелергә, эшләргә кәрәк.
Истанбул – Көнсығыш менән Көнбайыштың, Азия менән Европаның, ислам һәм христиан диндәренең, мәҙәниәтенең киҫешкән урыны. Иң боронғо ҡала булараҡ бында күп музейҙар, уҡыу йорттары, һанһыҙ мәсеттәр, мәҙрәсәләр бар. Ғөмүмән, һоҡланып ҡарарлыҡ тарихи урындар етерлек. Ул ваҡытында Боронғо Рим, Византия, Ғосман империяларының баш ҡалаһы булған. Шуға ла бында донъяның төрлө тарафынан йылына 1,5 миллион турист ағыла, һөҙөмтәлә Төркиә ҡаҙнаһына ҙур ғына килем керә.
Власҡа килгән һәр ил етәксеһе үҙенә арнап мөһабәт архитектура ҡомартҡыһы һалып ҡалдырырға тырышҡан. Мәҫәлән, 1616 йылда архитектор Мәхмәт аға төрөк солтаны Әхмәт I хөрмәтенә Зәңгәр мәсетте төҙөй.
Беренсе Бөтә донъя һуғышы осоронда Төркиә союздаштар ғәскәре тарафынан баҫып алына. 1923 йылдың 13 октябрендә генерал Мостафа Кемаль етәкселегендәге милли-азатлыҡ хәрәкәте илде дошмандан азат итә. Ул Төркиәнең тәүге президенты итеп һайланып, 1938 йылға тиклем эшләй. Төркиә республика тип иғлан ителә. Баш ҡала Истанбулдан Анкараға күсә. Ул эшләгән дәүерҙә Төркиәлә сәнәғәт, сауҙа үҫешә, кешеләрҙең көнкүреше яҡшыра, наҙанлыҡ бөтөрөлә. Төркиәнең үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн халыҡ уға хөрмәтләп Ататөрөк ҡушаматы бирә. Истанбулдағы иң ҙур аэропорт та уның исеме менән атала. (Иҫкәрмә: Зәки Вәлиди ҙә башҡорт халҡының азатлығы өсөн күп эш башҡарған, Рәсәйҙә тәүге автономиялы республика төҙөгән. Беҙ ҙә уны Атабашҡорт (башҡорт атаһы) тип атарға хаҡыбыҙ барҙыр бит. – Авт.).
Азамат ТАЖЕТДИНОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
(Дауамы бар).