Әхмәт-Зәки Вәлиди эҙҙәренән20.09.2014
Әхмәт-Зәки Вәлиди эҙҙәренән
“...Иманыбыҙ һәм азатлыҡҡа булған мөхәббәтебеҙ беҙҙе
һәр ваҡыт ҡотолоу юлдарына сығарыр һәм алға өндәр...”
(З. Вәлиди, “Хәтирәләр”).

Минең бер хыялым бар ине – Рәсәй составында иң беренсе булып федерализм нигеҙендә Башҡортостан Хөкүмәтен төҙөгән Зәки Вәлиди эҙҙәренән сәйәхәткә сығыу. Башҡортостанда уның булған күп ерҙәренә сәфәр ҡылдым. Бына олуғ шәхестең һуңғы төйәгенә әйләнгән Төркиәнең Истанбул ҡалаһында ошо маҡсат менән ике тапҡыр булырға тура килде. Хыялым тормошҡа ашты.

Бындай сәйәхәткә сығы­уымдың тағы ла бер сәбәбе бар. Башҡортостан Хөкү­мә­те үҙенең тәүге баш ҡалаһы Темәстә урынлашҡас, Әхмәт-Зәки Вәлиди йыш ҡы­­на беҙҙең ауылға – Байымға ки­леп йөрөгән. Унда ул үҙенең фекерҙәше һәм көрәштәше Байым ишан нәҫеленән бул­ған олатайыбыҙ Әхмәт­ғәзи Хаммат улы Байымовта туҡ­тап, тарихи мәғлү­мәт­тәрҙе белешә, беҙҙең яҡ­тағы ҡәбер таштарын­дағы боронғо яҙыуҙарҙы өй­рәнә. Ола­тайыбыҙҙың ру­хы­на бағыш­лап оло юлда йөрөп ҡайттым.
Әхмәтғәзи Байымов 1917 йылдың 20–27 июлендә З. Вәлиди үткәргән 1-се баш­ҡорт ҡоролтайында делегат булып ҡат­­наша. Унда Башҡортостанға автономия биреү тураһында һүҙ ҡуҙға­тыла. Ә 1917 йылдың 15 ноябрендә Башҡорт­остан Хөкүмәте иғлан ителә. Шул йыл­дың 8–20 декабрендә 3-сө башҡорт ҡо­­ролтайы был ҡарарҙы законлаштыра. Ошондай мөһим йыйын­дарҙың барыһын­да ла Әх­мәт­ғәзи Байымов делегат була һәм Зәки Вәлиди менән яҡындан таныша, милли-азатлыҡ хәрәкәтендә әүҙем ҡатна­ша. Әхмәтғәзи Байымов ғәрәп, фарсы, үзбәк, тажик, ҡаҙаҡ, татар һәм башҡа төрки тел­дә­рен яҡшы белгән, уҡы­мышлы шәхес булараҡ, бай китапханаға ла эйә булған. З. Вәлидиҙе лә ошо рухи сы­ғанаҡ ҡыҙыҡтыра.
З. Вәлиди Хөкүмәтенә бу­лышлыҡ ит­кәне өсөн Ә. Байымов 1928 йылда ҡулға алына һәм 1934 йылға тиклем Өфө төрмәһендә яфа сигә. Уның улы Мөхтәр Байымов (1905—1938) уҡы­мышлы шә­хес­тәрҙең береһе була. Ул тәүге белемде ата-әсәһенән ала, һуңынан Ырымбурҙа Каруанһарайҙа асылған Башпедтехникумда Сәғит Агиш, Ғабдулла Амантай, Муса Йәлил, Зәйнәб Биишева, Ҡасим Аҙнабаев кеүек һәләтле йәштәр менән яҡындан аралаша. Техникумдан һуң, 1924 йылда ул Ҡазандағы Көнсығыш педагогия институтына уҡырға инә, уны ҡыҙыл дипломға тамамлай.
Ул осорҙа Башҡортостан Хөкүмәте милли кадрҙар әҙерләү буйынса ныҡлы эшкә тотона. Күп кенә һәләтле йәштәр илдәге төрлө юғары уҡыу йорттарына уҡырға йүнәлтелә. Мөхтәр Байымов Ле­нинградтағы Көнсығыш институтына уҡыр­ға инә. Белем йорто башлыса төрлө илселектәр өсөн белгестәр әҙерләй. Шуға күрә бында күберәк тел, тарих, иҡтисад фәндәренә өҫтөнлөк бирелә. М. Байымов институтты һәм ошонда уҡ аспирантураны тамамлағандан һуң, 1928 йылда алты айға Төркиәгә стажировкаға ебәрелә. Унда ул төрөк теле һәм тарихы буйынса белемен камиллаштыра. Ошон­да бала саҡта күргән атаһының дуҫы Зәки Вәлиди менән осраша, унан төрөк теле тарихы буйынса кәңәштәр, дәрестәр ала. Был осрашыу артабан уның яҙмы­шында фажиғәле роль уйнай.
М. Байымов Башҡортостанға ҡайтҡас, бик күп яуаплы урындарҙа эшләй. Баш­ҡорт Совет халыҡ комиссариаты ҡарама­ғын­да төрлө фәндәрҙе берләштергән комплекслы ғилми-тикшеренеү институтын ойоштороуҙы уңышлы атҡарып сыға. Уның тәүге директоры ла була. Инс­ти­тутҡа төрлө кадрҙар йәлеп ителә, ғилми йүнәлештәр билдәләнә, фән эше юлға һалына.
М. Байымов 30-сы йылдарҙа йәш ға­лим, үткер публицист, оҫта тәржемәсе, жур­налист, шағир, ғөмүмән, абруйлы шә­хес булараҡ таныла. “Мәҙәни революция”, “Белем” журналдарының тәүге мө­хәррире лә була (хәҙерге “Башҡорт­остан уҡытыусыһы” журналының 30-сы йылдарҙағы исеме). 1934 йылда уны Башҡортостан ВКП(б) өлкә комитетының мәҙәниәт, сәнғәт һәм ленинизмды пропагандалау бүлегенә инструктор итеп күсе­рәләр. Әммә 1936 йылда, Төркиәлә Вә­лиди менән осрашыуына һылтанып, партиянан сығаралар, ә 1937 йылдың 3 июлендә уны буржуаз-милләтсе, Зәки Вәлидиҙең шымсыһы тип, Совет власына ҡаршы йәшерен көрәш алып барыуҙа ғәйепләп, ҡулға алалар. Тиҙҙән НКВД тыр­наҡтарына Мөхтәрҙең дуҫтары, ҡәләмдәштәре эләгә. М. Байымов йылдан ашыу төрмә ғазабын, йән өшөткөс, түҙеп торғоһоҙ һорау алыуҙар, төрлө кәмһетелеүҙәр үткәрә. 1938 йылдың 10 июлендә барыһы ла үлем язаһына хөкөм ителә.
Мөхтәр Байым үҙенең “Юлсыға” тигән поэмаһында:
“Барҙымсаҡай, һиңә барһамсы,
Исемкәйем һиңә яҙһамсы.
Ризыҡтарым ситкә яҙылһа ла,
Тупраҡ ҡына һиңә яҙһасы”, —
тип яҙған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның туп­ра­ғына тыуған яғына ҡайтырға яҙманы. Ҡәбере лә билдәһеҙ. Әммә халыҡ үҙенең арҙаҡлы улын хәтерләй. Илен күтәргән ирҙәр онотолмаҫ. Шулай булырға тейеш. Бөгөн Байым мәктәбе уның исемен йөрөтә.
...Тәүге көндәрҙә Истанбул ҡалаһы менән таныштыҡ. 1453 йылда төрөк солтаны Мәхмүт II етәкселегендәге Ғосман империяһы ғәскәрҙәре Византия импе­рия­һының баш ҡалаһы Константинопол­де баҫып ала. Ҡала Истанбул тип ата­ла башлай. Ул ислам донъяһының үҙәгенә әүерелә, йылдам үҫә, ҙурая.
Истанбул — донъяла иң ҙур боронғо ҡалаларҙың береһе. Ул ике ҡитғала ята: Европа өлөшөндә бик күп сауҙа нөктә­ләре, идара үҙәк­тәре, ә Азия яғында — яңы ҡалала күберәк торлаҡ йорттар урын­лашҡан. Ҡала Мәр­мәр һәм Ҡара диңгеҙҙәр буйына һыйынған, 150 кило­метрға һуҙылған. Төркиәлә 74 миллион кеше йәшәй, шуның 22 миллионы – Истанбулда.
Бындағы халыҡтар ара­һында үҙ иленән тибелгән, ҡыйырһытылған бик күп төрки ҡәрҙәштәребеҙ бар. Заманында Төркиә хакимиә­те уларҙы бер йоҙроҡҡа уҡмаштырып, бер ғаилә булып йәшәргә ирек биргән, яҡлаған. Ул милләттәр үҙҙә­рен йә башҡорт, татар, ҡаҙаҡ, үзбәк, уйғыр, ҡурд, азербайжан, йә башҡа төрки халыҡ тип, ә Төркиәне тыуған иле итеп иҫәпләй.
Яҙмыш башҡортто ҡайҙа ғына алып барып ташла­маған! Төркиәлә генә түгел, башҡа сит илдәрҙә лә улар етерлек. Халҡыбыҙға: “Донъя киң тип таралма, таралған тарыны тауыҡ сүпләй”, — тип әйтке килә. “Берҙәмлектә — бәрәкәт”, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Һуңғы йылдарҙа, үҙаллылыҡ алғас, милләтебеҙҙең үҙаңы уянды, тупланып йәшәр өсөн шарттар тыуҙы. Уйлап ҡараһаң, Башҡортостан кеүек бай ил һирәк. Ялҡауланмай, ергә күберәк эйелергә, эшләргә кәрәк.
Истанбул – Көнсығыш менән Көнба­йыштың, Азия менән Евро­паның, ислам һәм христиан диндәренең, мәҙәниәтенең киҫешкән урыны. Иң бо­ронғо ҡала була­раҡ бында күп музейҙар, уҡыу йорттары, һанһыҙ мәсеттәр, мәҙ­рәсәләр бар. Ғө­мүмән, һоҡланып ҡа­рарлыҡ тарихи урындар етерлек. Ул ва­ҡытында Боронғо Рим, Византия, Ғос­ман империяларының баш ҡалаһы бул­ған. Шуға ла бында донъя­ның төрлө та­ра­фынан йылына 1,5 миллион турист ағыла, һөҙөмтәлә Төркиә ҡаҙна­һына ҙур ғына килем керә.
Власҡа килгән һәр ил етәксеһе үҙенә арнап мөһабәт архитектура ҡомартҡыһы һалып ҡалдырырға тырышҡан. Мәҫәлән, 1616 йылда архитектор Мәхмәт аға төрөк солтаны Әхмәт I хөрмәтенә Зәңгәр мә­сетте төҙөй.
Беренсе Бөтә донъя һуғышы осоронда Төркиә союздаштар ғәскәре тарафынан баҫып алына. 1923 йылдың 13 октяб­рен­дә генерал Мостафа Кемаль етәк­селе­гендәге милли-азатлыҡ хәрәкәте илде дошмандан азат итә. Ул Төркиәнең тәүге президенты итеп һайланып, 1938 йыл­ға тиклем эшләй. Төркиә республика тип иғлан ителә. Баш ҡала Истанбулдан Ан­караға күсә. Ул эшләгән дәүерҙә Төр­ки­әлә сәнәғәт, сауҙа үҫешә, кешеләрҙең көнкүреше яҡшыра, наҙанлыҡ бөтөрөлә. Төркиәнең үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн халыҡ уға хөрмәтләп Ататөрөк ҡушаматы бирә. Истанбулдағы иң ҙур аэропорт та уның исеме менән атала. (Иҫкәрмә: Зәки Вәлиди ҙә башҡорт халҡының азатлығы өсөн күп эш башҡарған, Рәсәй­ҙә тәүге автономиялы республика төҙө­гән. Беҙ ҙә уны Атабашҡорт (баш­ҡорт атаһы) тип атарға хаҡыбыҙ барҙыр бит. – Авт.).

Азамат ТАЖЕТДИНОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.


(Дауамы бар).


Вернуться назад