Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мин нисек ғаиләле булдым
Тормоштоң иң татлы, мөғжизәле мәле булған никах, туйҙар ҙа гөрләп үтеп китте. Оҙатылып килгән килен ҡәйнә йортонда ҡалды, бер ҙә таралышҡыһы килмәгән ҡунаҡтар ҙа ҡайтыу яғына ыңғайланы... Тап ошо мәлдә ниҙәр кисергәне хаҡында һөйләүен һорап, төрлө өлкәлә эшләгән бер нисә даими уҡыусыбыҙға мөрәжәғәт иттек. Баҡтиһәң, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та була икән килен йә кейәү булып киткән ваҡытта.


“Буласаҡ ирем менән танышыу ҡыҙыҡ килеп сыҡты. Мин туҡталышта автобус көтөп тор­ғанда яныма килде лә исемемде һораны. Мин әйтмәгән булдым. Кәрәкле маршрут кил­гәйне, инеп киттем, был егет тә минең арттан эйәрҙе. Яныма килеп ултырып та алды. Оя­лып ҡына һөйләшеп киттек. Яр­ты йыл самаһы дуҫлашып йөрөгәс, ул миңә тәҡдим яһа­ны.
Никах менән туйҙы ла оҙаҡ­ҡа һуҙманыҡ. Килен итеп хөр­мәт­ләп, бал-май ҡаптырып ҡаршы алдылар. Уңайһыҙлан­ғанымды һиҙепмелер, ҡәйнәм: “Һин оялма, бергәләп өйрә­нер­беҙ,” – тине. Ҡыҙы кеүек ҡабул итте, яғымлы, кешелек­ле бу­лды. Һәр эште баш­ҡарыр алдынан ул-был кәңәш һора­ған саҡтарымда үҙенекен өй­рәтеп йөҙәтмәне, “Үҙең те­лә­гәнсә эшлә”, – ти тор­ғай­ны. Ир-егет­тәр көн буйы эштә булды, беҙ икәүләп өйҙә аш әҙерләп, тәм­лекәстәр бешереп, ихлас донъя көттөк”, – тип йылы иҫтәлек­тәре менән уртаҡлашты Зәли­фә апай.
– Элек студенттарҙы төрлө район баҫыуҙарына көҙгө эшкә ебәрә торғай­нылар, – тип мөхәббәт тарихын бәйән итә Рәхимйән ағай. – Мин дә буласаҡ ҡатынымды шунда таптым. Бер уҡыу йортонда белем алһаҡ та, тап шул баҫыуҙа эшләгән ваҡытта үҙенең уңғанлығы менән күңелемде яуланы ул. Атай-әсәйем ме­нән таныштырырға алып ҡайт­ҡан көндә үк ололар риза булып, никах, туй көнөн дә билдәләп ҡуйҙылар. Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡтыҡ. Мәжлес-маҙар үтеп китте, ике­беҙ ҙә студент булғас, ҡайным менән ҡәйнәм: “Йәш­тәр ҡайҙа төпләнер икән?” – тип аптырашта ҡалды. Кәләш алыу икеләтә яуаплылыҡ өҫтә­үенә төшөнә башлап, мин: “Бор­солмағыҙ, мөйөш мәсьә­лә­һен үҙем хәл итермен”, – тинем. Шулай ҙа яңы ғаиләгә кейәү булып килгән саҡта тартынып та йөрөгән саҡ булды, әммә үҙемде ҡыйыу тоторға тырыштым.
Ә киләһе уҡыусыбыҙ­ҙың килен булып төшкән көн­дә­рен үтә күңелле тип атап булмай, сөнки туйҙың ир­тә­гәһенә йәш ир өс аҙ­на­ға эш буйынса экс­пе­ди­цияға сығып ки­тә. Бына ҡайҙа ул һы­нау! Йолалары, донъя көтөү тәртибе менән танышып та өлгөрмәгән йәш киленгә ҡәйнә, ҡай­ны янында йүгереп йөрөп, ярап китеү­ҙә­ре.... Ярай ҙа ҡәй­нә кеше бик йомшаҡ, яғымлы булған. Киленен дә бар эшкә, нескәлек­тәр­гә өйрәт­кән. Афарин!
Ә Фәниә апайға йорт-ҡу­раһы гөрләп торған ҙур ғаи­лә­гә килен булып төшөргә яҙған.
– Тәүге уйым “баштан аш­ҡан эштәрҙең ҡайһыныһына тотонһам, нимә бешерһәм, ҡәй­нәмә ярармын икән?” бул­ды. Яңы тормоштоң беренсе көнөндә үк борсолоуҙарым юҡ­ҡа сыҡты, сөнки иремдең әсә­һе һәр эште үҙе белеп, әйтеп торҙо. Иртүк һыйырҙар янына сығыуымды күргәс: “Кү­неккән­мен инде мин, үҙем һа­уырмын, һин бар ҡоймаҡ ҡой, табын әҙерлә, кисен һыйыр­ҙарҙы ла һауырһың”, – тип эште көйләп ебәрҙе. Уны-быны самалап, кәңәше менән дә ярҙам итеп торҙо. Һауыт-һабаны йыуып бөтөп барғанда ғына йомшаҡ тауыш менән ки­шер утарға кәрәклеген аң­ғар­тып китә, унан инде ишелеп уңған алманы йыйып, турап, ҡайнатма әҙерләү ҙә “хәс­тәр­ләнә”. Ҡәй­нәм бик егәрле, эш­сән ине, минең өсөн дә матур өлгө бул­ды, – тигән рәхмәтле тойғолар менән һөйләне Фә­ниә апай.
– Ғаилә тормошонда ҡәйнә-ҡайнының роле бик ҙур, – ти Сабит ағай. – Кейәү кеше һөйгәненең әсәһенән әҙерәк шөрләргә лә тейеш. Әгәр ире кәләшен яратып, ҡәҙерләп кенә йөрөтә икән, ҡәйнәнең ке­йәүгә мөнәсә­бәте лә шул нигеҙҙә ярала. Егет ке­ше үҙ өҫтөнә оло яуап­лы­лыҡ алырға йөрьәт ит­­кән икән, ти­мәк, ул ғаи­ләнең һәр ағ­за­һына ла ипле, йылы ҡа­рашта, ихтирамлы, итәғәтле булырға те­йеш. Аҡ­са, мал табыу, һаҡлау, яҡлау, эшләү яғынан да йөҙгә ҡы­ҙыллыҡ килтермәһен инде, – тип тамамланы Сабит ағай килен, кейәү булырға әҙер­ләнгән йәштәр өсөн биргән алтынға бәрәбәр кәңәштәрен.
Бына шулай, ҡәҙерле йәш­тәр! Килен төшөрөү, еҙнәй аҡ­саһы алыу, һандыҡ һатыу, күстәнәскә йыуаса әҙерләү кеүек туй мәшә­ҡәттәре артында һынауҙарға, бәхет-шат­лыҡҡа, тәьҫораттарға, фай­ҙалы һабаҡтарға бай сағыу ғаилә тормошо ята. Ғүмер юлын иңгә-иң ҡуйып, бергә, тиң үтер йәрегеҙҙе осратыу менән, никах сәғәттәрен һуҡтырып, тәүәк­кәллә­геҙ, ҡыҙ­ҙар һәм егеттәр!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә