Тормоштоң иң татлы, мөғжизәле мәле булған никах, туйҙар ҙа гөрләп үтеп китте. Оҙатылып килгән килен ҡәйнә йортонда ҡалды, бер ҙә таралышҡыһы килмәгән ҡунаҡтар ҙа ҡайтыу яғына ыңғайланы... Тап ошо мәлдә ниҙәр кисергәне хаҡында һөйләүен һорап, төрлө өлкәлә эшләгән бер нисә даими уҡыусыбыҙға мөрәжәғәт иттек. Баҡтиһәң, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та була икән килен йә кейәү булып киткән ваҡытта.
“Буласаҡ ирем менән танышыу ҡыҙыҡ килеп сыҡты. Мин туҡталышта автобус көтөп торғанда яныма килде лә исемемде һораны. Мин әйтмәгән булдым. Кәрәкле маршрут килгәйне, инеп киттем, был егет тә минең арттан эйәрҙе. Яныма килеп ултырып та алды. Оялып ҡына һөйләшеп киттек. Ярты йыл самаһы дуҫлашып йөрөгәс, ул миңә тәҡдим яһаны.
Никах менән туйҙы ла оҙаҡҡа һуҙманыҡ. Килен итеп хөрмәтләп, бал-май ҡаптырып ҡаршы алдылар. Уңайһыҙланғанымды һиҙепмелер, ҡәйнәм: “Һин оялма, бергәләп өйрәнербеҙ,” – тине. Ҡыҙы кеүек ҡабул итте, яғымлы, кешелекле булды. Һәр эште башҡарыр алдынан ул-был кәңәш һораған саҡтарымда үҙенекен өйрәтеп йөҙәтмәне, “Үҙең теләгәнсә эшлә”, – ти торғайны. Ир-егеттәр көн буйы эштә булды, беҙ икәүләп өйҙә аш әҙерләп, тәмлекәстәр бешереп, ихлас донъя көттөк”, – тип йылы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты Зәлифә апай.
– Элек студенттарҙы төрлө район баҫыуҙарына көҙгө эшкә ебәрә торғайнылар, – тип мөхәббәт тарихын бәйән итә Рәхимйән ағай. – Мин дә буласаҡ ҡатынымды шунда таптым. Бер уҡыу йортонда белем алһаҡ та, тап шул баҫыуҙа эшләгән ваҡытта үҙенең уңғанлығы менән күңелемде яуланы ул. Атай-әсәйем менән таныштырырға алып ҡайтҡан көндә үк ололар риза булып, никах, туй көнөн дә билдәләп ҡуйҙылар. Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡтыҡ. Мәжлес-маҙар үтеп китте, икебеҙ ҙә студент булғас, ҡайным менән ҡәйнәм: “Йәштәр ҡайҙа төпләнер икән?” – тип аптырашта ҡалды. Кәләш алыу икеләтә яуаплылыҡ өҫтәүенә төшөнә башлап, мин: “Борсолмағыҙ, мөйөш мәсьәләһен үҙем хәл итермен”, – тинем. Шулай ҙа яңы ғаиләгә кейәү булып килгән саҡта тартынып та йөрөгән саҡ булды, әммә үҙемде ҡыйыу тоторға тырыштым.
Ә киләһе уҡыусыбыҙҙың килен булып төшкән көндәрен үтә күңелле тип атап булмай, сөнки туйҙың иртәгәһенә йәш ир өс аҙнаға эш буйынса экспедицияға сығып китә. Бына ҡайҙа ул һынау! Йолалары, донъя көтөү тәртибе менән танышып та өлгөрмәгән йәш киленгә ҡәйнә, ҡайны янында йүгереп йөрөп, ярап китеүҙәре.... Ярай ҙа ҡәйнә кеше бик йомшаҡ, яғымлы булған. Киленен дә бар эшкә, нескәлектәргә өйрәткән. Афарин!
Ә Фәниә апайға йорт-ҡураһы гөрләп торған ҙур ғаиләгә килен булып төшөргә яҙған.
– Тәүге уйым “баштан ашҡан эштәрҙең ҡайһыныһына тотонһам, нимә бешерһәм, ҡәйнәмә ярармын икән?” булды. Яңы тормоштоң беренсе көнөндә үк борсолоуҙарым юҡҡа сыҡты, сөнки иремдең әсәһе һәр эште үҙе белеп, әйтеп торҙо. Иртүк һыйырҙар янына сығыуымды күргәс: “Күнеккәнмен инде мин, үҙем һауырмын, һин бар ҡоймаҡ ҡой, табын әҙерлә, кисен һыйырҙарҙы ла һауырһың”, – тип эште көйләп ебәрҙе. Уны-быны самалап, кәңәше менән дә ярҙам итеп торҙо. Һауыт-һабаны йыуып бөтөп барғанда ғына йомшаҡ тауыш менән кишер утарға кәрәклеген аңғартып китә, унан инде ишелеп уңған алманы йыйып, турап, ҡайнатма әҙерләү ҙә “хәстәрләнә”. Ҡәйнәм бик егәрле, эшсән ине, минең өсөн дә матур өлгө булды, – тигән рәхмәтле тойғолар менән һөйләне Фәниә апай.
– Ғаилә тормошонда ҡәйнә-ҡайнының роле бик ҙур, – ти Сабит ағай. – Кейәү кеше һөйгәненең әсәһенән әҙерәк шөрләргә лә тейеш. Әгәр ире кәләшен яратып, ҡәҙерләп кенә йөрөтә икән, ҡәйнәнең кейәүгә мөнәсәбәте лә шул нигеҙҙә ярала. Егет кеше үҙ өҫтөнә оло яуаплылыҡ алырға йөрьәт иткән икән, тимәк, ул ғаиләнең һәр ағзаһына ла ипле, йылы ҡарашта, ихтирамлы, итәғәтле булырға тейеш. Аҡса, мал табыу, һаҡлау, яҡлау, эшләү яғынан да йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәһен инде, – тип тамамланы Сабит ағай килен, кейәү булырға әҙерләнгән йәштәр өсөн биргән алтынға бәрәбәр кәңәштәрен.
Бына шулай, ҡәҙерле йәштәр! Килен төшөрөү, еҙнәй аҡсаһы алыу, һандыҡ һатыу, күстәнәскә йыуаса әҙерләү кеүек туй мәшәҡәттәре артында һынауҙарға, бәхет-шатлыҡҡа, тәьҫораттарға, файҙалы һабаҡтарға бай сағыу ғаилә тормошо ята. Ғүмер юлын иңгә-иң ҡуйып, бергә, тиң үтер йәрегеҙҙе осратыу менән, никах сәғәттәрен һуҡтырып, тәүәккәлләгеҙ, ҡыҙҙар һәм егеттәр!