Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Өйҙәр бында ҡурсаҡтай
Өйҙәр бында ҡурсаҡтай
“Салауат” кооперативы 1-се торлаҡ-төҙөлөш кооперативы нигеҙендә 2000 йылда ойошторолған. Бөгөн берләшмәнең ҡанаты аҫтына 41 йорт (130 000 квадрат метрлы майҙан) һыйынған. Тотош ҡала буйынса һибелһә лә, уларҙа һәр саҡ тәртип һәм таҙалыҡ.

“Салауат” торлаҡ кооперативы идараһы рәйесе Татьяна Смирнова билдәләүенсә, ҡатын-ҡыҙ – тыумыштан хужабикә, шуға күрә лә уға психолог булырға кәрәк. Уңғандар өйөн нисек итеп гөл баҡсаһына әйләнде­рергә белә. Шәхсән ул да был тәң­гәлдә бер ниндәй ҙә ауырлыҡ күрмәй, киреһенсә, вазифаһын бик яратып башҡара.
Уйлап ҡараһаң, Татьяна Смирнова йылы урынға килеп ултыр­ма­ған. Ошо эште ҡабул итеп алғанда, алда әллә күпме мәшәҡәт көткәнен белдеме икән?! Юҡтыр... Йорттар­ҙың күбеһе “хрущевка” – өҫкө ҡатта йәшәгәндәргә ҡыйыҡтан һыу тамсылай ғына түгел, ә шарлауыҡтай аға, йылытыу һәм һыу торбалары сереп тишелгән, стенанан штукатурка ҡойолоп тора... Бүтән етешһеҙ­лектәрҙе телгә алаһы ла түгел.
Салауат ҡалаһында ғүмер кисер­гәндәр шуға иғтибар иткәндер: әле күп йорттарҙы танырлыҡ та түгел. Йыл да үткәрелеп торған ремонт үҙ ваҡытында һәм сифатлы башҡа­рыла, ә инде капиталь ремонттан һуң бөтә донъя яҡтырып кит­кәндәй тойола. Канализацияны яңыртыуға, һыу һәм йылытыу торбаларын алмаштырыуға, иҫәпләү ҡорамалда­рын урынлаштырыуға айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Бынан тыш, ихаталарҙы йәшелләндереү буйынса ла эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Ә инде ҡунаҡтар торлаҡ-ком­муналь хужалығында бындай хәстәрлекле ҡараштың булыуына көнләшеп ҡарай.
– Кешеләрҙең ышанысы беҙгә көндән-көн арта, – ти Татьяна Романовна. – Һәр кем бөхтәлеккә ынтыла, ҡайҙа күпме аҡса тотонолғанын уларға даими еткереп торабыҙ. Йыйылыштарҙа халыҡтың фекерен тыңлайбыҙ, күп осраҡта шунда әй­тел­гән кәңәш-төңәште эш барышын­да файҙаланабыҙ. Элекке йыл­дар­ҙан айырмалы, әле йортта йәшәүселәр һәр нәмәгә һаҡсыл ҡарай.
– Тимәк, һеҙҙә коммунизм икән, – тим, рәйестең һөйләгәнен тыңлағас.
– Улай тимәҫ инем, – ти ул. – Бары тик үҙеңдең ҡул аҫтындағылар менән мөнәсәбәтте оҫта итеп көйләй белеү шарт. Тәүҙән үк тиккә генә психолог төшөнсәһен телгә алманым бит.
Әйткәндәй, ошо юлдарҙың авторына ла күптән түгел Салауат ҡалаһы урамдарын, дөрөҫөрәге, кооператив хеҙмәтләндергән биләмәне ҡыҙырырға тура килде. Фәстер­мәйем, айырма ер менән күк араһы кеүек үк булмаһа ла, ундағы күркәмлекте бүтән бер ерҙә лә осратманым.


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә