“Салауат” кооперативы 1-се торлаҡ-төҙөлөш кооперативы нигеҙендә 2000 йылда ойошторолған. Бөгөн берләшмәнең ҡанаты аҫтына 41 йорт (130 000 квадрат метрлы майҙан) һыйынған. Тотош ҡала буйынса һибелһә лә, уларҙа һәр саҡ тәртип һәм таҙалыҡ.
“Салауат” торлаҡ кооперативы идараһы рәйесе Татьяна Смирнова билдәләүенсә, ҡатын-ҡыҙ – тыумыштан хужабикә, шуға күрә лә уға психолог булырға кәрәк. Уңғандар өйөн нисек итеп гөл баҡсаһына әйләндерергә белә. Шәхсән ул да был тәңгәлдә бер ниндәй ҙә ауырлыҡ күрмәй, киреһенсә, вазифаһын бик яратып башҡара.
Уйлап ҡараһаң, Татьяна Смирнова йылы урынға килеп ултырмаған. Ошо эште ҡабул итеп алғанда, алда әллә күпме мәшәҡәт көткәнен белдеме икән?! Юҡтыр... Йорттарҙың күбеһе “хрущевка” – өҫкө ҡатта йәшәгәндәргә ҡыйыҡтан һыу тамсылай ғына түгел, ә шарлауыҡтай аға, йылытыу һәм һыу торбалары сереп тишелгән, стенанан штукатурка ҡойолоп тора... Бүтән етешһеҙлектәрҙе телгә алаһы ла түгел.
Салауат ҡалаһында ғүмер кисергәндәр шуға иғтибар иткәндер: әле күп йорттарҙы танырлыҡ та түгел. Йыл да үткәрелеп торған ремонт үҙ ваҡытында һәм сифатлы башҡарыла, ә инде капиталь ремонттан һуң бөтә донъя яҡтырып киткәндәй тойола. Канализацияны яңыртыуға, һыу һәм йылытыу торбаларын алмаштырыуға, иҫәпләү ҡорамалдарын урынлаштырыуға айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Бынан тыш, ихаталарҙы йәшелләндереү буйынса ла эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Ә инде ҡунаҡтар торлаҡ-коммуналь хужалығында бындай хәстәрлекле ҡараштың булыуына көнләшеп ҡарай.
– Кешеләрҙең ышанысы беҙгә көндән-көн арта, – ти Татьяна Романовна. – Һәр кем бөхтәлеккә ынтыла, ҡайҙа күпме аҡса тотонолғанын уларға даими еткереп торабыҙ. Йыйылыштарҙа халыҡтың фекерен тыңлайбыҙ, күп осраҡта шунда әйтелгән кәңәш-төңәште эш барышында файҙаланабыҙ. Элекке йылдарҙан айырмалы, әле йортта йәшәүселәр һәр нәмәгә һаҡсыл ҡарай.
– Тимәк, һеҙҙә коммунизм икән, – тим, рәйестең һөйләгәнен тыңлағас.
– Улай тимәҫ инем, – ти ул. – Бары тик үҙеңдең ҡул аҫтындағылар менән мөнәсәбәтте оҫта итеп көйләй белеү шарт. Тәүҙән үк тиккә генә психолог төшөнсәһен телгә алманым бит.
Әйткәндәй, ошо юлдарҙың авторына ла күптән түгел Салауат ҡалаһы урамдарын, дөрөҫөрәге, кооператив хеҙмәтләндергән биләмәне ҡыҙырырға тура килде. Фәстермәйем, айырма ер менән күк араһы кеүек үк булмаһа ла, ундағы күркәмлекте бүтән бер ерҙә лә осратманым.