Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Нигеҙ ныҡлы. Ә ихтыяр?
(Алһыу Әһлиуллина, “Ауыл уңғандарҙы ярата”, 2014 йыл, 29 август)
БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе Рәсүл Ғосманов менән әңгәмә ауылдың бөгөнгө йәшәйешенә һәм киләсәгенә, халыҡты борсоған проблемаларға ҡағылған ине. Мәҡәлә менән танышып сыҡҡандан һуң тыуған фекерҙәрем менән уртаҡлашмаҡсымын.

“Бөгөн ауылды йәшәртергә, лайыҡлы көнкүреш шарттары булдырыуға ныҡ­лы нигеҙ бар”, — ти иҡтисад фәндәре док­торы. Дәүләт органында юғары вазифа биләгән ғалимдың был раҫламаһын шик аҫтына алырға, ысынлап та, финанс-иҡтисади нигеҙ юҡ. Тик юғары власть даирәләрендә үҙ крәҫтиәнен лайыҡлы тормошта йәшәтергә ихтыяр ғына күренмәй. Бәлки, Украина ваҡиғаларына бәйле Европа союзы һәм АҠШ хакимиәте менән көслө конфликтҡа килгәндән һуң ныҡлы нигеҙ булдырыу өсөн ниндәйҙер аҙымдар яһала башлар.
Һүҙ юҫығы “лайыҡлы шарттар”ҙың ни рәүешле ғәмәлгә ашырылыуы тура­һында. Ул элекке Советтар Союзындағы кеүек, патерналистик кәйеф тыуҙырыу нигеҙендә атҡарылып сығырмы, әллә капиталистик хужалыҡ итеү ҡағиҙәләрендә ҡаралғанса, ауыл эшсәндәренең туранан-тура ҡатнашлығында, уларҙың хәләл көсө, хәл иткес дәрәжәлә ҡыҙыҡһыныу күрһәтеүе шарттарында бойомға ашырылырмы? Атап үтелгән ике юлдың принципиаль айырмаһы шунда: КПСС за­ма­нында ауылда тормош шарттарын яҡшыртыу крәҫтиән ҡатнашлығынан тыш эшләнде, күренеүенсә, ул көтөлгән өмөттө аҡламаны. Баҙар иҡтисады ауылда теге йәки был етди аҙымды тик ауыл эшсәненең үҙ ихтыяры, ҡыҙыҡ­һыныусанлыҡ күрһәтеүе шарттарында атҡарыуға ҡоролған. Әҙәм балаһының тәбиғәте шундай: буштан килгәндең ҡәҙерен белмәй, үҙ тырышлығы менән табылғанды ғына баһаларға өйрәнгән.
“Һәр илдең иҡтисади үҫеш кимәлен тәү сиратта бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ (иғтибар итегеҙ: беҙҙең телдә уның уңайлы ғына формаһы ла юҡ. — М.Х.) билдәләй”, — ти Рәсүл Ғосманов. Был тезис та тәү ҡарашҡа бер төрлө лә шик тыуҙырмай кеүек, ләкин ул тормош-көнкүреш йәһәтенән алға киткән, иң мөһиме — хосуси милекселек институты яҡшы үҫешкән һәм закондар тарафынан тейешле дәрәжәлә яҡланған, граждан­дарҙың үҙаңы юғары һәм, ниһайәт, хоҡуҡи дәүләт булып әүерелгән Көн­ба­йыш Европа һәм Төньяҡ Америка дәүләт­тәренә хас күренеш. Нисек кенә тырыш­һаң да, эшҡыуарлыҡ институты үҫешенә ҡеүәт биргән был тәүшарттарҙы инҡар итеү мөмкин түгел. Атап үтелгән шарттарҙың береһе лә беҙҙең ил ерлегендә осрамай. Һалым түләүҙән төрлө юлдар табып ялтанған, үҙенә уңайлы мәлдә күҙ ҙә йоммай закон боҙған ватандаштарыбыҙ үҙен “эшҡыуар” тип һанап йөрөһә лә, ғәмәлдә уның портреты донъя талаптары кимәленән күпкә түбән.
Ысын эшҡыуарҙар үҫеп сыҡһын өсөн, һис юғында, бер нисә быуындың алмашыныуы, кем әйтмешләй, “һуҡтырыл­маған” быуын алмашҡа килеүе зарур. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был йәһәттән дәүләт органдары ла, йәмәғәтселек тә етди аҙымдар яһарға йыйынмай.
Ауыл эшсәндәренең проблемалары ваҡытлы матбуғатта фекер алышылған темаларҙан күпкә ҡатмарлыраҡ. Уның иң мөһиме – финанс йәки иҡтисад өлкәһендә лә түгел, ә Рәсәй дәүләт влас­тары бер ҡасан да иҫәпкә алмаған психологик факторҙа. Уҙған быуаттың 30-cы йылдарында ауыл хужалығының “визит карточкаһы” булған кулактарҙы синыф булараҡ юҡ итеү, 90-сы йылдарҙа колхоз һәм совхоздарҙы тарҡатыу ауыл кешеһе өсөн көслө тетрәнеү булып, ул генетик кимәлдә һаман да һаҡлана. Кисәге колхозсы балаһының үҙаллы хужалыҡ ҡороп, уңышлы эшләп китеүенә иҫәп тотоу әлегә нигеҙһеҙ һәм быны һис кенә лә оноторға ярамай.



Автор: Мәхмүт ХУЖИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә