(Алһыу Әһлиуллина, “Ауыл уңғандарҙы ярата”, 2014 йыл, 29 август)
БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе Рәсүл Ғосманов менән әңгәмә ауылдың бөгөнгө йәшәйешенә һәм киләсәгенә, халыҡты борсоған проблемаларға ҡағылған ине. Мәҡәлә менән танышып сыҡҡандан һуң тыуған фекерҙәрем менән уртаҡлашмаҡсымын.
“Бөгөн ауылды йәшәртергә, лайыҡлы көнкүреш шарттары булдырыуға ныҡлы нигеҙ бар”, — ти иҡтисад фәндәре докторы. Дәүләт органында юғары вазифа биләгән ғалимдың был раҫламаһын шик аҫтына алырға, ысынлап та, финанс-иҡтисади нигеҙ юҡ. Тик юғары власть даирәләрендә үҙ крәҫтиәнен лайыҡлы тормошта йәшәтергә ихтыяр ғына күренмәй. Бәлки, Украина ваҡиғаларына бәйле Европа союзы һәм АҠШ хакимиәте менән көслө конфликтҡа килгәндән һуң ныҡлы нигеҙ булдырыу өсөн ниндәйҙер аҙымдар яһала башлар.
Һүҙ юҫығы “лайыҡлы шарттар”ҙың ни рәүешле ғәмәлгә ашырылыуы тураһында. Ул элекке Советтар Союзындағы кеүек, патерналистик кәйеф тыуҙырыу нигеҙендә атҡарылып сығырмы, әллә капиталистик хужалыҡ итеү ҡағиҙәләрендә ҡаралғанса, ауыл эшсәндәренең туранан-тура ҡатнашлығында, уларҙың хәләл көсө, хәл иткес дәрәжәлә ҡыҙыҡһыныу күрһәтеүе шарттарында бойомға ашырылырмы? Атап үтелгән ике юлдың принципиаль айырмаһы шунда: КПСС заманында ауылда тормош шарттарын яҡшыртыу крәҫтиән ҡатнашлығынан тыш эшләнде, күренеүенсә, ул көтөлгән өмөттө аҡламаны. Баҙар иҡтисады ауылда теге йәки был етди аҙымды тик ауыл эшсәненең үҙ ихтыяры, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ күрһәтеүе шарттарында атҡарыуға ҡоролған. Әҙәм балаһының тәбиғәте шундай: буштан килгәндең ҡәҙерен белмәй, үҙ тырышлығы менән табылғанды ғына баһаларға өйрәнгән.
“Һәр илдең иҡтисади үҫеш кимәлен тәү сиратта бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ (иғтибар итегеҙ: беҙҙең телдә уның уңайлы ғына формаһы ла юҡ. — М.Х.) билдәләй”, — ти Рәсүл Ғосманов. Был тезис та тәү ҡарашҡа бер төрлө лә шик тыуҙырмай кеүек, ләкин ул тормош-көнкүреш йәһәтенән алға киткән, иң мөһиме — хосуси милекселек институты яҡшы үҫешкән һәм закондар тарафынан тейешле дәрәжәлә яҡланған, граждандарҙың үҙаңы юғары һәм, ниһайәт, хоҡуҡи дәүләт булып әүерелгән Көнбайыш Европа һәм Төньяҡ Америка дәүләттәренә хас күренеш. Нисек кенә тырышһаң да, эшҡыуарлыҡ институты үҫешенә ҡеүәт биргән был тәүшарттарҙы инҡар итеү мөмкин түгел. Атап үтелгән шарттарҙың береһе лә беҙҙең ил ерлегендә осрамай. Һалым түләүҙән төрлө юлдар табып ялтанған, үҙенә уңайлы мәлдә күҙ ҙә йоммай закон боҙған ватандаштарыбыҙ үҙен “эшҡыуар” тип һанап йөрөһә лә, ғәмәлдә уның портреты донъя талаптары кимәленән күпкә түбән.
Ысын эшҡыуарҙар үҫеп сыҡһын өсөн, һис юғында, бер нисә быуындың алмашыныуы, кем әйтмешләй, “һуҡтырылмаған” быуын алмашҡа килеүе зарур. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был йәһәттән дәүләт органдары ла, йәмәғәтселек тә етди аҙымдар яһарға йыйынмай.
Ауыл эшсәндәренең проблемалары ваҡытлы матбуғатта фекер алышылған темаларҙан күпкә ҡатмарлыраҡ. Уның иң мөһиме – финанс йәки иҡтисад өлкәһендә лә түгел, ә Рәсәй дәүләт властары бер ҡасан да иҫәпкә алмаған психологик факторҙа. Уҙған быуаттың 30-cы йылдарында ауыл хужалығының “визит карточкаһы” булған кулактарҙы синыф булараҡ юҡ итеү, 90-сы йылдарҙа колхоз һәм совхоздарҙы тарҡатыу ауыл кешеһе өсөн көслө тетрәнеү булып, ул генетик кимәлдә һаман да һаҡлана. Кисәге колхозсы балаһының үҙаллы хужалыҡ ҡороп, уңышлы эшләп китеүенә иҫәп тотоу әлегә нигеҙһеҙ һәм быны һис кенә лә оноторға ярамай.