Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һаҡ булығыҙ: картанан аҡса урлайҙар
Һаҡ булығыҙ: картанан аҡса урлайҙар
Тормош алға бара. Шул иҫәптән ябай кешенең банк менән бәйле мөнәсәбәттәре лә заманға ярашлы үҙгәрҙе. Банк хеҙмәтләндереүе граждандарҙың йәшәгән урынынан сыҡмай ғына Интернет селтәре аша үҙ аҡса иҫәбенә идара итә алыу мөмкинлеген булдырҙы. Был бик ҡулайлы, әммә уның кире яҡтары ла бар: кеше кеҫәһенә ҡул һуҙырға яратыусылар был ысулды үҙ мәнфәғәтендә файҙалана. Һуңғы айҙарҙа граждандарҙың банк картаһынан аҡса урлау осраҡтары йышайҙы.


Енәйәтселәр аҡса урлау өсөн төрлө ысулдарҙы һайлай. Шуларҙың киң таралғаны – “Мобиль банк” сервисын ҡулланыу. Граждандар был ябай һәм уңайлы сервис аша тәүлек әйләнәһенә үҙ иҫәбе буйынса бөтә банк операциялары тураһында мәғлүмәт ала, төрлө урындан кеҫә телефоны аша түләүҙәрҙе бойомға ашыра, аҡса күсерә. “Мобиль банк”аша аҡса урлауҙың 100 проценты тип әйтерлек sim-карта хужаһы телефонын юғалтҡан, ташлаған йәки оҙаҡ ваҡыт ҡулланмаған осраҡтарға тура килә. Урлашыусы элекке абоненттың sim-картаһын ҡуллана. Кеҫә телефоны бәйләнеше менән тәьмин иткән компаниялар билдәләгән тәртип буйынса, абонент телефон һанынан баш тартҡандан 6 ай ваҡыттан һуң был sim-карта икенсе кешегә бирелә. Банк картаһына аҡса күсерелеү тураһындағы “Мобиль банк” мәғлүмәте яңы абонентҡа килеүен дауам итә. Намыҫлы кешеләр бындай хәбәрҙе иғтибарға алмай, енәйәтселәр иһә башҡалар кеҫәһенә төшөүҙән баш тартмай, ә айырым комбинациялар ярҙамында аҡсаны үҙ иҫәбенә күсерә. Мәҫәлән, 2014 йылдың 10 июлендә Мәләүез районының эске эштәр бүлегенә К. мөрәжәғәт итте. Ул 2014 йылдың май-июль айҙарында билдәһеҙ кеше “Мобиль банк” сервисы аша 41200 һум аҡсаһы урланыуын белдерҙе һәм уғрыны яуаплылыҡҡа тарттырыу­ҙы үтенеп ғариза яҙҙы. К. ике йыл файҙаланған sim-картаһын алмаштырған һәм был хаҡта банкка хәбәр итмәгән. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң уның элекке картаһына яңы хужа табылып, ул К.-ның бөтә операцияларын күҙәтеп барған һәм тупланған сумманы үҙ иҫәбенә күсереү яйын тапҡан.
Эске эштәр бүлегенә ҡабул ителгән ғаризаларҙы анализлау шуны күрһәтә: бындай урлашыуҙар ҡырҡа артты. 2013 йылда 15 енәйәт теркәлһә, 2014 йылдың 6 айында был һан 40-ҡа етте.
Ошо факттарға бәйле шуны айырып әйтергә кәрәк: мөлкәтте хужаһынан башҡа берәү ҙә тейешенсә һаҡлай алмай, һәр кем иғтибарлы булырға тейеш.
Түбәндәге ҡағиҙәләрҙе
иҫтән сығармаҫҡа кәрәк:

v Сит кешегә үҙегеҙҙең шәхси мәғлү­мәтте, пластик карта реквизиттарын хәбәр итмәгеҙ. Пин-код картанан айырым һаҡланһын.
v Пластик картағыҙҙы сит кешегә бир­мәгеҙ! Карта буйынса бөтә операциялар ҙа уның хужаһы булғанда ғына баш­ҡарылырға тейеш.
v Картаны юғалтҡан осраҡта уны биргән банкка кисекмәҫтән хәбәр итергә һәм блокировкаларға кәрәк.
v “Мобиль банк” сервисына тоташтырыл­ған sim-картаны алмаштырған осраҡта, хеҙмәтләндереүҙе туҡтатыуҙы һорап, банкка ғариза яҙырға онотмаҫҡа.
v Ошо темаға ҡағылышлы һорауҙар ме­нән банктарҙың клиент хеҙмәтенә йәки эске эштәр бүлегенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.
v Әгәр һеҙгә йәки яҡындарығыҙға, шәхси иҫәбе булмауға ҡарамаҫтан, банк учреж­дениеһынан аҡса күсерелеү тура­һында sms-хәбәр килһә, ошо банктың яҡындағы бүлексәһенә кисекмәҫтән мө­рәжәғәт итегеҙ. Был аҡсаларға ҡағыл­мағыҙ, сөнки улар һеҙҙеке түгел!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә