Тормош алға бара. Шул иҫәптән ябай кешенең банк менән бәйле мөнәсәбәттәре лә заманға ярашлы үҙгәрҙе. Банк хеҙмәтләндереүе граждандарҙың йәшәгән урынынан сыҡмай ғына Интернет селтәре аша үҙ аҡса иҫәбенә идара итә алыу мөмкинлеген булдырҙы. Был бик ҡулайлы, әммә уның кире яҡтары ла бар: кеше кеҫәһенә ҡул һуҙырға яратыусылар был ысулды үҙ мәнфәғәтендә файҙалана. Һуңғы айҙарҙа граждандарҙың банк картаһынан аҡса урлау осраҡтары йышайҙы.
Енәйәтселәр аҡса урлау өсөн төрлө ысулдарҙы һайлай. Шуларҙың киң таралғаны – “Мобиль банк” сервисын ҡулланыу. Граждандар был ябай һәм уңайлы сервис аша тәүлек әйләнәһенә үҙ иҫәбе буйынса бөтә банк операциялары тураһында мәғлүмәт ала, төрлө урындан кеҫә телефоны аша түләүҙәрҙе бойомға ашыра, аҡса күсерә. “Мобиль банк”аша аҡса урлауҙың 100 проценты тип әйтерлек sim-карта хужаһы телефонын юғалтҡан, ташлаған йәки оҙаҡ ваҡыт ҡулланмаған осраҡтарға тура килә. Урлашыусы элекке абоненттың sim-картаһын ҡуллана. Кеҫә телефоны бәйләнеше менән тәьмин иткән компаниялар билдәләгән тәртип буйынса, абонент телефон һанынан баш тартҡандан 6 ай ваҡыттан һуң был sim-карта икенсе кешегә бирелә. Банк картаһына аҡса күсерелеү тураһындағы “Мобиль банк” мәғлүмәте яңы абонентҡа килеүен дауам итә. Намыҫлы кешеләр бындай хәбәрҙе иғтибарға алмай, енәйәтселәр иһә башҡалар кеҫәһенә төшөүҙән баш тартмай, ә айырым комбинациялар ярҙамында аҡсаны үҙ иҫәбенә күсерә. Мәҫәлән, 2014 йылдың 10 июлендә Мәләүез районының эске эштәр бүлегенә К. мөрәжәғәт итте. Ул 2014 йылдың май-июль айҙарында билдәһеҙ кеше “Мобиль банк” сервисы аша 41200 һум аҡсаһы урланыуын белдерҙе һәм уғрыны яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы үтенеп ғариза яҙҙы. К. ике йыл файҙаланған sim-картаһын алмаштырған һәм был хаҡта банкка хәбәр итмәгән. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң уның элекке картаһына яңы хужа табылып, ул К.-ның бөтә операцияларын күҙәтеп барған һәм тупланған сумманы үҙ иҫәбенә күсереү яйын тапҡан.
Эске эштәр бүлегенә ҡабул ителгән ғаризаларҙы анализлау шуны күрһәтә: бындай урлашыуҙар ҡырҡа артты. 2013 йылда 15 енәйәт теркәлһә, 2014 йылдың 6 айында был һан 40-ҡа етте.
Ошо факттарға бәйле шуны айырып әйтергә кәрәк: мөлкәтте хужаһынан башҡа берәү ҙә тейешенсә һаҡлай алмай, һәр кем иғтибарлы булырға тейеш.
Түбәндәге ҡағиҙәләрҙе
иҫтән сығармаҫҡа кәрәк:
v Сит кешегә үҙегеҙҙең шәхси мәғлүмәтте, пластик карта реквизиттарын хәбәр итмәгеҙ. Пин-код картанан айырым һаҡланһын.
v Пластик картағыҙҙы сит кешегә бирмәгеҙ! Карта буйынса бөтә операциялар ҙа уның хужаһы булғанда ғына башҡарылырға тейеш.
v Картаны юғалтҡан осраҡта уны биргән банкка кисекмәҫтән хәбәр итергә һәм блокировкаларға кәрәк.
v “Мобиль банк” сервисына тоташтырылған sim-картаны алмаштырған осраҡта, хеҙмәтләндереүҙе туҡтатыуҙы һорап, банкка ғариза яҙырға онотмаҫҡа.
v Ошо темаға ҡағылышлы һорауҙар менән банктарҙың клиент хеҙмәтенә йәки эске эштәр бүлегенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.
v Әгәр һеҙгә йәки яҡындарығыҙға, шәхси иҫәбе булмауға ҡарамаҫтан, банк учреждениеһынан аҡса күсерелеү тураһында sms-хәбәр килһә, ошо банктың яҡындағы бүлексәһенә кисекмәҫтән мөрәжәғәт итегеҙ. Был аҡсаларға ҡағылмағыҙ, сөнки улар һеҙҙеке түгел!