Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ЯНҒАНТАУҘАР НИҢӘ ЯНА
ЯНҒАНТАУҘАР  НИҢӘ ЯНА
Салауат районының Янғантау ҡасабаһында йәшәүселәрҙән яңыраҡ ошондай хат алдыҡ:
“Хөрмәтле редакция!
Быға тиклем ҡасабалағы йорттарҙы “Янғантау” шифаханаһы хеҙмәтләндерҙе, йәғни эҫе һәм һыуыҡ һыуын да, йылытыуҙы ла, газ менән тәьмин итеүҙе, торлаҡты тәртиптә тотоу һәм төҙөкләндереүҙе лә улар үҙ өҫтөнә алды. Шуға ла коммуналь хеҙмәттәр өсөн аҡсаны шифаханаға түләп барҙыҡ. Был шарт бөтәһен дә ҡәнәғәтләндерә ине. Тик быйыл июль айында “Янғантау” ҡасабалағы йорттарҙы тәртиптә тотоу һәм төҙөкләндереү бурысынан баш тартты. Шуға ла Янғантау ауыл биләмәһе хакимиәте был эште башҡарыу өсөн “Жилсервис” идарасы компанияһы менән килешеү төҙөгән.
Законға ярашлы, улар, торлаҡ хужаларының ризалығын алмайынса, бындай килешеү төҙөргә хоҡуҡлы түгел. Был мәсьәлә дөйөм йыйылышта хәл ителергә тейеш. Ҡасабала бының өсөн халыҡты йыйып ҡарағандар, тик мең кешенең иллеһе генә килгән. Тимәк, күпселектең рөхсәтен алмағандар.
Ә инде “Жилсервис” идарасы компанияһы торлаҡты тәртиптә тотоу һәм төҙөкләндереү өсөн тарифты бигерәк юғары ҡуйған: бер квадрат метрға – 10,67 һум! Яңыраҡ квитанцияларҙы ҡулға алып, аптырашта ҡалдыҡ...
ЯНҒАНТАУҘАР  НИҢӘ ЯНАЕтмәһә, бөтәһенә лә бер үк тариф билдәләнгән. Совет осорондағы йорттарға ла, яңыларға ла бер төрлө түләргә кәрәк, имеш. Бының менән бер ҙә килешмәйбеҙ. Мәҫәлән, Үҙәк урамдағы 7/2-се йорт ике йыл элек кенә сафҡа инде. Етмәһә, уның 2018 йылға тиклем гарантияһы ла бар. Беҙҙең уйлауыбыҙса, был йортҡа егерме йылдан һуң ғына капиталь ремонт талап ителәсәк. Ә беҙ бөгөндән алып шуның өсөн түләргә тейеш!
Торлаҡты тәртиптә тотоу хеҙмәте менән дә килешмәйбеҙ. Подъезды бер ҙә йыйыштырғандары юҡ, ҡышын ҡарҙы ла онотҡанда бер таҙарталар.
Шуға ла “Жилсервис” идарасы компанияһының эшмәкәрлегенә ризаһыҙлығыбыҙҙы белдерәбеҙ. Ошо мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам һорайбыҙ.
Ихтирам менән – Янғантау ҡасабаһы халҡы (йәмғеһе илле ҡултамға)”.

Гәзит уҡыусыларҙың ҡайһы берҙәре, ниндәй түләүҙәр хаҡында һүҙ бара, тип бер аҙ буталып та киткәндер. Шуға ла тәфсирләп аңлатып үтәйек.
ЯНҒАНТАУҘАР  НИҢӘ ЯНАКүп фатирлы йортта йәшәүселәр ике төрлө хеҙмәт өсөн түләй:
коммуналь хеҙмәттәр (эҫе һәм һыуыҡ һыу, йылылыҡ, газ);
торлаҡты тәртиптә тотоу һәм төҙөклән­дереү (йорттоң эсен, тирә-яғын таҙартыу, сүп-сарҙы сығарыу, ремонтлау).
Хәҙер Янғантау ҡасабаһы халҡына берен­се хеҙмәтте шифахана күрһәтһә, икенсеһен июлдән алып идарасы компания башҡара. Нәҡ “Жилсервис”тың эшмәкәрлегенә халыҡ ризаһыҙлығын белдерә лә инде.
Сеймәлгән “йомғаҡ”ты тағатыр өсөн Салауат районына юлландыҡ. Беҙ килеп етеүгә урындағы халыҡ майҙанға йыйылып та ҡуй­ғайны. Гәзит хәбәрсеһен күргәс, бер-береһен бүлә-бүлә кемуҙарҙан аһ-зарын һөйләй башланылар.
– Элек, “Янғантау”ға ғына түләп йәшәгән­дә, зарланғаныбыҙ булманы, – тип бел­дерҙе хеҙмәт ветераны, Башҡорт­остан­дың атҡаҙанған табибы Фән Фәхретдинов. – Ошо “Жилсервис” ҡына килеп сығып, бөтәбеҙҙе лә аптыратты. Етмәһә, юғары тариф ҡуйып, умырып түләү ала. Уның менән беҙҙең исем­дән Янғантау ауыл биләмәһе килешеү төҙөгән, ә беҙҙән рөхсәт алманылар. Шуға ул компанияға түләргә йыйынмайбыҙ ҙа!
Халыҡ араһынан, ярһып, оло йәштәге апай алға килеп баҫты. Уның ошо хәлгә янып-көйөүе йөҙөнә сыҡҡайны.
– Мин – Рәйсә Хужина, хеҙмәт ветеранымын, ғүмерем буйы шифаханала эшләнем, – тип ханым үҙе менән таныштырҙы ла, ҡулын­дағы ҡағыҙҙарҙы һелтәй-һелтәй, зарын түкте. – Элек бер квитанция ғына килә ине, әллә ни күп тә түләмәнек. Хәҙер бер эш күрһәтмәгән идарасы компанияға аҡса бирергә тейешбеҙ! Күрәләтә аҡыртып талайҙар бит! Элек коммуналь хеҙмәттәр өсөн “Янғантау” шифахана­һына айына 1948 һум түләй инем, хәҙер, етмәһә, ай һайын “Жилсервис”ҡа 628 һум күсерергә тейешмен.
Рәйсә ханымдың һүҙен йөпләп, күршеһе лә ҡушылды:
– Әллә ниндәй заман башланды, – тип көрһөндө Йыһаниә Шәүәлиева. – Бер йыл эсендә генә коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар ҡот осҡос артты. Мартҡа тиклем 1200 һум түләп килдем, шунан 1960-ҡа тиклем күтәрелде. Хәҙер килеп идарасы компанияға ла өҫтәп айына 633 һум бирергә тейешмен. Һәр айҙың квитанцияһын ҡурҡа-ҡурҡа ҡулға алам...
Йыйылған халыҡ ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. “Жилсервис”ҡа яуған дәғүәләр өйөлгәндән-өйөл­дө.
– Ә һеҙ беҙҙең подъезға инеп ҡарағыҙ! Унда нисек икәнен үҙ күҙегеҙ менән, күрегеҙ, – тип берәү үҙе йәшәгән йортҡа әйҙүкләне.
– Бер һеҙҙеке генәме шундай хәлдә! Ҡай­һыһына инһәң дә, шул уҡ хәл...
Шулай итеп, Үҙәк урамдағы 5-се йортҡа юлландыҡ. Подъезға килеп инеү менән бындай күренешкә тап булғас, аптырашта ҡал­дыҡ. Стеналары урыны менән аҡтарылып төшкән, буяуҙары ҡубып сыҡҡан, ҡайһы бер урында ҡоро кирбестәр күренеп тора... Иҙәндәге сүп-сар ҙа күҙгә ташланмай ҡалманы.
– Был йорт 1976 йылда төҙөлгән, шунан бирле капиталь ремонт эшләнгәне булманы, – тип ауыр көрһөндө бында йәшәүселәр.
Был сетерекле хәлдә ғәйеп кемдә? Ниңә һуң “Янғантау” шифаханаһы етәкселеге ошо йорттарҙы тәртиптә тотоу һәм төҙөкләндереү хеҙмәте күрһәтеүҙән баш тартҡан? Бынан тыш, ни өсөн “Жилсервис” менән килешеү төҙөгәндә урындағы халыҡтың фекерен иҫәпкә алмағандар?..
Асыҡлыҡ индереү өсөн ошо һорауҙар ме­нән Салауат районы хакимиәтенә барҙыҡ. Хакимиәт башлығы Ғәли Хәйретдинов биргән аңлатма күп нәмәгә асыҡлыҡ индерҙе.
– Был мәсьәлә менән күптән танышбыҙ, – тине Ғәли Ғәләүетдин улы. – Бөтә ғиллә шунда: быға тиклем ҡасабала йәшәүселәр бары тик коммуналь хеҙмәттәр өсөн генә түләп килде. Ә инде торлаҡты төҙөкләндереү һәм тәртиптә тотоу өсөн түләмәнеләр, уны шифахана үҙ өҫтөнә алды. Халыҡ бының өсөн түләмәй, рәхәтләнеп йәшәне. Хәҙер ундағы күпселек фатирҙар “Янғантау”ҙыҡы түгел, күптән хосусилаштырып алынған, хеҙмәткәрҙәр торлағы ла юҡ тиерлек. Шулай булғас, шифахана ни өсөн кеше йортон үҙ иҫәбенә ҡарарға тейеш? Шуға ул был хеҙмәтте күрһәтеүҙән баш тартты. Хәҙер барлыҡ эште “Жилсервис” башҡара. Торлаҡты тәртиптә тотоу өсөн бер тин дә түләмәй йәшәгән кешеләрҙә был хәл, әлбиттә, ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Әммә бында бер нисек тә закон боҙолмаған.
Бына шулай... Донъяға билдәле шифахана быға тиклем ҡасабалағы бөтә йорт-тарҙы ла үҙ иҫәбенә тәртиптә тотҡан. Бының өсөн халыҡ түләмәгән. Ә инде йәшәгән йортоңдо төҙөкләндереү өсөн бер тин дә һалмағас, уның эске йәмһеҙ күренешендә кемде ғәйепләргә ҡала? Ә бит, законға ярашлы һәр кеше үҙенең торлағын тәртиптә тотоу һәм төҙөкләндереү өсөн кеҫәһенән сығарырға тейеш.
Тағы бер һорау тынғылыҡ бирмәй. Нисек һуң Янғантау ауыл Советы хакимиәте халыҡтың ризалығын алмайынса идарасы компания менән килешеү төҙөгән һәм тарифты билдәләгән?
Был һорауға Салауат районы хакимиә­тенең төҙөлөш, тарифтар һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалау буйынса баш белгесе Нина Назарова ошондай аңлатма бирҙе:
– Эйе, тариф һәм йортҡа идара итеү ысулы дөйөм йыйылышта билдәләнергә тейеш, әммә меңләгән халыҡты нисек йыяһың? Бик әҙҙәре генә ҡатнашты, улары ла уртаҡ фе­кергә килә алманы. Ә бит йортҡа кемдер идара итергә тейеш. Законға ярашлы, әгәр фатир хужалары йыйылышта ошо мәсьәлә­ләрҙе хәл итә алмаһа, улар өсөн урындағы етәкселек башҡара ала. Шуға ла ауыл биләмәһе етәкселеге “Жилсервис” менән килешеү төҙөнө. Ә инде тарифҡа килгәндә, ул әллә ни ҙур түгел.
Ысынлап та, Рәсәй Федерацияһының Торлаҡ кодексындағы 158-се статьяның 4-се өлөшөнә ярашлы, барыһы ла дөрөҫ. Унда күрһәтелеүенсә, әгәр йыйылышта торлаҡ хужалары тарифты билдәләү буйынса ҡарар ҡабул итмәһә, был эште урындағы үҙидара башҡарырға хоҡуҡлы.
Тағы ла Торлаҡ кодексындағы 161-се статьяның 3-сө өлөшөнә лә иғтибар итәйек. Уға ярашлы, әгәр фатир хужалары йортҡа идара итеү ысулын билдәләмәһә, урындағы етәкселек идарасы компания менән конкурс нигеҙендә килешеү төҙөй ала.
Тарифҡа килгәндә иһә, ошо һандарҙы атап үтеү ҙә артыҡ булмаҫ.
Торлаҡтың бер квадрат метрын тәртиптә тотоу һәм төҙөкләндереү өсөн төрлө районда айына төрлөсә түләнелә: мәҫәлән, Благовещен районында – 14,71 һум, Ауырғазыла – 14,23 , Архангелдә – 19,87, Мәләүездә – 14,23, Туймазыла – 15, Өфөлә – 13,73. Был төбәктәрҙә хаҡ юғарыраҡ булһа, Әбйәлил районында – 5,43 һум, Хәйбуллала – 5,08, Иглиндә – 5, 56. Республика буйынса был хеҙмәт өсөн түләү уртаса 13 һум 45 тин тәшкил итә.
Салауат районына килгәндә, бер ҡыҙыҡ күренешкә юлығаһың: әгәр район үҙәге Ма­лаяҙҙа 5,26 һум түләһәләр, Янғантау ҡаса­баһында 10,67 һум тип билдәләнгән. Район үҙәгенә ҡарағанда тарифтары байтаҡҡа юғары булыуы ла аптырата урындағы халыҡты.
...Алдан аныҡ ҡына аңлатыу ишетмәгәс, Янғантау халҡының янып-көйөп үҙ хоҡуғын яҡлауы тәбиғи күренеш, сөнки һәр кеше нимә өсөн түләгәнен белергә тейеш. Ә инде кеҫәһенән аҡсаһын сығармаһа, әллә ниндәй матур шарттар ҙа талап итә алмай.
Йортом – ҡәлғәм минең, тигән фекер ныҡлы урын алған халыҡта. Шул ҡәлғәлә тәртипте, тотороҡлолоҡто хәстәрләү – һәр кемдең бурысы ул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872