Салауат районының Янғантау ҡасабаһында йәшәүселәрҙән яңыраҡ ошондай хат алдыҡ:
“Хөрмәтле редакция!
Быға тиклем ҡасабалағы йорттарҙы “Янғантау” шифаханаһы хеҙмәтләндерҙе, йәғни эҫе һәм һыуыҡ һыуын да, йылытыуҙы ла, газ менән тәьмин итеүҙе, торлаҡты тәртиптә тотоу һәм төҙөкләндереүҙе лә улар үҙ өҫтөнә алды. Шуға ла коммуналь хеҙмәттәр өсөн аҡсаны шифаханаға түләп барҙыҡ. Был шарт бөтәһен дә ҡәнәғәтләндерә ине. Тик быйыл июль айында “Янғантау” ҡасабалағы йорттарҙы тәртиптә тотоу һәм төҙөкләндереү бурысынан баш тартты. Шуға ла Янғантау ауыл биләмәһе хакимиәте был эште башҡарыу өсөн “Жилсервис” идарасы компанияһы менән килешеү төҙөгән.
Законға ярашлы, улар, торлаҡ хужаларының ризалығын алмайынса, бындай килешеү төҙөргә хоҡуҡлы түгел. Был мәсьәлә дөйөм йыйылышта хәл ителергә тейеш. Ҡасабала бының өсөн халыҡты йыйып ҡарағандар, тик мең кешенең иллеһе генә килгән. Тимәк, күпселектең рөхсәтен алмағандар.
Ә инде “Жилсервис” идарасы компанияһы торлаҡты тәртиптә тотоу һәм төҙөкләндереү өсөн тарифты бигерәк юғары ҡуйған: бер квадрат метрға – 10,67 һум! Яңыраҡ квитанцияларҙы ҡулға алып, аптырашта ҡалдыҡ...
Етмәһә, бөтәһенә лә бер үк тариф билдәләнгән. Совет осорондағы йорттарға ла, яңыларға ла бер төрлө түләргә кәрәк, имеш. Бының менән бер ҙә килешмәйбеҙ. Мәҫәлән, Үҙәк урамдағы 7/2-се йорт ике йыл элек кенә сафҡа инде. Етмәһә, уның 2018 йылға тиклем гарантияһы ла бар. Беҙҙең уйлауыбыҙса, был йортҡа егерме йылдан һуң ғына капиталь ремонт талап ителәсәк. Ә беҙ бөгөндән алып шуның өсөн түләргә тейеш!
Торлаҡты тәртиптә тотоу хеҙмәте менән дә килешмәйбеҙ. Подъезды бер ҙә йыйыштырғандары юҡ, ҡышын ҡарҙы ла онотҡанда бер таҙарталар.
Шуға ла “Жилсервис” идарасы компанияһының эшмәкәрлегенә ризаһыҙлығыбыҙҙы белдерәбеҙ. Ошо мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам һорайбыҙ.
Ихтирам менән – Янғантау ҡасабаһы халҡы (йәмғеһе илле ҡултамға)”. Гәзит уҡыусыларҙың ҡайһы берҙәре, ниндәй түләүҙәр хаҡында һүҙ бара, тип бер аҙ буталып та киткәндер. Шуға ла тәфсирләп аңлатып үтәйек.
Күп фатирлы йортта йәшәүселәр ике төрлө хеҙмәт өсөн түләй:
коммуналь хеҙмәттәр (эҫе һәм һыуыҡ һыу, йылылыҡ, газ);
торлаҡты тәртиптә тотоу һәм төҙөкләндереү (йорттоң эсен, тирә-яғын таҙартыу, сүп-сарҙы сығарыу, ремонтлау).
Хәҙер Янғантау ҡасабаһы халҡына беренсе хеҙмәтте шифахана күрһәтһә, икенсеһен июлдән алып идарасы компания башҡара. Нәҡ “Жилсервис”тың эшмәкәрлегенә халыҡ ризаһыҙлығын белдерә лә инде.
Сеймәлгән “йомғаҡ”ты тағатыр өсөн Салауат районына юлландыҡ. Беҙ килеп етеүгә урындағы халыҡ майҙанға йыйылып та ҡуйғайны. Гәзит хәбәрсеһен күргәс, бер-береһен бүлә-бүлә кемуҙарҙан аһ-зарын һөйләй башланылар.
– Элек, “Янғантау”ға ғына түләп йәшәгәндә, зарланғаныбыҙ булманы, – тип белдерҙе хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Фән Фәхретдинов. – Ошо “Жилсервис” ҡына килеп сығып, бөтәбеҙҙе лә аптыратты. Етмәһә, юғары тариф ҡуйып, умырып түләү ала. Уның менән беҙҙең исемдән Янғантау ауыл биләмәһе килешеү төҙөгән, ә беҙҙән рөхсәт алманылар. Шуға ул компанияға түләргә йыйынмайбыҙ ҙа!
Халыҡ араһынан, ярһып, оло йәштәге апай алға килеп баҫты. Уның ошо хәлгә янып-көйөүе йөҙөнә сыҡҡайны.
– Мин – Рәйсә Хужина, хеҙмәт ветеранымын, ғүмерем буйы шифаханала эшләнем, – тип ханым үҙе менән таныштырҙы ла, ҡулындағы ҡағыҙҙарҙы һелтәй-һелтәй, зарын түкте. – Элек бер квитанция ғына килә ине, әллә ни күп тә түләмәнек. Хәҙер бер эш күрһәтмәгән идарасы компанияға аҡса бирергә тейешбеҙ! Күрәләтә аҡыртып талайҙар бит! Элек коммуналь хеҙмәттәр өсөн “Янғантау” шифаханаһына айына 1948 һум түләй инем, хәҙер, етмәһә, ай һайын “Жилсервис”ҡа 628 һум күсерергә тейешмен.
Рәйсә ханымдың һүҙен йөпләп, күршеһе лә ҡушылды:
– Әллә ниндәй заман башланды, – тип көрһөндө Йыһаниә Шәүәлиева. – Бер йыл эсендә генә коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар ҡот осҡос артты. Мартҡа тиклем 1200 һум түләп килдем, шунан 1960-ҡа тиклем күтәрелде. Хәҙер килеп идарасы компанияға ла өҫтәп айына 633 һум бирергә тейешмен. Һәр айҙың квитанцияһын ҡурҡа-ҡурҡа ҡулға алам...
Йыйылған халыҡ ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. “Жилсервис”ҡа яуған дәғүәләр өйөлгәндән-өйөлдө.
– Ә һеҙ беҙҙең подъезға инеп ҡарағыҙ! Унда нисек икәнен үҙ күҙегеҙ менән, күрегеҙ, – тип берәү үҙе йәшәгән йортҡа әйҙүкләне.
– Бер һеҙҙеке генәме шундай хәлдә! Ҡайһыһына инһәң дә, шул уҡ хәл...
Шулай итеп, Үҙәк урамдағы 5-се йортҡа юлландыҡ. Подъезға килеп инеү менән бындай күренешкә тап булғас, аптырашта ҡалдыҡ. Стеналары урыны менән аҡтарылып төшкән, буяуҙары ҡубып сыҡҡан, ҡайһы бер урында ҡоро кирбестәр күренеп тора... Иҙәндәге сүп-сар ҙа күҙгә ташланмай ҡалманы.
– Был йорт 1976 йылда төҙөлгән, шунан бирле капиталь ремонт эшләнгәне булманы, – тип ауыр көрһөндө бында йәшәүселәр.
Был сетерекле хәлдә ғәйеп кемдә? Ниңә һуң “Янғантау” шифаханаһы етәкселеге ошо йорттарҙы тәртиптә тотоу һәм төҙөкләндереү хеҙмәте күрһәтеүҙән баш тартҡан? Бынан тыш, ни өсөн “Жилсервис” менән килешеү төҙөгәндә урындағы халыҡтың фекерен иҫәпкә алмағандар?..
Асыҡлыҡ индереү өсөн ошо һорауҙар менән Салауат районы хакимиәтенә барҙыҡ. Хакимиәт башлығы Ғәли Хәйретдинов биргән аңлатма күп нәмәгә асыҡлыҡ индерҙе.
– Был мәсьәлә менән күптән танышбыҙ, – тине Ғәли Ғәләүетдин улы. – Бөтә ғиллә шунда: быға тиклем ҡасабала йәшәүселәр бары тик коммуналь хеҙмәттәр өсөн генә түләп килде. Ә инде торлаҡты төҙөкләндереү һәм тәртиптә тотоу өсөн түләмәнеләр, уны шифахана үҙ өҫтөнә алды. Халыҡ бының өсөн түләмәй, рәхәтләнеп йәшәне. Хәҙер ундағы күпселек фатирҙар “Янғантау”ҙыҡы түгел, күптән хосусилаштырып алынған, хеҙмәткәрҙәр торлағы ла юҡ тиерлек. Шулай булғас, шифахана ни өсөн кеше йортон үҙ иҫәбенә ҡарарға тейеш? Шуға ул был хеҙмәтте күрһәтеүҙән баш тартты. Хәҙер барлыҡ эште “Жилсервис” башҡара. Торлаҡты тәртиптә тотоу өсөн бер тин дә түләмәй йәшәгән кешеләрҙә был хәл, әлбиттә, ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Әммә бында бер нисек тә закон боҙолмаған.
Бына шулай... Донъяға билдәле шифахана быға тиклем ҡасабалағы бөтә йорт-тарҙы ла үҙ иҫәбенә тәртиптә тотҡан. Бының өсөн халыҡ түләмәгән. Ә инде йәшәгән йортоңдо төҙөкләндереү өсөн бер тин дә һалмағас, уның эске йәмһеҙ күренешендә кемде ғәйепләргә ҡала? Ә бит, законға ярашлы һәр кеше үҙенең торлағын тәртиптә тотоу һәм төҙөкләндереү өсөн кеҫәһенән сығарырға тейеш.
Тағы бер һорау тынғылыҡ бирмәй. Нисек һуң Янғантау ауыл Советы хакимиәте халыҡтың ризалығын алмайынса идарасы компания менән килешеү төҙөгән һәм тарифты билдәләгән?
Был һорауға Салауат районы хакимиәтенең төҙөлөш, тарифтар һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалау буйынса баш белгесе Нина Назарова ошондай аңлатма бирҙе:
– Эйе, тариф һәм йортҡа идара итеү ысулы дөйөм йыйылышта билдәләнергә тейеш, әммә меңләгән халыҡты нисек йыяһың? Бик әҙҙәре генә ҡатнашты, улары ла уртаҡ фекергә килә алманы. Ә бит йортҡа кемдер идара итергә тейеш. Законға ярашлы, әгәр фатир хужалары йыйылышта ошо мәсьәләләрҙе хәл итә алмаһа, улар өсөн урындағы етәкселек башҡара ала. Шуға ла ауыл биләмәһе етәкселеге “Жилсервис” менән килешеү төҙөнө. Ә инде тарифҡа килгәндә, ул әллә ни ҙур түгел.
Ысынлап та, Рәсәй Федерацияһының Торлаҡ кодексындағы 158-се статьяның 4-се өлөшөнә ярашлы, барыһы ла дөрөҫ. Унда күрһәтелеүенсә, әгәр йыйылышта торлаҡ хужалары тарифты билдәләү буйынса ҡарар ҡабул итмәһә, был эште урындағы үҙидара башҡарырға хоҡуҡлы.
Тағы ла Торлаҡ кодексындағы 161-се статьяның 3-сө өлөшөнә лә иғтибар итәйек. Уға ярашлы, әгәр фатир хужалары йортҡа идара итеү ысулын билдәләмәһә, урындағы етәкселек идарасы компания менән конкурс нигеҙендә килешеү төҙөй ала.
Тарифҡа килгәндә иһә, ошо һандарҙы атап үтеү ҙә артыҡ булмаҫ.
Торлаҡтың бер квадрат метрын тәртиптә тотоу һәм төҙөкләндереү өсөн төрлө районда айына төрлөсә түләнелә: мәҫәлән, Благовещен районында – 14,71 һум, Ауырғазыла – 14,23 , Архангелдә – 19,87, Мәләүездә – 14,23, Туймазыла – 15, Өфөлә – 13,73. Был төбәктәрҙә хаҡ юғарыраҡ булһа, Әбйәлил районында – 5,43 һум, Хәйбуллала – 5,08, Иглиндә – 5, 56. Республика буйынса был хеҙмәт өсөн түләү уртаса 13 һум 45 тин тәшкил итә.
Салауат районына килгәндә, бер ҡыҙыҡ күренешкә юлығаһың: әгәр район үҙәге Малаяҙҙа 5,26 һум түләһәләр, Янғантау ҡасабаһында 10,67 һум тип билдәләнгән. Район үҙәгенә ҡарағанда тарифтары байтаҡҡа юғары булыуы ла аптырата урындағы халыҡты.
...Алдан аныҡ ҡына аңлатыу ишетмәгәс, Янғантау халҡының янып-көйөп үҙ хоҡуғын яҡлауы тәбиғи күренеш, сөнки һәр кеше нимә өсөн түләгәнен белергә тейеш. Ә инде кеҫәһенән аҡсаһын сығармаһа, әллә ниндәй матур шарттар ҙа талап итә алмай.
Йортом – ҡәлғәм минең, тигән фекер ныҡлы урын алған халыҡта. Шул ҡәлғәлә тәртипте, тотороҡлолоҡто хәстәрләү – һәр кемдең бурысы ул.