Кеше, Ергә ҡасан, ҡайһы ғына илдә, ғаиләлә килеүенә ҡарамаҫтан, бәхетле йәшәргә хыяллана. Бәхеткә илтә торған бормалы һәм һикәлтәле юлдарҙы үткәндә ниндәй генә ҡаршылыҡтарға, һынауҙарға дусар булмай ул?! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берәүҙәр был һынауҙы уңышлы үтеп, яҙмыш китабын дөрөҫ уҡый алмай. Йылдар һаны, тормош йөгө артҡан һайын, ундайҙар ергә бөгөлә, баш күтәреп сикһеҙ күккә ҡарауҙан мәғәнә һәм ләззәт тапмай.
Әлбиттә, заман йөгө һәр беребеҙҙең иңенә тигеҙ ятмай. Әммә ер юлдарын еңел генә юртаҡлап, йөкһөҙ генә үткән кеше юҡтыр. Оҙаҡ йылдар буйы ҡаты ауырыу һынаған бөйөк башҡорт шағиры Рәшит Назаров әйтмешләй, бөтөнләй йөкһөҙ тигән кеше лә үҙенең ҡәбер ташын күтәргән.
Яҙмыш китабын дөрөҫ уҡып, үҙен сағыу шәхес кимәленәсә үҫтергән замандаштарыбыҙ һоҡланыу тойғоһо уята. Көйөргәҙе районы, Күмертау ҡалаһы халҡының тәрән ихтирамын яулаған Зиннур Закир улы Исхаҡовты, һис шикһеҙ, “заманын эйәрләгән уҙаман” тип атарға була. Ул 1954 йылдың 9 сентябрендә Көйөргәҙе районының 1-се Кинйә ауылында алдынғы механизатор Закир менән егәрле, оҫта хужабикә Зөлхиәнең мөхәббәте ҡот өргән ғаиләлә өлкән бала һәм берҙән-бер ул булып донъяға килә. Ете балаға атай булған Закир ағай, таң менән төндө ялғап, колхоз эшенән ҡайтып килмәй, ә ҡул араһына инә башлаған Зиннур тырышып, еренә еткереп, өй йомоштарын атҡара, уҡыуҙа ла һыр бирмәй. Әммә Емельян Пугачевтың күренекле сардары, аҡыллы кәңәшсеһе Кинйә Арыҫланов нигеҙ һалған, Ватанға өс Советтар Союзы Геройы биргән ауылға “өмөтһөҙ” мөһөрө һуғыла.
Илгә геройҙарын – Ғәфиәт Арыҫланов, Сәлмән Биктимеров, Хәсән Ғайсиндарҙы тәрбиәләп, Ватан яҡларға оҙатҡан 1-се Кинйә еңел генә үлем язаһына хөкөм ителә.
Мәктәп юҡ, эш юҡ. Бер юлы биш балаһы мәктәптә уҡыған, райондың “алдынғы кукуруз үҫтереүсеһе” исемен йөрөткән Закир Дилмөхәммәт улы 1977 йылда үҙе төҙөгән йортон Яҡуп ауылына күсереп ултыртырға мәжбүр була. Ә Яҡупҡа яңы булдырылған “Мораптал” совхозының 4-се фермаһына ҡараған бер нисә ауыл халҡы күсә.
Зиннур бала саҡтан техниканы эшкә егеүҙә атаһының ышаныслы ярҙамсыһы була, хатта ауылдаштарының көнкүреш йыһаздарын йүнәтә. Шуғалырмы инде әсәһе Зөлхиә күп уллы әхирәттәренә: “Минең бер генә улым һеҙҙең ун улығыҙ хәтле торасаҡ”, – тип йыш ҡына ҡабатлай.
Башланғыс белемде тыуған Кинйәһендә алғас, күперһеҙ Көйөргәҙе йылғаһын кисеп, биш саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан татар ауылы Абдулда 8-се класты тамамлай. Ата-әсәһенә тиҙерәк ярҙам итеү ниәте менән Күмертауҙағы 29-сы һөнәрселек училищеһында уҡый ҙа ҡаланың авиация заводына токарь булып эшкә урынлаша.
1984 йылда Көнбайыш Себер ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә үҙен һынап ҡарау өсөн Лангепасҡа күсеп килгәнгә тиклем Зиннур Исхаҡовтың яҙмышында көтөлмәгән ваҡиғалар, киҫкен үҙгәрештәр булмай. Армиянан ҡайтҡас, 1975 йылда ғаилә ҡора, 1976 йылда ҡыҙы Альбина тыуа. 1978 йылдан – партия ағзаһы, шул уҡ йылда Күмертау тау-механика техникумын тамамлай, яңы эш урынында “Башкируголь” берекмәһе техник бүлегенең өлкән инженеры итеп үрләтелә. 1980 йылда улы Руслан донъяға килгәс, йәш ғаиләгә ике бүлмәле фатир бирәләр.
Ҡышҡы сатламала һауа температураһы 50 градусҡа тиклем төшкән, йәйге селләлә 40-ҡа тиклем күтәрелгән, һыуы эсергә яраҡһыҙ, һулар һауаһында һаҙ еҫе аңҡыған шарттарҙа Лангепас ҡалаһы менән бергә Зиннур Исхаҡов та сыныға. 1-се технологик-транспорт идаралығында (ЛУТТ-1) мастер булып эш башлаған яҡташыбыҙ өс йыл үтеүгә үҙәк ремонт-механика оҫтаханаһының етәксеһе итеп үрләтелә. Ә инде 1999 йылда тыуған төйәгенә юлланғанда, Зиннур Закир улы Лангепас нефть-газ сығарыу берекмәһенең баш инженеры вазифаһын биләй.
1988 йылда уҡ Зиннур Исхаҡовҡа “Көнбайыш Себер байлыҡтарын үҙләштергән һәм нефть-газ комплексын үҫтергән өсөн” миҙалы тапшырыла. Ошо уҡ йылда партияның Лангепас ҡала комитеты бюроһы ағзаһы һәм ҡала Советы депутаты итеп һайлана. 1991 йылда яҡташыбыҙ Төмән өлкә Советының депутаты булып китә. Артабан ул АҠШ-тың Вашингтон, Чикаго, Нью-Йорк, Канаданың Осло ҡалаларында өсәр айлап белемен камиллаштыра, диплом яҡлай. Шунан һуң Төмән дәүләт нефть университетын тамамлай. Ҡыҫҡаһы, 15 йылда Зиннур Исхаҡов Лангепастың иң күренекле башҡортона әүерелә, Башҡортостандан килгән яҡташтарына ярҙам итә, ҡала мәсетен төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша.
1990 йылдар аҙағында Башҡортостанды, Рәсәйҙе йонсотҡан ауырлыҡтар күптәрҙең хәтерендәлер. Ошо шарттарҙа 46 йәшлек ир-уҙаман Зиннур Закир улы ныҡлап белгән нефть-газ сығарыу өлкәһендә, ҡырағай баҙар шарттарына ҡарамай, үҙ компанияһын булдырырға ҡарар итә. Атаһы Закир бабай менән әсәһе Зөлхиә инәй быға ҡыуана, ә Күмертау ҡалаһы башлығы Сергей Афонин һәм Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов ярҙам ҡулы һуҙалар. Бер йыл тирәһенә һуҙылған көрәш, эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһендә 2001 йылдың 30 октябрендә Күмертауҙа “Южурал-Ойл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте теркәлә. Компанияға исемде Зиннур Исхаҡовтың дуҫы, “ЛУКойл” концернының беренсе вице-президенты Рауил Өлфәт улы Мағанов уйлап таба.
2001 йылда алты ғына кешенән торған коллективта бөгөн 175 һөнәрмән ең һыҙғанып эшләй, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы ала, ғаиләһен һәм балаларын хәстәрләй. Коллектив ағзаларының күпселеге – бәрәкәтле Көйөргәҙе еренең улдары һәм ҡыҙҙары. Нефть һәм газ сығарыусы гиганттарҙы хеҙмәтләндергән эреле-ваҡлы компаниялар араһында “Южурал-Ойл” үҙенең лайыҡлы урынын биләй, ремонт эштәрен генә атҡарып ҡалмай, күп төрлө ҡорамалдар ҙа етештерә.
Арыу-талыу белмәй эшләгән генераль директор Зиннур Закир улының ҡабул итеү бүлмәһенән кеше өҙөлмәй. Уның мөнәсәбәттә ябай, ярҙамсыл һәм үҙ һүҙендә торғанын яҡташтары яҡшы белә. Ҡала һәм район мәктәптәре, балалар баҡсалары, үҙешмәкәр түңәрәктәр, спорт һәм дини ойошмалар, һаулыҡҡа мохтаж яҡташтары – уның иғтибар үҙәгендә.
2013 йылдың йәйендә сәбәпһеҙ бөтөрөлгән 1-се Кинйә ауылының туғайында бошман-ҡыпсаҡтарҙың бөйөк улы Кинйә Арыҫлановтың 290 йыллығына арналған күркәм байрам үтте. Көйөргәҙе районы башлығы Әхәт Ҡотләхмәтов спорт, сәнғәт һәм фән өлкәләрендә өмөтлө эшләгән йәштәргә махсус премия тапшырҙы. Был сараны юғары кимәлдә үткәреү, йыл һайын бирелгән махсус премия булдырыу сығымдарын “Южурал-Ойл” компанияһының генераль директоры Зиннур Исхаҡов үҙ өҫтөнә алды.
Белеүебеҙсә, башҡорт халҡының тарихи һәм рухи тамырҙарын тергеҙеүҙә Ислам диненең тотҡан урыны баһалап бөткөһөҙ. Зиннур Исхаҡов был изге эште нисәмә йыл инде эҙмә-эҙлекле башҡара. Атай йорто урынлашҡан Яҡупта ҡәҙерле әсәһенең исемен йөрөткән “Зөлхиә” мәсетен, 2013 йылдың йәйендә Абдул ауылының иман йортон төҙөнө. Уның ярҙамы Илкәнәй ауылында әүлиә ишан Ғиләжетдин исемен йөрөтәсәк мәсетте төҙөүҙә лә тос. 2013 йылда Күмертауҙың “Арис” телеканалында барған “Ислам бөгөн” тапшырыуын да Зиннур Закир улы үҙ аҡсаһына булдырҙы.
“Бағыусылыҡ өлкәһенә ошондай ҙур сығымдар йәлеп итеү ауыр түгелме?” тигән һорауға тыныс ҡына: “Биргән һайын күберәк килә”, – тип яуапланы ул.
Заманын эйәрләгән уҙаман Зиннур Закир улы Исхаҡов 60 йәшенә ышаныслы, ныҡлы аҙымдар менән аяҡ баҫа. Бөгөн “Южурал-Ойл” компанияһын, уның етәксеһен Рәсәйҙә генә түгел, Ҡаҙағстанда, Белоруссияла ла яҡшы беләләр, бергә эшләргә ҙур теләк белдерәләр. Тимәк, дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек күперҙәре нығына, оҙоная, офоҡ көндән-көн асыла бара.