Заманын эйәрләгән уҙаман09.09.2014
Заманын эйәрләгән уҙаман
Кеше, Ергә ҡасан, ҡайһы ғына илдә, ғаиләлә килеүенә ҡарамаҫтан, бәхетле йәшәргә хыяллана. Бәхеткә илтә торған бормалы һәм һикәлтәле юлдарҙы үткәндә ниндәй генә ҡаршылыҡтарға, һынауҙарға дусар булмай ул?! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берәүҙәр был һынауҙы уңышлы үтеп, яҙмыш китабын дөрөҫ уҡый алмай. Йылдар һаны, тормош йөгө артҡан һайын, ундайҙар ергә бөгөлә, баш күтәреп сикһеҙ күккә ҡарауҙан мәғәнә һәм ләззәт тапмай.


Әлбиттә, заман йөгө һәр беребеҙҙең иңенә тигеҙ ятмай. Әммә ер юлдарын еңел генә юртаҡлап, йөкһөҙ генә үткән кеше юҡтыр. Оҙаҡ йылдар буйы ҡаты ауырыу һынаған бөйөк башҡорт шағи­ры Рәшит Назаров әйтмешләй, бөтөнләй йөкһөҙ тигән кеше лә үҙенең ҡәбер ташын күтәргән.
Яҙмыш китабын дөрөҫ уҡып, үҙен сағыу шәхес кимәленәсә үҫтергән замандаштарыбыҙ һоҡланыу той­ғоһо уята. Көйөргәҙе районы, Күмертау ҡа­лаһы хал­ҡының тәрән ихтирамын яу­лаған Зиннур Закир улы Исхаҡовты, һис шикһеҙ, “заманын эйәрләгән уҙаман” тип атарға була. Ул 1954 йыл­дың 9 сентябрендә Көйөргәҙе райо­нының 1-се Кинйә ауылында алдынғы механизатор Закир менән егәрле, оҫта хужабикә Зөлхиәнең мөхәббәте ҡот өргән ғаиләлә өлкән бала һәм берҙән-бер ул булып донъяға килә. Ете балаға атай булған Закир ағай, таң менән төндө ялғап, колхоз эшенән ҡайтып килмәй, ә ҡул араһына инә башлаған Зиннур тырышып, еренә еткереп, өй йомоштарын ат­ҡара, уҡыуҙа ла һыр бирмәй. Әммә Емельян Пуга­чевтың күренекле сардары, аҡыллы кәңәшсеһе Кинйә Арыҫланов нигеҙ һалған, Ва­танға өс Советтар Союзы Геройы бир­гән ауылға “өмөтһөҙ” мөһөрө һуғыла.
Илгә геройҙарын – Ғәфиәт Арыҫланов, Сәлмән Биктимеров, Хәсән Ғайсин­дар­ҙы тәрбиәләп, Ватан яҡ­лар­ға оҙат­ҡан 1-се Кинйә еңел генә үлем язаһына хөкөм ителә.
Мәктәп юҡ, эш юҡ. Бер юлы биш балаһы мәктәптә уҡыған, райондың “алдынғы кукуруз үҫтереүсеһе” исемен йөрөткән Закир Дилмөхәммәт улы 1977 йылда үҙе төҙөгән йортон Яҡуп ауылына күсереп ултыртырға мәжбүр була. Ә Яҡупҡа яңы булдырылған “Мораптал” совхозының 4-се фермаһына ҡараған бер нисә ауыл халҡы күсә.
Зиннур бала саҡтан техниканы эшкә егеүҙә ата­һы­ның ышаныслы ярҙамсы­һы була, хатта ауылдаш­тарының көн­күреш йыһаздарын йүнәтә. Шуғалырмы инде әсәһе Зөлхиә күп уллы әхирәттә­ренә: “Минең бер генә улым һеҙҙең ун улығыҙ хәтле торасаҡ”, – тип йыш ҡына ҡабатлай.
Башланғыс белемде тыуған Кинйә­һендә алғас, күперһеҙ Көйөргәҙе йыл­ға­һын кисеп, биш саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан татар ауылы Абдулда 8-се класты тамамлай. Ата-әсәһенә ти­ҙерәк ярҙам итеү ниәте менән Кү­мер­тау­ҙағы 29-сы һөнәрселек учи­лищеһында уҡый ҙа ҡаланың авиация заводына токарь булып эшкә урынлаша.
1984 йылда Көнбайыш Себер ят­ҡылыҡтарын үҙләштереүҙә үҙен һынап ҡарау өсөн Лангепасҡа күсеп килгәнгә тиклем Зиннур Исхаҡовтың яҙмы­шын­да көтөлмәгән ваҡиғалар, киҫкен үҙгә­рештәр булмай. Армиянан ҡайтҡас, 1975 йылда ғаилә ҡора, 1976 йылда ҡыҙы Альбина тыуа. 1978 йылдан – партия ағзаһы, шул уҡ йылда Күмертау тау-механика техникумын тамамлай, яңы эш урынында “Башкируголь” берек­мәһе техник бүлегенең өлкән инженеры итеп үрләтелә. 1980 йылда улы Руслан донъяға килгәс, йәш ғаиләгә ике бүлмәле фатир бирәләр.
Ҡышҡы сатламала һауа темпера­тура­һы 50 градусҡа тиклем төшкән, йәйге селләлә 40-ҡа тиклем күтәрелгән, һыуы эсергә яраҡһыҙ, һулар һауа­һын­да һаҙ еҫе аңҡыған шарттарҙа Лангепас ҡалаһы менән бергә Зиннур Ис­хаҡов та сыныға. 1-се технологик-транспорт идаралығында (ЛУТТ-1) мастер булып эш башлаған яҡташыбыҙ өс йыл үтеүгә үҙәк ремонт-механика оҫтаханаһының етәксеһе итеп үрләтелә. Ә инде 1999 йылда тыуған төйәгенә юлланғанда, Зиннур Закир улы Лангепас нефть-газ сығарыу берекмәһенең баш инженеры вази­фаһын биләй.
1988 йылда уҡ Зиннур Исхаҡовҡа “Көнбайыш Себер байлыҡтарын үҙләш­тергән һәм нефть-газ комплексын үҫ­тергән өсөн” миҙалы тапшырыла. Ошо уҡ йылда партияның Лангепас ҡала комитеты бюроһы ағзаһы һәм ҡала Советы депутаты итеп һайлана. 1991 йыл­да яҡташыбыҙ Төмән өлкә Сове­тының депутаты булып китә. Артабан ул АҠШ-тың Вашингтон, Чикаго, Нью-Йорк, Канаданың Осло ҡалаларында өсәр айлап белемен камиллаштыра, диплом яҡлай. Шунан һуң Төмән дәү­ләт нефть университетын тамамлай. Ҡыҫҡаһы, 15 йылда Зиннур Исхаҡов Лангепастың иң күренекле башҡортона әүерелә, Башҡортостандан килгән яҡ­таш­та­рына ярҙам итә, ҡала мәсетен төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша.
1990 йылдар аҙағында Башҡорт­останды, Рәсәйҙе йонсотҡан ауыр­лыҡ­тар күптәрҙең хәтерендәлер. Ошо шарттарҙа 46 йәшлек ир-уҙаман Зиннур Закир улы ныҡлап белгән нефть-газ сығарыу өлкәһендә, ҡырағай баҙар шарттарына ҡарамай, үҙ компанияһын бул­дырырға ҡарар итә. Атаһы Закир бабай менән әсәһе Зөлхиә инәй быға ҡыуана, ә Күмертау ҡалаһы башлығы Сергей Афонин һәм Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов ярҙам ҡулы һуҙалар. Бер йыл тирәһенә һуҙылған көрәш, эҙлә­неүҙәр һөҙөмтәһендә 2001 йылдың 30 октябрендә Күмертауҙа “Южурал-Ойл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте теркә­лә. Компанияға исемде Зиннур Исха­ҡовтың дуҫы, “ЛУК­ойл” концернының беренсе вице-президенты Рауил Өлфәт улы Мағанов уйлап таба.
2001 йылда алты ғына кешенән торған коллективта бөгөн 175 һөнәрмән ең һыҙғанып эшләй, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы ала, ғаиләһен һәм балаларын хәстәрләй. Коллектив ағзаларының күп­селеге – бәрәкәтле Кө­йөргәҙе ере­нең улдары һәм ҡыҙҙары. Нефть һәм газ сығарыусы гиганттарҙы хеҙ­мәтлән­дергән эреле-ваҡлы компаниялар ара­һында “Южурал-Ойл” үҙенең ла­йыҡлы урынын биләй, ремонт эштә­рен генә атҡарып ҡалмай, күп төрлө ҡорамал­дар ҙа етештерә.
Арыу-талыу белмәй эшләгән генераль директор Зиннур Закир улының ҡабул итеү бүлмәһенән кеше өҙөлмәй. Уның мөнәсәбәттә ябай, ярҙамсыл һәм үҙ һүҙендә торғанын яҡташтары яҡшы белә. Ҡала һәм район мәктәптәре, балалар баҡсалары, үҙешмәкәр түңә­рәк­тәр, спорт һәм дини ойошмалар, һаулыҡҡа мохтаж яҡташтары – уның иғтибар үҙәгендә.
2013 йылдың йәйендә сәбәпһеҙ бөтөрөлгән 1-се Кинйә ауылының туға­йында бошман-ҡыпсаҡтарҙың бөйөк улы Кинйә Арыҫлановтың 290 йыл­лығына арналған күркәм байрам үтте. Көйөргәҙе районы башлығы Әхәт Ҡот­ләхмәтов спорт, сәнғәт һәм фән өлкә­ләрендә өмөтлө эшләгән йәштәргә махсус премия тапшырҙы. Был сараны юғары кимәлдә үткәреү, йыл һайын бирелгән махсус премия булдырыу сығымдарын “Южурал-Ойл” компания­һының генераль директоры Зиннур Исхаҡов үҙ өҫтөнә алды.
Белеүебеҙсә, башҡорт халҡының тарихи һәм рухи тамырҙарын тергеҙеүҙә Ислам диненең тотҡан урыны баһалап бөткөһөҙ. Зиннур Исхаҡов был изге эште нисәмә йыл инде эҙмә-эҙлекле башҡара. Атай йор­то урынлашҡан Яҡупта ҡәҙерле әсә­һенең исемен йөрөткән “Зөлхиә” мә­сетен, 2013 йылдың йәйендә Абдул ауы­лы­ның иман йортон төҙөнө. Уның ярҙамы Илкәнәй ауылында әүлиә ишан Ғилә­жетдин исемен йөрөтәсәк мәсетте тө­ҙөүҙә лә тос. 2013 йылда Күмер­тауҙың “Арис” телеканалында барған “Ислам бөгөн” тапшырыуын да Зиннур Закир улы үҙ аҡсаһына булдырҙы.
“Бағыусылыҡ өлкәһенә ошондай ҙур сығымдар йә­леп итеү ауыр түгелме?” тигән һорауға тыныс ҡына: “Бир­гән һайын күберәк килә”, – тип яуап­ланы ул.
Заманын эйәрләгән уҙаман Зиннур Закир улы Исха­ҡов 60 йәшенә ышаныс­лы, ныҡлы аҙымдар менән аяҡ баҫа. Бөгөн “Южурал-Ойл” компания­һын, уның ­етәк­сеһен Рәсәйҙә генә түгел, Ҡа­ҙағстанда, Белоруссияла ла яҡ­шы белә­ләр, бергә эшләргә ҙур теләк бел­дерәләр. Тимәк, дуҫлыҡ, хеҙмәт­тәш­лек күпер­ҙәре нығына, оҙоная, офоҡ көндән-көн асыла бара.


Вернуться назад