Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәүәккәллек – үҫеш билдәһе
Тәүәккәллек – үҫеш билдәһе
“Урындағы үҙидара тураһында”ғы Законды ғәмәлгә ашырыу нисек бара? Съезда ҡараласаҡ ошо һәм башҡа мәсьәләләргә аныҡлыҡ индереүен һорап, “Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһының башҡарма директоры Рөстәм ИСХАҠОВҡа мөрәжәғәт иттек.


Үҙаллылыҡ. Азатлыҡмы, әллә...

— Рөстәм Әхмәт улы, мөмкин булһа, һүҙ­ҙе тарихтан башлайыҡ. 2006 йыл. Урындағы мәсьә­лә­ләрҙе хәл итеү, бюджет-ара мөнәсәбәт­тәрҙе ка­мил­лаштырыу, би­лә­мә­ләрҙең социаль-иҡти­сади үҫешен һәм му­­ни­ципаль берәмек­тәр­ҙең мәнфәғәттәрен яҡ­лау маҡсатында республикала “Баш­ҡорт­остан Респуб­лика­һы­ның муниципаль берәмектәр советы” ас­социацияһы төҙөлә. Аҙ ҙа түгел, күп тә түгел, һигеҙ йыл элек. Һәр хәлдә, ниндәйҙер һы­ғым­талар яһарлыҡ, тәжрибә туп­ларлыҡ, маҡсаттарҙы барлар­лыҡ ваҡыт...
— Беҙҙең Ассоциация — сағыштырмаса йәш ойошма. Илдең һәр төбәгендә муниципаль берәмектәрҙең берлеген бул­ды­рыуҙы күҙ уңында тотҡан 131-се Фе­дераль законға ярашлы барлыҡҡа килгәйне ул. Әлбиттә, республика, бигерәк тә район һәм ҡала етәкселәре өсөн ҙур яңылыҡ булды был. Уставтар, хоҡуҡи документтар яңынан ҡаралды, эш алымдары өйрәнелде, кадрҙар мәсьә­ләһе хәл ителде һәм башҡалар. Минән йыш ҡына Ассоциацияның файҙаһы хаҡында ҡыҙыҡһыналар, “Ойошманың кәрәге бармы?” – тип тә һорайҙар. Яңы эш башлағанда бындай берлек булмаһа, урыҫ әҙибе Иван Крыловтың мәҫәлендәге ише аҡҡош, ҡыҫала һәм суртан хәлендә ҡалыр инек, моғайын. Йәшермәйем, тәүге осорҙа төрлө фекер ишетергә, төрлө идея тыңларға тура килде, һәр кем үҙенекен маҡтаны, үҙенекен өҫтөн күрҙе. Ассоциация был осор уй-хистәр “ҡумтаһы”на оҡшап та киткәйне, буғай. Һәр хәлдә, алтын урталыҡты табыу, аныҡ фекергә килеү йәһәтенән һөҙөмтәле майҙан булды ул. Бөгөн иһә маҡсаттар ҙа ҙурыраҡ, бурыстар ҙа яуаплыраҡ, әлбиттә, шулай ҙа төп йүнәлештән тай­пылған юҡ — халыҡ мәнфәғәтендә эшләйбеҙ.
– Ассоциацияның файҙаһы аңлашыла, ә муни­ципалитеттарға үҙаллылыҡ кәрәк инеме?
– Һис шикһеҙ, сөнки бойондороҡһоҙлоҡ биләмәгә иҡтисади йәһәттән дә, социаль йүнәлештә лә, хатта шул уҡ мәҙәниәт, спорт өлкәһендә лә яңы мөмкинлектәр аса. Ябайлаштырып әйткәндә, урындағы етәксе, халыҡ ме­нән берлектә, әлбиттә, үҙ биләмәһен үҙе үҫтерә. Ә бының өсөн мөмкинлектәр сикһеҙ. Шул уҡ инвестициялар йәлеп итеү булһынмы, төрлө программа, проект­тарҙа ҡатнашһындармы, эшҡыуарлыҡ менән шө­ғөл­лә­неүгә ныҡлы нигеҙ ойошторолһонмо — барыһы ла хакимиәт башлығының тәүәккәллегенән, тырышлығынан һәм урындағы халыҡтың берҙәмлегенән тора. Әйткәндәй, күп кенә ауыл һәм ҡалалар форсаттан фай­ҙаланды ла инде — Мәләүез, Туймазы, Дүртөйлө, Илеш, Баймаҡ, Учалы райондары күптәргә өлгө күрһәтте.

Бөтә нәмә ойоштороуға бәйле

— Ҙур ауылдар, ҙур ҡалалар аңлашыла — унда мөмкинлек тә күберәк, табыш, килем мәсьәләһе лә еңелерәк хәл ителә. Ә бәләкәй ауылдарға ни эшләргә? Улар үҙаллылыҡ юҫығында, киреһенсә, юғалып ҡалмаҫмы?
— Ҡаҙнанан төшкән аҡсаны көтөп, уның һәр тинен һанап ултырғансы, кәрәгенсә үҙең эшләп тапһаң, яҡшыраҡ түгелме ни? Әлбиттә, тырышырға кәрәк. Был осраҡта күп нәмә, әйтәйек, шул уҡ ауыл башлығының ойоштороу һәләтенә лә бәйле. Әгәр етәксенең хеҙмәт­кәрҙәре менән “ашы бешмәһә”, кешеләр араһында абруйы булмаһа — уны кем тыңлаһын да, артынан кем эйәрһен? Түрә яҡшы булып та, халыҡ тарҡау икән – тағы насар. Шуға үҙаллылыҡ статусын шәхсән ауыл башлығы йәки эшҡыуар миҫалында ғына ҡарарға ярамай. Өҙлөк­һөҙ сылбыр кеүек ул.
Республиканың ауыл һәм ҡалалары буйлап йыш йөрөргә тура килә. Тәжрибәмдән сығып, шуны ғына әйтә алам: таш өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатырлыҡ етәкселәр ҙә, “ут”тары булып та, бер ҡабым “ризыҡ”һыҙ ултырған башлыҡтар ҙа бар. Бөтә нәмә ойоштороуға бәйле.
— Ҡаҙнаңда аҡсаң булмаһа, ай-һай, ойоштороуы ла еңел түгелдер ул...
– Үҙаллылыҡ мәсьәләһен финанс ресурсына ғына ҡайтарып ҡалмаҫ инем. Әйтәйек, һеҙ әйтмешләй, бәләкәй ауылда зыярат кәртәләргә, йә булмаһа күпер төҙөкләндерергә кәрәк, ти. Аҡыллы етәксе был осраҡта, кемделер аҡса түләп яллағансы, халыҡты ойоштора, шәмбе өмәһе иғлан итә йә башҡа юлын таба.
— Етәкселәрҙең бурысы билдәле, ә халыҡ был үҙгәрештәрҙе нисек ҡабул итте?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бе­рәү­ҙәр башланғыстың асылына төшөнөп ет­мәне. Халыҡ менән аралашҡан саҡ­тарҙа ла аңла­та башлаһаң, “Беҙҙе колхоз­лаш­тырырға теләй­һегеҙ”, “Ҡа­бат­тан үткән бы­уаттың 20-се йылдарына алып ҡай­та­һы­ғыҙ”, тип дәғүә белдереү­се­ләр табыла. Башҡа тө­бәк­тәр менән са­ғыштырып та ҡарай­быҙ. Юҡ, ҡабул итмәйҙәр. Ҡабул ит­мәйҙәр түгел, ышан­май­ҙар. Ә бы­ның өсөн эш­ләр­гә кәрәк, тәү сиратта — хаки­миәт баш­лыҡтарына.

Буштың ҡәҙере юҡ

— Урындағы үҙидараның лайыҡлы йә­шәйеше күп осраҡта ошо биләмәлә эшләп килгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫешенә лә бәйле. Йүнсел­дәргә ерлек тыуҙырыла икән, үҙидара органдары бынан ота ғына, минеңсә. Был бәйләнеш ябай ғына: һалым ни тиклем күберәк ҡалһа, муниципалитеттың үҫешкә ҡы­ҙыҡһыныуы ла шул тиклем юғарыраҡ. Мәҫәлән, совет осоронда һалымдың яҡынса 40 төрө урын­дағы хакимиәттәрҙә ҡалған. Хәҙер иһә был һан өстән дә артмай.
— Ысынлап та, бөгөн һалым мәсьәләһе иң киҫкен проблемаларҙың береһе булып ҡала. Үҙаллылыҡ тәү сиратта ҡаҙнаның да бойондороҡһоҙ булыуын күҙаллай, әлбиттә. Әгәр һин аҡса эшләп тә, уның күпмелер өлөшөн ҡырға оҙатырға тейешһең икән, ниндәй үҙаллылыҡ хаҡында һүҙ йөрөтөргә мөмкин? Был проблема менән бер бөгөн генә шөғөлләнмәйбеҙ, әммә ҡытыршылыҡтар Федераль үҙәккә барып төртөлә. Ҡануниәткә ярашлы, муниципалитеттарға һалымдың ике генә төрө берке­телгән — милеккә һәм ергә. Ауылда, мәҫәлән, ер һалымы дөйөм ҡаҙнаның яҡынса ике-һигеҙ процентын тәшкил итә. Мөлкәттән тағы ла аҙыраҡ — бер-ике процент тирәһе. Түбән күрһәткестәрҙең төп сәбәбе — ер мөнәсәбәттәренең көйләнеп етмәүендә. Ябай ғына итеп әйткәндә, ерҙең хужаһы юҡ. Бөгөн, мәҫәлән, республика биләмәләренең 50 проценты эйәһеҙ иҫәпләнә. Ер файҙаланылмағас, унан ниндәй һалым булһын? Һөҙөм­тәлә аҡса ла юҡ. Мөлкәт мәсьәләһендә лә шул уҡ күренеш. Әлбиттә, урындағы үҙидараның һалым систе­маһын көйләү буйынса тәҡдимдәр булды, әммә Үҙәктә береһен дә ҡабул итмәнеләр.
Бөгөн иҡтисади ауырлыҡтарҙы республика Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хә­митовтың ярҙамы менән хәл итеп киләбеҙ: акциздар­ҙы урындарға бирҙек, республика резервынан һәр ауыл биләмәһенә кварталға бер тапҡыр 100-150 мең һум күләмендә (халыҡ иҫәбенә ҡарап) аҡса бүленә.
Ә эшҡыуарлыҡҡа килгәндә, тағы ла ҡатмарлыраҡ. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, бөгөн биләмә етәкселәренең был тармаҡты үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныуы юҡ, сөнки унан ҡаҙнаға бер тин дә файҙа “таммай”. Сираттағы съезда был мәсьәлә лә көн тәртибенә сығарыласаҡ.
— Республикала Бөтә донъя банкы ярҙамында “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” проекты тормошҡа ашырыла башланы. Ауыл һәм ҡала­ларҙың үҫешендә уның өлөшө тос булмаҡсы.
— Эйе, программа — социаль, көнкүреш объекттарын төҙөкләндереү, яңыртыу, юлдарҙы рәткә килтереү йәһәтенән ҙур ярҙам. Әммә төп маҡсат — ошо мәсьәләләргә халыҡты йәлеп итеү. Ғөмүмән, һуңғы ваҡытта кешеләрҙең бер-береһенә, йәшәгән төйәгенә битарафлығы әсендерә. Әллә улар шул тиклем түрәләргә ышанған, әллә башҡа сәбәптәр. “Ниңә уны беҙ эшләргә тейеш әле, ул Хөкүмәттең йөкләмәһе”, — тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Көтөп ятырға ярамай. Буштың ҡәҙере булмай ул. Мәҫәлән, әлеге проектҡа ярашлы ниндәйҙер бер биләмәгә (ҡағиҙә буйынса күпмелер процентын халыҡ түләй) юл һалынды, ти. Иманым камил, үҙ “өлөш”ө булған ауыл кешеһе уны мотлаҡ ҡарап, һаҡлап тотасаҡ. Шул уҡ һыу мәсьәләһе лә, социаль объекттар ҙа “өлөш”лө булһын ине. Фәҡәт проектҡа килгәндә, уның киләсәге өмөтлө, халыҡта ул ҡыҙыҡ­һыныу уятты һәм был сәм, ғәм ярты юлда һүнеп ҡалмаҫ тип ышанам.
Күрше хаҡы —
тәңре хаҡы

— Бөгөн башҡа төбәктәрҙәге муниципаль бе­рәмек­тәрҙең тәжрибәһен өйрәнәһегеҙме?
– Әлбиттә. Үҙең хаталанғансы, башҡаның хатаһында өйрән тигәндәй, Татарстан, Ырымбур, Силәбе, Свердловск өлкәләре, Пермь крайы, Удмурт, Сыуаш республикалары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Яңыраҡ Волгоград яҡтарында ла булып ҡайттыҡ. Унда ике меңдән ашыу территориаль үҙидара органы эшләй, барыһы ла юридик берәмек булараҡ теркәлгән.
— Ә беҙҙә нисек?
– Республикала был һан тиҫтәгә лә тулмай.
— ???
— Көслө дәүләт ярҙамын да билдәләп үтергә кәрәк. Мәҫәлән, Волгоградта территориаль йәмәғәт үҙидара органдарына урындағы ҡаҙнанан 400 миллион һум күлә­мендә матди ярҙам бүленгән. Халыҡты ылыҡтырыу йәһәтенән көслө этәргес был. Бер ауылға барҙыҡ. Билә­мәлә ике (!) территориаль үҙидара ойош­торғандар. Ауыл әллә ни ҙур ҙа түгел – яҡынса 150 йорт. Күп милләтле. Бөтә ерҙә таҙалыҡ, тәртип. Хатта юлдары ла тип-тигеҙ. Үҙҙәре төҙөкләндергәндәр. Ирҙәр шәмбе өмәһенә сыҡҡан да эшләгән. Буш торған ерҙә парк асып ебәргәндәр. Ошонда уҡ футбол, волейбол майҙансыҡ­тары бар. Беҙҙе оҙатып йөрөүселәр әйтеүен­сә, ауыл халҡының бар байрамдары, төрлө конкурс, ярыштар паркта үтә икән. Иң мөһиме – әйткәнде көт­мәй­ҙәр: кем теләй, ағас ултырта йә сәскә үҫтерә. Берәү ҙә парк­ты төҙөкләндереүҙән, йәшелләндереүҙән ситтә ҡалмаған.
Халыҡтың көсө менән өс музей ойошторолған. Ата-бабаларының ғөрөф-ғәҙәте, тарих, Бөйөк Ватан һуғышы йылдары экспонаттарҙа, рәсми документтарҙа һынлан­ған. Колхоздан ҡалған буш административ бинаны үҙ көстәре менән ремонтлап, бильярд, аэробика залы асҡандар. Бөҙрәхана, кафе эшләй. Әллә күпме кешене эш урыны менән тәьмин иткәндәр. Мәҫәлән, бер егетте тегенсе итеп алғандар. Ул бар ауыл халҡын кейендерә. Хатта тәртипһеҙлеккә ҡаршы дружиналары бар. Былар барыһы ла ниндәй аҡсаға эшләнә тиһегеҙме? Муниципалитет төрлө конкурстарҙа даими ҡатнаша. Былтыр, мәҫәлән, бер миллион һумлыҡ бүләк аҡсаһына автобус һатып алғандар, быйылғы еңеүҙәренең приз фонды — 12 миллион һум. Ауыл урамына асфальт түшәмәкселәр. Иң һоҡландырғаны — халыҡ берҙәм, бөтә ерҙә тереклек.
– Тимәк, урындағы үҙидараны үҫтереүгә йүнәл­телгән реформа­ үҙ маҡсатына өлгәшкән.
– Һис шикһеҙ.
– Ә беҙҙә бармы ундай миҫалдар?
– Бар, әлбиттә. Мишкә районының Баймырҙа, Ишембай ҡалаһының Смаҡай ауылдары халҡын билдәләп үтер инем. Үҙаллылыҡты улар аңлап һәм дөрөҫ ҡабул итте, шуға күрһәткестәре лә юғары, эштәре лә өлгө алырлыҡ.

Маҡсаттар ҙа, хәл итәһе мәсьәләләр ҙә етерлек

– Сираттағы съезда ниндәй мәсьәләләр ҡараласаҡ?
– Әлбиттә, төп тема урындағы үҙидараның финанс өлкә­һенә, бигерәк тә һалым системаһын көйләүгә ҡағыла. Икенсенән, бөгөн тармаҡта һигеҙ меңдән ашыу муниципаль хеҙмәткәр эшләй. Уларҙың эш хаҡы бик түбән. Айырыуса ауыл ерендәгеләрҙең килеме кисек­мәҫ­тән көй­л­әү­ҙе талап итә. Хеҙмәт хаҡы түбән булғас, кадрҙар­ға ла ҡытлыҡ. Белгес килә лә, күп тә үтмәй, табышлыраҡ урын ҡараштыра башлай. Ә муниципаль хеҙмәткәр да­ими эшләргә тейеш. Юҡһа, уны уҡытыу, өйрәтеү ауырға төшә. Әйткәндәй, белгестәрҙең белемен камиллаштырыу быйылдан муниципалитет иҫәбенә бойомға ашырыла башланы. Ошоға тиклем был маҡ­сатҡа республика ҡаҙнаһынан аҡса бүленә торғайны, хәҙер программа бөттө. Был да үҙенә күрә ҙур проблема.
Республиканың административ ҡоролошо буйынса ла һорау тора, сөнки Башҡортостан муниципалитеттар иҫәбе буйынса (895) илдә икенсе урында килә. Үткән быуаттың 30-сы йылдарында Совет иҡтисадына нигеҙ­ләнеп төҙөлгән административ-территориаль бүленеш­тәр бөгөнгө баҙар шарттарына яуап бирмәй. Элек нисек булған? Ауыл Советы ниндәй колхозға ҡараһа, шунда теркәлгән. Һөҙөмтәлә хәҙер һалым да, килем дә юҡ. Бындай административ ҡоролош урындағы үҙидара органдарының үҫешенә ҡамасау булып тора. Граждандар йәм­ғиәтен булдырыу, халыҡ менән эшләү, уларҙың әү­ҙем­леген арттырыу, урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү – былар барыһы ла съезда ҡараласаҡ көнүҙәк мәсьәләләр. Ҙур йыйында шулай уҡ 136-сы Федераль закон положениеларының республикабыҙҙа тормошҡа ашырылыуын тикшереү күҙаллана.
— Төплө яуаптарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, Рөстәм Әхмәт улы. Эшегеҙҙә уңыштар, ә съезда ҡатнашыу­сыларға һөҙөмтәле эш, файҙалы ҡарар ҡабул итеү­ҙәрен теләйбеҙ.

Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 700

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 827

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 773

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 482

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 104

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 802

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 179

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 779

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 828

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 619

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 874