“Урындағы үҙидара тураһында”ғы Законды ғәмәлгә ашырыу нисек бара? Съезда ҡараласаҡ ошо һәм башҡа мәсьәләләргә аныҡлыҡ индереүен һорап, “Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһының башҡарма директоры Рөстәм ИСХАҠОВҡа мөрәжәғәт иттек.
Үҙаллылыҡ. Азатлыҡмы, әллә...— Рөстәм Әхмәт улы, мөмкин булһа, һүҙҙе тарихтан башлайыҡ. 2006 йыл. Урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеү, бюджет-ара мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыу, биләмәләрҙең социаль-иҡтисади үҫешен һәм муниципаль берәмектәрҙең мәнфәғәттәрен яҡлау маҡсатында республикала “Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһы төҙөлә. Аҙ ҙа түгел, күп тә түгел, һигеҙ йыл элек. Һәр хәлдә, ниндәйҙер һығымталар яһарлыҡ, тәжрибә тупларлыҡ, маҡсаттарҙы барларлыҡ ваҡыт...
— Беҙҙең Ассоциация — сағыштырмаса йәш ойошма. Илдең һәр төбәгендә муниципаль берәмектәрҙең берлеген булдырыуҙы күҙ уңында тотҡан 131-се Федераль законға ярашлы барлыҡҡа килгәйне ул. Әлбиттә, республика, бигерәк тә район һәм ҡала етәкселәре өсөн ҙур яңылыҡ булды был. Уставтар, хоҡуҡи документтар яңынан ҡаралды, эш алымдары өйрәнелде, кадрҙар мәсьәләһе хәл ителде һәм башҡалар. Минән йыш ҡына Ассоциацияның файҙаһы хаҡында ҡыҙыҡһыналар, “Ойошманың кәрәге бармы?” – тип тә һорайҙар. Яңы эш башлағанда бындай берлек булмаһа, урыҫ әҙибе Иван Крыловтың мәҫәлендәге ише аҡҡош, ҡыҫала һәм суртан хәлендә ҡалыр инек, моғайын. Йәшермәйем, тәүге осорҙа төрлө фекер ишетергә, төрлө идея тыңларға тура килде, һәр кем үҙенекен маҡтаны, үҙенекен өҫтөн күрҙе. Ассоциация был осор уй-хистәр “ҡумтаһы”на оҡшап та киткәйне, буғай. Һәр хәлдә, алтын урталыҡты табыу, аныҡ фекергә килеү йәһәтенән һөҙөмтәле майҙан булды ул. Бөгөн иһә маҡсаттар ҙа ҙурыраҡ, бурыстар ҙа яуаплыраҡ, әлбиттә, шулай ҙа төп йүнәлештән тайпылған юҡ — халыҡ мәнфәғәтендә эшләйбеҙ.
– Ассоциацияның файҙаһы аңлашыла, ә муниципалитеттарға үҙаллылыҡ кәрәк инеме?
– Һис шикһеҙ, сөнки бойондороҡһоҙлоҡ биләмәгә иҡтисади йәһәттән дә, социаль йүнәлештә лә, хатта шул уҡ мәҙәниәт, спорт өлкәһендә лә яңы мөмкинлектәр аса. Ябайлаштырып әйткәндә, урындағы етәксе, халыҡ менән берлектә, әлбиттә, үҙ биләмәһен үҙе үҫтерә. Ә бының өсөн мөмкинлектәр сикһеҙ. Шул уҡ инвестициялар йәлеп итеү булһынмы, төрлө программа, проекттарҙа ҡатнашһындармы, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүгә ныҡлы нигеҙ ойошторолһонмо — барыһы ла хакимиәт башлығының тәүәккәллегенән, тырышлығынан һәм урындағы халыҡтың берҙәмлегенән тора. Әйткәндәй, күп кенә ауыл һәм ҡалалар форсаттан файҙаланды ла инде — Мәләүез, Туймазы, Дүртөйлө, Илеш, Баймаҡ, Учалы райондары күптәргә өлгө күрһәтте.
Бөтә нәмә ойоштороуға бәйле— Ҙур ауылдар, ҙур ҡалалар аңлашыла — унда мөмкинлек тә күберәк, табыш, килем мәсьәләһе лә еңелерәк хәл ителә. Ә бәләкәй ауылдарға ни эшләргә? Улар үҙаллылыҡ юҫығында, киреһенсә, юғалып ҡалмаҫмы?
— Ҡаҙнанан төшкән аҡсаны көтөп, уның һәр тинен һанап ултырғансы, кәрәгенсә үҙең эшләп тапһаң, яҡшыраҡ түгелме ни? Әлбиттә, тырышырға кәрәк. Был осраҡта күп нәмә, әйтәйек, шул уҡ ауыл башлығының ойоштороу һәләтенә лә бәйле. Әгәр етәксенең хеҙмәткәрҙәре менән “ашы бешмәһә”, кешеләр араһында абруйы булмаһа — уны кем тыңлаһын да, артынан кем эйәрһен? Түрә яҡшы булып та, халыҡ тарҡау икән – тағы насар. Шуға үҙаллылыҡ статусын шәхсән ауыл башлығы йәки эшҡыуар миҫалында ғына ҡарарға ярамай. Өҙлөкһөҙ сылбыр кеүек ул.
Республиканың ауыл һәм ҡалалары буйлап йыш йөрөргә тура килә. Тәжрибәмдән сығып, шуны ғына әйтә алам: таш өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатырлыҡ етәкселәр ҙә, “ут”тары булып та, бер ҡабым “ризыҡ”һыҙ ултырған башлыҡтар ҙа бар. Бөтә нәмә ойоштороуға бәйле.
— Ҡаҙнаңда аҡсаң булмаһа, ай-һай, ойоштороуы ла еңел түгелдер ул...
– Үҙаллылыҡ мәсьәләһен финанс ресурсына ғына ҡайтарып ҡалмаҫ инем. Әйтәйек, һеҙ әйтмешләй, бәләкәй ауылда зыярат кәртәләргә, йә булмаһа күпер төҙөкләндерергә кәрәк, ти. Аҡыллы етәксе был осраҡта, кемделер аҡса түләп яллағансы, халыҡты ойоштора, шәмбе өмәһе иғлан итә йә башҡа юлын таба.
— Етәкселәрҙең бурысы билдәле, ә халыҡ был үҙгәрештәрҙе нисек ҡабул итте?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берәүҙәр башланғыстың асылына төшөнөп етмәне. Халыҡ менән аралашҡан саҡтарҙа ла аңлата башлаһаң, “Беҙҙе колхозлаштырырға теләйһегеҙ”, “Ҡабаттан үткән быуаттың 20-се йылдарына алып ҡайтаһығыҙ”, тип дәғүә белдереүселәр табыла. Башҡа төбәктәр менән сағыштырып та ҡарайбыҙ. Юҡ, ҡабул итмәйҙәр. Ҡабул итмәйҙәр түгел, ышанмайҙар. Ә бының өсөн эшләргә кәрәк, тәү сиратта — хакимиәт башлыҡтарына.
Буштың ҡәҙере юҡ— Урындағы үҙидараның лайыҡлы йәшәйеше күп осраҡта ошо биләмәлә эшләп килгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫешенә лә бәйле. Йүнселдәргә ерлек тыуҙырыла икән, үҙидара органдары бынан ота ғына, минеңсә. Был бәйләнеш ябай ғына: һалым ни тиклем күберәк ҡалһа, муниципалитеттың үҫешкә ҡыҙыҡһыныуы ла шул тиклем юғарыраҡ. Мәҫәлән, совет осоронда һалымдың яҡынса 40 төрө урындағы хакимиәттәрҙә ҡалған. Хәҙер иһә был һан өстән дә артмай.
— Ысынлап та, бөгөн һалым мәсьәләһе иң киҫкен проблемаларҙың береһе булып ҡала. Үҙаллылыҡ тәү сиратта ҡаҙнаның да бойондороҡһоҙ булыуын күҙаллай, әлбиттә. Әгәр һин аҡса эшләп тә, уның күпмелер өлөшөн ҡырға оҙатырға тейешһең икән, ниндәй үҙаллылыҡ хаҡында һүҙ йөрөтөргә мөмкин? Был проблема менән бер бөгөн генә шөғөлләнмәйбеҙ, әммә ҡытыршылыҡтар Федераль үҙәккә барып төртөлә. Ҡануниәткә ярашлы, муниципалитеттарға һалымдың ике генә төрө беркетелгән — милеккә һәм ергә. Ауылда, мәҫәлән, ер һалымы дөйөм ҡаҙнаның яҡынса ике-һигеҙ процентын тәшкил итә. Мөлкәттән тағы ла аҙыраҡ — бер-ике процент тирәһе. Түбән күрһәткестәрҙең төп сәбәбе — ер мөнәсәбәттәренең көйләнеп етмәүендә. Ябай ғына итеп әйткәндә, ерҙең хужаһы юҡ. Бөгөн, мәҫәлән, республика биләмәләренең 50 проценты эйәһеҙ иҫәпләнә. Ер файҙаланылмағас, унан ниндәй һалым булһын? Һөҙөмтәлә аҡса ла юҡ. Мөлкәт мәсьәләһендә лә шул уҡ күренеш. Әлбиттә, урындағы үҙидараның һалым системаһын көйләү буйынса тәҡдимдәр булды, әммә Үҙәктә береһен дә ҡабул итмәнеләр.
Бөгөн иҡтисади ауырлыҡтарҙы республика Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитовтың ярҙамы менән хәл итеп киләбеҙ: акциздарҙы урындарға бирҙек, республика резервынан һәр ауыл биләмәһенә кварталға бер тапҡыр 100-150 мең һум күләмендә (халыҡ иҫәбенә ҡарап) аҡса бүленә.
Ә эшҡыуарлыҡҡа килгәндә, тағы ла ҡатмарлыраҡ. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, бөгөн биләмә етәкселәренең был тармаҡты үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныуы юҡ, сөнки унан ҡаҙнаға бер тин дә файҙа “таммай”. Сираттағы съезда был мәсьәлә лә көн тәртибенә сығарыласаҡ.
— Республикала Бөтә донъя банкы ярҙамында “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” проекты тормошҡа ашырыла башланы. Ауыл һәм ҡалаларҙың үҫешендә уның өлөшө тос булмаҡсы.
— Эйе, программа — социаль, көнкүреш объекттарын төҙөкләндереү, яңыртыу, юлдарҙы рәткә килтереү йәһәтенән ҙур ярҙам. Әммә төп маҡсат — ошо мәсьәләләргә халыҡты йәлеп итеү. Ғөмүмән, һуңғы ваҡытта кешеләрҙең бер-береһенә, йәшәгән төйәгенә битарафлығы әсендерә. Әллә улар шул тиклем түрәләргә ышанған, әллә башҡа сәбәптәр. “Ниңә уны беҙ эшләргә тейеш әле, ул Хөкүмәттең йөкләмәһе”, — тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Көтөп ятырға ярамай. Буштың ҡәҙере булмай ул. Мәҫәлән, әлеге проектҡа ярашлы ниндәйҙер бер биләмәгә (ҡағиҙә буйынса күпмелер процентын халыҡ түләй) юл һалынды, ти. Иманым камил, үҙ “өлөш”ө булған ауыл кешеһе уны мотлаҡ ҡарап, һаҡлап тотасаҡ. Шул уҡ һыу мәсьәләһе лә, социаль объекттар ҙа “өлөш”лө булһын ине. Фәҡәт проектҡа килгәндә, уның киләсәге өмөтлө, халыҡта ул ҡыҙыҡһыныу уятты һәм был сәм, ғәм ярты юлда һүнеп ҡалмаҫ тип ышанам.
Күрше хаҡы —
тәңре хаҡы
— Бөгөн башҡа төбәктәрҙәге муниципаль берәмектәрҙең тәжрибәһен өйрәнәһегеҙме?
– Әлбиттә. Үҙең хаталанғансы, башҡаның хатаһында өйрән тигәндәй, Татарстан, Ырымбур, Силәбе, Свердловск өлкәләре, Пермь крайы, Удмурт, Сыуаш республикалары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Яңыраҡ Волгоград яҡтарында ла булып ҡайттыҡ. Унда ике меңдән ашыу территориаль үҙидара органы эшләй, барыһы ла юридик берәмек булараҡ теркәлгән.
— Ә беҙҙә нисек?
– Республикала был һан тиҫтәгә лә тулмай.
— ???
— Көслө дәүләт ярҙамын да билдәләп үтергә кәрәк. Мәҫәлән, Волгоградта территориаль йәмәғәт үҙидара органдарына урындағы ҡаҙнанан 400 миллион һум күләмендә матди ярҙам бүленгән. Халыҡты ылыҡтырыу йәһәтенән көслө этәргес был. Бер ауылға барҙыҡ. Биләмәлә ике (!) территориаль үҙидара ойошторғандар. Ауыл әллә ни ҙур ҙа түгел – яҡынса 150 йорт. Күп милләтле. Бөтә ерҙә таҙалыҡ, тәртип. Хатта юлдары ла тип-тигеҙ. Үҙҙәре төҙөкләндергәндәр. Ирҙәр шәмбе өмәһенә сыҡҡан да эшләгән. Буш торған ерҙә парк асып ебәргәндәр. Ошонда уҡ футбол, волейбол майҙансыҡтары бар. Беҙҙе оҙатып йөрөүселәр әйтеүенсә, ауыл халҡының бар байрамдары, төрлө конкурс, ярыштар паркта үтә икән. Иң мөһиме – әйткәнде көтмәйҙәр: кем теләй, ағас ултырта йә сәскә үҫтерә. Берәү ҙә паркты төҙөкләндереүҙән, йәшелләндереүҙән ситтә ҡалмаған.
Халыҡтың көсө менән өс музей ойошторолған. Ата-бабаларының ғөрөф-ғәҙәте, тарих, Бөйөк Ватан һуғышы йылдары экспонаттарҙа, рәсми документтарҙа һынланған. Колхоздан ҡалған буш административ бинаны үҙ көстәре менән ремонтлап, бильярд, аэробика залы асҡандар. Бөҙрәхана, кафе эшләй. Әллә күпме кешене эш урыны менән тәьмин иткәндәр. Мәҫәлән, бер егетте тегенсе итеп алғандар. Ул бар ауыл халҡын кейендерә. Хатта тәртипһеҙлеккә ҡаршы дружиналары бар. Былар барыһы ла ниндәй аҡсаға эшләнә тиһегеҙме? Муниципалитет төрлө конкурстарҙа даими ҡатнаша. Былтыр, мәҫәлән, бер миллион һумлыҡ бүләк аҡсаһына автобус һатып алғандар, быйылғы еңеүҙәренең приз фонды — 12 миллион һум. Ауыл урамына асфальт түшәмәкселәр. Иң һоҡландырғаны — халыҡ берҙәм, бөтә ерҙә тереклек.
– Тимәк, урындағы үҙидараны үҫтереүгә йүнәлтелгән реформа үҙ маҡсатына өлгәшкән.
– Һис шикһеҙ.
– Ә беҙҙә бармы ундай миҫалдар?
– Бар, әлбиттә. Мишкә районының Баймырҙа, Ишембай ҡалаһының Смаҡай ауылдары халҡын билдәләп үтер инем. Үҙаллылыҡты улар аңлап һәм дөрөҫ ҡабул итте, шуға күрһәткестәре лә юғары, эштәре лә өлгө алырлыҡ.
Маҡсаттар ҙа, хәл итәһе мәсьәләләр ҙә етерлек– Сираттағы съезда ниндәй мәсьәләләр ҡараласаҡ?
– Әлбиттә, төп тема урындағы үҙидараның финанс өлкәһенә, бигерәк тә һалым системаһын көйләүгә ҡағыла. Икенсенән, бөгөн тармаҡта һигеҙ меңдән ашыу муниципаль хеҙмәткәр эшләй. Уларҙың эш хаҡы бик түбән. Айырыуса ауыл ерендәгеләрҙең килеме кисекмәҫтән көйләүҙе талап итә. Хеҙмәт хаҡы түбән булғас, кадрҙарға ла ҡытлыҡ. Белгес килә лә, күп тә үтмәй, табышлыраҡ урын ҡараштыра башлай. Ә муниципаль хеҙмәткәр даими эшләргә тейеш. Юҡһа, уны уҡытыу, өйрәтеү ауырға төшә. Әйткәндәй, белгестәрҙең белемен камиллаштырыу быйылдан муниципалитет иҫәбенә бойомға ашырыла башланы. Ошоға тиклем был маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан аҡса бүленә торғайны, хәҙер программа бөттө. Был да үҙенә күрә ҙур проблема.
Республиканың административ ҡоролошо буйынса ла һорау тора, сөнки Башҡортостан муниципалитеттар иҫәбе буйынса (895) илдә икенсе урында килә. Үткән быуаттың 30-сы йылдарында Совет иҡтисадына нигеҙләнеп төҙөлгән административ-территориаль бүленештәр бөгөнгө баҙар шарттарына яуап бирмәй. Элек нисек булған? Ауыл Советы ниндәй колхозға ҡараһа, шунда теркәлгән. Һөҙөмтәлә хәҙер һалым да, килем дә юҡ. Бындай административ ҡоролош урындағы үҙидара органдарының үҫешенә ҡамасау булып тора. Граждандар йәмғиәтен булдырыу, халыҡ менән эшләү, уларҙың әүҙемлеген арттырыу, урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү – былар барыһы ла съезда ҡараласаҡ көнүҙәк мәсьәләләр. Ҙур йыйында шулай уҡ 136-сы Федераль закон положениеларының республикабыҙҙа тормошҡа ашырылыуын тикшереү күҙаллана.
— Төплө яуаптарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, Рөстәм Әхмәт улы. Эшегеҙҙә уңыштар, ә съезда ҡатнашыусыларға һөҙөмтәле эш, файҙалы ҡарар ҡабул итеүҙәрен теләйбеҙ.
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА әңгәмәләште.