Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » «Бойҙай бабай»
«Бойҙай бабай»
Күренекле ғалим, профессор һәм йәмәғәт эшмәкәре, әсәйемдең ике туған ҡустыһы Вәкил Ғирфановтың ғүмере балҡып янған йондоҙ кеүек булды. Янып эшләне, дәртләнеп ижад итте ул. Ағайым тураһында хеҙмәттәштәре, балалары, туғандары күңелендә тик яҡты, йылы хәтирәләр генә һаҡлана. Юбилейҙары, тыуған көндәре киң билдәләнә. Еңеү көнөнән һуң, 11 майҙа, дачаһында ер ҡаҙығанда мәңгелеккә арабыҙҙан китеп барҙы ағайыбыҙ.

Еңеү көнөн байрам иткәндә ныҡ тулҡынланғаны хәтеремдә. Уң ҡулын йөрәге тәңгәленә ҡуйып былай тигәйне: “Күкрәк һөйәгемде иҙеп, бер аҙ йәмшәйгән дошман пуляһы йөрәгемдә утыҙ биш йыл йөрөй, йонсоу көндәрҙә игәп, үҙе тураһында белдереп ҡуя, һуғыш хәтирәләрен яңыртып тора”.
Сталинградтағы ҡан ҡойғос алыштарҙан һуң лейтенант Вәкил Ғирфановтың минометсылар взводы, фашистарҙы Курск дуғаһы, Харьков, Полтава, Кременчуг, Кировоград ҡалалары, Белоруссия һаҙлыҡтары аша ҡыуа барып, 1945 йылдың апрелендә Балтик диңгеҙе ярҙарына килеп сыға. Шул мәхшәрҙә Вәкил Кәлимулла улы өс тапҡыр яралана, бер тапҡыр ҡаты контузия ала.
1970 йылдың сентябрендә “Ленин байрағы” (“Ленинское знамя”) гәзитенә хәбәрсе булып эшкә килдем, бер үк ваҡытта радиотапшырыуҙарҙы ойоштороусы ла булдым. Агробиолог-селекционер, ғалим Вәкил ағай менән йыш осрашыу, әңгәмәләшеү форсаты ла сығып торҙо.
Беҙҙең районға 1975 йылдың апрелендә ғилми-ғәмәли конференция үткәрергә килгәндә уның менән осрашып, ихлас аралашырға, һөйләгәндәрен магнитофон таҫмаһына яҙҙырырға насип булды. “1909 йылдың 25 ғинуарында Таймый ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуғанмын, — тип бәйән итте ул. — Атайым Кәлимулла бер ниндәй ҙә мәктәптә уҡымаған, шулай ҙа гәзит-журнал аша хәреф танырға өйрәнгән. Алдынғы ҡарашлы кеше ине, балаларын белемле итергә бөтә көсөн һалды. Ишле ғаиләлә бөтәһе 15 бала үҫтек. Тәүҙә мәҙрәсәгә йөрөнөк. Ҡайһы берҙәребеҙ күрше ауылдарҙағы урыҫ мәктәптәрендә лә уҡыны. Хужалығыбыҙҙа ике-өс ат, бер-ике һыйыр һәм ваҡ мал була торғайны. Әммә тормоштоң осон-осҡа ялғау ауыр ине. Өс ағайым кулакта батраклыҡ итте, бесән сабып, утын әҙерләп, ураҡ урып йә иһә эргәләге заводта ағас күмере ташып, тамаҡ туйҙырҙы.
Беҙҙең өйәҙҙә аслыҡ 1920 йылда уҡ башланды. Ауылда 20 урынлыҡ балалар йорто асылғас, атайым мине, Шамил ҡустымды һәм Маһира һеңлемде шунда бирҙе. Ике-өс айҙан беҙ йөҙҙән аштыҡ. Икенсе йылды тағы бер балалар йорто эшләй башланы. Таймый ауылы халҡының өстән ике өлөшө аслыҡтан ҡырылды. Детдом балалары ла күпләп һәләк булды.
1922 йылдың көҙөндә мине Мәсәғүт кантонының Үрге Ҡыйғы балалар йортона күсерҙеләр. Унда 1926 йылға тиклем уҡыным. Мәктәптә лә фәҡирлек баштан ашҡайны. Өйҙән дә ярҙам юҡ. Беҙҙең менән Ләүзә ауылынан хәлле генә крәҫтиән балалары уҡый ине. Уларға мәсьәлә сискән, конспект яҙған өсөн ата-әсәләре миңә күстәнәскә он, бәрәңге килтерә ине. Тик урыҫ теле буйынса хәлем ауыр булды. Һөйләшә белмәйенсә ҡыйын хәлдәргә лә ҡалғыланым. Сәмләнеп китеп, урыҫса китаптарҙы ғына түгел, гәзит-журналдарҙы ла күпләп уҡый башланым.
Ул йылдарҙа юғары агрономик белемле милли кадрҙарға мохтажлыҡ ҙур ине. Тимирязев исемендәге Ауыл хужалығы академияһы Башҡортостанды шефлыҡҡа алғайны. 1929 йылда унда уҡырға төрлө техникумдарҙан һайлап алынған 12 кеше араһына мин дә эләктем. Барлыҡ имтихандарҙы ла уңышлы тапшырып, агрономия факультетына керҙем. 13–14 йәшкә тиклем урыҫса бер һүҙ ҙә белмәгән, 16 йәшкә тиклем паровозды ла күрмәгән үҫмер Вәкил Ғирфанов Мәскәүҙең үҙендә уҡыһын әле!
Студенттарҙың күбеһе рабфактан килгән. Көслөләрҙең дә көслөләрен йыйғандар. Талаптар ҙа ҡаты, сөнки академия юғары квалификациялы белгестәр әҙерләп сығара ине бит. Башҡортостаным, халҡым күҙ төбәп торған 12 кеше иҫәбенә инеүемде иҫтә тотоп, уҡыуға бөтә көсөмдө бирҙем.
Баҫыуҙарға һәм фермаларға практикаға йөрөнөк. Беҙҙең һәүкәштәр кәзәнеке ҡәҙәр генә һөт бирәләр икән дә баһа! Шунда һыйырҙарҙы фәнни нигеҙҙә аҫрау тураһында брошюра яҙҙым. Һуңынан 1930 йылда Мәскәүҙең “Центриздат” нәшриәтендә “Һыйырҙарҙы ауырлығына ҡарап ашатыу һәм тәрбиәләү” тигән ғилми хеҙмәтем донъя күрҙе. Был асыш түгел ине, шулай ҙа беренсе баҫма брошюрам сығыу ҙур шатлыҡ тыуҙырҙы. 21 йәшлек кенә егет бит әле мин!
Мәскәүҙә татарса сыҡҡан “Игенселәр” гәзите менән хеҙмәттәшлек итә башланым. Агрономик темаларға мәҡәләләр, очерктар, һүрәтләмәләр яҙҙым. Уҡыуымдың икенсе йылында “Йәшел бесән әҙерләү һәм уны һаҡлау” тигән икенсе брошюрам сыҡты. Беренсе агрономик практиканы “Дүртөйлө” МТС-ында үттем.
1932 йылда Өфөлә Ауыл хужалығын үҙгәртеп ҡороу фәнни-тикшеренеү институты ойошторолдо. Бер йылдан академияны тамамлап, мин дә шунда эшкә ҡайттым...”
...Вәкил Кәлимулла улы Ғирфанов өсөн һуғыш 1945 йылдың 24 апрелендә Көнсығыш Пруссияла дүртенсе тапҡыр яраланыу менән тамамлана. Уның һуғыштағы ҡаһарманлығы Ҡыҙыл Йондоҙ, I, II дәрәжә Дан ордендары һәм ете миҙал менән билдәләнә. Хәрби кейемде 1945 йылдың аҙағында ғына һалып, йәнә фәнгә ҡайта. 1951 йылдың ноябрендә Биология институты директорының фән буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. “Башҡортостанда яҙғы бойҙай агротехникаһы” тигән фәнни эше ике тапҡыр баҫыла, айырым брошюралары ла сыға. Шулар нигеҙендә ул кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
Талантлы ғалим 170-тән ашыу фәнни хеҙмәт яҙа. “Яҙғы бойҙай” монографияһы юғары баһа ала. Уның буйынса 1965 йылда Һарытау ауыл хужалығы институтында фән докторы дәрәжәһенә диссертация яҡлай, игенде иртә агротехник мөҙҙәттә сәсеүҙең зона нормаларын ҡулланыуҙың юғары һөҙөмтәле фәнни нигеҙен эшләй. Ғалимдарҙың, хужалыҡ етәкселәренең ул замандағы йәш быуыны уны үҙ итеп, яратып, “Бойҙай бабай” тип йөрөтөр ине.
Вәкил Кәлимулла улының “Башҡортостан тупрағы” тигән йәнә бер китабы донъя күрҙе. Ғалим егерме йылдан ашыу СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Биология институты директоры, бер үк ваҡытта институттың үҫемлектәрҙең ныҡлылыҡ физиологияһы һәм туҡландырыу лабораторияһы мөдире булды, СССР-ҙың һәм БАССР-ҙың Юғары Советтары депутаты итеп һайланды.
Фронтта алған наградалары йәнәшәһендә Вәкил Ғирфановтың күкрәген Октябрь Революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы, “Почет Билдәһе” ордендары һәм күп миҙалдар биҙәне. Ул БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре лә булып танылды.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21