1 сентябрь – Икенсе донъя һуғышы башланған көн
Әгәр кеше үҙен самаһыҙ яратһа, уның хәтере лә уңайлы мәғлүмәтте генә һаҡлай, тиҙәр. Бәлки, шулайҙыр ҙа, йөрәгеңде тетрәткән, күңелең ҡабул иткән хәл-ваҡиға зиһен дәфтәрендә ташҡа уйып яҙылған кеүек һаҡлана. XX быуаттың иң ҙур ҡораллы алышы булып рәсәйҙәр өсөн Бөйөк Ватан һуғышы иѕәпләнә. Ул 1941 йылдың 22 июнендә башланып, ғәмәлдә 1945 йылдың 2 сентябрендә тамамланған. Ләкин тарихта Икенсе донъя һуғышы тигән төшөнсә киңерәк мәғәнә һаҡлай. Ғөмүмән, “донъя” һүҙе үҙе генә афәттең глобаль ҡолас алыуын күрһәтә. Уйлап ҡарағыҙ: был һуғышҡа төрлө рәүештә 72 дәүләт йәлеп ителгән. Туранан-тура ҡораллы алышҡа 110 миллионға яҡын һалдат мобилизацияланған, һуғыш барышында 62 миллион самаһы кеше һәләк булған, шуларҙың 27 миллиондан күберәге — СССР граждандары.
Ҡорбандар иҫәбенең теүәл түгеллеге һәр кемгә мәғлүм. Ғөмүмән, сәйәсәттең бер сағылышы булараҡ, һуғыш та ялғанлыҡ һәм икейөҙлөлөк менән мөлдөрәмә тулы. “Әгәр көс ҡулланыу сәйәсәттең уң ҡулы булһа, хәйлә — уның һул ҡулы”, тип раҫлау һис ҡасан да иҫкермәй.
Бөйөк Ватан һуғышының башланыуы тураһында яҙһаҡ та, һөйләһәк тә, “мәкерле рәүештә”, “көтмәгәндә”, “ниндәй ҙә булһа дәғүә ҡуймай” кеүегерәк штамптарҙы ҡулланырға күнеккәнбеҙ. Ә бит, ябай ғына логикаға таянғанда ла, туптар шартлар, мылтыҡтар атырҙан алда теләһә ниндәй хәрби кампанияның сәйәси концепцияһы нигеҙләнә, стратегик маҡсаттары, тактик алымдары билдәләнә. Ҡыҫҡаһы, Икенсе донъя һуғышында төп ролде уйнаған Советтар Союзы, Германия, Бөйөк Британия, Америка Ҡушма Штаттары, Франция, Япония, Италия, берсә — күмәкләшеп, берсә икәү-ара йә үҙаллы пландар ҡорған, союздарға берләшкән, йәшертен килешеүҙәр имзалаған, ҡыҫҡаһы, үҙе отоп, уҙаҡташын төп башына ултыртырға тырышҡан. Һәм был — сәйәсәттә ғәҙәти хәл.
Икенсе донъя һуғышының башланыу сәбәптәрен яҡшыраҡ аңлар өсөн мәхшәр алдындағы йылдарға, сәйәси тормошҡа әйләнеп ҡайтайыҡ.
Беренсе донъя һуғышына нөктә ҡуйыу тураһында Версаль тыныслыҡ килешеүе Германияға хәрби йәһәттән ҡайтанан аяҡҡа баҫыу өсөн байтаҡ мөмкинлек ҡалдырған. Еңеүсе илдәргә түләнергә тейешле репарациялар тураһында Франция бик ныҡышып ҡараһа ла, Көнбайыш державаларҙа өҫтөнлөк иткән либералдар илде самаһыҙ асыуландырыуҙан һағайған. Һәм түләү мәсьәләһе күп тә үтмәй онотолған. Уның ҡарауы, Германия үҙенең ҡораллы көстәрен тиҙләтеп терелтеү мөмкинлеген алған. Ошо уҡ ваҡытҡа алмандар яғынан ультиматум рәүешендә Европа дәүләттәре сиктәрен 1914 йылға тиклемге хәлгә ҡайтарыу, милләт мәсьәләләре күтәрелә башлай. Версаль килешеүе һөҙөмтәһендә Германиянан ситтә, яңы хасил булған дәүләттәрҙә йәшәргә мәжбүр ителгән немецтарҙың ризаһыҙлығын Гитлер оҫта файҙаланған. Ул ғына ла түгел, ризаһыҙлыҡ тыуҙырған һәр сәбәп, Европа дәүләттәрендәге демократияның хәрби йәһәттән көсһөҙлөгө менән дәртләндерелеп, был ил талаптарын киҫкенләштерә генә барған. Мәҫәлән, Германиянан Көнсығыш Пруссия 1919 йылда айырып алынған, һәм улар араһында “Поляк коридоры” тип йөрөтөлгән Польша биләмәһе хасил булған. Мәғлүмдер, Көнсығыш Пруссия — быуаттар буйы алмандар йәшәгән ер һәм әлеге “коридорҙа” урынлашҡан ирекле Гданьск (немецтарса — Данциг) ҡалаһында ла күпселекте алман ҡәүеме тәшкил иткән. 1939 йылдың йәйендә Гитлер ҡаланы Германияға ҡайтарып биреү талабын ҡуя. Поляктар, тәбиғи, ҡырталаша һәм, Германия һөжүм итә ҡалһа тип, Британиянан ярҙам тураһында килешә. Германияла ла, Польшала ла — сәйәси көрсөк. Ике яҡта ла шовинизм ҡотороп сәскә ата. Ләкин Гитлер үҙен өйәнәге йыш тотҡан фюрер ғына түгел, бәлки был осорҙа аҙымын һәм һүҙен үлсәй белгән сәйәсмән-стратегик итеп күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта ул, башҡалар кеүек үк, Британия яғынан йөкләмәнең үтәлеренә лә ышанмай, сөнки СССР менән Германия араһында бер-береңә һөжүм итмәү тураһында пакт имзаланғандан һуң, Британия Рәсәйҙе союздаш булараҡ юғалта. Британияһыҙ иһә Польша яҡлаусыһыҙ ҡала. Һәр хәлдә, 29 августың иртәһендә Британияның Берлиндағы илсеһенә шартлы рәүештә “Коридор эсендәге коридор” тип аталған план тапшырыла. Ул ғәмәлгә аша ҡалһа, Германияны Көнсығыш Пруссия менән тимер юл тоташтырырға тейеш була. Тимәк, башҡа ил вәкилдәренең күҙәтеүе аҫтында әлеге биләмәлә референдум үткәреү мөмкинлеге лә тыуа.
Уҙған быуаттың 30-сы йылдары аҙағында Европала хәл үтә көсөргәнешле була. Күп илдәрҙе фашистик Германияның агрессив ғәмәлдәре ҡурҡыуға һала. Өҫтәүенә СССР-ҙы Японияның әүҙемлеге борсой. Беҙҙең ил 1934 йылда Милләттәр Лигаһына ағза булып инә. Сәйәсмәндәргә коллектив именлеккә йүнәлтелгән төрлө килешеүҙәр аша донъя низағынан ҡотолоу мөмкинлеге бар һымаҡ тойола. Ләкин күп тә үтмәй коллектив именлек идеяһының (бигерәк тә Германияның ҡатнашлығы менән) бойомға ашмаҫы асыҡлана. Яҡынлашып килгән низағтағы яҡтарҙың һәр ҡайһыһы бүтәндәр иҫәбенә отошло урынды эләктереп ҡалырға ынтыла. Шуғалыр ул йылдарҙағы халыҡ-ара мөнәсәбәттәргә һәр төрлө юлдар эҙләү, сәйәсмәндәр үҙҙәре лә ышанмаҫтай хәбәр һөйләү, декларациялар, йәшертен һөйләшеүҙәр, вәғәҙәләр һәм килешеүҙәр хас. Әйткәндәй, ХVIII быуаттағы шикелле, килешеүҙәр һәм вәғәҙәләр халыҡ күрмәҫ протоколдарҙа теркәлгән.
Ошо ваҡытта – көсөргәнешле, тотороҡһоҙ шарттарҙа – совет етәкселеге инглиз-француз делегацияһы менән мәғәнәһеҙ һөйләшеүҙәрҙе дауам итә барып, Германия менән мөнәсәбәттәргә ауыша башлай. Нацизм юлбашсыһының советтарға ҡаршы төбәлгән риторикаһы Сталинды ҡаушатмай. Тәжрибәле сәйәсмән булараҡ, ул һүҙҙең дә, ысын мәнфәғәттәрҙең дә баһаһын яҡшы белә. Гитлер, үҙ сиратында, эҙмә-эҙлекле өс маҡсат билдәләп, уларҙы өс этапта бойомға ашырырға йыйына: эске сәйәсәттә нацистарҙың тоталь хакимлығын тәьмин итеү, артабан Германияның Үҙәк Европалағы хакимлығы һәм, ниһайәт, донъя өҫтөнән хакимлыҡ. СССР-ҙың Европа өлөшөн Герман империяһы тарафынан йотоуҙы алман халҡына уның Көнсығыштағы биләмәләрен ҡайтарып биреү тип аҡлайҙар. Бер ыңғай, йәһүдтәрҙе юҡ итеп, “йәһүдтәр мәсьәләһе лә” хәл ителә. Был планды бойомға ашырыу Германияла 1933 йылда башлана. Тәүҙә Францияны баҫып алырға, унан һуң — СССР-ҙы. Ул саҡта донъя державалары булып Британия, Япония, АҠШ һәм Өсөнсө рейх ҡала. Һөҙөмтәлә Германия Африкалағы колонияларын һәм атлантик океандағы хәрби-диңгеҙ базаларын кире ҡайтара.
Гитлерҙың стратегияһы хәрби низағты киңәйтеүҙе талап итә. Ул инде Британия менән бергәләп АҠШ-ҡа ҡаршы һуғыш асыу тураһында уйлай. Үҙ маҡсатына өлгәшеү өсөн Гитлер теләһә ниндәй сараларҙан да тартынмай. 1939 йылда Советтар Союзы менән бер-береңә һөжүм итмәү тураһында пакт төҙөлә. Башҡорт халҡында “Ҡарғанан ҡарауыл ҡуйһаң, өҫтөңә яу килтерер” тигән әйтем бар. Германия менән ул саҡтағы “дуҫлыҡ” та, ахыры, шул ҡарһүҙҙе раҫлап ҡуя.
Пакт иһә Сталинға сәйәсәттәге уңыш булып күренгән. Беренсенән, ул Германия яғынан һөжүмдән ҡурсалаһа, икенсенән, Рәсәй империяһының 1917 – 1920 йылдарҙа юғалтылған көнбайыш провинцияларын ҡайтарып алыу форсатын биргән. Өсөнсөнән, пакт “капитал донъяһын” ҡаҡшатасаҡ глобаль һуғыш башлап ебәрергә, Европаны советлаштырыу һәм, ахыр килеп, СССР-ҙың Германияны ла, бүтән көндәштәрен дә еңеүен тәьмин итергә тейеш була. 1939 йылдың 19 авгусында, Политбюро ултырышында сығыш яһағанда, Сталин былай ти: “Иптәштәр! Хеҙмәт кешеләре ватаны булған СССР-ға Рейх менән капиталистик инглиз-француз блогы араһында һуғыш тоҡаныуы кәрәк. Ике яҡ та йонсоһон өсөн һуғыш мөмкин ҡәҙәр оҙаҡ барһын... Нейтралитет позицияһына тоғро ҡалып һәм үҙ мөҙҙәтен көтөп, СССР хәҙерге Германияға сеймал һәм аҙыҡ-түлек менән ярҙам күрһәтәсәк”.
1939 йылдың 1 сентябрендә, 75 йыл элек, Германия Польшаға ябырылған – Икенсе донъя һуғышы башланған.