Дауылһыҙ көндә дау барын онотма30.08.2014
Дауылһыҙ көндә дау барын онотма 1 сентябрь – Икенсе донъя һуғышы башланған көн

Әгәр кеше үҙен самаһыҙ яратһа, уның хәтере лә уңайлы мәғлүмәтте генә һаҡлай, тиҙәр. Бәлки, шулайҙыр ҙа, йөрәгеңде тетрәткән, күңелең ҡабул иткән хәл-ваҡиға зиһен дәфтәрендә ташҡа уйып яҙылған кеүек һаҡлана. XX быуаттың иң ҙур ҡораллы алышы булып рәсәйҙәр өсөн Бөйөк Ватан һуғышы иѕәпләнә. Ул 1941 йылдың 22 июнендә башланып, ғәмәлдә 1945 йылдың 2 сентябрендә тамамланған. Ләкин тарихта Икенсе донъя һуғышы тигән төшөнсә киңерәк мәғәнә һаҡлай. Ғөмүмән, “донъя” һүҙе үҙе генә афәттең глобаль ҡолас алыуын күрһәтә. Уйлап ҡарағыҙ: был һуғышҡа төрлө рәүештә 72 дәүләт йәлеп ителгән. Туранан-тура ҡораллы алышҡа 110 миллионға яҡын һалдат мобилизацияланған, һуғыш барышында 62 миллион самаһы кеше һәләк булған, шуларҙың 27 миллиондан күберәге — СССР граждандары.

Ҡорбандар иҫәбенең теүәл түгеллеге һәр кемгә мәғлүм. Ғөмүмән, сәйәсәт­тең бер сағылышы була­раҡ, һуғыш та ялғанлыҡ һәм икейөҙлөлөк менән мөлдөрәмә тулы. “Әгәр көс ҡулланыу сәйәсәттең уң ҡулы булһа, хәйлә — уның һул ҡулы”, тип раҫ­лау һис ҡасан да иҫкер­мәй.
Бөйөк Ватан һуғышы­ның башланыуы тураһын­да яҙһаҡ та, һөйләһәк тә, “мәкерле рәүештә”, “көтмә­гәндә”, “ниндәй ҙә булһа дәғүә ҡуймай” кеүегерәк штамптарҙы ҡулланырға күнеккәнбеҙ. Ә бит, ябай ғына логикаға таянғанда ла, туптар шартлар, мыл­тыҡтар атырҙан алда те­лә­һә ниндәй хәрби кам­па­нияның сәйәси концеп­цияһы нигеҙләнә, стра­те­гик маҡсаттары, тактик алымдары билдәләнә. Ҡыҫ­ҡа­һы, Икенсе донъя һу­ғы­­шында төп ролде уй­на­ған Советтар Союзы, Германия, Бөйөк Британия, Америка Ҡушма Штаттары, Франция, Япония, Италия, берсә — кү­мәкләшеп, берсә икәү-ара йә үҙаллы пландар ҡор­ған, союздарға берләш­кән, йәшертен килешеүҙәр имзалаған, ҡыҫҡаһы, үҙе отоп, уҙаҡта­шын төп башына ултыр­тырға тырыш­ҡан. Һәм был — сәйәсәттә ғәҙәти хәл.
Икенсе донъя һуғышының башланыу сәбәптәрен яҡшыраҡ аңлар өсөн мәх­шәр алдындағы йылдарға, сәйәси тор­мошҡа әйләнеп ҡайтайыҡ.
Беренсе донъя һуғышына нөктә ҡу­йыу тураһында Версаль тыныслыҡ килешеүе Германияға хәрби йәһәттән ҡайтанан аяҡҡа баҫыу өсөн байтаҡ мөмкинлек ҡалдырған. Еңеүсе илдәргә түләнергә тейешле репарациялар тура­һында Франция бик ныҡышып ҡараһа ла, Көнбайыш державаларҙа өҫтөнлөк иткән либералдар илде самаһыҙ асыу­ландырыуҙан һағайған. Һәм түләү мәсьәләһе күп тә үтмәй онотолған. Уның ҡарауы, Германия үҙенең ҡораллы көстәрен тиҙләтеп терелтеү мөмкинле­ген алған. Ошо уҡ ваҡытҡа алмандар яғынан ультиматум рәүешендә Европа дәүләттәре сиктәрен 1914 йылға тиклемге хәлгә ҡайтарыу, милләт мәсьәлә­ләре күтәрелә башлай. Версаль ки­ле­шеүе һөҙөмтәһендә Германиянан ситтә, яңы хасил булған дәүләттәрҙә йәшәргә мәжбүр ителгән немецтарҙың ризаһыҙлығын Гитлер оҫта файҙалан­ған. Ул ғына ла түгел, ризаһыҙлыҡ тыуҙырған һәр сәбәп, Европа дәүләт­тәрендәге демократияның хәрби йәһәт­тән көсһөҙлөгө менән дәртләндерелеп, был ил талаптарын киҫкенләштерә генә барған. Мәҫәлән, Германиянан Көнсы­ғыш Пруссия 1919 йылда айырып алынған, һәм улар араһында “Поляк коридоры” тип йөрөтөлгән Польша билә­мәһе хасил булған. Мәғлүмдер, Көн­сы­ғыш Пруссия — быуаттар буйы алмандар йәшәгән ер һәм әлеге “кори­дорҙа” урынлашҡан ирекле Гданьск (немецтарса — Данциг) ҡалаһында ла күпселекте алман ҡәүеме тәшкил иткән. 1939 йылдың йәйендә Гитлер ҡаланы Германияға ҡайтарып биреү талабын ҡуя. Поляктар, тәбиғи, ҡырталаша һәм, Германия һөжүм итә ҡалһа тип, Британиянан ярҙам тураһында килешә. Германияла ла, Польшала ла — сәйәси көрсөк. Ике яҡта ла шовинизм ҡотороп сәскә ата. Ләкин Гитлер үҙен өйәнәге йыш тотҡан фюрер ғына түгел, бәлки был осорҙа аҙымын һәм һүҙен үлсәй белгән сәйәсмән-стратегик итеп күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта ул, башҡалар кеүек үк, Британия яғынан йөкләмәнең үтәлеренә лә ышанмай, сөнки СССР менән Германия араһында бер-береңә һөжүм итмәү тураһында пакт имзаланғандан һуң, Британия Рәсәйҙе союздаш булараҡ юғалта. Британияһыҙ иһә Польша яҡ­лау­сыһыҙ ҡала. Һәр хәлдә, 29 августың иртәһендә Британияның Берлиндағы илсеһенә шартлы рәүештә “Коридор эсендәге коридор” тип аталған план тапшырыла. Ул ғәмәлгә аша ҡалһа, Германияны Көнсығыш Пруссия менән тимер юл тоташтырырға тейеш була. Тимәк, башҡа ил вәкилдәренең күҙәтеүе аҫтында әлеге биләмәлә референдум үткәреү мөмкинлеге лә тыуа.
Уҙған быуаттың 30-сы йылдары аҙа­ғында Европала хәл үтә көсөргәнешле була. Күп илдәрҙе фашистик Германия­ның агрессив ғәмәлдәре ҡурҡыуға һала. Өҫтәүенә СССР-ҙы Японияның әүҙем­леге борсой. Беҙҙең ил 1934 йылда Милләттәр Лигаһына ағза булып инә. Сәйәсмәндәргә коллектив именлеккә йүнәлтелгән төрлө килешеүҙәр аша донъя низағынан ҡотолоу мөмкинлеге бар һымаҡ тойола. Ләкин күп тә үтмәй коллектив именлек идеяһының (бигерәк тә Германияның ҡатнашлығы менән) бойомға ашмаҫы асыҡлана. Яҡынла­шып килгән низағтағы яҡтарҙың һәр ҡайһыһы бүтәндәр иҫәбенә отошло урынды эләктереп ҡалырға ынтыла. Шуғалыр ул йылдарҙағы халыҡ-ара мөнәсәбәттәргә һәр төрлө юлдар эҙләү, сәйәсмәндәр үҙҙәре лә ышанмаҫтай хәбәр һөйләү, декларациялар, йәшер­тен һөйләшеүҙәр, вәғәҙәләр һәм киле­шеүҙәр хас. Әйткәндәй, ХVIII быуаттағы шикелле, килешеүҙәр һәм вәғәҙәләр халыҡ күрмәҫ протоколдарҙа теркәлгән.
Ошо ваҡытта – көсөргәнешле, тото­роҡһоҙ шарттарҙа – совет етәкселеге инглиз-француз делегацияһы менән мә­ғәнәһеҙ һөйләшеүҙәрҙе дауам итә ба­рып, Германия менән мөнәсәбәттәргә ауыша башлай. Нацизм юлбашсы­һы­ның советтарға ҡаршы төбәлгән рито­рикаһы Сталинды ҡаушатмай. Тәж­ри­бәле сәйәсмән булараҡ, ул һүҙҙең дә, ысын мәнфәғәттәрҙең дә баһаһын яҡшы белә. Гитлер, үҙ сиратында, эҙмә-эҙлекле өс маҡсат билдәләп, уларҙы өс этапта бойомға ашырырға йыйына: эске сәйәсәттә нацистарҙың тоталь хаким­лығын тәьмин итеү, артабан Германия­ның Үҙәк Европалағы хакимлығы һәм, ниһайәт, донъя өҫтөнән хакимлыҡ. СССР-ҙың Европа өлөшөн Герман империяһы тарафынан йотоуҙы алман халҡына уның Көнсығыштағы биләмә­ләрен ҡайтарып биреү тип аҡлайҙар. Бер ыңғай, йәһүдтәрҙе юҡ итеп, “йәһүдтәр мәсьәләһе лә” хәл ителә. Был планды бойомға ашырыу Германияла 1933 йылда башлана. Тәүҙә Францияны баҫып алырға, унан һуң — СССР-ҙы. Ул саҡта донъя державалары булып Британия, Япония, АҠШ һәм Өсөнсө рейх ҡала. Һөҙөмтәлә Германия Африкалағы колонияларын һәм атлантик океандағы хәрби-диңгеҙ базаларын кире ҡайтара.
Гитлерҙың стратегияһы хәрби низағ­ты киңәйтеүҙе талап итә. Ул инде Британия менән бергәләп АҠШ-ҡа ҡаршы һуғыш асыу тураһында уйлай. Үҙ маҡ­сатына өлгәшеү өсөн Гитлер теләһә ниндәй сараларҙан да тартынмай. 1939 йылда Советтар Союзы менән бер-береңә һөжүм итмәү тураһында пакт төҙөлә. Башҡорт халҡында “Ҡарғанан ҡарауыл ҡуйһаң, өҫтөңә яу килтерер” тигән әйтем бар. Германия менән ул саҡтағы “дуҫлыҡ” та, ахыры, шул ҡарһүҙҙе раҫлап ҡуя.
Пакт иһә Сталинға сәйәсәттәге уңыш булып күренгән. Беренсенән, ул Германия яғынан һөжүмдән ҡурсалаһа, икенсенән, Рәсәй империяһының 1917 – 1920 йылдарҙа юғалтылған көнбайыш провинцияларын ҡайтарып алыу форсатын биргән. Өсөнсөнән, пакт “капитал донъяһын” ҡаҡшатасаҡ глобаль һуғыш башлап ебәрергә, Европаны советлаштырыу һәм, ахыр килеп, СССР-ҙың Германияны ла, бүтән көндәштәрен дә еңеүен тәьмин итергә тейеш була. 1939 йылдың 19 авгусында, Политбюро ултырышында сығыш яһағанда, Сталин былай ти: “Иптәштәр! Хеҙмәт кешеләре ватаны булған СССР-ға Рейх менән капиталистик инглиз-француз блогы ара­һында һуғыш тоҡаныуы кәрәк. Ике яҡ та йонсоһон өсөн һуғыш мөмкин ҡәҙәр оҙаҡ барһын... Нейтралитет позицияһына тоғ­ро ҡалып һәм үҙ мөҙҙәтен көтөп, СССР хәҙерге Германияға сеймал һәм аҙыҡ-түлек менән ярҙам күрһәтәсәк”.
1939 йылдың 1 сентябрендә, 75 йыл элек, Германия Польшаға ябырылған – Икенсе донъя һуғышы башланған.




Вернуться назад