Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәғләмүновтарҙың зарын кем ишетер?
Йәғләмүновтарҙың зарын кем ишетер?
Ағалы-ҡустылы Рифат менән Фиданистың хатта инвалид коляскаһы ла юҡ
— Балаңды ашатма ла ҡуй…
— Сабыйың барыбер үлә, кеше булмаҫ. Бер йылдан да артыҡ тормаҫ…
— Башҡаса дауахана тип йөрөмәгеҙ, көнө бөтөп бара…
1980 йылда Розана менән Радик Йәғләмүновтарҙың тәүге сабыйы Фиданис тыуғас, табиптар ҙа, хатта бөтә ғүмерен медицина тикшеренеүҙәренә арнаған профессорҙар ҙа ата-әсәне шулай “тынысландыра”.

Ғүмерҙе һөйөү оҙайталыр

Сабыйҙарының бала сағын иҫкә төшөргәндә әсә кеше күҙ йәштәрен тыя алмай. Фиданис һирәк осрай торған сир (һөйәк хатта ҡул менән ҡағылғанда ла һынып бара) менән донъяға килә. Бер ни аңламаған шәфҡәт туташтары тотҡан ыңғайға ла сабыйҙың биш урындан һөйәге һынып сыға. Туҡтай алмай илаған бала менән әсәһен район үҙәге табиптары Өфөгә оҙата. Йыуатырлыҡ бер һүҙ ҙә тапмай врачтар, “әллә ни оҙаҡҡа бармаҫ, бер йыл самаһы ла йәшәмәҫ” тип, ғаиләне ҡайтарып ебәрәләр.
Ярай әле шул мәлдә Розана апайҙы аңлаған яҡын­дары була. Өҙлөкһөҙ һыҙ­ланған, илаған баланы кү­мәкләп, алмашлап ҡарай улар. Көн менән төн бу­тала. Ҡәйнә менән килендең бер-береһенә мөнәсәбәте, батырлығы, са­бырлығы күптәргә өлгө булырлыҡ. Ола­таһы ейәнен дүртенсе класты та­мамлағансы мәктәпкә үҙе йөрөтә. Фиданистың белем алырға теләге ҙур булһа ла, үкенескә ҡаршы, артабан парта артында ултыра алма­ғанлыҡтан, уға уҡыуҙы ҡалдырырға тура килә.
Теүәл 16 йылдан һуң Йәғләмүновтар йәнә бер сабыйға ғүмер бүләк итергә тәүәккәлләй. Әммә Рифат та ошо уҡ сир менән донъяға килә. Бөгөн бәғзе әсәләр сә­ләмәт балаларын ташлап китеүҙе сүпкә лә һанамағанда, Йәғләмүновтар был хаҡта уйларға ла ҡурҡа. Розана апай ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам иткән ҡәйнәһе менән ҡайныһына рәхмәт уҡып бөтә алмай.
Рифат ауылдаштарын сослоғо, зирәклеге менән һоҡландыра. Ҡайһы берәүҙәр, кеҫә телефоны, компьютеры боҙолһа, уның йүнәтеп биреүен һорап килә. Үҫмер телевизор ҡарарға ярата, донъялағы хәл-ваҡиғаларҙы күҙәтеп бара, һығымта яһай, һәр нәмәгә үҙ ҡарашы бар.
Бәхеткә күрә, табиптарҙың да, про­фессорҙарҙың да “күпкә бармаҫ” тигән фаразы дөрөҫкә сыҡмай. Бәлки, оло йөрәкле ата-әсәнең сабыр­лы­ғы, “мөхәббәт емештә­ре”нә ҡарата һүҙ менән генә аңлата алмаҫлыҡ һөйөүе улдарының ғүмерен оҙайта киләлер.

Был аҙым ҡаһарманлыҡҡа тиң

Ҡасандыр Фиданис килен алып шатландырыр, матур, аҡыллы ейән-ейән­сәрҙәр йорттарын йәмләп йөрөр тип күҙ алдына ла килтермәй Йәғлә­мүновтар. Ысынлап та, бөгөн типһә — тимер, баҫһа баҡыр өҙөрҙәй ир-аттың өйләнмәй йөрөүе менән сағыш­тыр­ған­да, Фиданистың да, һөйгәне Ләйсән­дең дә был аҙымы ҡаһарманлыҡҡа тиң. Ләйсән — ошо уҡ райондың Сулпан ауылынан.
— Осраҡлы рәүештә генә телефон аша таныштыҡ. Ул саҡта IХ класта уҡый инем, ике йыл буйы хәбәрләшеп торҙоҡ, — тип хәтирәләргә бирелә зифа буйлы, мөләйем ҡарашлы Ләйсән.
Бер көн Фиданисты дуҫтары, машинаға ултыртып, һөйгәне янына алып бара. Ҡыҙыҡай тәүҙә уның инвалид икәнлеген белмәй. Осрашҡас, бер килке баҙап ҡалһа ла, үҙен тиҙ ҡулға ала. Яғымлы һөйләшеүе, ихласлығы менән арбаған егеттең, үҙ аяғында атлап йөрөй алмаһа ла, киләсәктә ире буласағын яҡшы аңлай ул. Уларҙың өйләнешеүенә, әлбиттә, ике яҡ та тәүҙә ризалыҡ бирмәй. Әсә­ләре ҡаршы булғас, Ләйсән, үпкәләп, хатта медучилищела уҡыуын дауам итеүҙән баш тарта. Ә Розана апай һомғол буйлы, зәңгәр күҙле ҡыҙ аҙаҡтан улымды тиң күрмәҫ тип хафалана. Шуға ла:
— Эй, балаҡайым, шул тиклем ма­тур буй-һының менән үҙеңде лә, улым­ды ла йәрәхәтләп йөрөмә, — тип ни уйлағанын әйтә лә һала. Икенселәр, балаларығыҙҙың инвалид булыуы ихтимал бит, тип күңелгә шик-шөбһә өҫтәй.
Шулай ҙа бер-береһен яратҡан йәш­тәргә бер кем дә ҡаршы тора алмай. Ә инде 2010 йылда улдары Эмиль тыуғас, уларҙың ҡыуанысы күккә аша. Ике йылдан иһә Илһөйәр исемле ҡыҙ донъяға ауаз һала. Бәхеткә күрә, сабыйҙар имен-һау булып тыуа, ва­ҡыты еткәс, тәпәй баҫып китә. Бөгөн улар тәтелдәп, йорттоң йәме булып, барлыҡ ғаилә ағзаларын бәхеткә, ҡыуанысҡа сорнап йәшәй. Уңған, батыр килен, Аллаһ бирһә, көҙгә өсөнсөгә бәпәй алып ҡайтырға уйлай. Бына кемдәр улар бөгөнгө заман геройҙары!

“Илап ҡына мине шаҡ ҡатыра алмаҫһығыҙ!”

Үҙ иңенә төшкән ауырлыҡты сабыр ғына тарта Йәғләмүновтар. Гөр килешеп, бер-береһен аңлашып ғүмер итә­ләр. Радик ағайҙың әсәһе Руфа апай, һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлаһа ла, әле теремек, бүлә-бүләсәр­ҙәрен ҡараша, уларҙың һәр һүҙенә ҡыуанып бөтә алмай. Табынға яңы ғына айыр­тылған йүкә балын килтереп ултыртты ул. Баҡһаң, умартасылыҡ менән кинәнеп шөғөл­ләнә икән. Күптән түгел күмәк­ләшеп килендәренә “Ока” машинаһы алып биргәндәр.
— Эй, йән рәхәте булып ҡалды, — тип күҙ йәштәрен һөртә Розана апай. – Килен улымды, балаларҙы ултырта ла урманға барып ял итеп, емеш-еләк йыйып ҡайталар, Йүрүҙәндә балыҡ та ҡармаҡ­лайҙар.
“Эх, барлыҡ уңайлы шарттары булған йортта йәшә­һәң икән ул”, — тип йыш уйлана егеттәр.
Башҡортостанда инвалидтарға еңел автомашинаһы ла, фатиры ла әленән-әле тигәндәй бирелеп тора. Үкенескә ҡаршы, ошоғаса Йәғләмүновтар ғына бер ниндәй ярҙамһыҙ көн күрә. Хатта инвалид уландарын ултыртып йөрөтөр өсөн коляска ла таба алмай яфаланалар. Хәйер, ҡасандыр Фиданистың коляскаһы булған. Уны район үҙәгенән бер етәксе һорап килгән.
— Апай, бер инвалидтың өйө менән бергә коляскаһы янған. Үҙегеҙҙекен биреп тороғоҙ әле уға. Тиҙҙән Фида­нисҡа яңы коляскаға заявка биргәс, уныһын һеҙгә килтерербеҙ, — тип ышандырған.
Әммә вәғәҙә үтәлмәй. Район үҙәгенә үтенес менән барһалар, йәнә тикше­ренеү үтер өсөн Өфөгә ҡыуалар. Нисек барырһығыҙ икән, машинағыҙ бармы, ярҙам кәрәкме, тип ҡыҙыҡһыныусы ла булмай.
– 2003 йылдан торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта торабыҙ, – тип һү­ҙен дауам итә Розана апай. – Ғариза яҙғанда ун икенсе урында булһаҡ, бөгөн етенсе­ләбеҙ. Исмаһам, йәшәгән өйө­бөҙгә тейешле шарттар булдырыуҙа ярҙам итһәләр ҙә һәйбәт булыр ине.
Республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы вәкилдәре Малаяҙҙа граждандарҙы ҡабул итеү ойошторғас, Розана апай ҙа яҡты өмөттәр менән юлға сыға. Улдарының фотоларын да ала. Әммә осрашыуҙа власть әһеленең яуабы ҡәтғи яңғырай.
— Минең туғанымда ла ошондай уҡ ауырыу бала бар. Һеҙ бында илап ултырып ҡына мине шаҡ ҡатыра алмаҫһығыҙ, — ти ул.
Бына һиңә мә! Кәңәш биреп, ярҙам итергә тейешле кешенең шундай яуабынан Розана апай шаңҡып ҡала. Улай булғас, Өфө һынлы Өфөнән ниңә килде икән был етәксе?
— Бер коляска иномарка хаҡы тормай. Шуны район етәкселәре генә хәл итә ала бит, — ти күҙ йәштәрен һөртә-һөртә Радик ағай.


Автор: Венер ИСХАҠОВ. Район: Салауат районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә