Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Миһырбанлы ла, бәғерһеҙ ҙә заман
Барлыҡ эшләүселәр һаны — 967, шул иҫәптән эшселәр — 731, хеҙмәткәрҙәр — 236, алты транспорт артелендә — 370 баш йөк аты.
Хужалыҡтар араһында иң ҡеүәтлеһе — “Тәйрүк”. Быны 1941 – 1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн бирелгән миҙалдар һаны раҫлай: алты артелдән 131 кеше наградланған, шуларҙың 52-һе “Тәйрүк”тән, йәғни смаҡайҙар.
Ишембай баҙарында артелдең магазины эшләне. Унда башлыса көршәк һауыт-һаба, ағас әйберҙәр (көрәк, ҡалаҡ, һап, ҡайыш, ҡамыт-дуға, арҡан-бау, септә, һепертке, ҡалай сүмес, биҙрә, ҡомған һәм башҡалар) һатылды. Хужалыҡ тауарҙары күрше райондарға ла сығарыла, иген, бәрәңгегә алмаштырыла. Ҡайһы бер кешеләр, тоҙ ҡайнатып, уны әйбергә алмаштырып көн итте. Тик сауҙагәре лә, йөк тартыусыһы ла — үҙе, ә уға ҡәҙәр Ишембайға барып (ара дүрт-биш саҡрым), тоҙло һыуҙы көйәнтәләп алып ҡайтырға, ҡаҙанда ҡайнатырға, киптерергә кәрәк. Мәшәҡәтле эшкә күпме әсе тир түгелә, барыһы ла шул тамаҡ хаҡына... Йәшәү өсөн.
Ғаиләбеҙ аслыҡтан миктәп йәшәне тип әйтә алмайым: әсәйем мал тотто, бесән сабыу, урман киҫеү, баҫыу эштәре, саман кирбес һуғыу, таш ватыу өҫтөнә, мамыҡ кәзәһен аҫрап, ҡыштарын шәл бәйләп һатты, иҫке сепрәктән балаҫ һуҡты.

Ҡаҙаныш та, афәт тә булды нефть

1943 йылда Кинйәбулат нефтен асыу ил өсөн ҙур ҡаҙаныш булһа, смаҡайҙарға ул афәт килтерҙе. Тәйрүктән эркелеп аҡҡан нефть ҡаҙҙарҙы һәләк итте, туплауға төшкән малдар шуға ҡойондо. Йылғаға таҡтанан быуа ҡоролмаһы төҙөп (тағы ла шул лагерҙыҡылар), йыйылған нефтте ҙур соҡорға ҡыуҙылар. Һыу бысранды, балыҡ бөттө, йылға оҙаҡ йылдарға мазут сығанағына әйләнде.
Ишембайҙан Кинйәбулатҡа барған юл ҡул көсө менән төҙөлдө — атлы “бестарка” арбаһына, носилкаға балсыҡты көрәк менән тейәп, нигеҙен күтәрҙеләр, Тәйрүктән ҡыр­сын ташылды. Нефть үткәргес торбаларға траншея ҡаҙыу ҙа ҡул көсө менән баш­ҡарылды. Халыҡ бер нисә көн ҡуна ятып эшләне, хатта ялан кухняһы ойошторол­ғайны. Моғайын да, смаҡайҙарға үтә етди ҡәтғи бурыс ҡуйылған булғандыр.

Ғаиләбеҙҙең арҡа
һөйәге ныҡ ине

Шөкөр, ошо ауыр дәүерҙә арҡа те­рәрлек кешебеҙ булды — әсәйемдең ағаһы Ғи­ниәтулла Лотфулла улы Рәх­мәтуллин һуғышҡа алынманы, артелгә рәйес итеп ҡуйылды. Икенсе ҡурсалау­сыбыҙ — өләсәйем Хәкимә Әбделмөхәмәт ҡыҙы Рәхмәтуллина. Ире, олатайыбыҙ Лотфулла Ғәйзулла улы — офицер, Беренсе донъя һуғышы ҡорбаны (абруйлы бул­ғандыр, өләсәйемдең һүҙҙәренә ҡарағанда, ерләү мәлендәге фотоларын һәм хәрби наградаларын ғаиләһенә килтереп бирәләр). Өләсәйебеҙ өс баланы яңғыҙы күтәрә, йылдары ла бит ниндәй — революция, граждандар һуғышы, аслыҡ, колхозлашыу, репрессия осоро халыҡҡа баш ҡалҡытырға ла ирек бирмәй. Офицер ҡатыны булараҡ, ҡыҫым-ситләтеүҙәр кисерә. Өләсәйемдең егәрлелеге тирә-яҡҡа билдәле, ураҡта уға тиңдәр булмаған. Мин белгәндә, урман-яландан аҙыҡ, дарыу үләндәре, еләк-емеш алып ҡайтҡан, йәшелсә үҫтергән, баҙарҙа борос һатҡан, ураҙа тотҡан, биш намаҙын ҡалдырмаған өлгөр кеше ине. Һәр миҙгелгә кейем-һалым йүнәткәне хәтерҙә: киндер еп иләп, һумалалап быйма төпләһенме, ботинка, сандалий, тапочка текһенме, ямау һалһынмы, һабын ҡайнатһынмы... Һарыҡ тиреһен эшкәртеп, ейәндәренә (өс ғаиләлә биш малай) тун текте. Ҡышын кейәбеҙ ҙә йәйен түшәп ятабыҙ. Һыу эләкһә, тун ҡата, ләкин кейә-кейә тағы ла йомшара.
Ауырып китһәк, дарыу-дауаһы ҡулында, өшкөрөүе телендә булды өләсәйебеҙҙең. “Ҡыҙым, был баланың үпкәһе сирле”, — тип әсәйемдән мине дауалар өсөн һөт кәзәһе алдыртты.
“Ҡыҙым, баланы күп әрләмә, киҫекһеҙгә әйләнер”, “Киленгә әйттем әле, Сиҙыҡ инде ҙурайған, һуҡма, тинем”, — тип туранан-тура йәки уратып иҫкәртеүе, беҙҙе ярамаған ҡылыҡтан аралауы әле лә иҫемдә.
Өләсәй! Һабаҡтарыңды самалап үҙләш­тергән өсөн ғәфү үтенәм, тик хәҙер бик һуң инде. Атайым яғынан олатайым Мозафар Ғилмизат улы Ғүмәров (1882 — 1952) — донъяның әсеһен дә, сөсөһөн күп күргән кеше. Көнсығыштағы енәйәтсел бандаларға — хунхуздарға ҡаршы көрәшкән. Дүрт йыл Австрияла әсирлек кисергән, үҙе әйтмешләй, Карпат тауҙарын үтеп, ике йыл буйы йәйәүләп өйөнә ҡайткан. Тапҡыр, тура һүҙле, сабыр холоҡло кеше булыуы билдәле. Өс улы — Мотаһар, Абдрахман, Миңлеғәле — Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандары, өс киленендә өсәр бала ҡалған. Үлем түшәгенә ятҡас: “Килендәрҙең өй ҡыйыҡтары туҙған, йүнәтә алманым”, — тип уфтанған.
Олатайыбыҙ артелдең балта оҫтаһы ла, йәшелсә үҫтереүсеһе лә булды. Беҙгә арба, сана, салғы, көрәк йүнәтә, ҡул менән орлоҡ һирпеп иген сәсә, умарта тәрбиәләй, кискеһен килеп хәл белешә, кәңәш бирә. Үҙенән бер аҙ шөрләйбеҙ. “Үтә йомшаҡһығыҙ, хәжәйен булып өйрәнегеҙ”, — тип киҫәтеүе иҫтә. Әсәйем ҡайһы бер ярамаған ҡылыҡтарыбыҙҙы өнәмәһә: “Олатайың белеп ҡалһа...” — тип иҫкәртергә яратты.
Әсәйемдең оло дуҫы, кәңәшсеһе, Лотфулла олатайымдың һеңлеһе Ғәйниямал Ғәйзулла ҡыҙы Фәйзуллина хаҡында ла телгә алғым килә. Инәйем һәр ваҡыт ярҙамға килеп, ҡулынан килгәнде эшләне. Әсәйем уны һәр саҡ: “Апайым — Салтан атлы ҡатын”, “Апайым йомарт, ашы тәмле”, — тип маҡтай ине.
Киң күңелле, эшсән ҡатындың ире Бәхтийәр бабай фронтта саҡта ла (һуғыштан иҫән ҡайтты) донъяһы бөтөн булды, улдары Мозафар менән Әмир колхозда ат йөрөттө.
Кейгән кейемдәребеҙҙең барыһы ла — үҙ оҫталарыбыҙҙың хеҙмәт емеше: күлдәк-ыштанды әсәйем текһә, Хәйерниса Ҡуләх­мәтова, Ғәтиә Ибәтуллина инәйҙәр, Мәғ­рифә Аллағолова, Миңлесара Ғәзизова апайҙар ҙа унан ҡалышманы. Муллағәле Рәхмәтуллин, Бикмөхәмәт бабайҙар аяҡ кейемен рәтләне. Захар Ҡарамаев, Ишем­байҙан килеп, быйма баҫты.
Тапочка, сандалий тегеү өсөн материал брезент, йышыраҡ автомашина каме­раһынан алына. (1949 йылда Рафиҡ ағайым Өфө нефть институтына шундай аяҡ кейеме менән юлланды). Америка ярҙамы ла эләкте: ағайыма — салбар, миңә — оҙон ҡуныслы ботинка. Йомортка порошогынан да ауыҙ иттек.
Еңеү хәбәрен иртән мәктәпкә барғанда ишеттем дә кире боролоп ҡайтып киттем. Ямғыр быҫҡаҡлай ине, аҙаҡ көн асылды. Байрам тантанаһы хәтеремдә юҡ. Артель ашханаһында ашаттылар. Малайҙар, олораҡ ағайҙар сағылға сыҡты, туп һуҡты. Эскән кеше күренмәне.
Һуғыштан һуң да тормош еңел булманы, быныһы инде бүтән тарих. Атайымдың “балаларҙы уҡыт” тигән васыятын үтәп, үҙе лә уҡыуҙың мөһимлеген аңлап, әсәйем беҙҙең белем алыуыбыҙға ярҙам итте. Ағайым менән Өфө нефть институтын тамамлап, нефтсе-инженер булдыҡ. Ул оҙаҡ йылдар совет һәм партия органдарында эшләне, һеңлем Фәүриә төҙөлөштә, заводта хеҙмәт итте.
Ауылдың әүҙем кешеләре батыр яҡташ­тарына хөрмәт йөҙөнән (һуғыш ветераны капитан Ғөсмәтулла Ғибәҙулла улы Рәх­мәтуллин яугирҙәрҙең исемен мәңгеләш­тереү эшен башлап йөрөнө) байтаҡ әҙерлек мәшәҡәтен башҡарҙы: исемлек төҙөнө, һәйкәлдең урынын билдәләне, ярҙамсылар тапты... Тик һәйкәл асылманы. 2000 йылдың октябрендә ярҙам һорап, “Ишембайнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығы етәксеһе Юлай Нурғәле улы Йәғәфәровҡа мөрәжәғәт иттем. Ризалашты. 2001 йылдың 9 Майында ауыл зыяраты эргәһендә яугирҙәргә арнап, тантаналы шартта граниттан эшлән­гән хәтер ташы ҡуйылды. Ә 2004 йылдың майында тыл ҡаһармандары, хеҙмәт армияһы һалдаттары, тәүге исемлеккә эләкмәгән яугирҙәр (ауылға ситтән килгәндәр) хөрмәтенә стела ҡуйылды.
Һуғышҡа ҡәҙәр 131 йортта, 747 кеше йә­шәгән Смаҡай ауылының үткәнен, данлы тарихын, батырҙарын ошо гранит таштарға уйылған исем-шәрифтәрҙән дә белергә, хәтергә алырға була. 64 яугир һуғыш яланында ятып ҡалған, (65-сеһе — афғансы), 71 ауылдаш иҫән-һау ҡайтҡан, 13-ө — хеҙмәт армияһы һалдаты. 52 кеше һуғыш осо­рондағы хеҙмәте өсөн миҙал менән наград­ланған.
“Ишембайнефть” идаралығы кәрәк-яраҡ­ҡа аҡса бүлде, стела өлөштәрен әҙерләне, йыйҙы, төҙөү-ҡороу эшен башҡарҙы. Ә ҡул эшенә ауыл халҡы күмәкләп тотондо. Проектты әҙерләүгә бөтә дәртемде, көсөмдө һалдым. Мөһим эштең үтәлешен даими күҙәтеп, кәңәшләшеп торҙоҡ. Әүҙем ойош­тороусыларҙың барыһына ла, егәрле ауылдаштарыма ҙур рәхмәтемде еткереп, һәммәһенә һаулыҡ, именлек теләп ҡалам.


Рәсүл ҒҮМӘРОВ,
хеҙмәт ветераны,
“Ишембайнефть” идаралығының ветерандар
советы рәйесе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873