Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Миһырбанлы ла, бәғерһеҙ ҙә заман
Миһырбанлы ла, бәғерһеҙ ҙә заман
[b]Атайым төш ваҡытында бик борсолоп ҡайтты ла әсәйемә һуғыш башланғаны хаҡында әйтте. Мин, дүрт йәшлек кенә бала, ҡайғы-хәсрәт килтергән был хәлде ғәҙәти хәбәрҙәй ҡабул иттем...[/b]


[b]Тәүге ауырлыҡтар[/b]

Атайым Абдрахман Мозафар улы Ғүмәров (1909 йылғы), бер туған ағаһы Мотаһар һәм дүрт ауылдашы менән бергә 1941 йылдың 22 авгусында фронтҡа алынған.
Әсәйем Сәхипъямал Лотфулла ҡыҙына, ағайым Рафиҡҡа, һеңлем Фәүриәгә һәм миңә һуғыш касафаттарын тылда татырға тура килде.
Беҙҙең Смаҡайҙа һәм күрше ауылдарҙа яңы асылған Ишембай нефть ятҡылыҡ­тарын үҙләштереүҙә транспорт ихтыяждарын үтәү маҡсатында промартелдәр ойош­торола. 1940 йылда ауыл ҡасабаға әйләнә. Смаҡайҙағы промартель “Тәйрүк” тип исемләнһә, Юрматы ауылында — “Башҡурдистан,” Тирмән-Йылғала — “Тирмән-Йылға”, Көҫәпҡолда — “Көҫәпҡол”, Бурансыла — “Өс ҡайын”, Иҫке Ишембайҙа “Алға” тип йөрөтөлдө. Атайымдың хатын­дағы “Беҙҙе күрергә теләһәгеҙ, өс һумлыҡ аҡсаға ҡарағыҙ” тигән һүҙҙәре арҡаһына ранец аҫҡан, штыклы мылтыҡ тотҡан һалдатҡа ишаралау булғандыр.
Тағы ла бер хаты Мотаһар бабайым ту­раһында ҡара ҡайғы килтерҙе. “Абзыйымды Волхов тигән ҙур һыу буйында ерләнек”, — тип яҙған атайым. “Хәбәрһеҙ юғалды” тигән рәсми яҙма ла килде аҙаҡ. Атайҙың һуңғы хатынан уның 1942 йыл аҙаҡтарында Киров ҡалаһындағы гос­питалдә ятҡанын белдек. 1943 йылда уның хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында рәсми документ алдыҡ.
“Әсирлеккә эләккәндер”, “лагерҙа бергә булдыҡ”, тип әйтеүселәр табылды, ләкин был ҡот осҡос хәбәрҙәрҙе ҡабул итә лә, тыңлай ҙа алманым. Күҙ алдыма уның нисек ғазапланыуҙары килә лә баҫа. Атай­һыҙ көн итеүҙең ауырлығы бик тиҙ һиҙелә башланы. Әсәй иһә көнө-төнө эштә, көндөҙ, форсат табып, беҙҙе күреп китә. Магазиндан карточкаға икмәк бирә башлауҙары иҫтә ҡалған. Хеҙмәт тәртибен боҙған өсөн яуап­лылыҡтың ҡаты икәнлеген аңланыҡ. Йәйен бәләкәй арба, ҡышын сана оҙаҡ йылдарға айырылғыһыҙ юлдашыбыҙға әйләнде.
Халыҡҡа утын һәм бесән әҙерләү ойош­ҡанлыҡ талап итте. Бесәнлек бүленгәс, күмәкләшеп саптылар, йыйҙылар, ат менән ташынылар. Сабынлыҡты тәғәйенләү ҡағиҙәләре миңә билдәһеҙ, әммә бесән яҙға хәтлем етмәй торғайны. Салғы кермәгән ерҙән үләнде ураҡ менән урыу, урманда көлтәләп япраҡ әҙерләү, яҙын бәләкәй сана менән ҡайыҙға йөрөү — былары бала-сағаның эше булды. Үҙәккә үткәне — малды астан үлтермәйенсә нисек ҡыш сығараһы тип әсәйемдең өҙгөләнеүе, кәбән, эҫкерт төптәренән ҡалдыҡ бесән, һалам, әүерәү йыйыу...
Һыйырҙан, ваҡ малдан өҙөлмәнек, ҡаҙ аҫраныҡ. Утын әҙерләү, сана юлы төшкәс, ноябрь-декабрь айҙарында башлана. Ҡатын-ҡыҙ, тәғәйен урында бәләкәй бригадаларға бүленеп, ағас киҫә, ат менән утын ташый. Үҫкән ағасты киҫеүгә закон ҡаты — урмансы сана-балтаны алып ҡала, штраф та һала. Үҫә төшкәс, ағайым менән урманға һыйыр егеп бара башланыҡ, беҙ малҡайҙы тартабыҙ, ул — сананы.
Утынға мохтажлыҡтан киҙәк һуғыу һөнә­ренә өйрәндек. Әлбиттә, уның мәшәҡәте күп, йылыһы самалы. Халыҡ араһында йөрөгән бер лаҡапты ла иҫкә төшөрмәк­семен. Боронораҡ ялан яғынан (Стәрлебаш тарафтарынан) берәүҙәр беҙҙең ауылдан килен һоратҡас, әсәһе: “Ҡыҙымды киҙәк яғырға үҫтермәнем”, — тип ризалашмаған, имеш. Ысынлап та, үтә ауыр хеҙмәт ине ул.
Көҫәпҡол менән Смаҡай араһындағы тауҙарҙың урманы ғына түгел, ағас төмзөктәре лә тамыры менән аҡтарылып ташылды. Өҫтәп шуны ла әйтәм: ошо яланғасланған тауҙар һуғыштан һуң, илленсе йылдарҙан башлап, күп көс һалып йәшелләндерелде, Ишембайҙың “йәшел ҡалҡаны” булдырылды. Әммә былтыр йәй, “санитар таҙартыу” тип, Бибаҙыла үҫте­релгән ағастар вәхшиҙәрсә киҫелде, халыҡ ризаһыҙлыҡ белдереп ҡаршы сыҡты, Маҡар урмансылығына, прокуратураға ялыуҙар бирелде, “Восход” гәзите лә был акцияға ҡушылды. Үкенескә ҡаршы, тикшереү өҫтән-мөҫтән генә үткәрелде.
[b]Йәшәү өсөн көрәш[/b]

1943 йылда уҡырға ялҡауланып, мәк­тәп­те ташланым, әммә киләһе йылда ҡабаттан белем ала башланым. Китап-дәфтәр тотоуым, дәрес әҙерләүҙәрем хәтеремдә юҡ, уҡытыу ҙа, уҡыуым да шул кимәлдә булдымы икән?
Ғаиләнең йәшәү сығанағы — әсәйемдең артелдәге эше, ихаталағы мал, атайым өсөн килгән аҡса. Артель аҙ һәм һирәк түләй ине, ә атайымдың аҡсаһы күпме булғандыр, хәтерләмәйем. Ауыл магазинында карточ­каға икмәк һаталар, беҙ дүртебеҙ ҙә карточкалы. Әсәйемә — 500, балаларға 250-шәр грамм тейә. Ул икмәкте алыу өсөн сиратта торған ғазаптарҙы һөйләп бөтөрөрлөк түгел. Нисек кенә ауыр булмаһын, Смаҡай халҡын ошо иҫәпле генә бирелгән икмәк аслыҡтан ҡырылыуҙан ҡотҡарҙы, йәйҙәрен дөйөм туҡланыу ойошторолдо. Икенсе мөһим сығанаҡ — ер. Баҡсалар киңәйтелде, сәсергә яраҡлыраҡ ер бәрәңге, тары, арпа өсөн файҙаланылды. Иртә яҙҙан былтырғы бәрәңгене соҡой башлайбыҙ. Балтырған, ҡаҡы, йыуа сыҡһа, күңел күтәрелеп китә.
Ваҡ малдың юғалыу осраҡтары бул­ғы­ланы, әлбиттә. Тотолмағас, ғәйепте кемгә яба­һың инде. Шөкөр, бер табалыҡ ҡур­мас­ҡа бойҙай, малына бер ус бесән, бер стакан он урлап, төрмәгә эләгеүселәр булманы. Ситтән килеп һоранып йөрөүселәр күрен­геләне, ике малайҙың ат аҙбарҙарында йә өйҙән-өйгә йөрөп ҡунып, йыл самаһы йәшәгәнен хәтерләйем. Ауылда етемдәрҙең туғандарында йәшәп, аҙаҡ балалар йортона оҙатылыуҙарын беләм.
Стәрлетамаҡтағы Ленин мәктәбе иң абруйлыһы ине. Унда тәрбиәләнгән ауыл­даштарымдың икәүһе юғары белем алды, береһе — урта белемле рәссам.
Ауылда трахоманы бөтөрөү өсөн пункт асылды (фельдшеры — Зоя Свиридова). Беҙҙең ос малайҙары күрше мәрйә апай Анисья Шолинаның кәңәше менән иртән күҙҙәрҙе сайҡатыу өсөн бәүел ҡулланды — трахома беҙгә йоҡманы.
Тараҡанға ҡаршы ҡыш һыуығы яҡшы: баҙҙағы бәрәңгене туңмаҫлыҡ итеп ҡаплап, өй ишеген асыҡ ҡалдырып, өс-дүрт көнгә күршегә күсә инек, был “тараҡан ташлау” тип атала. Өй бүрәнәләренең ярыҡтарына ҡаҙ ҡаурыйы менән ҡандалаға ҡаршы кәрәсин һөртөлә торғайны. Ошондай көн­күреш шарттарында ла клуб гөрләп торҙо, концерт, спектаклдәр ҡуйылды. Сығыш яһау өсөн әсәйемдән кейем, шәл, яулыҡ һорап ала торғайнылар. Баш ҡала артистары ла килгеләне. Һүҙ ыңғайында әйтеп үтәйем: өфөләр хәҙер — Ишембайҙа һирәк ҡунаҡ.
Бер яҡтан ҡарағанда, миһырбанлы, икен­се яҡтан, бәғерһеҙ заманала йәшәгәнбеҙ икән. Ҡайҙа ҡараһаң да, балалар йорттары һәм төрмә булды.
Смаҡайҙағы алебастр заводында тот­ҡондар эшләне — таш ватыу, яндырыу, онтау һәм гипс блоктары һуғыуҙы улар башҡарҙы. Һуңғараҡ был эшкә көсләп күсерелгән Ҡырым кешеләре лә йәлеп ителде, улар завод эргәһендә Ҡырымдар тигән ҡасаба төҙөнө. Иҫке Ишембай лагерындағылар нефть эшкәртеү заводын хеҙмәтләндерҙе. Байғужалағы ҡом-балсыҡ карьерында немец ҡатындары эшләне. Улар һаҡ аҫтында, шул карьер янындағы баракта йәшәй ине. Әсәйем эшкә киткәндә беҙгә бикләнеп ултырырға ҡуша, сөнки тирә-яҡ сит-яттар менән тулғайны. Ишембай госпиталендәге немец әсирҙәренең хәйерсе хәлендә йөрөүе тураһында ла һөйләй торғайнылар.
Артелдең төп тәғәйенләнеше — нефт­селәрҙе ат транспорты менән тәьмин итеү, шуға бәйле бесән әҙерләү, иген игеү, йә­шел­сә-емеш, киң ҡулланыу тауарҙары сығарыу... Миҫалға 1944 йылдың белеш­мә­һенә күҙ һалайыҡ. Иген әҙерләү планы ваҡытынан алда үтәлгән, пландан тыш ике мең бот иген Ҡыҙыл Армия фондына тап­шырылған. 1945 йылға сәсеүлек планы — 967 гектар. Баҫыу эштәре ат һәм ҡул көсө менән атҡарылды: сәскес, урғыс, лобогрейка, ураҡ, ҡулайлаштырылған салғы, тыр­ма, төрлө тәғәйенләнешле һәнәктәр ҡулланылды. Баҫыуҙың бер өлөшөн Ишем­байҙан килгән трактор һөрә. Иген һуғыу ырҙында ҡара көҙгә ҡәҙәр һуҙыла.

[b]Рәсүл ҒҮМӘРОВ,
хеҙмәт ветераны, “Ишембайнефть” идаралығының ветерандар
советы рәйесе.[/
b]

(Аҙағы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21