Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Мәҡәлә яҙыу ҡыйын түгел, журналист булыу ауыр”
“Мәҡәлә яҙыу ҡыйын түгел,  журналист булыу ауыр”
Әй, елде йүгәнләрҙәй, Ҡош юлынан йүгереп үтерҙәй булып йөрәкһеп йөрөгән йәш саҡтар! Эх, ғүмер бураҙналарына һибелмәй, һибелһә лә, шытым да, орлоҡ та бирмәй ҡалған йылдар!.. Әҙәм балаһы һәр даим хыял менән генә йәшәмәй. Тормош, ҡәтғи ысынбарлыҡ маҡсаттарыңды ла үҙгәртеп ебәрә, йылдар үтә килә эшләгәндәреңә баһа ла икенсерәк. Ҡайһы бер ғәмәлдәрең өсөн үкенәһең, яҙмыш осраштырған бәғзе кешеләр менән аралашыу күп йылдар үткәс тә күңелеңә рәхәтлек бирә.

Республика гәзиттәренең район, ҡалаларҙа эшләгән үҙ хәбәрсе­лә­ренең хәҙерге статусы, хоҡуҡтары һәм вазифа даирәһе тураһында миңә нимәлер әйтеү ауыр. Төрлө быуын һәм һөнәри квалификацияһы төрлөсә булған журналистарҙың осрашып кәңәшләшеүе бөгөн юҡҡа сыҡты шикелле. Университетты тамамлағас уҡ тиерлек район гәзите мөхәррире булып, унан “Совет Башҡорт­ос­та­ны”­ның үҙ хәбәрсеһе итеп саҡырылһам да, журналисмын тигән уйҙан алыҫ инем әле. Мөхәррир Абдулла ағай Исмәғилев тә, исеме матбуғатта анда-һанда ғына күренә башлаған кешене өс район менән ике ҡаланың тормошон күрһәтә барасаҡ хәбәрсе эшенә тәҡдим итеп, яңы­лышыуҙан ҡурҡ­маған икән. Мөхәр­ририәт ултырышына саҡырып, бергә хеҙмәт итәсәк иптәштәр менән таныштыра баш­лағас, ысынлап әйтәм, шыртланым. Редакция аппаратында — олпат ағайҙар, апайҙар эшләй. Пропаганда бүлеге мөдире Зиннәт Ишмаев Белоруссияла партизан булып йөрөгән. Партия тормошо бүлеген алып барыусы Файыҡ Мөхәмәтйәнов фронттан һуң Сахалинда күмер ҡаҙған. Рәғәнә Енгалычева, Абдрахман Баязитовтар ҙа һуғыш юлын үткән. Төрлө ра­йон­дарҙа гәзиттең тулы хоҡуҡлы вә­килдәре рәүешендә үҙ хәбәрсенең уғата мәшәҡәтле хеҙмәтен атҡарыусы Фәтҡулла Комиссаров, Мөхтәр Тимербулатов һәм Фәтих Абдуллин да фронтовиктар, яугир-офицерҙар. Улар­ға Дүртөйлө яғынан тәжрибәле һәм тырыш журналист Хәмит Шә­рипов килеп ҡушылған. Башҡорт­остандың көньяғында шағир, ҡурайсы һәм йыраусы Ғәли Ильясов эшләп йөрөй. Көньяҡ-көнсығышта ғына – шағир Ирек Кинйәбулатов. “Ғына” тиеүем Лотфиечты кәмһетеүҙән тү­гел, сөнки Урал аръяғында ул үҙен ысын мәғәнәһендә хужа итеп тота торғайны.
Шулай, өлкәндәр менән йәше­рәктәр уҡмашып, ағайҙар яҙғандан һабаҡ алып, эстән генә көнләшеп, эшләп йөрөйбөҙ. Мөхәрриребеҙ Абдулла Ғиниәт улы үҙе лә бөтмөр, үҙ хәбәрселәргә лә йоҡомһорап йөрөргә форсат бирмәй — көн сатнама һыуыҡмы, быҫҡаҡ ямғырмы, һиңә тейешле, кәрәкле урында булыу фарыз. Комиссаров, Абдуллин, Тимербулатов ағайҙар ашыҡмаған да һымаҡ, әммә репортаждары, хәбәрҙәре, хатта очерктары һәр һан һайын тиерлек баҫылып тора. Өҫтәлдә хәҙерге һымаҡ Интернетҡа тоташҡан компьютер торһа, кеҫә телефоны янда булһа, райондарға һөт ташыусы машина­ларға эләгеп сапмаҫ та инек. Бер мәл, редакциянан килгән әмерҙе үтәү йөҙөнән, Учалыға йәйәү сығып киткәнем хәтерҙә.
Был донъяла бер генә нәмә лә мәңгелек түгел. Ғәли Ильясов менән Ирек Кинйәбулатов, минән өс йәшкә оло булһалар ҙа, барыбер йәштәр. Өлкәнерәк үҙ хәбәрселәр беҙҙең оҫталыҡтың самалы булыуын, көнүҙәк темаларҙы йыш ҡына күрмәй үткә­реүебеҙҙе белһә лә, олпатлыҡтарын һаҡлап, кәмһетеүле мөнәсәбәт күр­һәтмәне. Фәтҡулла Комиссаров ағайҙың ипле кәңәштәрен, Мөхтәр Тимербулатовтың кетерләп кенә көлөүен, Фәтих Абдуллиндың беҙҙең ҡулъяҙмаларҙы йыбанмай ҡарап ултырыуын нисек онотмаҡ кәрәк?! Һәр үҙ хәбәрсенең шәхсән мәшәҡәттәре лә башынан ашҡан, ләкин өлкәндәр беҙҙе, йәшерәктәрҙе, тиң күрҙе һәм ошоно тойоу, бәлки, журналислыҡ булараҡ үҫештә ныҡлы терәк булғандыр.
Аңыбыҙға килеп, хәҙер уҙған осор­ҙарҙа эшләгән байтаҡ һөнәр кеше­ләре тураһында йышыраҡ хә­тер­­ләйбеҙ. Был — ғәҙел ғәмәл. Форсатым булһа, мин “Совет Баш­ҡортостаны”, “Советская Башкирия”, “Кызыл таң” гәзиттәрендә 30-40 йыл әүәл эшләгән иң шәп журналистар тураһында китап яҙыр инем. Улар — ваҡытлы матбуғаттың ысын ры­царҙары. Төрлө хәлдәр аша, төрлө юлдар үтеп, гәзиткә хеҙмәткә килгән кешеләрҙе Хәким ағай Ғиләжев теле менән погонһыҙ һалдаттар тип атайһы килә.
Фәтих Саҙрый улы Абдуллин— Ейәнсура районының Иҙәш ауылынан. Төпкөлдә, ошо атамалы йыл­ғаның Ҡаҫмартҡа ҡойған тирәһендә, ята ул. Иҙәш Өфөнән алыҫта, уның ҡарауы, Ырымбурға яҡын. Фәтих ағай ҙа баш ҡалаға эшкә килгәнсе донъя гиҙеп, алыҫтан әйләнеп ҡайтҡайны. Фронт юлдарынан һуң яҙмыш уны Урта Азияға алып киткән. Ташкент ҡалаһында педагогия институтын тамамлаған. Унан да алда Фәтих ағай үҙебеҙҙә лә, Үзбәкстанда ла комсомол эшендә йөрөп өлгөргән. Артабан һигеҙ йыл — “Ташкентская правда” гәзитенең хәбәрсеһе. Урыҫ телендә нәшер ителгән ҙур гәзит ул. Һәм, ниһайәт, Абдуллин Өфөлә, “Совет Башҡортостаны”ның үҙ хәбәрсеһе. Беҙ ағай менән шул сифатта осраштыҡ. Яҡынлаштыҡ тип әйтергә йөрьәт итмәйем, сөнки ағай һәр кем менән тигеҙ мөғәмәләләге, ифрат тыйнаҡ холоҡло кеше ине. Фәтих Абдуллин редакцияға ағылып килеп торорға тейешле оператив хәбәрҙәр менән генә хушһынманы, оло ҡолас­лы, фекерле журналист булараҡ, очерктар, төплө, тәрән тикшеренеүҙәр менән етди шөғөлләнде. Кемдер, тормошто өйрәнеп тә тормай, әҙәби ижадҡа тотона. Абдуллин һымаҡ журналистар иһә художестволы әҫәр­ҙәр­ҙән дә өҫтәрәк торорлоҡ очерктар, ижади портреттар тыуҙыра. Фәтих ағайҙың Баймаҡ яҡтарында йөрөп ҡайтып, мәшһүр татар драматургы Мирхәйҙәр Фәйзиҙең ошо тарафтарҙа йәшәп китеүе тураһында яҙған “Юлыҡ моңдары” исемле ҙур очеркы, хә­те­ремдә, шаңҡытҡайны. Тарих, хис­тәр, туғанлыҡ тойғоһо, ҙур әҙипкә хөрмәт — Фәтих ағай яңғырауыҡлы һүҙҙәргә әүәҫ булманы, әммә хис-тойғоһон оҫта ябайлыҡ аша ла еткерә ине.
Халыҡта “Әйткән һүҙ — осҡан ҡош, яҙыу — тоҙаҡ” тигән әйтем бар. Тимәк, ҡәләмең осонан тамған фе­керең һине ғүмер баҡый ысҡын­дырмай, һин — һүҙең өсөн яуаплы. Фәтих Абдуллин — журналистикаға миңә фатихаһын биргәндәрҙең береһе, һәм ошо яуаплылыҡҡа тоғро ҡалыу — мөҡәддәс бурысым.

Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ,
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә