Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауыл йәшәргә лә, эшләргә лә өйрәтә
Ауыл йәшәргә лә, эшләргә лә өйрәтә
Стәрлетамаҡ ҡалаһында үтәсәк урындағы үҙидараларҙың, муниципалитеттарҙың съезы алдынан Бүздәк районына юл тотоуыбыҙ һис тә юҡҡа түгел. Бында ысын мәғәнәһендә күптәргә өлгө булырлыҡ ауыл Советтары биләмәләре лә, ер ҡәҙерен белгән хужалар ҙа, халыҡтың ихтыяжын аңлап эш иткән етәкселәр ҙә етерлек.


12 башлыҡтың
иң өлгөрө


— Ҡайһы ауыл хакимиәтенең эш тәжрибәһен таратыу яҡшыраҡ булыр ине? Һүҙ ҙә юҡ, һеҙҙә абруйлы, предприятие һәм ойошмалар менән иңгә-иң терәп хужалыҡ эштәрен башҡарған, муниципаль бюджетты төрлө ысулдар менән байытыуға өлгәшкән башлыҡтарҙың күплеген беләбеҙ, — тигән үтенесебеҙгә район хакимиәте башлығы Радик Әнүәр улы Хажиев уйланып та торманы.
— Һис һүҙһеҙ Рима Мусинаны тәҡдим итәм. Кемдең биләмәһе иң төҙөгө? Уныҡы. Кемдең бюджеты иң байы? Әлбиттә, Түреш ауыл Сове­ты­ныҡы, сөнки унда ерҙең бер ҡарышы ла буш ятмай. Хужаһы булғас, һалым да килә. Һалым булғас, юлдар төҙөкләнә, төнөн ауылдар дөм ҡараңғыға суммай, социаль учреждениелар гөрләп эшләй, тимәк, халыҡтың кәйефе лә күтәренке. Ул хатта көслө ир-заты булдыра алмаған эштәрҙе зарланмай, ауырлыҡтарға һылтанмай башҡара ла ҡуя, — тип 12 ауыл хакимиәте башлығы араһынан Рима Рәйес ҡыҙын айырым билдәләне.
Ауыл йәшәргә лә, эшләргә лә өйрәтәИҫкә төштө: былтыр “Айыҡ ауыл” республика конкурсында тап ошо биләмәләге Ҡараерек ауылы еңеү яулағайны бит. Тимәк, бында ха­лыҡты сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, ауыл­дарҙы “айыҡтырыу”, хеҙмәткә йәлеп итеү буйынса ла эш бара. Хәйер, биләмәләге ете ауылдың береһенә лә “иҫерек” ярлығын тағып булмай, сөнки “йәшел йылан” менән әшнәләштәргә көн бөткән. “Разгуляй” компанияһының “Башкирагроинвест” бүлексәһе етәкселәренең хәмер менән мауығыусыларҙы 3-4 миллион һум торған техникаға яҡын да ебәрмәүен яҡшы беләләр.
Ҡайһы йортҡа инһәң дә, һәр хужаның баҡсаһында виноград, груша, алма, сейә ағастары үҫкәнен, ҡарбуз, ҡауындың тәгәрәп уңғанын күреп, күңел һөйөнә. Ә сәскәгә күмелгән ихаталар күҙҙең яуын ала, сөнки йыл да үткәрелгән сәскә, ихата конкурстары халыҡты таҙалыҡҡа, матурлыҡҡа магниттай тарта.
Бындай ожмахҡа тиң, тыныс, имен төбәктә ялҡауҙарҙың, эскеселәрҙең йәшәүен күҙ алдына килтереүе лә ауыр.

Ҡаҙнаны үҙебеҙ байытабыҙ, үҙебеҙ тотонабыҙ

— Беҙҙә халыҡ яҡшы, мул тормошҡа ынтылып йәшәй. Әле 13 ғаилә яңы йорт бөтөрөп, тиҙерәк уңайлы шарттарға күсергә тырыша. Ә өсәүһе быйыл эште тамамлап, өй туйланы, — ти ауыл хакимиәте башлығы. — Беҙҙең бурыс — үҙебеҙ йәшәгән ерҙе тәртиптә тотоу, ауылдарҙы төҙөкләндереү, инфраструктураһын үҫтереү, торлаҡ-коммуналь мәсьәләләрҙе хәл итеү. Оло ғаиләгә хас бөтә мәшәҡәттәрҙе атҡарыу беҙҙең өҫтә: бюджет аҡсаһын дөрөҫ файҙаланыу өсөн һәр ауылдың ихтыяжын күҙ уңынан ысҡындырмау, биләмәләр сүп-сарға батмаһын, зыяраттар тәртиптә, юлдар төҙөк булһын, ҡунаҡҡа ҡайтҡан яҡташтар алдында йөҙ ҡыҙармаһын өсөн эште даими алып барыу, депутаттар менән бер төптән булып, кәңәшләшеп эшләү...
Урындағы үҙидараның абруйы ла, эш сифаты ла, халыҡтың уға ҡарата баһаһы ла уның иҡтисади нигеҙенә бәйле.
Ә бына ул ҡаҙнаны нисек байытырға?
Һәр ауыл хакимиәте башлығының башын ҡатырған һорауға Рима Рәйес ҡыҙы былай тип яуап ҡайтарҙы:
— Беҙҙә бөтә пай ерҙәре бүлеп бирелгән, рәсмиләштерелмәгән бер генә ер ҙә ҡалманы. Тимәк, һәр хужаға тейеш 7,8 гектарҙан ҡаҙнаға 759 һум аҡса килә. Шәхси хужалыҡтар ер һәм милек өсөн һалым түләй. Ойошмалар ни тиклем күберәк, һалым да шунса мулыраҡ йыйыла. Мәҫәлән, эшҡыуар Өлфәт Фәттәховтың дүрт магазинынан ғына ла байтаҡ күләмдә аҡса килә. Шуға күрә ер участкаларының хужаларын, теркәлмәгән милекте асыҡлау, ер категорияларын билдәләү, файҙа­ла­ныуға тапшырылып та, иҫәпкә ҡуйыл­маған йорттарҙы барлау менән етди шөғөлләнергә кәрәк.
Ошо мөһим эштәрҙе ваҡытында башҡарғанға күрә, ауыл хакимиәтенең табышы ла арта. Әле уның бюджеты 1 миллион 800 мең һум тәшкил итә. Аҙмы-күпме был? Бер ҡараһаң, байтаҡ аҡса йыйылғандай. Ултырыш һайын депутаттар менән уны ҡайҙа, нимәгә бүлергә тип кәңәшләшәбеҙ. Лампочкаға, соляркаға, янғын хәүефенә ҡаршы сараларға, зыяратты кәртәләүгә күпме аҡса тотоноуҙы хәл итәбеҙ. Беҙҙә төндәрен урамдар ялт итеп тора.
Һәр квартал һайын ауылды төҙөкләндереүгә бүленгән 100 мең һум аҡсаны юлдарҙы ремонтлауға тотонабыҙ. Былтыр Ҡыҙылъяр ауылындағы бер урамға ҡырсынташ түшәп халыҡты һөйөндөрҙөк. Быйыл йәнә Ҡараеректәге оло урамды төҙөкләндерҙек. Түреш, Сәүәҙе ауылдарында юл һалыуҙы әле лә дауам итәбеҙ. Һәр миҙгелдә лә ауыл хакимиәтенең эше етерлек. Йәйҙең йәмле көндәрен файҙаланып, Сәүәҙе ауылы зыяратын кәртәләүҙе тамамланыҡ.
Беҙҙең халыҡ өмәгә сы­ғыуҙан баш тартмай, киреһенсә, үҙҙәре йәшәгән төбәкте йәмләү өсөн ҡулдан килгәнде эшләргә тырыша. Бына кисә генә күршем хеҙмәт ветераны Рафаэль ағай Ноғомановҡа: “Ағай, ваҡытың булһа, оло юл ситендәге үләнде сабып сыҡ әле, бигерәк ҡотороп үҫкән бит”, — тигәйнем, ҡайтыуыма урам йәшел бәрхәт келәмдәй булып ята! Бына шулай ихлас, уңған ул яҡташтарым.

Хужаһыҙ ерҙәр, эйәһеҙ юлдар дәүере үтте...

Ауыл халҡы өсөн ерҙән дә ҙурыраҡ байлыҡ юҡ. Ул – крәҫтиәнде туйындырыусы ла, матди байлыҡ тыуҙырыусы ла, тәрбиәләүсе лә. Беҙҙең халыҡ бер нәмәне лә шул тиклем ихтирам итмәй һәм ҡәҙерләмәй. Әммә ул да сабый кеүек, ваҡытында хәстәрлек күрмәһәң, ҡорой, гөл-баҡсанан сүп-сар ояһына әүерелә, кәрен юғалта. Хужаһыҙ ерҙәр, хужаһыҙ быуалар, эйәһеҙ юлдар дәүере үтеп бара.
Рима Рәйес ҡыҙы әйтеүенсә, хатта сүп­лектәрҙең дә бөгөн лицензияһы, иҫәбе булырға тейеш. Бының өсөн тейешле документтар эшләнеүе мотлаҡ.
— Минеңсә, бөгөн бөтә ауыл хакимиәттәрен дә бер ҙур мәсьәлә борсой: биләмәләрҙәге һәр объектты рәсмиләштереү, сиктәрен билдәләү, техпаспорт эшләтеү өсөн байтаҡ аҡса талап ителә, – ти ауыл хакимиәте башлығы. – Мәҫәлән, беҙ дүрт быуаның техпаспортын эшләү, сиктәрен билдәләү өсөн генә 160 мең һум аҡса тотондоҡ. Уларҙың әлегә хужалары ла юҡ. Теркәү палатаһында бер йыл иҫәптә торғандан һуң ғына үҙебеҙҙең исемгә рәсмиләштерә алабыҙ. Ҡайһы бер объекттар элек хужалыҡтарға ҡараған, әммә документтары булмағанлыҡтан, техпаспортын әҙерләү һуҙыла ла һуҙыла. Шәхси хужалыҡтар был мөһим эште тамамланы. Ә бына ҡайһы бер хужаһы билдәләнмәгән урмандарҙы документлаштырыу дауам итә. Эште ҡыҙыулатыу өсөн барыһынан да элек аҡса кәрәк, бөтә нәмә шуға барып төртөлә. Оҙаҡламай үтәсәк съезда ошо мөһим мәсьәлә хаҡында һүҙ булыр, кемдер үҙенең тәжрибәһе менән уртаҡлашыр, тип өмөт итәм.
Ошо тауҙай мәшәҡәтле, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫтәй эреле-ваҡлы эштәрҙе ни бары өс ҡатын-ҡыҙҙың башҡарыуына хайран ҡалырлыҡ. Аҫыл затҡа хас йыйнаҡлыҡ, өлгөрлөк, таҙалыҡ һәм матурлыҡты яратыу сифаттары, моғайын да, уларға булыша торғандыр.
Ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Гөл­сәсәк Зиннәтуллина, ер мәсьәләләре буйынса I категориялы белгес Лениза Кайбышева — баш­лыҡтың алыштырғыһыҙ ярҙамсылары. Депутаттарҙың барыһы ла тынғыһыҙ, халыҡ ихтирамына лайыҡ шәхестәр.
– Ауылдарҙы төҙөк­ләндереүҙә, өмәләр ойош­тороуҙа уларҙың ярҙа­мына таянам, — ти Рима Мусина. — Әле бына үҙ-ара кәңәш­ләшкәндән һуң, һыу үткәргестәрҙе рәткә индереү өсөн иретеп йәбештереү ҡоролмаһы алыуыбыҙҙан ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерәм. Бынан ике йыл элек район хакимиәте баш­лығына янғын һүндереү машинаһы һорап мөрә­жәғәт иткәйнек. Радик Әнүәр улының хәлебеҙҙе аңлап, биләмәбеҙҙәге ете ауыл халҡының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн машина бүлеүенә һөйөнөп бөтә алмайбыҙ. Талапсан, әммә ярҙамсыл етәкселәр менән эшләүе еңел.
Ихатаһы ғына түгел, ә йорт ҡапҡаһы алды ла аллы-гөллө сәскәгә күмелгәнен, һәр ерҙә бөх­тәлек, тәртип хөкөм һөргәнен күреп, башлыҡтың был йәһәттән дә зауыҡлы, матур өлгө булыуына һоҡландыҡ. Ике бала әсәһе, 18 йыллыҡ стажға эйә водитель, һөнәре буйынса шәфҡәт туташы, ә вазифаһы буйынса ауыл хакимиәте башлығы йөгөн үҙ өҫтөнә алған Рима Рәйес ҡыҙының өлгөрлөгөнә хайран ҡалырлыҡ. Кем менән генә һөйләшһәң дә, уны яҡын күреп, үҙ итеп “Беҙҙең Рима бит ул!” тип ғорурланыуҙары юҡҡа түгелдер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872