Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Боронғо шөғөлгә — заманса ҡараш
Боронғо шөғөлгә —  заманса ҡараш
Красноусол башҡорт гимназия-интернаты базаһында республика умартасыларының XIV һәм йәш умартасыларҙың VIII конкурсы булып үтте. Өлкәндәр араһында уҙғарылған сарала — республиканың 42 районынан 55 оҫта, ә уҡыусылар бәйгеһендә 41 йәш умартасы ҡатнашты. Төп балсыны асыҡлау сараһында Башҡортостан ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин, Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса Башҡортостан ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғолов, республиканың Ветеринария идаралығы етәксеһе Вәкил Буранбаев, Ғафури районы хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, башҡа рәсми вәкилдәр, абруйлы ғалимдар ҡатнашты.



Беҙҙә умартасылыҡҡа етди иғтибар бирелә һәм тармаҡты үҫтереү өсөн тәбиғи мөмкинлектәр етерлек. Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, йыл башына республикала 355,6 мең умарта күсе иҫәпләнә ине, шуның 280,7 меңе (78,9 проценты) шәхси хужалыҡтар иҫәбенә тура килә, ҡалғандары ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында тотола. Йыл һайын беҙҙә 6,5 мең тонна тауар балы етештерелә, йәғни һәр күскә уртаса 18,5 килограмм тура килә.
Боронғо шөғөлгә —  заманса ҡарашҒөмүмән, Баш­ҡортостан илебеҙҙә бал етештереү буйынса алдынғы урындарҙы биләй. Башҡорт балының даны бик алыҫтарға таралған. Республикабыҙҙа умарта­сылыҡ тура­һында закон ҡабул ителеүе лә осраҡлы түгел. Умарта­сылыҡты артабан үҫ­тереү буйынса төрлө программалар эшләй, мөһим ҡарарҙар сы­ға­рыла. Мәҫәлән, 2011 – 2015 йылдарға Көньяҡ Урал райондарында умартасы­лыҡты үҫтереүҙе, умар­тасылыҡ ҡора­мал­дары, эш ҡоралдары етештереүҙе, урта белем биреү учреждениеларында махсус уҡытыуҙы ойоштороуҙы, тоҡомсолоҡ эшен яйға һалыуҙы үҙ эсенә алған Хөкүмәт ҡарары ҡабул ителгән. Баш­ҡортостанда 2020 йылға тиклем умар­тасылыҡты үҫтереү Концепцияһы ла ғәмәлдә.


“2013-2015 йылдарға Башҡортостан Республикаһында бал етештереүҙе арттырыу һәм умартасылыҡты үҫтереү“ ведомство маҡсатлы программаһы ла тармаҡты үҫтереүгә этәргес бирә. Былтыр уны бойомға ашырыу өсөн 6,36 миллион һум аҡса бүленгән. Республика райондарында умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең 6 фәнни-тәжрибә станцияһы эшләп килә.
Умартасылыҡҡа ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, тармаҡты артабан үҫтереү маҡсатында 1998 йылдан башлап — Умартасылар, ә 2007 йылдан “Йәш умартасы” конкурсы уҙғарылып килә. Конкурсҡа талаптар йылдан-йыл арта, ҡатнашырға теләүселәр ҙә күбәйә.
Красноусол башҡорт гимназия-интернаты эргәһендәге майҙан байрамса биҙәлгән. Ошо уҡ көндө эргәлә – мәҙәниәт һарайы ҡаршыһындағы майҙанда — ауыл хужалығы йәрминкәһе лә ойошторолғанлыҡтан, был сара барлыҡ район халҡы өсөн ысын мәғәнәһендә ҙур байрамға әүерелде һәм барыһы ла эркелешеп килде. Был көндө күптәр шәхси хужалығында етештерелгән продукция – һөт, ит, ҡатыҡ, май, ҡаймаҡ, бал, ҡымыҙ, бал һауыттары итеп эшләнгән төрлө сувенир продукция һ.б. — менән сауҙа итте. Әйтергә кәрәк, ике сараны бергә ойштороп, отҡандар ғына.
Конкурсҡа килгәндә инде, ул тантаналы өлөштән башланып китте. Бер төҫтән (өлкән умартасылар – аҡ, уҡыусылар – һары) кейенеп, тигеҙ рәт булып баҫҡан умартасылар байрамға үҙенсәлекле йәм өҫтәй ине. Байрамды алып барыусылар тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаровҡа бирҙе.
— Районда умартасылыҡты үҫтереү өсөн үҙенсәлекле мөмкинлектәр бар. Йүкә урмандары ғына 100 мең гектар майҙандан ашыу. Бал биреүсе йөҙҙән ашыу үҫемлеккә өҫтәп, һуңғы йылдарҙа сәскәле ауыл хужалығы культуралары ла үҫтерелә башланы, — тине Рәмил Зәкәриә улы. Шуға ла умартасылыҡ, районда тотороҡло үҫешә. Ғафури балы республикала үҙенсәлекле тәме менән айырылып тора. Һуңғы бер нисә йылда умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр ҡырҡа артты һәм район хакимиәте тарафынан уларға һәр төрлө ярҙам күрһәтелә, дәүләт программаларына ярашлы субсидиялар, льготалы кредиттар бирелә. Умартасылыҡтың тотороҡло үҫешенә районыбыҙҙың умартасылар ассоциацияһы ла (рәйесе — Рәдиф Халиҡов) ҙур өлөш индерә. Бынан ике йыл элек ойошторолоуына ҡарамаҫтан, ул һөҙөмтәлелеген күрһәтә башланы ла инде. Ун 10 йыл элек шәхси хужалыҡтарҙа умарта күстәре мең ярым ғына булһа, бөгөн улар 17 меңгә еткән, бында Ассоциацияның әһәмиәте ҙур. Красноусолдағы 130-сы һөнәрселек училищеһы базаһында умартасылыҡ һөнәренә уҡытыуҙа тармаҡты үҫтереүгә этәргес бирә. 2004 йылдан бирле йыл һайын унда 25 умартасы әҙерләп сығарыла һәм йәштәр был һөнәрҙе теләп һайлай. Һөҙөмтәле эшләгән умартасылар һәр күстән 60-80-әр килограмм тауар балы етештереүгә өлгәшә. Былтыр районыбыҙ, 400 тоннанан ашыу бал етештереп, үҙенсәлекле рекорд ҡуйҙы. Беҙ умарта күстәре һанын йыл һайын 7-10 процентҡа арттыра барыу бурысын ҡуйғанбыҙ һәм был киләсәктә өҫтәмә рәүештә 200 яңы эш урыны булдырыуға мөмкинлек бирәсәк. Умартасылыҡ үҫешенә депутатыбыҙ Әмир Ишемғолов та ныҡлы булышлыҡ итә. Быйыл ул район мәктәптәренә барлығы 500 мең һумлыҡ умарта һатып алып бирҙе. Элек умарта күстәре 2-3 мәктәптә генә булһа, Әмир Минәхмәт улының ярҙамы менән улар тиҫтәнән ашып китте. Бына дәүләт гимндары яңғырай, конкурстың былтырғы еңеүсеһе, райондың умартасылар ассоциацияһы рәйесе Рәдиф Халиҡов байрам флагын күтәрә. Уны күтәреү хоҡуғы ҡа бирелде.
Баш судья Әмир Ишемғолов шарттар менән таныштырып үткәндән һуң ярыш башланып китте. Өлкән умартасыларҙың теоретик белемен тикшергән арала йәштәр практик һынау тотто. Һуңынан умартасылар конкурстың “Өйгә эш” этабында ярышты. Бында һәр кем алдан әҙерләп алып килгән үҙ технологияһын күрһәтте. Умартасыларҙың уйлап табыуға һәләтлелеге ошонда күренде лә инде. Ниндәй генә яңы ысулдар тапмаған улар! Боронғолоҡто сағылдырыусылар булды. Мәҫәлән, Белорет районындағы Исмаҡай ауылынан Радик Мәхмүтов түмәр умартаның өҫтөнлөктәрен аңлатып бирҙе.
— Түмәр умарталар күсереп йөрөтөүгә уңайлы булыуы менән айырыла. Үҙемдең 40 күсем бар, шуларҙың дүртәүһе — солоҡта, алтыһы түмәр умартала. Районда, Бөрйәндән күрмәксе, солоҡ һәм түмәр умарталарға иғтибар артты. Әле ауылдан өс кеше – Мәғәфүр, Тәлғәт Фәтҡоллиндар һәм мин — ошо эш менән шөғөлләнәбеҙ. Мәшәҡәтле булһа ла, солоҡ тотоу үҙен аҡлай, сөнки уның балына ихтыяж ифрат ҙур, — ти Радик Мәхмүтов.
Ә бына Стәрлетамаҡ районынан Рөстәм Резбаев үҙ эшмәкәрлеген кинотаҫмаға төшөрөп алып килгән. Уның умарталығында 800 күс аҫрала. Бал йыйыу осоронда уларҙың һаны 1,5 мең башҡа етә икән. Рөстәм Таһир улы бал етештереүҙе сәнәғәт циклына әүерелдергән. Умарталығында ни бары ике кеше эшләй. Барлыҡ эш механизацияланған. Бал һарҡытыу ҙа махсус цехта атҡарыла.
— Минең өсөн был сик түгел. Ана, Канадала һәр умарталыҡта 10-ар мең күс аҫрала. Киләсәктә мин дә умарталар һанын 10 меңгә еткерергә һәм йылына 500 тонна бал етештерергә иҫәп тотам. Хужалығым йүкә балы етештереүҙә генә махсуслашҡан. Сит илдәрҙә үтә күренмәле балға ғына өҫтөнлөк бирелә. Бөгөн конкуренция бик ҙур шуға ла һәр нәмәне уйлап эш итергә тура килә, — ти Рөстәм.
Конкурстың практик өлөшөндә умартасыларға махсус комиссия ағзалары тарафынан бирелгән төрлө һорауҙарға яуап табырға тура килде. Имтихан дүрт этаптан торҙо. Республиканың төп балсыһын асыҡлау конкурсы бик көсөргәнешле барҙы. Һөҙөмтәлә, 140 мәрәй туплап, Ауырғазы районының Бишҡайын ауылынан Семен Иванов беренсе урынға лайыҡ булды. Уға күсмә кубок менән бүләкте Ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин тапшырҙы. Өфө районынан Николай Остапов икенсе (138 мәрәй), Әбйәлил районынан Ринат Шаһбалов өсөнсө (137 мәрәй) урынды яуланы. Алда телгә алынған Рөстәм Резбаевтың умартасыһы Илдар Килдейәров — дүртенсе (135), Ғафури районындағы Ибраһим ауылынан Мансаф Килмөхәмәтов — бишенсе (135), Красноусолдан Марат Солтанов алтынсы (132 мәрәй) урындарҙы бүлеште. Әйткәндәй, Мансаф Килмөхәмәтов “Практик эштәрҙе оҫта башҡарыусы”, ә Марат Солтанов “Умартасылыҡ өлкәһендәге һәйбәт белеме өсөн” номинацияларында ла билдәләнде. “Иң йәш ҡатнашыусы” номинацияһында 83-сө һөнәрселек лицейы уҡыусыһы, 18 йәшлек Илнур Садыҡов бүләкләнде. Конкурста ҡатын-ҡыҙ умартасылар ҙа байтаҡ ҡына ине һәм уларҙың ҡайһы берҙәре махсус бүләккә лайыҡ булды. “Умарта күстәре менән һәйбәт мөғәләмә итеү” номинацияһында Кушнаренко районынан Гөлшат Сафина менән Тәтешле районынан Земфира Ғәлина билдәләнде.
Ә бына уҡыусылар араһындағы конкурста райондың Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Азамат Исхаҡов лайыҡлы рәүештә беренсе урынды яуланы (75 мәрәй туплауға өлгәште). Ул былтыр Баймаҡ районында уҙғарылған конкурста ла уңышлы сығыш яһағайны. Азамат күсмә кубок, Башҡортостан Мәғариф министрлығының I дәрәжәләге дипломы менән һәм музыкаль үҙәк менән бүләкләнде. Мәләүез ҡалаһындағы 3-сө гимназияның 8-се класс уҡыусыһы Тимур Баландин икенсе урынға (63 мәрәй) сыҡты, Архангел районындағы Тирәкле урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Алмаз Хәйретдинов өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелде. Конкурста ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар тапшырылды. Сәйетбаба урта мәктәбенән тағы ла бер ҡатнашыусы Илһам Ҡотлобаев “Конкурста әүҙем ҡатнашҡаны өсөн” Рәхмәт хатына һәм иҫтәлекле бүләккә лайыҡ булды.
Умартасылар династиялары айырым билдәләнде. Был номинацияла Леонид Байдуллин менән уның ейәне Линар Зидымышев (Тәтешле районы) еңеүсе тип табылды. Шулай уҡ Ишембайҙан был номинацияла аталы-уллы Кәрим менән Данил Солтанбаевтар, Мәләүез районынан ағалы-ҡустылы Рәмил Фазлиәхмәтов менән Тимур Баландин билдәләнде. Красноусолдағы 130-сы һөнәрселек училищеһы (директоры — Миҙхәт Иҙрисов) Рәсәй Агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика комитеты рәйесе Фәнил Шәйхлисламов ҡулынан. “Башҡортостан Республикаһында умартасы белгестәр әҙерләп сығарыуҙа әүҙем эшләгәне өсөн” махсус приз һәм аҡсалата бүләк алды.
Шулай итеп, быйылғы конкурс тамам. Республика умартасылары киләһе йыл Ауырғазы ерендә йәнә осрашасаҡ.
Фекерҙәр:
Рәүилә Әхмәтханова, Миәкә районының, Елдәр ауылы: — Умартасылыҡ менән 7 йыл шөғөлләнәм, һөнәрем буйынса шәфҡәт туташымын. Әлеге конкурс бик юғары кимәлдә ойошторолған. Күп яңылыҡтар ишеттем, фәһемле нәмәләр белдем. Әле тормош иптәшем менән 250 умарта тотабыҙ, ике умарталығыбыҙ бар. Шөкөр, быйыл ярайһы уҡ мул бал алдыҡ.
Илфат Юнысбаев, Баймаҡ районының, Йомаш ауылы:
— Ер йөҙөндәге барлыҡ тереклек кеүек үк, бал ҡорттарын да Аллаһ Тәғәлә яратҡан. Үҙем дини кеше булғас, барһына ла шөкөр итеп, ошо шөғөлгә тотонғанмын. Умарталығымда 70 күс ҡарайым. Беҙҙең тирәлә йүкә урмандары булмағас, Йылайыр яҡтарына күсереп йөрөтөргә тура килә. Конкурс бик матур, юғары кимәлдә үтте, ойоштороусыларға ҙур рәхмәт.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 113

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 466

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 100

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 910

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 670

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 255

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 577

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 442

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 521

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 531