Ҡалала йәшәп: “Туғанҡайҙар, ауылдан китмәгеҙ, йәшәгеҙ шунда түҙеп, һаҡлағыҙ туған телде, ата-бабаларҙан ҡалған йолаларҙы”, — тип кәңәш биреүе еңел ул.
Ә бит һәр кемдең заманса көн күргеһе, балаларына тейешле кимәлдә белем-тәрбиә биреп, үҙаллы тормош юлына сығарғыһы килә. Һәр ауылда мәҙәниәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең эш урындары аяуһыҙ рәүештә ҡыҫҡартыла икән, улар ни ҡылырға тейеш?!
Эйе, теләйбеҙме-теләмәйбеҙме, ваҡ ауылдарҙан ситкә китәләр, китәсәктәр. Башҡортостанда ғына түгел, бөтә илдә, донъяла бара был процесс. Ә инде телебеҙҙе, матбуғатыбыҙҙы, рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн ғаиләлә лә, Хөкүмәт кимәлендә лә һөҙөмтәле саралар күрелергә тейеш, тип уйлайым.
Бәләкәй ауылдарҙан кеше ҡайҙа китә? Ҙурыраҡ ауылдарға, район үҙәктәренә, ҡалаларға, әлбиттә. Ошо ысынбарлыҡты иҫәпкә алып, күсеп килгәндәрҙе ваҡытлыса торлаҡ һәм эш урындары менән тәьмин итерлек яңы милли мәктәптәр, балалар баҡсалары асыу, телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу мәсьәләләре буйынса Хөкүмәт ҡарарҙары, яңы закондар һәм махсус оҙайлы дәүләт программаһы ҡабул ителергә тейеш. Абруйлы милли һәм башҡа йәмәғәтселек ойошмалары, халыҡ яҙмышы тип ихлас борсолған шәхестәребеҙ ошо йүнәлештә башҡарылырға тейешле эштәрҙе дәррәү күтәреп сыҡһа, республика етәкселеге лә ҡолаҡ һалыр ине, моғайын.
...Тыуған яҡтарҙың хозур тәбиғәт ҡосағы, йыр-көйҙәре кешеләрҙең кәйефен күтәрә, ихласлығын арттыра. Тиҫтерҙәремде, йәшкә үҙемдән саҡ ҡына кесерәктәрҙе күреү — үҙе үк бер ҡыуаныс.
— Хәҙер пенсияға ла сыҡтығыҙ бит инде, йәмәғәтең менән үҫкән йортоғоҙға ҡайтырға уйламайһығыҙмы? Нисә йылдар бикле торған өйөгөҙ йәнләнеп китер, ейәндәрегеҙ йәйҙәрен ҡайтып йөрөр ине, – тим бер әхирәтемә.
Әңгәмәләшем миңә ғәжәпләнеп ҡарай:
– Ю-у-уҡ, бында нимә эшләйем мин? Ҡалала еңелерәк эштәр ҙә табылып тора. Пенсия ғына нимәгә етә?
Ошо һорауҙы башҡа ауылдаштарыма биреп ҡараһам да, ысынға алмай, шаяртыуға бора ла ҡуялар. Тимәк, йәштәр генә түгел, пенсионерҙар ҙа инде Һарышҡа кире ҡайтмаясаҡ. Балалары башҡортса һөйләшә әле, ә инде ейән-ейәнсәрҙәре “Ҡартатай, нәнәй” тигән һүҙҙәрҙе әйтә алһа, ул туған телен белгәнгә иҫәпләнеп, оло ҡәнәғәтлек кисерелә. Ни хәл итәһең, ул балаларҙың тыуған төйәге Дим буйына һыйынып йәшәгән, йөҙәр йыллыҡ тарихы булған Һарыш ауылы түгел бит инде. Күбеһе махсус урта һәм юғары белемле, матурҙар, тырыштар, эскелек тигән заман сиренән алыҫ торалар. Компьютер, Интернет, скайп, электроника, иномарка, коттедж, дача кеүек төшөнсәләр — уларҙың көндәлек тормошонда. Тимәк, башҡа төбәктәрҙә, сит илдәрҙә йәшәгән замандаштарынан бер нәмәлә лә ҡалышмайҙар.
Бер уйлаһаң, Һарышта йәшәп кенә төрлө-төрлө йүнәлештәрҙә белем алып булыр инеме лә улар был бәләкәй ауылда нимәгә кәрәк булыр ине икән? Ҡайҙа ғүмер итһәләр ҙә, бәхетле булһындар, үҙ тамырҙарын онотмаһындар тип теләргә генә ҡала инде.
Оло ялан кеше менән туп-тулы. Күрше ауылдарҙан да ҡунаҡтар бар, әлбиттә. Шулай ҙа күпселеге Һарыштан сыҡҡан кешеләр һәм уларҙың балалары, ейәндәре йөҙәрләп тә генә тормаҫ, меңгә лә етәлер әле. Күңелдәре киң йомарт яҡташтарымдың, мөмкинлектәре лә бар. Йәшерәктәр бөтәһе лә тиерлек ситкә китеп йәшәргә теләһә лә, дөрөҫөрәге, мәжбүр булһа ла, гөрләтеп донъя көткән урта йәштәгеләр бар әле. Ауылдың алтын бағаналары инде улар. Бына шуларҙан өс ғаилә “Иң матур йорт-ҡура” конкурсында еңеп сыҡты. Исемдәрен дә әйтеп китәйек: Зөһрә менән Ирек Юнысовтар, Гөлсирә менән Тәбрис Сәйәховтар, Сәүиә менән Динислам Йыһангировтар. Улар йорт-ҡураһын аҙна эсендә генә тәртипкә килтермәгән инде, лайыҡлы донъя көтөү — йәшәү рәүештәре. Үҙем аралашҡан Миңзилә менән Әхәт Юнысовтар, Әлфиә менән Риф Ғәйнуллиндар, Сажиҙә менән Рәмил Һайрановтар, Гөлнур менән Илгиз Миңлеғоловтар, Илизә менән Ғәлим Нәғимовтар, Гөлсәсәк менән Марат Юнысовтар, Лилиә менән Миңнулла Исхаҡовтар, Лилиә менән Радик Ниғмәтйәновтар, Гүзәл менән Азамат Юнысовтар, Илмира менән Йәғәфәр Әхмәҙуллиндар, Әлфирә менән Инсаф Сәйәховтар һәм башҡалар, донъя ауырлығына ҡарамай, гөрләтеп донъя көтә. Ундайҙар булғанда Һарышыбыҙ йәшәйәсәк әле.
Башҡа төбәктәрҙә нисектер, ирҙәре вафатынан һуң оҙаҡ йылдар йәшәп, етмеш биш, һикһән йәште үтеп киткән инәйҙәребеҙ күп кенә беҙҙең, тиң ҡартайғандар ҙа байтаҡ икән. Шуларҙың иң абруйлыларын сәхнәгә саҡырып, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды, уларға арнап йырҙар йырланды.
Ғүмерҙәре эштә үткән, лайыҡлы балалар үҫтергән Фәүзиә менән Ислам Нәғимовтар, Фәниә менән Яҡшығол Миңлеғоловтар, Гөлшат менән Фәрит Нәғимовтар, Тәслимә менән Шәмсун Ғәбдрәхимовтар, Зәйтүнә менән Ислам Миңлейәровтар байрамды ойоштороусыларҙың ихтирамлы йылы һүҙҙәрен тыңлап, оло йыйында ҡатнашыусыларҙың хөрмәт һәм иғтибарын тойоп ҡыуанды. Халыҡ оло кешеләрҙе ихлас ҡотлап ҡул сапты.
Һарышта тыуып үҫкәндәр араһында төрлө һөнәр кешеләре булып, тирә-яҡ ауылдар менән сағыштырғанда, юғары белемле уҡытыусыларҙың күп булыуы билдәләп үтелде. Араларында юғары исемдәргә, дәүләт наградаларына лайыҡ булғандары ла бар. Шулай ҙа, заманында тиҫтәләрсә йәш йөрәктәргә уҡытыусы һөнәренә һөйөү ҡабыҙған башланғыс мәктәптең бөгөн килеп ябылыуы эсте өҙә.
Ойоштороусылар, әҙерлек ваҡыты аҙ булыуға ҡарамаҫтан, шартына килтереп, иң матур йорт-ихатаға, иң күркәм бай тирмәгә лә конкурс иғлан итеп, еңеүселәрҙе билдәләне. Шуныһы ҡыуаныслы: тирмәләргә нәҫел-ырыуҙың шәжәрәләре лә эленгәйне. Эйе, кеше үҙ тамырҙарын белеп, туғандары менән аралашып йәшәргә тейеш. Шуның өсөн ойошторола ла инде бындай мәшәҡәтле саралар.
Юнысовтарҙың һәм Нәғимовтарҙың үҙенсәлекле тирмәләре, ауыл килендәренең тәмле, татлы аш-һыуы, Марат Ғәлимуллин, Фәнгиз Абдуллин, Фәрит Юнысовтың дәртле, моңло баян, гармун моңдары, Гөлнур Миңлеғолова, Сажиҙә Һайранова, Илизә Нәғимова, Зөлфирә Шәрипҡолова, Зөһрә Юнысова, Айгөл Ихсанова, Айгөл Батталова, Рәүеф Баҙранов һәм башҡаларҙың йыр-моңо байрамды тағы ла күркәмерәк, тәьҫирлерәк итеп биҙәне.
Район етәкселәренә ошондай фәһемле, күңелле сараға фатиха биргәндәре өсөн рәхмәт. Әйткәндәй, мин июнь-июль айҙарында бер түгел өс шундай сарала илһам, йыуаныс алдым: районыбыҙ һәм күрше Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы һабантуйҙарында, Миәкә районының Нарыҫтау ауыл юбилейында, әле бына “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”ҙа. Эшләй ҙә, ял да итә белә яҡташтарым.
Ауылдарҙа уҙғарылған мәҙәни-спорт саралары миңә нығыраҡ та оҡшай, сөнки меңләгән кеше ҡатнашҡан район һабантуйҙарына күпселек халыҡ тамаша ҡарарға килһә, ауыл сараларында һәр кем — ҡатнашыусы. Тағы ла шуныһы ҡыуаныслы асыш булды: “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” кеүек ҙур, мәшәҡәтле йыйындарҙы ла, әҙерлек ваҡыты аҙ булыуға ҡарамаҫтан, тейешле кимәлдә үткәреп була икән: теләк һәм аҡса ғына булһын. Матди яҡтан иң ҙур ярҙамды ауылыбыҙҙа тыуып үҫеп, район үҙәгендә эшләгән Гөлнур менән уның тормош иптәше Ирек Ноғомановтар — билдәле эшҡыуарҙар – күрһәтте. Төп бағыусыларҙан тыш, Люциә Хәкимова менән Зилә Сәлмәновалар ҙа төрлө ярыштарҙа еңеүселәргә бүләктәр тапшырҙы. Рәхмәт уларға.
Байрам таңға тиклем дауам итте: йәшерәктәр дискотека ойошторҙо, кемдәрҙер йылға, күл буйҙарында йәшлек дуҫтары менән әңгәмә ҡорҙо, ҡайһы берәүҙәр яңғыҙ ғына уйланып, Дим үҙәндәрен буйланы. Был да кәрәк, күңел бит ул: унда шатлыҡ менән бергә һағыш та һыя ала.
Иртәгәһен ҡунаҡтар таралыша башланы. Тик уларға япраҡтарын шаулатып аҡ юлдар теләп ҡалған, һәр кем үҙенеке тип иҫәпләгән ҡайыныбыҙ ғына юҡ. Алда әйткәнемсә, көслө дауыл ваҡытында ауған ул. “Тамыры серегәндер”, — тинеләр. Ул бөтөнләй үк серемәгән икән: быйыл яҙ ҡалған тамырҙан нәҙек кенә йәш ботаҡтары баш ҡалҡытты. Байрам ваҡытында: “Ауған ҡайын урынына бер нисә үҫенте ултыртырға кәрәк”, — тигән ир-уҙаман һүҙҙәре ишетелде. Өмөт бар: ауылыбыҙ күрке, символы булып йәш ҡайындар ҙа баш ҡалҡытып үҫеп китер әле...
Һарышта ғүмерлеккә төпләнеп йәшәгән ауылдаштарым, рәхмәт һеҙгә, ауылыбыҙҙың ҡотон һаҡлаған, йәшәүен дауам иткәнегеҙ өсөн. Һарышта тыуып үҫеп, башҡа төбәктәрҙә ғүмер иткән ауылдаштарым, һеҙгә лә рәхмәт, ауылыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, күркәм йолаларын, туған телебеҙҙе йөрәгегеҙҙә һаҡлауығыҙ, һағынып ҡайтыуығыҙ, уның яҙмышына битараф булмауығыҙ өсөн. Бөтәбеҙҙе лә изге төйәгебеҙгә һөйөү, туғанлыҡ хистәре берләштерә. Яҡты донъя, беҙ йәшәгән тормош — бөтәһе лә хәрәкәттә. Шуға күрә донъя ла, тормош та, кешеләр ҙә үҙгәрә шул. Үткәндәр тарих булып ҡала, киләсәк алға әйҙәй.
Ауыл да — йәшәйештең тере күҙәнәге. Ул да үҙгәрергә лә, ҡайһылары ҡартайырға ла тейештер, күрәһең. Тик тамырҙарҙы онотмайыҡ, өр-яңы үҫентеләргә йән бирер тамырҙар ҡоромаһын!