Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙ-үҙенә һәйкәл ҡойҙо
Үҙ-үҙенә һәйкәл ҡойҙо Моратыңа еттең инде, Харис Йосоп,
Даның бик ҙур — Ер шарында йөрөй осоп.
Тере саҡта үҙ-үҙеңә һәйкәл һалдың,
Батырҙарҙың араһына кереп ҡалдың.

Бер ҡараһаң, ул яҡын барып булмаҫтай ҙур ҡая кеүек, икенсе яҡтан – бала күңелле аҡһаҡал, күңел күҙе менән ҡараһаң, тормош тигән сәхнәлә үҙенең ролен һәр саҡ “бис”ҡа башҡарып, нисәмә йыл буйына тамашасыны аяғүрә баҫып алҡышларға мәжбүр иткән актер ҙа, балаларын ҡурсалап торған, уларҙы үҙ ҡанаты аҫтына йыйған атай ҙа ине. Юҡҡа ғына уны меңдәрсә кеше яратып, үҙ итеп “Ю атаҡай” тип йөрөтмәне.

Көрәш менән шөғөлләнгән спортсылар СССР-ҙың, РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры Харис Монасип улы Йосоповты яҡшы беләлер, моғайын. Тап уның кө­рәш мәктәбе спорт мастерҙа­рын, атҡаҙанған һәм халыҡ-ара класлы мастер дәрәжәһенә кү­тәрелгән 350 спортсы тәрбиә­ләп сығарған. Шуларҙың 37-һе – башҡорт егете.
Харис Монасип улы бала сағынан уҡ моңло баш­ҡорт рухында йәшәй. Ҡарта­та­һы Йосоп Низам улы – һа­бан­туйҙарҙа ал бирмәгән ба­тыр, атаһы көрәшсе лә, йырсы ла булған. Заманында РСФСР-ҙың халыҡ артисы, яҡташы Хәбир Ғәлимов Харистың ата­һының йырлағанын һандуғас һайрауы менән сағыштырған. Күптәрҙең яҙмыш һуҡ­ма­ғын икенсе юҫыҡ­ҡа борған һуғыш афәте то­ҡанмаһа, кем бе­лә, бәлки, Ха­рис билдәле йырсы ла булып китер ине. Әммә бер әңгәмә ваҡы­тын­да: “Миңә 11 йәш тулғас, һуғыш башланды, – тип хәтирә­ләргә төштө ул. – Атайымды, өс бер туған ағайымды ил һаҡларға алып киттеләр. Бәләкәйҙән “әртис булам” ти­гән хыял яйлап-яйлап күңелдән юғала барҙы. Сөнки башы­быҙға икенсе мө­һим уй инеп ояланы: аслыҡтан ҡотолорға, яу бөткәнсе тү­ҙергә, атай, ағай­ҙар ҡайт­ҡанын көтөргә. Һу­ғыштан һуң юғалған хы­ялдар­ҙы эҙләргә, табырға, улар­ҙы тормошҡа ашырырға тура килде. Бөгөн мин үҙ теләгемде тормошҡа ашырғанмындыр тип уйла­йым”.
Шулай ҙа Силәбе педагогия институтының физкультура факультетында уҡыған сағында Харис сәхнәлә лә сығыш яһа­ған. Ләкин уны йыр-моң түгел, ә спорт легенда яһай.
“Алдыма ҡуйған маҡсат­тарыма өлгәшергә ифрат ҙур көс талап ителде, — тигәйне Харис Йосопов. — Мин, ябай ауыл малайы, юғары белемгә ынтылдым — Силәбе педагогия институтын тамамлап, диплом алдым. Физкультура факультетында бик көслө спортсылар бар ине. Мин дә ҡалышырға теләмәнем, баш­ҡорт егеттәрендә лә дәрт һәм һол барлығын иҫбатларға тырыштым... Барлыҡ еңеү­ҙәр­гә өлгәштем тип һанама­йым, сөнки көрәшкә бик һуң­лап, 22 йәштә генә, ылыҡ­тым”.
Тыумыштан уҡ имәндәй ныҡлы булһа ла, ғаиләләге өлкән ағалары уны һабантуйҙарҙа келәмгә сығар­май. Бәлки, ҡустыла­ры­ның быуыны ҡатмайынса тороп кө­рә­шергә рөхсәт итмәүҙәре дө­рөҫ тә булғандыр. Бәлки, ты­йылған емештең таты үҙ ва­ҡыты еткәндә генә сәм­лән­де­реп, егеттән батыр яһағандыр ҙа. Нисек кенә булмаһын, тап һабантуйҙарҙа атаһының, аға­ларының еңеүе Харис Йосоповта милли көрәшкә һөйөү тәрбиәләй ҙә инде. Ырымбурҙа хәрби хеҙмәт юлын үткәндә хатта билдәле исемдәр уның даны күләгәһендә ҡала. Физик әҙерлек буйынса етәксе яңы ғына килгән “йәшел” һалдатҡа ҡыуанып бөтә алмай. Тос, ҙур кәүҙәле булһа ла, ул сослоғо, йылғырлығы менән башҡалар­ҙан айырылып тора. Хәрби часта инде бер нисә йыл классик көрәш (хәҙер – грек-рим көрәше) менән шөғөллән­гән­дәр, спорт разрядына эйә бул­ғандар, күп ярыштарҙа еңеү яулаусылар булһа ла, улар йәш һалдатҡа ҡаршы сығырға ҡый­май.
Командирҙар бөтә яуаплы­лыҡты үҙ өҫтәренә алып, ауыр түләк һалдатты Урал хәрби ок­ру­гы­ның спарта­киада­һында ҡат­нашыу өсөн дивизия коман­даһы составына индерә. “Еңелгән хәлдә лә бик ауырға алма, – тиҙәр уға. – Һинең ҡатна­шы­уың команда өсөн бик мөһим, сөнки ул тулы булмаһа, штраф мәрәйҙәре яҙалар”. Харис келәмгә сыға. Һәм милли көрәштең берҙән-бер алымы – күкрәк аша ташлау ысулы ме­нән барлыҡ дәғүәселәрен, шул иҫәптән бер спорт мастерын, еңә.
“1951 йылда отпускыға ҡайт­ҡас, Мәсетле ауылында үткән һабантуйҙа тәүге тап­ҡыр май­ҙанға сыҡтым. Үҙемә лә ҡыҙыҡ булып китте – дәғүәселәрҙе еңел генә арҡа­ларына һалам”, – тигәйне әң­гәмәсем. Әммә был һа­бантуйға уның Алыҫ Көн­сығышта хеҙ­мәтен тамамлап ҡайтҡан бер туған ағаһы Рәйес бармаған була. Һуңынан Харис унан ни өсөн байрамға кил­мәүен һорай. “Мин һиңә мөмкинлек бирҙем. Бәлки, беренсе урынды алыр­һың тинем”, – ти ағаһы. Сәм­ләнеп киткән Харис уны кө­рәшкә саҡыра. Әммә урамға сығып, яйлап эләктереп тә өлгөрмәй, ергә барып та төшә. Тамаша көҫәп килгән ауылдаштары яңы ғына еңеү яулап ҡайтҡан ба­тырҙан көлә башлай. Ғәрләнгән егет ағаһын тағы көрәшкә са­ҡыра, әммә уныһы туғанын ихлас ҡосаҡлай ҙа: “Етеп торор, ҡустым, көрәштәрең күп булыр, өлгөрөрһөң әле”, – тип яуаплай. Шул уҡ йылда Харис Йосопов институтҡа уҡырға инә һәм шул осорҙан алып, 14 йыл буйы көрәшеп, еңеү артынан еңеү үренә үрләй. Милли көрәштән башҡа, классик, ирекле, самбо, дзюдо буйынса ла ҙур уңыш­тарға ирешә.
Үҙ ғүмерендә Харис Йосопов бик күп алыша. Әммә шулар­ҙың береһе уның хәтерендә яҡты эҙ ҡалдыра: 1959 йылда СССР халыҡтарының Спарта­киадаһында уның көрәше иң матуры тип табыла. Күрһәтмә сығыштарҙа милли кейем ке­йеп, ҡурайсы Ғата Сөләй­мәнов менән майҙанға сыға.
Данлыҡлы спортсыға төрлө илдәрҙә булырға тура килә: Франция, Голландия, Германия, Бельгия... Ҡайҙа ғына булһа ла, уны оло хөрмәт менән ҡаршы алалар. Төркиәлә ул — Харис бей, Польшала — пан Харис, Японияла — Харис Сан-сей, Парижда – месье Харис. Тик бер ваҡытта ла ул тыуған ерен, көс-ғәйрәт биргән Уралын, рух һәм иман сатҡылары уятҡан туған телен онотмай...
Бында уның йыш ҡабатларға яратҡан әйтемен дә иҫкә төшөрмәү мөмкин түгел: ”Тәүҙә һин үҙеңә абруй яулайһың, һуңынан абруйың һиңә эшләй”. Үҙ ғүмерендә ул 15 меңгә яҡын йәш баланы беренсе кластан алып тәрбиәләгән. “Уларҙы наркоманиянан, эскелектән, тә­мәке тартыуҙан, енәйәт­селектән айырып, урамдан етәкләп индерәм. Араларынан самбо, дзюдо буйынса 14 донъя, Европа чемпионы сыҡты. 16 уҡыусым – Рәсәйҙең ат­ҡаҙанған тренеры, хәҙер үҙ­ҙә­ре чемпиондарҙы, олимпия при­зерҙарын тәрбиәләй, 400-ләп спорт мастерым бар. Урал физик культура һәм спорт акаде­мия­һында эш­лә­гәндә 21 фән кандидаты, 5 фән докторы әҙерләп сығарҙым. Дүрт генерал (пол­ков­ник­тар­ҙы һанап та торма­йым) тәр­биәләнем. Уҡыу­сы­ларым ме­нән ғорурланам”, – тигәйне ул.
Тормош булғас, төрлө мәл­дәр осрай – ҡыҙығы ла, ҡыҙ­ға­нысы ла. Көрәшкә бәйле берәй иҫтәлекле хәлде һөйләүен һорағас: “Бер шулай Ырымбур өлкәһендә һабантуйҙа көрә­шәм. Башҡорттарҙан яңғы­ҙым, тик ҡаҙаҡтар ҙа та­тар­ҙар. Ең­дем. Ҙур тәкә килтереп тот­тор­ҙолар. Уның мөгөҙөнә бәй­ләнгән бауҙы ҡулыма урап тотоуым булды, батырҙы сөйәйек, тип күтәреп тә алдылар. Бер нисә тапҡыр сөйҙөләр. Ергә баҫҡас, ҡара­һам, бау ҡулда – тәкә юҡ. Урлағандар. Бушҡа көрәш­тем...” – тигәйне батыр. Бөгөн иһә ныҡлы ышаныс менән шу­ны әйтергә мөмкин: юҡ, бушҡа көрәшмәнең һин, батыр. Артың­дан тотош көрәшселәр быуыны үҫте. Уларҙың һәр ҡайһыһы тормошта үҙ урынын тапты.
Харис Монасип улы үҙе иҫән саҡта уҡ үҙенә даны менән генә түгел, ысын мәғәнәһендә һәй­кәл һалды – тыуған ауылы Ар­ҡауылда күркәм мәсет тө­ҙөттө. Уны асҡан ваҡытта төрлө та­рафтарҙан көрәшселәр ки­леп, мәсеткә ҙур бүләктәр ҡал­дыр­ҙы, халыҡ өсөн оло бер байрам булды ул көн, тип һөй­ләгәйне ауылдаштары. Шулай уҡ ба­тыр­ҙың Салауат районын­да үҙенең исемендәге милли кө­рәш турнирын ойоштороуы ла һәйкәл булмаҫлыҡмы ни?! Был ярыш хәҙер инде тиҫтә йылдан ашыу уҙғарылып килә. Быйыл Арҡауылда клуб бинаһы капиталь ремонтланып, унда ике му­зей асыу күҙаллана. Улар­ҙың береһе Башҡортос­тан­дың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа булһа, икенсеһе – “Ю атаҡай”ға – Харис Йосоповҡа арналасаҡ. Тыуған ер батырҙарын онотмай ул.

.


Автор: 3. ӘЙЛЕ.
Район: Салауат районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872