Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ул әле лә тормошомдо нурландыра
Ул әле лә тормошомдо нурландыра
1912 – 1913 йылдарҙа бер-бер артлы атаһы һәм әсәһе вафат булғас, Рәхим тағы алты туғаны менән бергә ағаһы Мөтиғулла ғаиләһендә көн күрә. Ул 1919 йылда вафат булғас, Австриянан әсирлектән ҡайтҡан Һибәтулла ағаһында йәшәй башлай. 1921 йылғы аслыҡта биш ағаһы ла үлеп, Рәхим япа-яңғыҙ тороп ҡала. Ун алты йәшенән Ырымбур өлкәһенең Петровск ауылында урыҫ байы Курилиндарға батрак булып яллана, унда өс йыл эшләй, урыҫ теленә лә шунда өйрәнә.


Баҙарҙа осраған бер һалдаттың кәңәше буйынса, Рәхим һалсы булып эшкә урынлаша. Шулай ике йыл Йылайыр, Һаҡмар йылғаларында ағас ағыҙыу кәсебендә йөрөй. Ҡышын Абҙанға ҡай­тып, ликбезда уҡый, йәштәр ит­тифағына инә. Еҙнәһе Зәйнәғәбдин Аҫылбаев (мәрхүм табип Мирсал Исмәғилевтең атаһы, ул был ваҡытта Рәхимдең бер туған апаһы Лотфиямалға өйләнгән булған) йортонда йәшәй. Һүҙ ыңғайында әйтеп үтәйек, Лотфиямалдың балалары булмағас, ул иренә үҙ өҫтөнән ҡатын алырға рөхсәт иткән. Мирсал, уның апаһы Файза, ҡустыһы Иншар, һеңлеһе Сания ла – икенсе ҡатыны Хәмиҙәнән тыуған балалар. Икеһе лә бер өйҙә 43 йыл татыу ғүмер кисергән.
Рәхим нужа һурпаһын күп эсһә лә, бирешмәй, маҡсатҡа ынтылыусан булып үҫә, урыҫса һәйбәт белеүе менән тиҫ­терҙәренән айырылып тора. Абҙан мәк­тәбе уҡытыусыһы Бәҙретдин Хәсәнов та уға төплө белем биреүҙә һәм киләсәк тормошон көйләүҙә ҙур ярҙам күрһәтә. Уҡытыусы Рәхимдең хәрби мәктәпкә уҡырға барыу теләген хуплап, уны имтихандарға әҙерләй.
...Үткән ғүмер аҡҡан һыу һымаҡ, тип белмәй әйтмәй халыҡ. Уҙған йылдарға әйләнеп ҡарайым да ғүмер юлында гел яҡшы кешеләр осрағанына ҡыуанам, улар әле лә яҡты маяҡ булып тормошомдо нурлап торғандай. Шундай кешеләрҙең береһе – Рәхим Кирәй улы Ибраһимов.
Тормош етешһеҙ булһа ла, йәш күңелдәрҙең күтәренке сағы. 1957 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлап, ҡулға диплом алғас, Мирсал менән өйләнешергә булдыҡ. Ә туй Рәхим Кирәй улының фатирында үтте, өҫтәүенә барлыҡ сығымды ла Рәхим ағай менән Гөлсөм еңгәй күтәрҙе. Үҙҙәренең малайы булмағанғамы, Мирсалды улдары һымаҡ күрҙеләр. Ул да алты йыл уҡыу дәүе­рен­дә гел уларға барып йөрөгән, хужалыҡ эштәрендә ҡулынан килгәнсә ярҙамлаш­ҡан. Ғаилә ҡорғас та, аралашып-ҡат­на­шып йәшәнек. Аҙаҡ диплом алып, Аб­ҙан­ға эшкә ҡайтҡас, улар беҙгә йыл һайын тигәндәй килә торғайны.
Рәхим ағай шул тиклем ябай, кешелекле, тәрбиәле аҡыл эйәһе булды, үҙе юғары вазифа биләһә лә, өлкәндәргә – ололарса, йәштәргә йәштәрсә кәңәш бирә белде. Ғаиләһенә килгәндә, ҡатыны ла бик йыйнаҡ, аҡыллы хужабикә ине. Рәхим ағай вафат булғандан һуң да еңгәй, Мирра Рәхим ҡыҙы менән бәй­ләнеште өҙмәнек.
Рәхим Кирәй улының ике ҡыҙы ҡалғайны. Таңһылыуы 73 йәшендә беҙҙең аранан китте. Ә Мирра – иҫән-һау, атаһының исемен йөрөткән Этҡол мәктәбенең көтөп алынған ҡунағы. Мәктәпкә ҡулынан килгәнсә ярҙам итеп тора, бүләкһеҙ килмәй. Әйткәндәй, Мирра Рәхим ҡыҙы – Мәскәү университетын тамамлаған, тарих фәндәре кандидаты. Хәләл ефете лә – тарихсы-ғалим.
Беҙҙең аралашыу бик оҙаҡҡа һуҙыл­ды, бындай бәхет һәр кемгә лә тәте­мәй­ҙер, тип уйлайым. Бына байтаҡ йылдар инде Этҡол мәктәбе Рәхим Ибраһимов­тың исемен йөрөтә, уға арнап музей асылды. Был эштәрҙә тормош иптәшем – әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, һәүәҫкәр тарихсы, билдәле табип Мирсал Зәйнәғә­б­дин улы Исмәғилев – алда йөрөнө, һәр береһен хәстәрләне, арҙаҡлы яҡташы­быҙҙың шәхси әйберҙәрен йыйып, музейға бүләк итте.
Утыҙ өс йәшендә БАССР Юғары Советының тәүге рәйесе булыуға өлгәш­кән күренекле яҡташыбыҙ Рәхим Кирәй улы Ибраһимов ҙур хөрмәткә лайыҡ шәхес булды. Ундайҙар – йәш быуынға үрнәк.

Лена ИСМӘҒИЛЕВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, хеҙмәт ветераны.


Район: Ейәнсура районы, Иҫәнғол ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 0

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде

Комментарий өҫтәргә