Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эшләһәң, эш ҡарышмай
Эшләһәң, эш ҡарышмай
Бүздәк районы республикала йылдам үҫешеүсе төбәк һанала. Ауыл хужалығы тауарҙары етештереү, уңайлы көнкүреш шарттары тыуҙырыу буйынса ла тәүгеләр рәтендә. Райондың инвестициялар йәлеп итеү үҙәгенә әүерелә барыуы ла ысынбарлыҡ. Сәсеүлек майҙаны арта, заманса технологиялар, алдынғы техника киң ҡулланыла. Район хакимиәте башлығы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Радик ХӘЗИЕВ менән ҡорған әңгәмәлә төбәктең социаль-иҡтисади тармағындағы ҡайһы бер көнүҙәк мәсьәләләргә ҡағылдыҡ.

– Радик Әнүәр улы, һуңғы йылдарҙа инвестиция проекттары хаҡында һүҙ йыш алып барыла. Ғөмүмән, был мәсьәләгә иғтибар көсәйҙе. Белеүебеҙсә, Бүздәк райо­нын­да ла тормошҡа ашырылған өҫтөнлөклө программалар бар. Төбәгегеҙ инвесторҙарҙы нимәһе менән йәлеп итә?
– Эйе, районда бер нисә ҡеүәтле инвестиция проекты бойомға ашырыла башланы. Был — беҙҙең өсөн шатлыҡлы хәл. Береһе — республикала ғына түгел, илдә тиңе булмаған һөт-тауар комплексы, икенсеһе — ҡатнаш аҙыҡ етештереү заводы, өсөнсөһө — урындағы инвесторҙыҡы – “Бүздәк” теплица комплексы. Иң элек шуны билдәләп үтергә теләйем: был эштәр – республика Хөкүмәтенең төбәгебеҙгә инвесторҙар йәлеп итеүгә иғтибарҙы арттырыуы һөҙөмтәһе.

Эшләһәң, эш ҡарышмайҒөмүмән, аграр комплексты үҙгәртеп ҡороу бик ваҡытлы башланды. Белеүегеҙсә, Рәсәй Президенты тарафынан сит илдәрҙән ҡайһы бер төр аҙыҡ-түлек индереү тыйылды. Ошо хәлде алдан күҙаллағандай районда инвестиция проекттарын тормошҡа ашырып, илдә аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индереү маҡсатын ҡуйғайныҡ. Үҙ еребеҙҙә етештерелгән ауыл хужалығы тауарҙары менән үҙе­беҙҙе туйындыра аласағыбыҙға һис ике­ләнмәйбеҙ. Әлбиттә, кемдер сит илдән индерелгән “Пармезан” сыры кеүек ҡайһы бер ризыҡтың өҫтәлендә булмая­сағы өсөн борсола торғандыр. Ә Рәсәй халҡының 70 проценты уның ни икән­леген дә белмәй, һөҙмәһе йәки ҡоро­то бар уның. Бер гектар майҙанды ла буш ятҡырмауға өлгәшергә кәрәк. Сит илдән аҙыҡ-түлек һатып алыуға тотонған аҡсаны ауыл хужалығына йүнәлткәндә, күпкә отошло буласағы көн кеүек асыҡ.
Эшләһәң, эш ҡарышмайҒәҙәттә, инвестор тураһында һүҙ сыҡ­һа, халыҡ һағайып ҡалыусан. Был тө­ҙөлгән объекттың йәки асылған пред­приятиеның ошо ерҙә ҡаласағын, йәғни үҙҙәренә хеҙмәт итәсәген аңлап етмәүҙән тип уйлайым. Ғөмүмән, аҡсалы кешеләр күп. Берәүҙәре завод һала, икенселәре самолет төҙөүгә тотона, бик аҙҙары ғына уны ауыл хужалығын үҫ­те­реүгә йүнәлтә. Ошо һуңғыларына “афарин!” тиергә кәрәк, сөнки был тармаҡта биш йылға бер генә табыш алырға мөмкин. Ҡалған дүрт йылында сығым­дарҙы ҡаплау өсөн эшләргә тура килә.
Эшләһәң, эш ҡарышмайАҡса йәлеп итеүгә республикала һуңғы йылдарҙа аграр комплексты үҫтереү буйынса ҡабул ителгән программалар булыша. Төбәгебеҙҙә ыңғай инвестиция мөхите булдырылған. Ин­вес­- торҙы йәлеп итеү өсөн уны ҡы­ҙыҡ­һындырыу мотлаҡ. Ете ҡат үлсәгәндән һуң ғына һала ул аҡсаһын. Миҫал өсөн “Дамате” компанияһын алайыҡ. Бүздәк төбәген оҙаҡ һәм ентекле өйрәнделәр. Теге йәки был мәсьәлә буйынса яуапты кисектерһәң йә булмаһа, битарафлыҡ күрһәтһәң, ул күп һөйләшеп тормаясаҡ – китәсәк. Инвестор килде тип тынысланып, ҡул ҡаушырып ултырмаған, пред­приятиеларҙың үҙебеҙ өсөн икәнлеген ныҡлы аңлаған осраҡта ғына эш барасаҡ.
– Инвесторҙар ниндәй проекттар тәҡдим итә?
– “Дамате” компанияһының һәр ҡай­һыһы алтышар мең баш малға иҫәп­ләнгән ике һөт-тауар комплексы буласаҡ төбәгебеҙҙә. Әйткәндәй, илдә малсы­лыҡты өр-яңы йүнәлеш буйынса үҫте­реүгә тотонған берҙән-бер инвестор ул. Ошо көндәрҙә эш башланырға тора, тантаналы рәүештә тәүге нигеҙ ташы һалы­насаҡ. Программала ҡаралғанса, киләһе көҙҙә ҡураға мал индереләсәк.
Эшләһәң, эш ҡарышмайИкенсе ҙур проект – “Таврос” ком­па­нияһыныҡы. Беҙҙә ҡатнаш аҙыҡ етеш­тергән завод төҙөләсәк. Шишмә менән Благовар райондарындағы сусҡа комплекстары ла — уларҙыҡы. Ошо өс төбәктәге биш комплекс бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә эшләйәсәк.
Тағы бер проект уңышлы ғына бойомға ашырыла, ул – “Бүздәк” теплица комплексы. “2012 – 2020 йылдарҙа теплица хужалығын үҫтереү” федераль программаһында ҡатнашҡан Ф. Хәбиб­рахмановтың крәҫтиән (фермер) хужа­лығы был. Программаға ярашлы, ком­п­лекс 2011 йылда төҙөлә башланы, әле өс гектар майҙанда эш бара. Биш йылда йәшелсә үҫтереү майҙанын 12 гектарға еткереү планлаштырыла. Әйт­кәндәй, Ф. Хәбибрахманов ҡыяр үҫте­реүҙе өс сутый ерҙә башлағайны. Киләсәктә комплекс илдәге ҙур агро­сәнәғәт предприятиеларының береһе буласаҡ. Күҙаллауҙар буйынса, инвестиция күләме ике миллиард һум тәшкил итәсәк. Ошо миҫал да йәшелсә-емеште үҙебеҙ өсөн етерлек күләмдә үҫтерә алырыбыҙҙы раҫлай. Ни өсөн ҡыярҙы Польшанан килтерергә һуң әле?
Бүздәктән Өфөләге сауҙа нөктәләренә яңы ғына өҙөлгән ҡыяр йәки салат үләнен ике сәғәттә алып барырға була. Сифаты ла юғалмай, арзан да, экологик йәһәттән дә таҙа. Сит илдәрҙән һатып алыуға тотонған аҡсаны үҙебеҙҙә ҡалды­рып, эшҡыуарҙарға, инвесторҙарға ташлама яһағанда, һәр кем отасаҡ ҡына. Инвесторҙың килеүе менән урындағы халыҡтың йәки төбәктең тормошо ла йәнләнә. Беренсенән, район ҡаҙнаһына аҡса инә, икенсенән, аҙыҡ-түлек хәүеф­һеҙлеге тәьмин ителә, өсөнсөнән, социаль мәсьәләләргә иғтибар арта.
– “Дамате” компанияһының комплексы өсөн көтөүлек майҙаны ла кәрәк бит әле. Урындағы халыҡ быға нисек ҡарар һуң?
– Борсолорға урын юҡ, сөнки ҡул­ланыласаҡ технологияның Рәсәйҙә тиңе юҡ. Мал бина эсендә генә тото­ласаҡ, елләтеү, температураны көйләү кеүек ҡорамалдар файҙаланыласаҡ. Ике комплекс 200 гектар майҙанды билә­йәсәк. Ә мал аҙығы етештереү өсөн 30 мең гектар майҙан бүлеү планлаштырыла. Илдең аҙыҡ-түлек баҙарында үҙгәрештәр бар­ған әлеге мәлдә проектҡа бәйле ҡы­тыршылыҡтар тыумаҫ, тип ышанам. Һөт етештереү һәм малсылыҡты үҫтереү буйынса генетика үҙәге буласаҡ ул. Беренсе комплексҡа мал бер йыл да өс ай эсендә индерелергә тейеш. Бында бы­ҙауҙар тиҙләтелгән ысул менән алына­саҡ. Фәнгә таянып, һыйырҙарҙы йылына ике тапҡыр быҙаулатыу планлаштырыла. Артабан таналарҙың тәүлегенә 300 тонна юғары сифатлы һөт биреүенә өлгәшеләсәк. Сағыштырып ҡарағанда, был әлеге ваҡытта ун район һатҡан һөт күләме ҡәҙәре. Ғәжәп бит! Ауыл хужа­лығы ерҙәре лә буш ятмаясаҡ, мал аҙығы әҙерләнәсәк, ит етештереү ҙә артасаҡ.
Әгәр аграр тармаҡта эштәр ошолай барһа, хәүефләнергә түгел. Был – тап бөгөнгө көн талабына яуап биреү. Әйтегеҙ әле, ҡайһы ит комбинаты Бүздәк районы хужалыҡтарынан ит ала? Үкенесле хәл, береһе лә ҡабул итмәй, барыһы ла ситтәр менән эшләй. Бындай сәйәсәт дөрөҫ түгел.
– Инвесторҙар социаль мәсьә­лә­ләр­ҙе хәл итеүгә ниндәй өлөш ин­дерә?
— Әле һүҙ барған өс проектты тор­мошҡа ашырғанда төбәктә меңгә яҡын эш урыны булдырыласаҡ. Шуға күрә инвестор хеҙмәткәрҙәрҙе йәлеп итеү өсөн бер үк ваҡытта торлаҡ та төҙөй. Фа­тирҙар ҡуртымға бирелә, әммә артабан, килешеүҙә ҡаралғанса, уны хо­су­си­лаштырырға мөмкин. Йорттарҙың тирә-яғы, юлдар төҙөкләндерелә. Эш урыны, фатир, балалар баҡсаһы булғас, йәштәр ғаилә ишәйтергә ҡурҡмаҫ, тыуым артыр тип өмөт итәбеҙ.
— Ауыл ерендә алып барылған торлаҡ төҙөлөшө буйынса Бүздәк алдынғы өс район иҫәбендә. Быға нисек өлгәштегеҙ, Радик Әнүәр улы?
— Ауылда йорт һалғандар күп. Төҙөлөш өсөн ағас бирелеүе лә һәйбәт, күмәкләп бура күтәреп, тиҙ арала йорт бөтөрөп сығалар. Байтаҡ кешелә таҡта ярыу яйланмаһы (пилорама) бар. Шулай уҡ йәштәр дәүләт программаларынан файҙалана. Бынан тыш, торлаҡҡа мохтаждар өсөн социаль йорттар төҙөйбөҙ. Элегерәк һуғыш ветерандары, уларҙың тол ҡатындары һәм башҡа граждандар торлаҡ сертификатына балалары һәм ейәндәре өсөн ҡалала дөйөм ятаҡтан бүлмә алыуҙы хуп күрҙе. Ә үҙҙәре төйәген ташлап китмәне, районда йә­шәүен дауам итте. Әсәлек капиталына эйә булғандар араһында ла фатир һатып алғанда төрлө сетерекле хәлгә тарыусылар осраны. Ошо мәсьәләләрҙе өйрәнеп, үҙебеҙ өсөн өҫтәмә йөк булһа ла, йорттар төҙөй башланыҡ. Ике бүлмәле фа­тирҙарҙа уңайлыҡтар ҡаланыҡынан һис тә кәм түгел. Йәштәрҙе социаль хаҡҡа фатир алырға шулай ҡыҙыҡһындырҙыҡ.
— Таулар ауылындағы кирбес заводының тергеҙелеүе лә район иҡтисады файҙаһына бит...
– Был ауылда ҡыҙыл балсыҡтың бай ғына запасы бар. Заманында “Алға” колхозының кирбес заводы тирә-яҡты ғына түгел, күрше райондарҙы ла тәьмин итеп торған. Әммә газ, электр уты өсөн бурысын түләй, кирбес сифаты талап­тарға яуап бирә алмай башлағас, эшләүенән туҡтаған. Әле ул яңынан тергеҙелә. Кирбес өр-яңы ҡорамалдарҙа, заманса технология ярҙамында етеш­тереләсәк. Уны һүтеп алырға теләгәндәр күп булды, ләкин быға юл ҡуйманыҡ. Ниһайәт, заводты республикалағы бер инвестор һатып алды, киләһе айҙа тәүге кирбестәрҙе ҡулға аласаҡбыҙ.
— Шәхси ярҙамсы хужалыҡты үҫтереү буйынса ниндәй саралар күрелә?
– Сентябрҙән аҙыҡ-түлек баҙарында­ғы тәрән үҙгәрештәр менән осраша башлаясаҡбыҙ. Шул уҡ ваҡытта ауыл халҡы етештергән тауарҙарға ихтыяж артасағы һөйөндөрә. Заманында шәхси ярҙамсы хужалыҡты һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү өсөн байтаҡ сара күрелде. “Благовар” тоҡомсолоҡ-ҡошсолоҡ заводынан ҡош-ҡорт алып ҡайтып, ауыл хакимиәт­тәре аша халыҡҡа тараттыҡ. Ҡош ите етештереү йүнәлешен тергеҙмәксебеҙ. Бер егетебеҙ мал һуйыу өсөн махсус урын хәстәрләп йөрөй, һыуытыу ҡорол­маһы ҡуйҙы, ошонда эшкәртеү мөмкин­леге, ветеринар күҙәтеүе лә булыр, тип уйлайбыҙ.
Шәхси хужалыҡтарҙан артҡан һөттө йыйыу күптән ыңғай хәл ителде. “Бәлә­бәй” һөт заводы халыҡ менән ваҡытында иҫәп-хисап яһай. Үкенескә ҡаршы, шәхси ихаталарҙа сусҡа бөтөрөлдө, элек ха­лыҡ уны һатып табыш алыр өсөн аҫрай ине. Әле һарыҡсылыҡтың тергеҙелеүе һөйөндөрә. Күптәр ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә.
— Балалар баҡсаһына урын алыу­ҙы оҙаҡ көтәләрме?
— Ҡайҙа социаль мәсьәләләр хәл ителә, шунда тыуым арта. Быйыл, мә­ҫәлән, беренсе класҡа былтырғы менән сағыштырғанда 50 балаға күберәк бара­саҡтар. Республикала мәктәпкәсә йәштә­ге балалар учреждениелары мәсьә­лә­һе­нә айырыуса иғтибар биреле­үе юҡҡа түгел, һөҙөмтәһе күҙ алдында. Элекке биналарҙы ҡайтанан үҙгәртеп ҡорабыҙ. 12 ауыл хакимиәтенең 11- ендә ошо мәсьәлә ыңғай хәл ителгән. Район үҙәгендә лә өс-ете йәшлектәрҙе баҡса­ларға урынлаштырыу буйынса быйылғы программаны үтәп киләбеҙ.
— Бүздәк ауылы халҡын бассейнлы итәбеҙ тип ҡыуандырған­һығыҙ икән...
— Эйе, ниһайәт, күптәнге хыялыбыҙ тормошҡа аша. Бүздәк ауылының элекке исеме Табанлыкүл булһа ла, бында йылға ла, күл дә юҡ. 12 меңгә яҡын кеше йәшәгән район үҙәгендә бассейн төҙөү күптәнге хыял ине. 2003 йылда физкультура-һауыҡтырыу комплексы фай­ҙала­ныуға тапшырылғанда уҡ икенсе сираты бассейн буласаҡ тип вәғәҙә ителгәйне. Үкенескә ҡаршы, оҙаҡ көттөрөргә тура килде. Быйыл ул республика планына инде. Проект буйынса тиҙ арала төҙө­лөштө тамамлау ҡаралған. Балалар ғына түгел, хатта ата-әсәләр ҙә уның асылыуын түҙемһеҙлек менән көтә.
— Радик Әнүәр улы, аграр секторға күрһәтелгән дәүләт ярҙамы үҙен аҡлаймы?
– Алдараҡ әйтеп үтелгәйне инде, ауыл хужалығында биш йылдың береһендә генә табышлы эшләп була. Был тар­маҡҡа дәүләт ярҙамы үҙен аҡлай. Мәҫәлән, техника һатып алғандарға субсидия бирелә. Ифрат әһәмиәтле программа. Былтыр биш сөгөлдөр йыйғыс комбайн алдыҡ — баҫыуҙа бер бөртөк сөгөлдөр тороп ҡалманы. Быйыл да хужалыҡтарҙың машина-трактор паркы тулылана. Нигеҙҙә, Рәсәйҙә етеште­релгәнен һатып алабыҙ. Арзаныраҡҡа ла төшә, сифаты буйынса ла ҡалышмайҙар, бынан тыш, үҙебеҙҙең предприятиеларға өҫтөнлөк биреү мөһим. Әле улар ярҙа­мында урып йыйыу эше яҡшы ғына бара. Ҡуҙаҡлы культураларҙың төшөмө һәйбәт. Күҙ теймәһен, шәкәр сөгөл­дөрөнән дә быйыл мул уңыш көтөлә.
Йәнә “Ауыл табибы” программаһын алайыҡ. Һөҙөмтәһе күҙ алдында. Йәш­тәрҙең үҙҙәре өсөн дә һәйбәт – һөнәре буйынса эшләйҙәр, торлаҡ бар, муниципаль берәмектәр төҙөлөш өсөн урын бүлә. Йорто, балалар баҡсаһы, эше булғас, белгес шунда төпләнә. Ошо программаны дауам иттереү яҡлымын.
— Әле ниндәй уй-теләктәр менән йәшәйһегеҙ?
— Төбәгебеҙҙәге инвестиция проекттарын уңышлы тормошҡа ашырыу талап ителә. Ауыл хужалығын үҫтереү өсөн әлеге мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға, заман күҙлегенән сығып эш итергә теләк ҙур. Бының өсөн тармаҡты яңыртыуҙы туҡтатмаҫҡа ине. Агросәнә­ғәтте үҫтерһәк, халыҡтың өҫтәлендә икмәк тә, ит тә, йәшелсә лә, еләк-емеш тә буласаҡ.
– Радик Әнүәр улы, агросәнәғәт комплексына ҡағылышлы һорауҙарға ихлас яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт. Киләсәктә лә районығыҙҙың социаль-иҡтисади күрһәткестәре яҡшыра бар­һын. Ә үҙегеҙгә арымай-талмай эш­ләр­гә, барлыҡ ниәтегеҙҙе тор­мошҡа ашырырға яҙһын.

Әңгәмәне Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА алып барҙы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 114

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 467

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 101

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 911

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 672

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 256

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 578

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 442

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 521

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 532