Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Таналыҡтарҙың тыналышы нисек?
Таналыҡтарҙың тыналышы нисек? Таналыҡ ауыл Советы биләмәһенә алты ауыл ҡарай, дөйөм майҙаны — 55 081 гектар. Бөтәһе 2 453 кеше йәшәй: биләмә үҙәге Подольскиҙа – 1187, Ғәҙелдә – 159, Баҡалда — 361, Яңы Украинкала — 200, Таштуғайҙа — 349, Савельевкала – 197. Биләмәлә Подольск урта, Таштуғай тулы булмаған мәктәптәре, дүрт филиал эшләй. Уларҙа 300-гә яҡын бала белем ала. Подольск һәм Таштуғай балалар баҡсаларына 128 сабый йөрөй.
Биләмәләге берҙән-бер амбулатория Подольскиҙа урынлашҡан. Ҡалған ауылдар халҡы фельдшер-акушерлыҡ пункттарында хеҙмәтләндерелә. Биләмә үҙәгендә 250 урынлыҡ мәҙәниәт йорто, дүрт ауылда клуб бар. Таналыҡтарҙа өс китапхана, янғын һүндереү хеҙмәте, 18 магазин һәм киоск, элемтә, почта, “Сбербанк” бүлексәләре эшләй. Шулай уҡ 17 крәҫтиән (фермер) хужалығы, яуаплылығы сикләнгән дүрт йәмғиәт, “Арыҫлан” ит етештереү комбинаты иҫәпләнә. Төбәктә Социалистик Хеҙмәт Геройы Килдебай Сөләймәнов, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Хөрмәтулла Үтәшев, СССР Юғары Советы депутаты Хәсилә Латипова, ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәре Йофар Кәлимуллина, Исхаҡ Дәүләтбирҙин, Гулаим Машева, Мария Щикатурова, Василий Демин, Мөхәмәтғәли Сибәғәтов, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Сәйфулла Дилмөхәмәтов, Әлиә Көлсөбаева, Бикйән Шәйәхмәтов тыуған.


Һәр мөрәжәғәт – иғтибар үҙәгендә

Таналыҡтарҙың тыналышы нисек?Беҙ килеп ингәндә, Таналыҡ ауыл хакимиәте башлығы Алик Юзеевтың эш бүлмәһендә иртәнге кәңәшмә бара ине. “АҡъярЖилСервис” йәмғиәте вәкиле Ришат Рәхмәтуллин Савельевкалағы һыу трассаһы тураһында ҡыҫҡаса отчет бирҙе. Ауылға 1 саҡрым 600 метр арауығында һыу торбалары һуҙыласаҡ, әле эш башланған.
Подольск амбулаторияһының “Ашығыс ярҙам” машинаһы шоферы Ансар Салауатов техниканың иҫке булыуы сәбәпле йыш ҡына боҙолоп ултырыуына, уны ремонтлау өсөн запас частарҙың юҡлығына зарланды. Ағай ҡайһы бер осраҡта сирлеләрҙе район дауаханаһына шәхси машинаһында ла алып йөрөргә мәжбүр икән. Башлыҡ был мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә вәғәҙәләне.
Ҡышҡы йылытыу миҙгеленә әҙерлек проблемаһы ла иртәнге кәңәшмәнән ситтә ҡалманы. Подольск ауылында барлығы ике ҡатлы ете йорт бар, уларҙың барыһына ла “зәңгәр яғыулыҡ” үткән. “Газпром” йәмғиәте вәкиле Фазит Рамазанов белдереүенсә, ҡайһы бер шәхси йорттарға газ биреү туҡтатылған, сөнки хужалар йылдар буйына иҫәпләшмәгән.
Таналыҡтарҙың тыналышы нисек?Һайлау алды мәсьәләһе лә иғтибар үҙәгендә. “Башинформсвязь” асыҡ ак­ционерҙар йәмғиәтенән Рәйес Әхмәт­ханов ауыл хакимиәте башлығын элемтәгә бәйле тыуған хәл менән таныштырҙы. Быға тиклем һайлауҙар мәктәптә уҙған, ә 14 сентябрҙә тауыш биреү ауыл клубтарында була. Ҡайһы берәүҙәренә телефон сымдары һуҙырға кәрәк икән.
Ауыл биләмәһе башлығы Алик Сәғит улы төрлө ойошма вәкилдәре менән әңгәмәләшкән арала, бүлмәгә урындағы меценат, эшҡыуар Николай Власенко килеп инде.
— Тиҙ генә кәңәшләшеп алаһы мәсьәлә бар, егеттәр. Әле Аҡъярҙан ҡайттым, Украинанан килгән ҡасаҡтарҙы ҡабул итеү өсөн йәшәү урындары хәстәрләйем. Туғыҙ ғаиләне һыйындырырға мөмкинлегем бар, икәү­һен Аҡъярҙағы фатирҙарыма индерәм, Подольскиҙа төҙөлөп ятҡан йорттан ете бүлмә бирмәксемен. Әле электр энер­гияһы үткәреү буйынса документтар йыям. Араларында механизатор, шофер­ҙар булһа, эш урындары менән дә тәьмин итмәксемен, — тип, ҡабаланып, бер тынала һөйләп бирҙе тырыш эшҡыуар.
Тап Николай Власенко кеүек үҙен генә ҡайғыртмай, ә тотош ауыл халҡының хәстәрен уртаҡлашып, ҡулынан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙған фекерҙәштәре барҙа, Алик Юзеевҡа эшләүе күпкә еңелерәктер тигән уй йүгерә баштан.
Таналыҡтарҙың тыналышы нисек?Артабан биләмә хужаһына шәхси һорауҙар менән инделәр. Мәҫәлән, ауыл старостаһы ярҙамсыһы Данил Афзалов сүп-сар сығарыу өсөн трактор һораһа, Миңниса Ишемова пай ерҙәрен бер кемгә лә ҡуртымға бирә алмауына зарланды. Файҙаланмаған өсөн йыл һайын һалым түләүе хаҡында әсенеп һөйләне ҡатын. Етмәһә, Подольск ауылында йәшәһә лә, ни өсөндөр, уға бесәнлек урыны күрше Әҙел янынан бүленгән. Әҙелдә иһә ул ерҙәрҙе бер фермер ҙа алмаған, шуға пайсылар буштан-буш һалым түләргә мәжбүр. Ярҙам һорап килеүсене ауыл хакимиәте башлығы өмөтләндереп сығарҙы: Сибайҙа йәшәгән бер йүнсел (сығышы менән Әҙелдән), халыҡтың ерен ҡуртымға алып, игенселек менән шөғөлләнергә уйлай икән.
Мөрәжәғәт итеүселәр араһында Фатима Собханғолованың һорауы ла иғтибарға лайыҡ: урындағы ветстанция етәксеһе, мал һуйыуҙағы яңы ҡанундарға ярашлы, “Арыҫлан” ит етештереү комбинаты янында махсус урын булдырыу кәрәклеге хаҡында белдерҙе.

Ауылды күсереү көтөләме?

Тап ошо һорау күптәрҙе борсой. Нисәмә йылға һуҙылған был хәбәр имеш-мимешме, әллә ысынбарлыҡмы икәнлеге беҙҙе лә ҡыҙыҡһындырмай ҡалманы, әлбиттә. Шуға күрә Алик Сәғит улы бушаған арала һорауҙы биреп ҡалырға ашыҡтыҡ. Ул, тиҙҙән “Башҡорт баҡыры” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәренең килере хаҡында белдереп, хәбәрҙең дөрөҫлөгөн дәлилләне:
— Подольскиҙы күсереү тураһындағы һөйләшеүҙәр күптән, ауыл биләмәһендә баҡыр колчеданы рудаларының ер аҫты ятҡылығына бәйле разведка эштәре баш­лан­ғандан бирле, алып барыла. Был мәсьә­лә буйынса урында йыйылыш бул­ды. Ауылды 2021 йылға тиклем алыҫ булмаған урынға тулыһынса күсе­реү ҡаралған. Теләгәндәргә, йорт май­ҙа­нына ҡарап, Аҡъярҙан фатир би­ре­ләсәк йәки аҡсалата компенсация түләнәсәк.
Әйткәндәй, “Башҡорт баҡыры” яуап­лы­лығы сикләнгән йәмғиәте менән һөй­лә­шеү ябыҡ ишек артында барҙы. Пред­приятие вәкилдәре киң мәғлүмәт саралары менән аралашыуҙы кәрәк тип тапманы.

Хужа булған ерҙә
тәртип бар


Таналыҡтарҙың тыналышы нисек?Кабинеттағы эштәр бер аҙ барланғас, Алик Сәғит улы менән урамға сыҡтыҡ. Йорттар төҙөк, матур. Хужа барлығы әллә ҡайҙан күренеп тора: урамдар таҙа, сүп-сар күренмәй, ихаталар ҙа төҙөк­ләндерелгән. Өйҙәр заманса ҡыйыҡтар, ҡапҡа-ҡоймалар менән яңыртылған. Кешеләрҙең аңына ҡасандыр ауыл күсереләсәк тигән уй инеп тә сыҡмаған, күрәһең. Һәр кем үҙенсә йәшәргә ынтыла, донъя көтә.
Буяу еҫе кибеп тә өлгөрмәгән Подольск урта мәктәбе директоры Шәүрә Бүләкова беҙҙе яҡты йөҙ менән ҡаршы алды. Дүрт филиалдан (Баҡал, Савельевка, Воздвиженка (Маҡар ауыл Советына ҡарай), Яңы Украинка) автобус менән 26 бала йөрөп уҡый. Мәктәптә барлығы 213 уҡыусы белем ала. Шәүрә Динислам ҡыҙы әйтеүенсә, белем усағы балаларҙы бөгөндән үк ҡабул итергә әҙер, ремонт эштәре тамамланыу алдында. Шуныһы ҡыуаныслы: былтырғы сығарылыш уҡыусыларының күбеһе үҙҙәре һайлаған юғары уҡыу йорттарына ингән, икәүһе Мәскәү ҡалаһында белем аласаҡ. Мәктәп етәкселеге барлыҡ проблемаларҙы хәл итеүҙә ауыл биләмәһе башлығының тос өлөшөн билдәләне, уға рәхмәтен еткерҙе.
Киләһе туҡталыш — амбулатория. Әйткәндәй, бындай медицина ярҙамы күрһәтеү үҙәге райондың башҡа бер ауылында ла юҡ. Стоматолог, терапевт, педиатр, гинеколог кабинеттары заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Йәй булыуға ҡарамаҫтан, сирлеләр күп, һәр береһе табипты көтә. Теш кабинетына иң күп сират теҙелгән. Тәжрибәле стоматолог Людмила Демидованың ауырыуҙарҙы дауалауына тиҙҙән сирек быуат була икән.
Ремонт эштәренең нисек барыуы, ниндәй ярҙам кәрәклеге хаҡында белешеү ниәте менән биләмә башлығы балалар баҡсаһына ҡарай боролдо. Учреждениеға күптән түгел ауыл Со­ветының булышлығы менән уйынсыҡтар һатып алынған, ремонтҡа аҡса бүленгән.
Ә бына мәҙәниәт йорто һәм китапхана урынлашҡан бинаның хәле маҡтанырлыҡ түгел. Ҡыш көнө бында сыҙағыһыҙ һыуыҡ: йылытыу туҡтатылған, ә уны эшләү өсөн аҡса күп кәрәк, етмәһә, бина – шәхси эшҡыуарҙыҡы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, клуб мөдире Сулпан Шәйәхмәтова тырышып эшләй, ауыл халҡы район буйынса бөтә сараларҙа ҡатнаша, призлы урындарҙан ҡал­ғандары юҡ.
— Әле йәштәр менән район кимәлендә уҙасаҡ “Хәйбулла-шоу” сараһына әҙерләнәбеҙ, аҙна һайын дискотека була. “Ағинәйҙәр” клубы йәнле тормош алып бара, йәйге осорҙа ла инәйҙәребеҙ клуб тупһаһын һыуытмай, — ти Сулпан ханым.
Уның һүҙҙәрен китапханасы Гөлсөм Күскилдина ла йөпләне. Кеше китап­ханаға күп йөрөй, әммә үҙәктәргә үткән һыуыҡ арҡаһында ҡыш көндәрендә күптәр китап уҡыуҙан мәхрүм ҡала.
Уларҙың аһ-зары менән күптән таныш Алик Сәғит улы быйыл нисек тә клубты йылытыу мәсьәләһен хәл итәсәктәре, һис юғында хакимиәт бинаһына күсерәсәк­тәре хаҡында белдерҙе.

Яҡтылыҡ һирпелеүенә ышана алмағандар

Нисәмә йыл борсоған проблемалар, ниһайәт, төпкөлдәрҙә лә хәл ителә башланы. Мәҫәлән, быйыл Савельевка, Яңы Украинка урамдары тулыһынса яҡтыр­тылған. “Хатта халыҡ, бағаналарҙан яҡ­тылыҡ һирпелеүенә ышанмайынса, аҙна дауамында кистәрен йорт алдарына сығып ултырған”, – тип һүҙ ыңғайында шаяртып та алды Алик Сәғит улы.
Таштуғайҙа 1,8 саҡрымлыҡ һыу трас­са­һы тулыһынса алмаштырылған, мәктәп бинаһы ремонтланған, балалар баҡсаһы асылған. Савельевка менән Яңы Украинка ауылдары араһындағы юлға ҡыр­сын­таш түшәлгән. Былары – баш­ҡа­рылған эштәрҙең бер нисәүһе генә, әле ғәмәлдәгеләре лә бихисап. Шу­ларҙың берәүһе менән яҡындан танышайыҡ.
Савельевка ауылында әле һыу үткәреү өсөн торбалар һуҙыла. Халыҡ ошоғаса үҙ ихатаһында ҡоҙоҡ ҡаҙҙырып, шунан файҙаланған. Трасса һуҙыуҙы 12 кеше атҡара. Эшкә айырыуса Юлай Нәбиуллин, Фуат Байғусҡаров, Наил Бохарбаев, Рәйес Нураев ҙур тырышлыҡ һала. Подрядсыларҙан Алик Юзеев та ҡәнәғәт. Бер юлы йорттарға ла һыу торбалары һуҙыла.

“Төнгә тиклем ултырырға тура килер...”

Бөгөн һәр һатып алыусы сауҙа кәш­тәләренән сифатлы аҙыҡ-түлек эҙләргә тырыша, сөнки ситтән килтерелгәндәре шик тыуҙыра. Бигерәк тә ит ризыҡ­тарының таҙалығы икеләндерә. Подольск ауылында урынлашҡан “Арыҫлан” яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәте етештергән продукция иһә төрлөлөгө, сифаты һәм хәләл булыуы менән башҡаларҙан айырылып тора.
Бөгөн бында ун кешегә эш урыны булдырылған. Әҙер продукция Өфө һәм Сибай ҡалаларына, күрше Ырымбур өлкәһенә таратыла. Ауыл хакимиәте башлығы йәмғиәт етәксеһе менән мал һуйыуҙың яңы тәртибе, был эште атҡарыу өсөн тап ошонда махсус урын булдырыу хаҡында һөйләшеп килеште. Әле лицензия юллау буйынса документтар әҙерләнә.
Эш сәғәте күптән тамамланһа ла, Таналыҡ ауыл биләмәһе башлығы Алик Юзеев ҡайтырға ашыҡманы: По­дольскиҙы күсереү буйынса “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтенең махсус ко­миссияһының эше менән ныҡлап танышыу өсөн йәнә хакимиәткә йүнәлде. “Төнгә тиклем ултырырға тура килер”, – тип оҙатып ҡалды беҙҙе. Үҙе етәкселек иткән ауылдарҙың киләсәге өсөн янып-көйөп йәшәгән, халыҡты тыңлай һәм ишетә белгән, уларҙың проблемаларын һәр саҡ ыңғай хәл итергә тырышҡан башлыҡтың иңенә, ысынлап та, ҙур бурыстар йөкмәтелгән. Ә уларҙы атҡарып сығыу тәрәндән уйлап, киләсәккә ҡарап эш итә белгән тырыш етәксенең генә ҡулынан киләлер.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 124

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 475

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 112

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 919

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 685

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 265

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 586

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 969

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 451

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 526

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 349

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 536