Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәйге юлдарҙы яратмайым
Йәйге юлдарҙы яратмайым
Юлдағы соҡор-саҡыр радарлы «гаишник»тарҙан мең артыҡ – тиҙлекте көйләйҙәр, ришүәт алмайҙар, штрафын да касса аша ғына түләйһең... «Автозапчастар» магазинында. Уйынлы-ысынлы әйтелгән был һүҙҙәр йылдан-йыл мөһимлеген юғалтмай. Иң аяныслыһы – күптән ремонт күрмәгән «бураҙналы» юл арҡаһында авариялар йышая, кеше ғүмере өҙөлә. «Йәйге юлдарҙы яратмай башланым. Ҡышын тайғаҡ булһа ла, исмаһам, соҡоро юҡ»,  – тигәйне бер танышым да. Ысынлап та, юлдарҙың сифатын яҡшыртыу хаҡында күпме генә һөйләһәк тә, ул һаман көн ҡаҙағында ҡала килә. Иң ҡыҙығы (бәлки, иң ҡыҙғанысылыр), юлдар төҙөлмәй түгел, төҙөлә. Йыл һайын ҡаҙнанан тиѕтәләрсә миллион һум «асфальтлана». Ошонан һуң да аҡса ташты «тишмәй» тип әйтеп ҡара инде...

Аҡ эттең бәләһен
ҡара эткә япмағайҙары...

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйылғы йылдың тәүге яртыһында юл торошоноң насарлығы сәбәпле 556 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Авариялар һөҙөмтәһендә 96 кеше һәләк булған, 701-е төрлө тән йәрәхәте менән дауаханаға оҙатылған. Шуныһы мөһим: был рәсми теркәлгән осраҡтар. Ә күпме водитель эште оҙаҡҡа һуҙмай (хәл-ваҡиғаларҙың үѕешенә ҡарап, әлбиттә), «тимер ат»ын урында ғына төҙөкләндерә йә яҡындағы автосервисҡа мөрәжәғәт итә.
Ғөмүмән, юл торошона бәйле теркәлгән юл-транспорт фажиғәләре йыш ҡына бәхәс тыуҙыра. Күптән түгел, мәѕәлән, әхирәтем рулдә ауылға ҡайтып барғанда, юлдағы соҡорҙо абай­ламай ҡалып, тәгәрмәсе менән төшөп китә. Машина ситкә тартыла һәм ҡапыл ҡаршы яҡ юлға сығып оса. Ваҡиға урынына килгән инспектор автомобилдең ни өсөн ҡаршы яҡ юлға сығыу сәбәбен асыҡлап та тормаған. Рулгә идара итеүҙе юғалтҡан – гаишниктың һуңғы һүҙе шулайыраҡ яңғыраған. Ярай әле әхирәтем үҙе иѕән-һау ҡотолдо, машинаһы ла теүәл. Ләкин уның водитель таныҡлығын бер йылға тартып алдылар. Юҡһа, ҡара эттең бәләһе – аҡ эткә тигәндәй, юлсыларҙың яуапһыҙлығы өсөн үҙеңә яуап бирмәгәйе. Ғөмүмән, белгестәр бындай осраҡты иғтибарһыҙ ҡалдырмаѕҡа, юл хеҙмәтенә дәғүә яҙырға, прокуратураға мө­рә­жәғәт итергә саҡыра. Әммә беҙҙең халыҡ әллә баѕалҡы, әллә язаһыҙлыҡҡа тамам күнеккән. «Документтар юллап йөрөгәнсе, автосервисҡа бараһың да эшләтәһең. Адвокатына ғына өс мең һум һоранылар. Ул аҡсаға мин бер түгел, ике тәгәрмәсемде яңыртып ҡуям», – тигәйне күршем, әлеге лә баяғы «соҡор» бәләһенә тарығас. Уныһы шулай ҙа бит, тик ғүмер буйы юлдарҙың торошо өсөн түләй башлаһаң... Улары ла яҡшырмай бит әле. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов әйтеүенсә, быйыл юл япмаларындағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү тураһында биш меңдән ашыу күрһәтмә төҙөлгән.
– Был – башҡа һыймаѕлыҡ күрһәткес. Ошоғаса был тиклем дәғүә менән мөрәжәғәт иткәнебеҙ юҡ ине әле. Байтаҡ предприятиелар һәм юридик шәхестәр менән суд аша һөйләшергә тура килде. Суд процестары, башлыса, беҙҙең файҙаға тамамлана ла ул, әммә был ҡарарҙар юлдарҙа сағылыш табырмы – уныһын ваҡыт күрһәтер, – тине Динар Заһит улы.
Шуға юл инспекторҙары водителдәрҙе лә был йәһәттән иғтибарлы булырға, юл торошона ҡарата дәғүәләр булһа, ваҡытында мөрәжәғәт итергә саҡыра.

Кем ғәйепле – һинме,
әллә ...соҡормо?

Ярай, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең кәңәшен тотоп, «соҡор» бәләһен беҙ ҙә аҙағына саҡлы хәл итеп ҡуйырға булдыҡ, ти. Тик нимәнән башларға һуң? Тәүге аҙым, билдәле, юл-транспорт фажиғәһенә осраһағыҙ, кисекмәѕтән ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен саҡыртырға кәрәк. Инспектор килеп еткәнсе машинағыҙҙы бер үк урынынан ҡуҙғатмағыҙ. Икенсенән, һеҙгә мотлаҡ шаһиттар та­быу шарт. Сөнки суд була ҡалһа, аварияның юл торошона бәй­ле килеп сығыуын иѕбатлауы ауыр буласаҡ. Ә шаһиттар иһә был йәһәттән хәлегеҙҙе еңеләйтәсәк. Өсөнсөнән, инспектор аварияның схемаһын төҙөгәндә, иғтибарлы булығыҙ. Юл ситендә иѕкәртеүсе билдәләр булғанмы, юҡмы (мәѕәлән, «урау юл», «төҙөкләндереү эштәре» һәм башҡалар), соҡорҙоң ҙурлығы – барыһы ла иѕәпкә алынырға тейеш. Протокол төҙөгәндә юл хеҙмәтенең вәкиле булһа, тағы ла яҡшыраҡ. Ләкин ул килеп тә, документтарға ҡул ҡуйыуҙан баш тарта икән, уныһын да шаһиттар алдында теркәп ҡуйығыҙ. Ғөмүмән, һәр документығыҙҙың күсермәһе булырға тейеш, ваҡиға урынын фотоға төшөрөп алырға ла онотмағыҙ. Әгәр ЮХХДИ хеҙмәткәре юл хеҙмәтен түгел, ә һеҙҙе ғәйепле итеп күрһәтергә теләй икән, судҡа ялыу яҙығыҙ.
Артабан махсус баһа биреү фирмаһында зыян күләмен иѕәпләтергә кәрәк. Әйткәндәй, баһалауға юл хеҙмәте вәкилдәрен дә саҡырығыҙ. Килеү-килмәүҙәре мотлаҡ түгел – иң мө­һиме, саҡырыуҙың күсермәһен судта күрһәтә алаһығыҙ. Хәҙер инде бөтә дәғүәләрегеҙҙе белдереп, сарыф ителгән аҡсағыҙҙың суммаһын күрһәтеп, юлсыларға зыянды ҡаплау тураһында хат яҙһағыҙ ҙа була. Аҡсағыҙҙы йәлләмәгеҙ, хатығыҙҙы заказ менән ебәрегеҙ. Тапшырыу тураһында белдереү ҡағыҙын хәстәрләһәгеҙ, тағы ла яҡшыраҡ. Закон буйынса хаттар бер айҙа тикшерелә. Ошо ваҡыт эсендә яуап алмаһағыҙ йәки юлсыларҙың ҡарарынан риза түгелһегеҙ икән, судҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Был осраҡта автомобилегеҙ КАСКО буйынса страховкаланған булһа, ярты мәшәҡәттән ҡотолаһығыҙ, әлбиттә. Зыянды юлсылар түгел, мотлаҡ рәүештә страховка агентлығы үҙе түләй. Тик КАСКО менән ОСАГО-ны бутай күрмәгеҙ. КАСКО полисын тултырып, һеҙ тик автомобилде генә, ә ОСАГО полисын алып, башҡа кешенең автомобиленә зыян килтергән осраҡта үҙегеҙҙең яуаплылыҡты страховкалайһығыҙ. Ҡыѕҡаһы, КАСКО – һәр осраҡта ла һеҙҙең «тимер ат»ты, ә ОСАГО кешенекен һаҡлай.

«Дөрөѕ», «дөрөѕ түгел»…

Баҡтиһәң, Рәсәй юлдарындағы соҡор-саҡыр, «ГОСТ» талап­тарынан сығып, «дөрөѕ» һәм «дөрөѕ түгел» кеүек төрҙәргә бүлеп ҡарала икән. Уға ярашлы, уйымдарҙың, йырындарҙың тәрәнлеге – биш, киңлеге – 60, ә оҙонлоғо 15 сантиметрҙан да артмаѕҡа тейеш. Әгәр күрһәткестәр бер дәүмәлгә артыҡ булһа, был урын мотлаҡ кәртәләнеп алынырға һәм махсус тамға менән билдәләнергә тейеш. Беҙҙең осраҡта, дәүләт стандарттарынан сығып фекер йөрөткәндә, айырым юлдарҙы бөтөнләй ябып ҡуйырға тура килер ине. Өфөнөң Дим биѕтәһенә илткән юлды ғына алайыҡ. Тәрән булып уйылған бураҙналар, аҙым һайын тигәндәй осраған соҡорҙар, асфальт япмаһы аҡтарылған урындар... Ошо юлды ремонтлауға 315 миллион һумдан ашыу аҡса бүленәсәге һөйөндөрә, әлбиттә. Әммә ул 2015 йылдың декабрь аҙағына ғына рәтләнәсәк. Тимәк, Дим юлындағы хәүеф тиҙ генә кәмемәй әле.
Юлдарҙы ремонтлау саралары фажиғә урынында һәләк бул­ғандарҙы терелтһен дә, ғүмерлеккә ғәрип ҡалғандарҙы аяҡҡа баѕтырһын ине лә бит... Уйлап ҡараһаң, ябай бер соҡор. Ә күпме кеше яҙмышы ҡыйрала, күпме сабый етем ҡала, күпме ата-әсә ғәзиз балаһын юғалта. Йәйге юлдарҙы яратмай башланым...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20