Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Байрамда тыуған уйҙар
Байрамда  тыуған уйҙар Йәшерәктәр генә түгел, ветеранда­ры­быҙҙың да байтағы район үҙәгендә йәшәй икән. Шуларҙың икәү­һе — оҙаҡ йылдар ауылда уҡытыусы бу­лып эшләгән Гөлсөм Тағанаева апай ме­нән колхозда зоотехник, рәйес ва­зи­­фа­ла­рын­да ал-ял белмәй эш­лә­гән Ислам Миң­ле­йә­­ров ағай сәхнәгә саҡырыла. Уларҙы ҡар­шылап, дәррәү ҡул сабалар. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай, ха­лыҡ өсөн түгелгән көс юғалмай шул. Ислам ағай менән Гөлсөм апай, ауылдаштарын тулҡынланып байрам менән ҡотлағанда, үҙҙәренең дәртле, көслө саҡтарын иҫкә төшөргәндер.
Вазифаларым һәм йәмәғәтселек эшмәкәр­легем буйынса төрлө төбәктәрҙә, аудиториялар­ҙа йыш ҡына сығыш яһарға тура килде, әле лә шулай. Халыҡ алдындағы һәр сығышым өсөн үҙемде яуаплы тоям. Яҡташтар менән осраш­ҡанда был тойғо айырыуса көслө. Сөнки улар­ҙың күбеһе мине генә түгел, ә атай-әсәйемде, туғандарымды яҡшы белә. Үҙҙәренең дә байта­ғы – дуҫтар, туғандар. Уларҙың ихлас яратып төбәлгән һынсыл ҡараштары ҡаушатып та ебә­рә ҡайһы саҡта.
Бөгөн дә мин сәхнәгә ҙур тулҡынланыу менән сыҡтым, ауылдаштарыма шиғри күстәнәстәрем­де, китаптарымды бүләк иттем, инселәп алып ҡайтҡан бүләктәремде тапшырҙым.
Был көндә яңынан бала-сағаға әйләндем. Бер кемдән уңайһыҙланмай, бейеп-йырлап, шиғырҙар уҡып, онотолоп китеп шарҡылдап көлөп, рәхәтләнеп байрам иттем. Сөнки беләм: бында бер кем дә минән көнләшеп, тырнаҡ аҫтынан кер эҙләмәй. Яҡын күреп, ихтирам итеп төбәлгән ҡараштар менән генә осрашам мин бында. Уларҙа арып талсыҡҡан, самимилыҡҡа һыуһаған күңелдәрҙе ҡанатландырырлыҡ, йө­рәк­кә яңы көс-дәрт бирерлек яҡты, саф энергетика. Мин дә яҡташтарыма ихлас ҡараштарым, йылмайыуым, ҡыланыштарым менән эскерһеҙ хистәремде бүләк итәм.
Әсәйем Хөмәйрә Сафа ҡыҙы әҙәбиәткә, сән­ғәткә мөкиббән кеше ине. Үҙе лә шиғырҙар, йыр­ҙар ижад итте. Мәжлестәргә, туйҙарға ҡунаҡ итеп саҡырылһа, йыш ҡына уның байрамды алып барыуын да һорай торғайнылар. Әсәйем ике-өс көнлөк мәжлестәрҙе сценарийһыҙ, репетицияһыҙ, ҡунаҡтар оҙаҡ йылдар көлә-көлә хәтерләрлек итеп ойошторор ине. Көйөн дә, һүҙҙәрен дә үҙе сығарған йырҙары, һәр ҡунаҡҡа арналған маҡтау ҡатыш төртмә таҡмаҡтары, үҙенсәлекле уйындар байрамдарға ҡабатлан­маҫ биҙәк өҫтәне. Уның сиған ҡатыны булып кейенеп, һәр кемгә ”Давай, погадаю” тип киләсәк яҙмышын юрауын ысын итеп ҡабул итәләр ине. Аҙаҡ “Ҡара әле, тап ул әйткәнсә булды бит” тип ғәжәпләнеп һөйләп йөрөрҙәр ине хатта. Булмышы менән психолог та ине шул. Юҡҡамы ни атайым уның күп эштәрҙе, ваҡиғаларҙы алдан күреү һәләтенә ҡарата: “Әсәйеңдәге политика-а-а!” — тип әйтмәгәндер. Әсәйемдең ҡайһы бер йырҙарын ауылдаштар әле лә йырлаштыра. 80-де уҙып вафат булыуына тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт уҙһа ла, тыуған ауылы Әбешкә (Миәкә районы) арналған “Әбеш ауылы йыры” тигән йырын ейәндәре, улдарым Артур менән Урал, бер йылды хатта Нефтсе һарайында барған “Урал моңо” халыҡ-ара конкурсында ла йырланы – ҡунаҡ сифатында.
Бына шул үҙенсәлекле йырҙы беҙ, уның балалары, килене-кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре, бергә йыйылғанда йырламай ҡалғаныбыҙ юҡ. Был юлы ла, репертуарға индерелмәгән булһа ла, беҙҙе сәхнәгә саҡырып сығарҙылар. Махсус ошо йырҙы башҡарыр өсөн. Һеңлеләрем — күрше Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы уҡытыусылары Гөлнәзирә Ғәлимуллина менән Зәйтүнә Даянова ҡалғандарыбыҙҙан һәйбәтерәк йырлағас, микрофонды уларға тотторҙоҡ. Атай-әсәйемде белгән, улар менән аралашҡан оло еңгәләрҙең күҙ йәш­тәрен һөрткәнен күреп, күңелем тулды. “Апай, бигерәк матур йырҙар яҙаһың бит”, — тиһәләр, әсәйем аптырап тормай: “Әллә мин уларҙы яҙып тормайым да ул, шиғырын да, көйөн дә үҙем яһайым да йырлайым”, — тиер ине.
Сәхнәлә урам аша күршебеҙ Хамис ағайҙың ейәнсәре Динара Өмөтҡужинаның матур кос­тюмдар алмаштырып бер-бер артлы әллә нисә бейеүҙе өҙҙөрөп бейеүенә һоҡланмаған кеше ҡалманы. Уны бәпес сағында ғына күргәнгә, минең өсөн дә бер ҡыуаныслы сюрприз булды. Ниндәй сибәр, нәзәкәтле, талантлы булып үҫеп киткән. Стәрлетамаҡта йәшәгән өлкән класс уҡыусыһы Башҡортостанда ғына түгел, күрше төбәктәрҙә, хатта сит илдәрҙә лә уңышлы сығыш яһап йөрөй икән. Бәхетле яҙмыш насип булһын инде берүк!
Әле һикһәнгә аяҡ баҫҡан Хамис ағай ғүмер буйы тракторсы булып эшләне. Алдынғылыҡты бирмәне. Тырыш, ярҙамсыл, ғаиләһе өсөн өҙөлөп торған, тарих, сәйәсәт менән ҡыҙыҡһын­ған, тыуған тәбиғәтте яратҡан, уны һаҡларға тырышҡан тыныс холоҡло ауыл уҙаманы ул. Бабай тип әйтергә лә уңайһыҙ. Ҡатыны Фәниә апай ауырып, йәшләй генә донъя ҡуйғас, алты балаһын яңғыҙ үҫтерҙе ул, уҡытты, һәр береһен башлы-күҙле итте. Әле лә донъяһын һүндермәй баҡса, ҡош-ҡорт үҫтереп, балаларының хәл белергә ҡайтҡанын һағынып көтөп йәшәй. Берҙән-бер улы Әнистең өлкән ҡыҙы инде Динара. Ҡасан ғына әле Әнис үҙе лә беҙҙең Артур менән уйнап, эшкә өйрәнеп, донъя менән танышып йөрөйҙәр ине. Эй, ғүмер... Уның нисек тиҙ үткәнен балаларға ҡарап нығыраҡ беләбеҙ шул.
Бына башҡорт ҡатын-ҡыҙы кейемендә, аҡ ебәк яулығын матурлап бәйләп, ғәҙәтенсә яйлап ҡына атлап күршебеҙ Шәүрә еңгә ҡайтҡан ауылдаштары менән һөйләшеп, хәл-әхүәл һорашып йөрөй. Еңгә, тиһәм дә, ул минең синыфташым, күрше Тәүәтәй ауылы ҡыҙы. Себенле һигеҙ йыл­лыҡ мәктәбендә бергә уҡыныҡ. Һигеҙҙе бөткән йәйҙә үк беҙҙең нәҫелдәш Фәнил ағайға кейәүгә сыҡты ла теттереп донъя көтөп алды ла китте. Әле инде ул — ауылдың абруйлы ағинәйе. Өлкәнерәк еңгәләрҙең ярҙамсыһы ла, кә­ңәш­сеһе лә.
Ағай вафат булып, тол ҡалғас та бөгөлөп төшмәне. Район үҙәгендә, Мәләүез ҡалаһында, Себерҙә йәшәп-эшләп, хәҙер инде ҡайһылары үҙҙәре олатай-өләсәй бәхете кисергән балаларына оло терәк булып, килен булып төшкән йорттоң йылыһын һаҡлап ғүмер итә. Мәсеткә йөрөй, ураҙа тота, йәшерәк быуынды иманлы, әхлаҡлы булырға өйрәтә. Балалары ла ата-әсәһенә оҡшап ярҙамсыл, уңған. “Шөкөр, балаларым эсеп-тартып, тәртип боҙоп йөрөмәне, — тип ҡыуана бәхетле әсә. — Ауылда ҡалып бергә донъя көткән төпсөгөм Радикҡа ла үҙе кеүек итәғәтле, уңған ҡатын насип итһен инде, Хоҙа­йым”.
Уйҙарым бик оҙонға китте шикелле. Ауыл­даштарымдың күбеһе хаҡында фәһемле мәҡә­ләләр, хатта китаптар яҙырлыҡ бит. Бына бө­гөнгө байрамда “ауылдың иң оло кешеһе” тигән исем алған Әсмә апай. Күҙҙәрендә һәр саҡ дәртле нурҙар уйнап торған сибәр, иҫ киткес егәрле, сая холоҡло, тура һүҙле, йыр-моңға маһир еңгә-килен булып йәшәне ул заманында. Бөйөк Ватан һуғышынан яраланып ҡайтҡан инвалид Хәким ағайҙы бала һымаҡ ҡараны. Күмәк балаһын кешенән кәм булмаһындар тип, көн-төн тырышты. Яҙмыш ҡына уға йә аҡ, йә ҡара яғын күрһәтте. Ирен генә түгел, бына тигән итеп донъя көткән улы Фәнир менән Рәлимә киленен юғалтты. Бер еткән ҡыҙы ғүмерлеккә ауырыуға һабышты. Үҙаллы матур тормош ҡороп йәшәгән балаларына шатлана ла бит Әсмә апай. Ә бына мөхәббәтле ғаилә ҡороп, Өфөлә эшләп йөрөгән бәһлеүәндәй бер улының эшһеҙ ҡалып, ғаиләһенән китеп, эскелеккә һабышыуы уның йәнен өтә. Сараһыҙлыҡтан тормош йәме, ашы­ның тәме китте. Ике-өс йыл элек кенә теттерә баҫып, яңғыратып көлөп, ауылдың төрлө мәҙә­ни сараларында ҡатнашып йөрөгән кеше, әлеге байрамға килһә лә, таяҡҡа ҡалған, хәлһеҙләнгән. Уға атап алып ҡайтҡан бүләкте алырға ла сәхнәгә ҡыҙын ғына ебәрҙе. Йәше лә өлкән инде, әлбиттә. Шулай ҙа ҡапыл бөгөлөп төшә тор­ғандарҙан түгел ине бит ул. Их, бала ҡайғыла­ры... Беҙ йәш саҡта эскесе мөһөрө һуғылған кеше ауылыбыҙҙа берәү генә ине. Төрмә һурпаһы татығаны шул Ғайсар ағай ғына булды. Хәҙер берәү-икәү генә түгелдәр шул инде, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Зыяратҡа иртәрәк киткән­дәрҙең дә күбеһенең ошо “ауырыу” арҡаһында ғүмере өҙөлгән.
Һуңғы йылдарҙа ситкә йөрөп эшләй, кеше ың­ғайына йәшәргә тейешлектәрен аңлай башла­ғанғамы, эскеселәр һаны кәмегән дә һымаҡ. Тик барҙар шул әле бер генә бирелгән сәскәләй ғүмерен, һаулығын шул ағыуға алмаштырыусылар. Һарышта ғына түгел, бөтә Рәсәйҙең иң ҙур бәләләренең береһенә әйләнде кемдең кем булыуына ла ҡарап тормай упҡынға этәргән эскелек сире.
Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдар урта­һында өлкән киленем менән Италияға турист булып барҙыҡ. Ун көн буйы кистәрен генә ҡу­наҡханала ҡунырға ҡайтып, ил буйлап сәйәхәттә йөрөнөк. Һоҡландырырлыҡ, уйландырырлыҡ күренештәр менән бер рәттән ғәжәпләндергән­дәре лә осраны. Шуларҙың береһе: һуғыш киноларында ғына күргән ташландыҡ ауылдарҙың күплеге.
Беҙ, яңы ғына юҡҡа сыҡҡан Совет ҡоролошо граждандары, бындай хәлде үҙебеҙҙә күрмәгәс, ниңә улай икәнен һорашып гидҡа мөрәжәғәт итәбеҙ. Ул бер ҙә иҫе китмәй генә: “Ауыл ху­жалығы хәҙер илгә табыш килтермәй, туризмдан файҙа күберәк. Шуға күрә аҙыҡ-түлекте ситтән һатып алып, туризмды нығыраҡ үҫтереү сараһын күрәбеҙ”, — тине.
Ошондай күренештең бик тиҙҙән үҙебеҙҙең илдә лә тәбиғи хәлгә әйләнәсәген ул саҡта күҙ алдына ла килтереүе мөмкин түгел ине. Ә Ита­лиялағы һымаҡ туризм бизнесы хаҡында хыяллана ла алмайбыҙ хәҙергә.
Әлеге шарттарҙа беҙҙә бәләкәй ауылдарҙы һаҡлап ҡалып булыр инеме икән?! Был һорауға яуап биреүе ҡыйын. Бер осор бәләкәй ауылдарҙы ҙурҙарына ҡушыу процесы башланып ҡуйҙы ла, йәмәғәтселек ҡаршы килгәнгәме, мөмкинлек етерлек булманымы, эшмәкәрлек оҙаҡламай туҡтатылды. Тик ул саҡта Совет заманы ине бит. Халыҡты бушлай фатир менән тәьмин итеү, юлдарға асфальт һалыу, тормош-көнкүрешен яйлау уның елкәһендә ине. Ҡулдан килгәнсә генә эшләп, бер ҡайғыһыҙ йәшәрлек колхоз-совхоздар бар ине. Хәҙер халыҡтың йәшәү рәүеше лә икенсе, рухи һәм матди талаптар һәр саҡта ла йәнәш ҡуйылмай, күбеһенсә ҡапма-ҡаршы көскә әүерелә. Заманға ярашлы, балалар бәләкәйҙән ылыҡтырылырға тейешле компьютер, Интернет дәрестәрен, ысынлап та, һәр бәләкәй ауылда етерлек кимәлдә алып та булмайҙыр. Күңелгә ятышлы эш юҡ, тип әйтеү ҙә дөрөҫлөккә тап килә. Йәй буйы баҡсаларында йәшелсә үҫтергәндәр ҙә уңышын һатып рәхәтен күрә алмай. Сөнки район үҙәктәрендә, ҡала эргәһе баҡсаларында ла үҫтерәләр уларҙы. Етмәһә, ҡышын-йәйен баҙар тулы ситтән кил­терелгән йәшелсә-емеш. Мал, ҡош-ҡорт аҫра­йым тиһәң, бесәне, еме кәрәк. Уларын сабып өйөп ҡуйыу, килтереү – машинаһыҙ, тракторһыҙ кешегә йырып сыҡҡыһыҙ проблемалар сылбыры. Ә техниканы ниндәй аҡсаға алаһың да, улар өсөн һушты алырлыҡ һалымды нисек түләйһең?! Көн дә таңдан тороп һыйыр һауып, йәй буйына бесән әҙерләп, аҡса эшләйем тиһәң, ике-өс ай әсемәҫлек итеп нәмәләр ҡушып яһал­ған магазин һөтөнән өс-дүрт тапҡырға арзаны­раҡҡа тапшырырға тура килә. Шунан инде асыуың килерме, юҡмы?!
Ябай халыҡ үҙгәртә аламы бындай тормош­то? Һәр хәлдә, яҡындағы тиҫтә йылдарҙа ғына юҡ. Унан һуң ни булырын, беҙҙе ниндәй үҙгәрештәр көтөрөн кем белә?!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872