Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кешеләрҙең күҙҙәренә ҡарап…
Кешеләрҙең күҙҙәренә ҡарап…
Сәнғәттең бер төрө булған, мәҙәниәттең айырып алғыһыҙ өлөшөн һәм нигеҙен тәшкил иткән әҙәбиәт туҡтауһыҙ үҙгәреш кисерә. Был уның йөкмәткеһендә лә, идея-тематик йүнәлешендә лә, хатта ниндәйҙер кимәлдә формаһында ла сағыла. Үҙгәреш тәбиғи, сөнки һүҙ сәнғәте йәмғиәттән һәм заманға ярашлы яңырыу кисергән рухи ҡиммәттәрҙән тыш йәшәй алмай. Ошонан сығып, әҙәбиәтте һәр замандың рухи-эстетик йылъяҙмаһы тип нарыҡларға булалыр. Уны тыуҙырыусы яҙыусы йәки шағир, әгәр ысын-ысындан уңышлы әҫәр ижад итергә теләһә, үҙ халҡының тормошо менән рухи биографияһын тәрәндән белергә тейеш. Тейеш кенә лә түгел, ә бурыслы.


Ошо хаҡта мәшһүр Мостай Кәримдең әйтеп ҡалдырғанын хәтерләйек:
… Аяҙҙа ла, йонсоу көндәрҙә лә
Ғүмер юлы тигән араны
Уҙған саҡта, йондоҙҙарҙай күреп,
Мин күҙҙәргә ҡарап барамын,
Кешеләрҙең шат, өмөтлө, моңһоу
Күҙҙәренә ҡарап барамын, –
Юлдарымда аҙашмаҫ өсөн,
Йырҙарымда алдашмаҫ өсөн.

Икенсе миҫал итеп Мостай Кәримдән бер быуат алда йәшәгән һәм ижад иткән бөйөк Аҡмулла феноменын килтерергә була. Ул да, тап ошо маҡсаттарҙан сығып, башҡорт, татар ауылдарынан тыш, ҡаҙаҡ далаларын, төркмән сүллектәрен гиҙгән­дер, моғайын. Шуға күрә Аҡмулла шиғриә­тенең шул саҡтағы төрки-мосолман донъя­һындағы рухи ҡиммәттәргә, шәреҡ фәлсәфәһенә, Ислам ҡанундарына нигеҙ­ләнеүе, ҡайһы бер әҫәрҙәрендә күтәрелгән проблемаларҙың һаман да көнүҙәк булып ҡалыуы һис осраҡлы түгел. Беҙ йыш ҡына “совет осоро” тип телгә алған XX быуатта ла башҡорт яҙыусылары хеҙмәтсән халыҡ менән тығыҙ аралашып йәшәне. Даими уҙғарылып торған әҙәбиәт һәм сәнғәт көн­дәре, китап уҡыусылар менән төрлө ки­мәл­дәге осрашыуҙар оло быуын ке­­ше­ләренең хәтерендә әле булһа һаҡ­лана. Республикалар бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә булды, туғандаш халыҡтарҙың ижадын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерҙе. Быға әҙәбиәттең йоғонтоло һәм бик көслө идеологик ҡорал икәнлеген яҡшы аңлаған партия менән хөкүмәттең эште тейешенсә ойоштороуы ла, коммунистик рухта тәрбиәләнгән әҙиптәрҙең үҙ иңендә оло яуаплылыҡ тойоуы ла булышлыҡ иткәндер.
Әлеге социаль-мәҙәни һәм сәйәси-иҡтисади үҙгәрештәр осоронда яҙыусылар алдына шул уҡ мәсьәлә килеп баҫа – донъяла, илдә барған глобаль һәм локаль процестар фонында халыҡтың тормошон өйрәнеү, уны борсоған проблемаларҙы йө­рәге аша үткәреп, лайыҡлы әҫәр тыу­ҙы­рыу. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, былтыр Башҡортостан әҙиптәренән бер төркөм республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарына сәфәр ҡылғайны. Унда яҙыусылар шартлы рәүештә “Урал аръяғы” тип йөрөтөлгән, ә ысынында иһә нәғеҙ Көньяҡ Урал төбәгендәге социаль-мәҙәни объекттар менән танышты, урындағы халыҡ­тың хәл-әхүәлен, кәйефен байҡаны, тә­биғәт ҡомартҡыларына сәйәхәт яһаны.
Быйыл Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы тарафынан ойошторолған әҙәби десант ана шул матур йоланың дауамы рәүешендә ҡабул ителде. Респуб­ликаның төньяҡ-көнбайыш райондарына сәфәргә сыҡҡан делегация составында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғ­ман Мусин, Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов, яҙыусы, делегация етәксеһе Ғәлим Хисамов, ғалим, яҙыусы һәм тәнҡитсе Рәиф Әмиров, ша­ғир­ҙар Фәниә Ғәбиҙуллина, Радик Хәкимйәнов, Әхмәҙин Әфтәх, Мөхәмәт Закиров, Рафаил Хафизов, Рәдиф Тимершин, Миҙхәт Әбделмәнов, Фәтих Сай­франов, драматург Әминә Яхина бар ине. Әйтеүҙәренсә, республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәгенә ошондай ҙур һәм абруйлы яҙыусылар төркөмөнөң килеүе беренсе тапҡыр икән. Үҙенә генә хас менталитеты, матди һәм рухи мәҙәниәте булған төбәк менән танышыу Мишкә районының Оло Шаҙы ауылынан башланып китте. Был ауыл үҙе генә башҡорт әҙәбиәтенә ике күренекле яҙыусы биргән: Али Карнай һәм арҙаҡлы драматург, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Флорид Бүләков. Ярайһы уҡ бай экспонатлы тыуған яҡты өйрәнеү музейында улар­ға ҙур ғына урын бирелгән, тейешле материалдар тупланған.
Юлды артабан дауам итеп, Ҡыйға­ҙы­тамаҡ ауылында туҡталабыҙ. Билдәле булыуынса, Шәйехзада Бабичтың атаһы Мөхәмәтзакир ошо ауылдан сыҡҡан. Ҡә­бе­ре лә Ҡыйғаҙытамаҡ зыяратында. Ауыл­дың күрке – Шәйехзада Бабичҡа ҡуйылған бюст. Ул ауылдаштарының, яҡташта­ры­ның бөйөк шағирға ҡарата хөрмәтен, ғорурлығын һынландырып торғандай. Ғөмүмән, Мишкәлә мәҙәниәткә һәм спортҡа ҙур иғтибар бирелә. Быны район үҙәгендәге этнографик музейҙы ҡара­ғанда, китапхана менән танышҡанда, паралимпия комплексын тамаша ҡылғанда көслө тойҙоҡ. Дөйөм алғанда, делегация­ның маршруты беҙ буласаҡ райондарҙың социаль-мәҙәни объекттарын күҙ уңында тотоп төҙөлгәйне: беренсенән, Мәҙәниәт йылы бара, икенсенән, әлеге төҙөлөш өлгөләре урындарҙағы халыҡтың мәҙә­ниәткә ҡарашын сағылдыра.
Артабан юлыбыҙ башҡорт әҙәбиәтенә Ғаян Лоҡмановты, Мөхәмәт Закировты, Рәйес Риянды бүләк иткән Ҡариҙелгә ине. Бында беҙ Байҡы ауылында урынлашҡан иҫ киткес бай тыуған яҡты өйрәнеү музейын ҡараныҡ, райондың үҙәк китапханаһы менән таныштыҡ. Унан һуң юлыбыҙ күрше Асҡында дауам итте. Сәфәребеҙҙең тәүге көнөндә район китапханаһында “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Төбәктең ҡәләм тир­бәтеүселәре менән осрашыуҙа һүҙ баш­ҡорт әҙәбиәтенең бөгөнгөһө, уның проб­ле­малары тураһында барҙы. Сәфә­ребеҙҙең икенсе көнө Тәтешле менән Балтас райондарында үтте. Уларҙың тәүгеһе – башҡорт әҙәбиәтенә Ғәли Соҡорой, Әнғәм Атнабаев, Кәрим Әмири, Ғари­фулла Кейеков, Ләйсән Кәшфиева, Финат Шакирйәнов, Ҡәһим Әүхәтов кеүек арҙаҡ­лы әҙиптәрҙе биргән төбәк. Бында шулай уҡ күренекле эстрада йондоҙҙары Салауат Фәтхетдинов менән Хәниә Фәрхи тыуып үҫкән. Халҡының 60 проценттан ашыуын төньяҡ-көнбайыш диалектта һөйләшкән башҡорттар тәшкил иткән бәрәкәтле Тәтешле ерендә бай һәм йөкмәткеле программа ҡаралғайны. Ләкин ваҡыттың бик тар булыуы сәбәпле, Үрге Тәтешлеләге тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында, Күрҙем ауылында Башҡор­тостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев музейында булып, ете болаҡтан торған Хәҙрәт шишмәләренең изге һыуын тәмләп кенә өлгөрҙөк. Балтаста беҙҙе район хакимиәте башлығы Рәфил Ғәлләмов ҡабул итте. Ул төбәктең тарихы хаҡында һөйләне, бөгөнгө уңыштары, проблемалары тураһында бәйән итте. Һуңынан Балтас районының ижад дәртендә янып йәшәгән әҙәбиәтселәре менән осрашыу булды. Унда ла һүҙ асылда бөгөнгө еңел булмаған заманда китап баҫтырыу, йәштәрҙе ижадҡа ылыҡтырыу кеүек көнүҙәк мәсьәләләр тураһында барҙы.
Балтас – Зыя Өммәти, Рәиф Әмиров, Фәтих Сайфран, Гөлнара Шәймөхәмәтова кеүек ғалим һәм яҙыусыларҙың тыуған төйәге. Шулай уҡ бында әлегә Баш­ҡор­тостан Яҙыусылар союзы ағзаһы булып өлгөрмәгән Ә. Усманов, Ә. Харисов, А. Хәйретдинова, Ф. Латиповалар әҙәби ижад менән әүҙем шөғөлләнә. Бынан тыш, 1755 йылдағы башҡорт ихтилалы етәксеһе һәм мәшһүр дин әһеле Батыршаның тыуған төйәге лә ул Балтас. Башҡортостан тарихында ҙур эҙ ҡалдырған легендар шәхескә арналған музейҙы ҡарау, ҡа­һар­ман тыуып үҫкән Ҡарыш ауылына сәйәхәт ҡылыу, ул эскән изге шишмә һыуын татып ҡарау делегация ағзаларының күңелендә, моғайын, оҙаҡ һаҡланыр, яңы әҫәрҙәр ижад итергә илһамландырыр.Әйткәндәй, барлығы 80 ауылдан торған Балтас районында 59 мәсет бар. Быны беҙ, берен­сенән, Батырша рухына тоғролоҡ, икен­се­нән, ата-бабабыҙ мираҫ итеп ҡалдырған ғөрөф-ғәҙәт аша халыҡты иман юлына баҫтырыу тип ҡабул иттек. Һәр хәлдә, Балтаста өлгө алырлыҡ күре­нештәр байтаҡ.
Сәфәребеҙҙең һуңғы көнө. Алда – “Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡаһы” тип нарыҡланған Яңауыл районы. Был төбәк – башҡорт һәм татар әҙәбиәттәренә хәтһеҙ исемдәр өҫтәгән бәрәкәтле һәм ырыҫлы яҡ. Бына улар: Нил менән Илдар Юзеевтар, Ғәйнан Әмири, Риза Ишморат, Нурихан Фәттәх, Кәүсәриә Ша­фиҡова, Нәжибә Сафина, Фәрит Суфияров, Рәдиф Тимершин. Яңауылда әҙәбиәткә һәм яҙыусыларға элек-электән айырым иғтибар йәшәп килде. Ошоно күҙ уңында тотоп, райондың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән танышҡандан һуң үҙәк китапханаға ашыҡтыҡ. Унда беҙҙе төбәктең ҡәләм тирбәтеүселәре менән әҙәбиәт, сәнғәт һөйөүселәр көтә ине. Иҫ киткес ихлас һәм йылы шарттарҙа үткән осрашыуҙа Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин үҙенең әҙә­биәткә, мәҙәниәткә ҡағылышлы борсоулы уйҙары менән уртаҡлашты, Баш­ҡор­тостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов, әҙиптәр Фәниә Ғәбиҙуллина, Рәдиф Тимершин, Радик Хәкимйәнов яңы шиғыр­ҙарын, юмористик әҫәрҙәрен уҡыны.
Бына – сәйәхәтебеҙҙең һуңғы нөктәһе булған Борай районы. Был төбәкте лә мәҙәни йолаларға бай ер тип беләбеҙ. Унда шағирҙар Мөслим Марат, Файыҡ Мөхәмәтйәнов, Марсель Сәлимов, Рафиға Усманова, Нәфисә Хәбибдийәрова һәм башҡалар тыуып үҫкән. Шулай уҡ ком­по­зиторҙар Солтан Ғәбәши, Вәсил Хәбис­ламов та Борайҙан. Сәфәребеҙҙең һуңғы боролошонда ла беҙҙе бик ҡәҙерләп ҡаршы алдылар, төрлө мәҙәни сараларҙы үҙ эсенә алған бай программа тәҡдим иттеләр. Тик, әлеге лә баяғы, ваҡыттың сикле булыуы сәбәпле, райондың мәҙә­ниәт комплексында ойошторолған һынлы сәнғәт өлгөләрен генә тамаша ҡылып өлгөрҙөк. Төрлө өлкәләрҙән килеп, Борай­ҙа һүрәт төшөрөү менән шөғөлләнгән рәссамдарҙың ижад емештәре районда асылырға тейешле картиналар галерея­һына мая буласаҡ икән. Әҙәбиәткә һәм сәнғәткә ошондай ыңғай ҡараш булғанда, башланған эштең уңышлы тамамлана­сағына шик юҡ.
Делегациябыҙҙың ҡайтып китер алдынан Аҡҡош күленә сәйәхәт ҡылғаны хаҡында яҙмаһам, күңелгә көҙөк булыр кеүек. Ул әҙиптәрҙең төньяҡ-көнбайыш райондарыбыҙға сәфәренең аҡҡош йыры булды тиһәм, яңылышмамдыр. Төбө үтә­нән-үтә күренеп ятҡан саф һыулы был күл аҡҡош тоғролоғона бәйле риүәйәтте үҙендә һаҡлай. Хозур ерҙә урынлашҡан тәбиғәт ҡомартҡыһынан кеше өҙөлмәй. Бигерәк тә никахҡа ингән йәштәрҙең яратҡан урыны ул: һәр пар күлде уратып алған тимер рәшәткәгә кескәй йоҙаҡ элә, уның асҡысын ғүмер буйы үҙҙәрендә һаҡлай.
Дөйөм алғанда, яҙыусылар делегация­һының төньяҡ-көнбайыш райондарға сәйәхәте бик эшлекле шарттарҙа үтте. Беҙҙе иң ҡыуандырғаны шул: халҡы­быҙ­ҙың йәшәүгә ынтылышын, рухи сәләмәт­леген күрҙек. Тирә-яҡта төрлө сетерекле ваҡиғалар барғанда, айырым кешеләр генә түгел, тотош дәүләттәр иҡтисади ҡыйынлыҡтар кисергәндә, был бик мөһим. Халыҡтың “Көн яманы бөтөр, әҙәм яманы бөтмәҫ” тигән мәҡәлен бер аҙ үҙгәртеп әйткәндә, матди көрсөк үтер, рухи көрсөк үтмәҫ. Беҙ инандыҡ: республикабыҙҙың мәҡәләлә һүҙ барған төбәгендә әҙәбиәт менән сәнғәткә ошондай ҡәҙер-хөрмәт күрһәтелгән саҡта, Ислам нуры көндән-көн сағыуыраҡ балҡығанда, унда рухи көрсөк булмаясаҡ.
Беҙ был сәфәрҙән күңелдәребеҙ байып, ижади дәрткә тулышып ҡайттыҡ. Хистәрҙе бер мәҡәләгә һыйҙырыуы мөмкин түгел. Тәьҫораттар араһында беҙҙе юғары кимәлдә ҡаршы алып, сәйәхәтебеҙҙең бай йөкмәткеле булыуы өсөн бар тырышлығын һалған Мишкә, Ҡариҙел, Асҡын, Тәтешле, Балтас, Яңауыл, Борай райондарының хакимиәт башлыҡтарына, уларҙың социаль мәсьәләләр буйынса урынба­ҫар­ҙа­ры­на, мәҙәниәт бүлеге етәкселәренә, ки­тап­ханасыларға, урындағы яҙыусыларға рәхмәт тойғолары ла бар. Ерҙә бер сәйәхәт тә эҙһеҙ үтмәй. Бигерәк тә күңел күҙе үткер булған яҙыусылар өсөн. Өс көн эсендә беҙ республикабыҙҙың төньяҡ райондарындағы гүзәл тәбиғәтте, уның ихлас күңелле, ҡунаҡсыл халҡын яратып өлгөрҙөк. Уларға булған эскерһеҙ һөйөүгә тоғролоҡ билдәһе итеп, күңел йоҙаҡ­тары­быҙҙы Аҡҡош күлендәге теге рәшәткәгә элеп киттек. Ә асҡыстарын ғүмер буйына һаҡлар өсөн үҙебеҙ менән алдыҡ. Бер-беребеҙгә һәм халҡыбыҙҙың рухиәтенә мәңге тоғро ҡалһаҡ ине.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872