Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тәҡдимдәр нигеҙле. Тик уларҙы ҡабул итерҙәрме?
Гәзиткә алдан хәбәр ителеүенсә, 14 августа Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәте ултырышын үткәрҙе. Унда санкциялар һөҙөмтәһендә иғтибарҙан бер аҙ ситтә ҡалған, халыҡты ныҡ борсоған һорау – эш хаҡының кимәле һәм уның менән бәйле проблемалар — ҡаралды.


Республика буйынса уртаса хеҙмәт хаҡы 23,5 мең һум тәшкил итә. Уның үҫеш кимәле буйынса Волга буйы федераль округында Башҡортостан күрше Татарстандан, Пермь, Һамар һәм Түбәнге Новгород өлкәләренән артта бара. Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың тулайым продукт етештереү буйынса Рәсәй төбәктәре араһында беренсе тиҫтәлә булыуына ҡарамаҫтан, эш хаҡы буйынса ошондай һөҙөмтә күрһәтеүен билдәләп, сәнәғәт, төҙөлөш һәм сауҙа тармаҡтары етәкселәренән хеҙмәткә түләүҙе лайыҡлы кимәлгә еткереүҙе талап итте. Эш хаҡының түбән булыуын республикабыҙ халҡының күпселеге ауыл ерендә йәшәүе менән генә аңлатыу дөрөҫлөккә тап килеп етмәй. Әйтәйек, был күрһәткес беҙҙекенән дә юғары булған Краснодар крайында һәм Ростов өлкәһендә эш хаҡы ла ҙурыраҡ.
Шуныһы ҡыҙыҡ: беҙҙә эш хаҡын арттырыуҙы власть талап итһә, Көн­байышта тәү сиратта олигархтар бының иҡтисади үҫеш өсөн файҙалы икәнлеген аңлай. Яңыраҡ АҠШ миллиардеры Ник Хэнауэр ошо турала белдерҙе. Дә­лилдәрен бирәйек, сөнки улар беҙҙең Рәсәй иҡтисадына ла ҡағыла. Тик беҙҙә күрһәткестәр Көнбайыш дәүләттәренән күпкә ҡайтыш. Уртаса сәғәтлек хеҙмәт хаҡы АҠШ-ҡа ҡарағанда — 10, Германиянан 14 тапҡырға кәмерәк. Беҙҙә етеш­терелгән тулайым продукт уртаса 2-3,5 тапҡырға аҙыраҡ эш хаҡы формаһында ҡайтарып бирелә. Ул ғына ла түгел, ҡайһы бер либералдар уны кәметеү тураһында һүҙ ҡуйырта. В. Путиндың “инаугурация указдары”н төрлө һылтау табып үтәмәҫкә тырышҡандарына ба­рыбыҙ ҙа шаһит. Беҙҙә, йәнәһе, хеҙмәт етештереүсәнлеге түбәнерәк.
Алда телгә алынған мөрәжәғәтендә Ник Хэнауэр үҙенең бик хәлле кеше икәнлеге хаҡында әйтеп үтә. Уны Көнбайышта һуңғы йылдарҙа күҙәтелгән күренеш — байҙар менән ябай халыҡтың йәшәү кимәлендәге айырманың артыуы — бик борсой. Миллиардерҙың феке­ренсә, был Көнбайыш дәүләттәренә революция менәй янай. “Тигеҙһеҙлектең “һәнәк”тәр менән тамамланырына шик юҡ”, — ти Ник Хэнауэр. – Барыбыҙ ҙа шәхси самолетыбыҙҙа Яңы Зеландияға ҡасып ҡотола алмаясаҡбыҙ”.
Ул конвейерҙы уйлап сығарған Генри Фордтың ХХ быуат башында үҙ заводтарында эш хаҡын арттырғанын хәтергә төшөрә. “Аҡсалы ябай эшсе яңы сыҡҡан автомобилдәрҙе һатып аласаҡ һәм минең эшҡыуарлыҡты йәнләндерәсәк” тигән принцип ята был башланғыста.
“Хеҙмәт хаҡын ҡулайлаштырыу сәйә­сәте клиент базамды ҡыҫҡарта”, — ти Ник Хэнауэр. Эш урындарын байҙар булдыра, тигән фекер дөрөҫ түгел, уларҙы аҡсалы һатып алыусылар тыуҙыра. Тауар күберәк үткән һайын, иҡтисади үҫеш йылдамыраҡ барасаҡ. Яҡшы продукция алыу өсөн бер йүнселдең дә насар, сифатһыҙ, осһоҙ сеймал ҡулланмағаны һәр кемгә аңлашыла, әммә эшсегә түбән хаҡ түләүҙең хөрт етештереүсәнлеккә тиң икәнлеген күрмәйҙәр. Ник Хэнауэр быны хуплаған миҫалдар ҙа килтерә. Мәҫәлән, Сиэтл ҡалаһында 2013 йылда минималь эш хаҡын 9,32-нән 15 долларға тиклем арттыралар. Тәүҙә быға ҡаршы сыҡҡан йүнселдәр күп була. Нисек инде эш хаҡын уртаса 30 процентҡа арттырырға мөмкин? Продукцияның үҙҡиммәте күтәреләсәк, бизнес ябыласаҡ, эшһеҙлек артасаҡ тип уйлағандар күпселекте тәшкил итә. Әммә бер йыл эсендә Сиэтл Американың иң тиҙ үҫешкән ҡалаһына әүерелә. Шунлыҡтан капиталистарҙы күберәк хеҙмәт хаҡы түләргә мәжбүр итергә тейешбеҙ, ти Ник Хэнауэр. Был иҡтисади яҡтан бик отошло. Эш хаҡы ни тиклем юғары булһа, социаль проблемалар шул тиклем үк кәмейәсәк, медицина, юғары белем өсөн һәр кем үҙе түләй аласаҡ. Был тармаҡтарға дәүләт ярҙамы кәрәкмәйәсәк.
Ник Хэнауэрҙың был тәҡдимдәре ышаныслы яңғырай. Әммә уларҙың бойомға ашыуына бик шикләнәм. Минеңсә, Генри Фордты ҡабатларға тырышыу капитализм шарттарында хыял ғына булып ҡаласаҡ. Идеяларҙы бөтә эшҡыуарҙар ҙа аңлармы һәм хуплармы? Шәхси ҡомһоҙлоҡ арҡаһында күптәр предприятиеларында эш хаҡын арттырыуға юл ҡуйырмы? Был һорауҙарға яуап әлегә билдәһеҙ ҡала.



Автор: Илдар ҒӘБИТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә