Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ғәйепһеҙ ғәйепләнеүселәр”
“Ғәйепһеҙ ғәйепләнеүселәр”
төркмәндәрҙең аһ-зарын ишетеүсе табылырмы?
Ярҙам һорап яҙмаған, дөрөҫлөк даулап бармаған урыны ҡалмаған уларҙың. Ахыр, һуңғы өмөт бағлап, “Башҡортостан” гәзитенә хат яҙырға мәжбүр булғандар. Исмаһам, һайлау алдынан, кем белә, бәлки, уларҙың аһ-зарын ишетеүсе табылыр.

Ҡасандыр етәкселәрҙең һүҙенә ышанып, уларҙың бурысын ҡаплап, бөгөн “ыштанһыҙ” ҡалған бер төркөм кеше артабан ни эшләргә белмәй баш вата. Ҡатмарлы хәлде ентекләберәк өйрә­неү ниәтендә Баймаҡ районының Төркмән ауылына юлландым. Таяҡтың иң ауыр башын үҙ елкәһендә татыған Сания һәм Рамаҙан Һөйәрғоловтар менән танышам. Ул ваҡытта Сания Нух ҡыҙы колхозда баш экономист булып эшләгән. Рамаҙан Кәрим улына иһә уның ире булғаны өсөн генә зыян күрергә тура килә. Ҡасандыр төрлө банктарҙан үҙ иҫәбенә кредит алып, аҡсаларын “Ирәндек” агрофирмаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә тапшырғандар ҙа әле шуларҙы “рәхәтләнеп” түләп ятҡан көндәре.
Заманында шаулап торған “Ирәндек” совхозы төрлө сәбәп арҡаһында тәүҙә “Ирәндек тоҡомсолоҡ заводы”, “Ирән­дек” ауыл хужалығы кооперативы, артабан агрофирма, “Новатор” хужалығы тип үҙгәртелеп, аҙаҡ бөтөнләй юҡҡа сыға. Әммә банкрот тип иғлан ителһә лә, бурыстар бер ҙә кәмемәй, киреһенсә, арта ғына бара. Бурысты алыусыһы түләмәй, ә уларҙы мәжбүр итеп түләтәләр, йәғни эштән сыға­рабыҙ, тип ҡурҡыталар.
Ул ваҡыттағы “Ирәндек” агрофирма­һы етәксеһенең башында хужалыҡты һаҡлап ҡалыу ниәтендәме, әллә башҡа сәбәп буйынсамы, уныһы билдәһеҙ, әммә ғәжәп бер уй тыуа. Тәүәккәлләп, хатта үҙенең ҡулы аҫтындағыларҙы ҡурҡытып тигәндәй, коммерция банктарынан юридик шәхес булараҡ, агро­фирмаға кредит юллай. 2007 йылда «Социнвестбанк”тың Сибай филиалынан — 2 200 000 һум, ошо уҡ банктан декабрь айында йәнә 600 000 мең һум аҡса алына. Һорау тыуа: бер нисә ай арауығында банк бер үк юридик шәхескә ике тапҡыр кредит бирә аламы?
Түләүҙәрҙе гарантиялаған пору­чител­дәр итеп агрофирманың баш белгестәре билдәләнә. Бынан тыш, кредиттың хаҡына торошло аманат (залог) рәүешендә мең баш тирәһе һыйыр малы, ике йөҙләп баш йылҡы, “КамАЗ- 55102” машинаһы, “Шевроле-Нива” автомобиле иҫәпкә алына.
2008 йылдың октябренә тиклем кредит ай һайын ҡапланыла. Йыл да ҡа­бат­ланып торған ҡоролоҡ һө­ҙө­мтә­һендә­лерме, яғыулыҡ-майлау материалдарына хаҡтың кинәт кү­тә­релеүе сәбәпселерме, артабан банкка бу­рыстарҙы түләү ҡатмарлаша.
Рамаҙан Һөйәрғолов әйтеүенсә, етәк­сенең ҡушыуы буйынса кредит алырға һәр кем паспортын ғына алып барырға тейеш була. Хатта Баймаҡҡа тиклем еңел машиналар әҙерләп ҡуйыла. Шуныһы ғәжәпләндерә: пору­чителдәрҙең барыһының да эш хаҡы икеләтә-өсләтә арттырып яҙыла. Был алдан уҡ үҙ-ара килешеп эшләнелә. Йәнә бер һорау тыуа: ҡырын эштең башында банкта эшләүселәрҙең дә туранан-тура ҡыҫылышы булманымы икән? Нисек кенә тимә, ҡул ҡулды йыуған, артабан битте һыйпаған.
Имзаларын ҡуйырға икеләнгәндәрҙе эштән бушатабыҙ тип ҡурҡытҡандар. Хужаны тыңлап өйрәнгән халыҡ ни ҡылһын: ҡуйған имзаһын, һөҙөмтәлә үҙенә ғүмерлеккә бурыс түләргә мөһөр ҙә һалған.
Агрофирма кредиттарҙы түләй алмай башлағас, банк поручителдәрҙе судҡа бирә. Директор хатта суд ултырышына эшселәрен ебәрмәй, уларға килгән хаттарҙы ла тапшырырға ҡуш­май. Иң ҡыҙғанысы шул: бөгөн кемдәрҙер бурысты түләй, ә бәғзеләр — юҡ. Мәҫәлән, хаҡлы ялға сығыу менән Сания Нух ҡыҙының ай һайын аҙ ғына пенсияһының ҡап яртыһын тотоп ҡалһалар, бер аяғын һәм ҡулын фалиж һуҡҡан, икенсе группа инвалиды Рамаҙан Кәрим улының пенсияһынан да “өлөш” тотола. Аҡсаһы дарыуға ла етмәгән, йортта бер аяғын шылдырып, икенсеһен саҡ һөйрәп йөрөгән, ҡатынына һүҙ теймәһен тип кенә шул мәкерҙең ҡармағына ҡапҡан был ирҙең ни ғәйебе бар?
Исмаһам, миллионлаған кредиттың бер мең һумын булһа ла үҙ файҙаһына тотоноп, шуны “ҡоҫторһалар” ҙа риза булыр ине бисаралар. Юҡ шул — шуныһы бигерәк аяныс. Ҡайҙа бында ғәҙеллек?! Хәйер, дөрөҫлөк эҙләп, ғәҙеллек тантана итер тип улар аҙ йөрөмәгән, әммә, беҙҙең илдәге ҡанундарҙың зыян күреүсене түгел, ә икенселәрҙе яҡлауы был юлы ла үҙ ролен уйнамай ҡалмаған. Ябай ауыл кешеһе берәйһенең тауығын урлаһа, уны күҙ ҙә йоммай биш-алты йылға ултыртып та ҡуялар. Бәғзе “хужа”лар иһә миллиондарса һум аҡсаны үҙ кеҫәһенә һалһа ла, һыуҙан ҡоро сыға. Көн һайын коррупция хаҡында юғары урындарҙа һүҙ һөйләйҙәр. Шул уҡ ваҡытта, балыҡ башынан серей тигәндәй, уның тап етәкселәрҙән башланыуына әле булһа күҙ йомабыҙ.
Дөрөҫ, быға оҡшаш күңелһеҙ хәлдәр республиканың күп хужалыҡтарында булған. Әммә уларҙың күбеһе кредиттарын ябай халыҡ елкәһенә һалып ҡуймаған, ниндәйҙер юлын тапҡан. Мәҫәлән, күптән түгел ошо мәсьәлә буйынса “Телеүҙәк” тапшырыуына төрк-мәндәр ҙә, Йылайыр районының “Юлдыбай” совхозы вәкилдәре лә саҡырылғайны. Йылайыр районы ха­кимиәтенән килгән вәкил аныҡ рәүештә, ҡасандыр совхоз тарафынан алынған кредитты хакимиәт тиҙҙән ҡаплау сараһын табасаҡ, тип белдерҙе.
Яңғыҙ донъя көткән Миңъямал Рафиҡова ла хаҡлы ялға сығыу менән, пенсияһының бер өлөшө бурысты ҡаплатыу өсөн тотола башлай. “Ярай әле балалар ярҙам итә, юғиһә нисек йәшәмәк кәрәк? Пенсияның яртыһы тотола, башҡаһы — төрлө түләүҙәргә китә”, – тип әрней ул. Хатта әлеге көндә Сибайҙа ике ҡатлы йортта йәшәгән, сит ил машинаһында елдергән элекке совхоз директоры янына бер нисә тапҡыр барып та китә, әммә ыңғай үҙгәреш һаман юҡ.
Ул саҡта Төркмән мәктәбендә яңы ғына эш башлаған Әминә Ишмәтова-Байтимерованы ла, уҡытыусылар араһынан бер поручитель кәрәк, тип мәжбүр итәләр. Бер көн эсендә биш-алты машинаға тейәлеп, банкка имзаларын ҡуйҙырырға алып барһалар ҙа, уға кире ҡайтырға машинала урын да булмай сыға. Ғәйепһеҙгә ғәйепле булған Әминә Ишмәтова ла. Кейәүгә сыҡҡас, мәктәптәрҙә ҡулайлаштырыу башланып, ул эшһеҙ ҡала. Балалар баҡсаһында урын булғас, шунда урынлаша йәш әсә. “Золом ҡорбандары” кеүек банк хеҙмәткәрҙәре тарафынан эҙәрлекләнгән йәш әсәне бында ла тиҙ табалар һәм эш хаҡының 50 процентын тотоп алып ҡала башлайҙар. Балалар баҡсаһында артабан эшләү өсөн юғары белем талап ителгәс (хәҙер уныһы ла түләүле), Әминә Ишмәтованың артабан уҡырға инергә теләге булһа ла, аҡсаһы етмәй. Шуның арҡаһында юғары белем дә ала алмай, өҫтәүенә эшһеҙ ҡала. Ә бит артабан йәшәргә, балалар үҫтерергә кәрәк. Шуныһы аяныслы: уларға хәҙер бер банк та кредит бирмәй, йәштәргә тәғәйенләнгән тор­лаҡ программаларында ла ҡатнаша алмайҙар.
Зыян күреүселәр менән шәхсән һөйләшкәс, шул асыҡланды: 26 по­ручителдең кемеһенәндер бурысты ҡаплатыу өсөн аҡса тотола, икенсе­ләренән – юҡ. Ни өсөнмө? Беренсенән, совхоз тарҡатылғас, күптәр эшһеҙ ҡала, йәғни уларҙың килеме юҡ. Шуға күрә хаҡлы ялға сыҡҡандарҙан, табышын аңдып торған һунарсылай, банк кредит әжерен тота ла башлай. Икенселәре, йәғни “башлыраҡтары”, тиҙ арала шәхси эшен асып, уны икенсе кеше исеменә яҙҙырып, һин дә мин йәшәп ята. Бүре лә туҡ, һарыҡ та теүәл тигәндәй. Шуныһы ғәжәп­лән­дерә: үҙҙәренең сослоғо арҡаһындамы, әллә ярҙам итеүселәре табылғанмы, һәр хәлдә, дөйөм исемлектә торған өсәүҙең бурысы агрофирма тарафынан ҡап­ланған.
Ни өсөн шунса малды, техниканы аманатҡа һалып та агрофирма бурысын ҡаплай алмай һуң? Сәбәп, мо-ғайын, шундалыр: ул дәүерҙәге район түрәләре мал-тыуарҙы маҡсатһыҙ тотонмаҫҡа ҡуша. Ҡоролоҡтан зыян күргән сәсеүлектәр өсөн республиканан етерлек күләмдә субсидия бүленә, бурысты шуның иҫәбенә лә ҡаплау мөмкинлеге була. Тик уныһынан да елдәр иҫә. “Ирәндек”те ҡотҡарыу (бәлки, тарҡатыу) маҡсатында хужа­лыҡҡа Волга буйы агросәнәғәт ком­панияһынан инвестор булып “Новатор” йәмғиәте килә. Ләкин уның финанс директоры агрофирманың бурыстарын ҡаплау өсөн тәғәйенләнгән аҡсаларҙы ла ситкә “осора”.
Кредитҡа бәйле сетерекле хәлдең аҙағы бөтөнләй күренмәй. Уға кем нөктә ҡуйыр – әлегә билдәһеҙ. Әлбиттә, кемдер бында ҡултамғаһын ҡуйырға риза булған ябай халыҡтың үҙен ғәйепләр. Әммә түрәгә ҡаршы һүҙ әйтә белмәү, хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡлай алмауыбыҙ ҙа үҙ ролен уйнағандыр, күрәһең. Тик шуныһын онотмайыҡ: һәр кемгә лә эше ҡәҙерле, сөнки ул — берҙән-бер табыш сығанағы. Шуға күрә, беҙҙеңсә, бында ябай халыҡты ғәйепләү урынһыҙ булыр ине.
Бөгөн иһә финанс һаҙлығына батҡан ғаиләләргә нисек тә ярҙам итеү сараларын табырға кәрәк. Һис юғында уларҙың аһ-зарын юғары урындарҙа ултырған етәкселәр ишетһен ине. Ил төкөрһә, күл була, ти халыҡ мәҡәле лә. Ана бит, нисәмә йыл буйы алданған өлөшсөләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы — юлын таптылар, һөҙөмтәлә күптәр торлаҡлы булды. Кредитта “янған” халыҡ улар хәлендә түгелме ни?! Төркмән халҡының барлыҡ истанцияларға, хатта хоҡуҡ һаҡлау органдарына ла ғәҙеллек талап итеп яҙған үтенестәрен футбол тубы кеүек бер ерҙән икенсе урынға ебәреү бер кемде лә биҙәмәй.
Ә бит зыян күргәндәрҙең теләге бер генә — аҡсаны кем тотонған, бурысты шунан ҡаплатыу һәм үҙҙәре түләгән сумманы кире ҡайтарыуҙарын талап итеү. Уларға ла йәшәргә кәрәк, кемдер аҡ икмәккә ҡыҙыл, ҡара ыуылдырыҡ яғып ашағанда, ни өсөн ҡайһы берәүҙәр, ҡара сәй һемереп, ҡатҡан икмәк кимереп ултырырға тейеш әле?..




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872