Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡыҙарып еләк бешкән айҙа
Ҡыҙарып еләк бешкән айҙа
Йәй – ҡыҙарып еләк бешкән, бесән өлгөргән иң матур һәм шул уҡ ваҡытта мәшәҡәтле лә осор. Йәйге көн йылды туйҙыра тигәндәй, ауыл халҡы ең һыҙғанып эшкә егелә. Аҙаҡ ҡыш буйы хуш еҫле ҡайнатма менән сәй эсеүе үҙе ни тора! Эштең ҡыҙған мәле булыуына ҡарамаҫтан, тоғро уҡыусыларыбыҙ яратҡан баҫмаһын онотмай, әленән-әле матур йөкмәткеле хаттары менән ҡыуандыра.


Сайтҡа килгәндә, Фәрзәнә Аҡбулатованың яҙыусы һәм журналист Рәсүл Сәғитов тураһындағы мәҡәләһе (“Ижад йылғаһының инеше лә мөһим”) баштан алып “Популяр яҙмалар” исемлегенең иң түренә “менеп ул­тырҙы” ла алдынғылыҡты бирмәне. Гәзиттең электрон версияһын уҡыусылар байтаҡ фекерен, ә дө­­рө­ҫөрәге, юбилярға теләген, уның менән һоҡла­ныуын белдерҙе.
Учалы районынан Шәүрә Әхмәҙиеваның “Эҙәрмән” ниндәй эҙемтә бирер?” тигән яҙмаһындағы борсоулы уйланыуҙары ла битараф ҡалдырманы, Көнһылыу исемле уҡыусы түбәндәге фекерен еткерҙе: “Бик ва­ҡытлы мәҡәлә! Ниңә беҙҙең халыҡ шарҙыуанға әй­ләнде лә ҡуйҙы? Сабып йөрөп, изге урындарҙы ла сүп­леккә әйләндерә. Ә бит ваҡытында ундай ерҙәргә халыҡ бисмиллаһын әйтеп, рөхсәт һорап, билдәле бер мәлдә генә аяҡ баҫҡан. Һәр кеме лә түгел бит әле! Ниңә бөтә нәмәне тапандыға әйләндерәбеҙ ул? Республика милли парк һымаҡ булырға тейеш”.
Илдар Ғәбитовтың “Һалым арта, ә юл сифаты яҡшырамы?”, “Бурысҡа батырған “йомартлыҡ” исемле һәм башҡа иҡтисади темаға арналған мәҡәләләре гәзит уҡыусыла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Хеҙмәттәш­тәре­беҙ Рәлис Ураҙғолов (“Ерҙең йәме иген менән...”), Даян Мәжитов (“Тарауыл ҡарт ғорурланыр ине”), Лилиә Нуретдинова (“Һеҙҙең батырығыҙ – Салауат Юлаев!”, әйткәндәй, был мәҡәлә әлеге айҙа рекордсы булды – уны 400-ҙән ашыу тапҡыр уҡығандар) һәм Кәримә Усманованың (“Хеҙмәттәшлеккә ышаныслы аҙым”) яҙмалары бик уҡымлы булды.
Яңыраҡ редакцияла практика үткән әүҙем, үҙен­сә­лекле фекерле йәш ҡыҙҙар – Гөлназ Хәсәнованың “Әсәйле әсәйһеҙҙәр”, Динара Кәримованың “Килә шофер, елә шофер...” исемле мәҡәләләре гәзиткә яңы һулыш өрөп, уның йөкмәткеһен тағы ла байытып ебәрҙе. Быны Интернет ҡулланыусылар ҙа тойған­дыр, яҙмаларҙы байтаҡ кеше уҡыған.
Әҙәбиәт донъяһының ижад емештәре лә “Башҡор­тостан” дуҫтарын был айҙа йәнә ҡыуандырҙы. Айгиз Баймөхәмәтовтың – “Үкенес”, Венер Исхаҡовтың “Дуҫ­тар” исемле әҫәрҙәрен яратып уҡынылар. Зилара исемле уҡыусы Айгиздең хикәйәһенә ҡарата түбән­дәге фекерен яҙған: “Уҡыным. Ныҡ тәьҫир итте, уй­ландырҙы. Ҡырын эш ҡасан да булһа барыбер асы­ла­саҡ бит ул. Уны ҡылған кеше лә ғәфү үтен­мәйенсә тыныслыҡ тапмаясаҡ. Тағы ла бер ҡат шуға инандым”. Шулай уҡ Зәки Әлибаевтың ҡәләм­дәшебеҙ, йәш шағир Рәшит Зәйнуллиндың ижады тураһындағы “Һүҙ ҡөҙрәтен тойоп” мәҡәләһе уҡыу­сылар зауығына тап килгәндер, ай дауамында ул иң уҡымлы яҙмалар исемлегендә беренселәр сафында булды.
Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙ ҙә гәзиттең сайтына (bash.bashgazet.ru) инеп, теге йәки был мәҡәләгә ҡарата үҙ фекерегеҙҙе белдерә, әңгәмәлә ҡатнаша алаһығыҙ. Заманыбыҙҙың ижтимағи-сәйәси тормошона битараф булмаған, ҡыйыу фекер йөрөткән, әүҙем уҡыусылар, баҫманың электрон майҙаны – һеҙҙең өсөн!
Әйткәндәй, гәзит битендә донъя күргән иң шәп мә­ҡәләләрҙе хәҙер рус телендә лә уҡырға була. Улар менән сайттың рус телендәге вариантында “Иң яҡшы материалдар” бүлегендә таныша алаһығыҙ.

Хаттар бүлеге.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә