Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Салауаттан көс алып, яңы баҫҡысҡа
Салауаттан көс алып,  яңы баҫҡысҡа
Хәбәр итеүебеҙсә, уҙған йомала Салауат ҡалаһында мәғариф буйынса республика кәңәшмәһе булды. Ҙур сараның пленар ултырышында республика Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов, министрлыҡтар, ведомство етәкселәре, юғары уҡыу йорттары ректорҙары, ҡала һәм райондарҙың хакимиәт башлыҡтары, уларҙың социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары, профсоюз ойошмалары рәйестәре, мәғариф идаралыҡтары начальниктары, ғилми һәм педагогик йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты. Кәңәшмәгә килеүселәр биш маршрут буйынса балалар баҡсаларын, мәктәптәрҙе, колледждарҙы ҡарап сыҡты.

Рөстәм Хәмитов яңы уҡыу йылы алдынан ойошторолған һөнәри һөйләшеүҙең идарасылар өсөн дә, педагогия йәмә­ғәтселеге өсөн дә файҙалы, кәрәкле булы­уын билдәләне. Төбәк башлығы мәға­риф өлкәһе үҫешендәге төп үҙен­сәлектәрҙе һыҙыҡ өҫтөнә алды, кисек­термәҫтән хәл ителергә тейешле мәсьә­ләләргә ҡағылды.
Салауаттан көс алып,  яңы баҫҡысҡаМәктәпкәсә белем биреүҙе камиллаштырыу һөйләшеүҙең төп темаларының береһенә әүерелде. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, дүрт йыл эсендә бындай ойошмаларҙың матди-техник хәлен тәьмин итеү йәһәтенән алға китеш бар.
— Ошо дәүерҙә 16,5 меңдән ашыу урынлыҡ 160 самаһы балалар баҡсаһы төҙөлдө, профиле үҙгәртелеп, тармаҡҡа кире ҡайтарылды. Республика 1,7 миллиард һумлыҡ айырым маҡсатлы федераль субсидияны тулыһынса үҙләштерҙе. Беҙ уны былтыр алдыҡ һәм файҙаланыу һөҙөмтәлелеге буйынса Рәсәйҙәге иң яҡшы 16 төбәк иҫәбенә индек. Ошо аҡсаға 29 балалар баҡсаһы төҙөлдө, биналарҙың профилен үҙгәртеү, ғәмәлдәгеләрен төҙөкләндереү иҫәбенә 6,5 мең тирәһе урын булдырылды, — тине төбәк етәксеһе. — Быйыл Баш­ҡортостан йәнә 1,2 миллиард һумлыҡ субсидия алды. Ошо аҡсаға 5,7 мең урынлыҡ 39 балалар баҡсаһы һа­лынасаҡ, сират ҙур булған Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында 1 600 урын сафҡа индереләсәк.
Мәктәпкәсә белем биреү темаһын дауам итеп, Рөстәм Хәмитов дәүләткә ҡарамаған балалар баҡсалары селтәрен үҫтереүгә айырым туҡталды.
– Бындай учреждениелар әлегә Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Бәләбәйҙә генә бар, – тине республика етәксеһе. – Әле улар – 13, былтыр 12 ине. Йыл эсендә дәүләткә ҡарамаған бер генә балалар баҡсаһы асыл­ған. Был дөрөҫ түгел. Эшҡыуар­лыҡ­тың, айырым кешеләрҙең ошо мәсьәлә менән шөғөлләнергә теләге бар, әммә төрлө сәбәп арҡаһында ул тормошҡа ашырылмай. Быға ҡайһы бер административ кәртәләр ҙә йоғонто яһай. Шул уҡ ва­ҡытта ата-әсә түләгән хаҡтың бер өлөшөн компенсациялау өсөн субсидия бүленә, мәк­тәпкәсә белем биреү хеҙмәттәренә киткән сығым ҡаплана. Эшҡыуарҙар конкурс нигеҙендә көндөҙгө төркөмдәр ойош­то­роуға 500 мең һумлыҡ субсидия алыу мөмкинлегенә эйә. Әммә бындай конкурс­тарҙа ҡатнашыусылар һирәк.
Рөстәм Хәмитов фекеренсә, ошондай учреждениеларҙы ойошторорға телә­гән кешеләргә мәғлүмәти һәм адми­нис­тра­тив ярҙам күрһәтергә кәрәк.
Кәңәшмәлә тикшерелгән тағы ла бер мәсьәлә – дөйөм белем биреү. Һуңғы өс йылда уны яңыртыуға 4,3 миллиард һум­дан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Учреждение­ларҙың матди-техник хәле яҡшыртылған. Кабинеттарҙың 30 проценты – мультимедиалы, 16 проценты интерактив ҡорамал­дар менән йыһазландырылған. Әммә, Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, 16 процент — ни бары алтынсы өлөш кенә. Был йү­нә­лештә башҡараһы эш бихисап.
– Киләһе йылдың 1 ғинуарынан мәктәп дәреслектәренең электрон версиялары ғәмәлгә индерелә. Бөгөн Салауатта улар менән таныштыҡ. Беҙгә тарих буйынса электрон дәреслекте күрһәттеләр, – тине Башҡортостан етәксеһе. – Уҡытыусылар бындай яңы технологияларҙы, өлгәш һәм дәрескә йөрөү тураһындағы онлайн-мәғ­лүмәттәрҙе, ата-әсәгә SMS-хәбәр ебәреү кеүек яңы хеҙмәттәрҙе файҙаланырға әҙер булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта республика электрон системаларының дөйөм Рәсәй мәғлүмәт-белем биреү порталдарына интеграцияланыуы шарт.
Рөстәм Хәмитов Берҙәм дәүләт имтиханына ла ҡағылды.
—Быйыл һынау ҡабул итеүҙе ҡәтғи режимда үткәрҙек, – тине ул. – Талаптарҙы көсәйтеү һөҙөмтәһендә республикалағы белем биреү сифатының Рәсәй буйынса дөйөм күрһәткестәргә яҡын икәнлеген күрҙек. Контроль-үлсәү материалдарын Интернет селтәренә ҡуйыуҙың бер генә ос­ра­ғы ла теркәлмәне. Былтыр ошондай 19 ос­­раҡ булғайны. Тәртип боҙған өсөн имтихандан ҡыуып сығарыу күләме лә кә­мене. Рәсми, шулай уҡ йәмәғәт күҙәтеүе тейешле ки­мәлдә ойошторолдо.
Рөстәм Хәмитов кәңәшмәлә ҡатнашыу­сыларҙың иғтибарын башҡарма власть органдары эшенең һөҙөмтәлелеген яңыса баһалауға йүнәлтте.
– Ике, өс сменала уҡытыу төбәк власы, шулай уҡ муниципалитет өсөн яҡшы күре­неш түгел, – тине төбәк башлығы.
Яңы уҡыу йылында республикала уҡыу­сылар­ҙың 15 проценты, йәғни 64 мең бала икенсе сменала уҡыясаҡ. Дүрт йыл эсендә Баш­ҡортостанда 38 мәктәп файҙаланыуға тап­шырылған. Быйыл 1 360 урынлыҡ тағы ла өсәүҙе сафҡа индереү күҙаллана. Килә­һе ике йылда иһә 5,5 мең урынлыҡ ете мәктәп төҙөү күҙаллана.
Өсөнсө бурыс – һөнәри белем биреү тармағын үҫтереү. Был йәһәт­тән иҫкергән йөкмәткенән, ҡора­малдарҙан сит­ләшергә ваҡыт, тип бел­дер­ҙе Рөс­тәм Хә­ми­тов. Башҡортостан етәксеһе ин­же­­нер­­лыҡ-тех­ник белем биреү системаһын үҫ­тереү за­рур­лығына иғтибар­ҙы йүнәлтте.
– Бөгөн уҡытыусы ғилем сифатын яҡ­шыртыуға йоғонто яһаған төп шәхескә, өр-яңы мәҙәниәт, идеялар сығанағына әүе­ре­лергә тейеш, — тине республика баш­­лығы. Ул шулай уҡ педагогтарҙың сәлә­мәтлегенә иғтибарҙы арттырыу мөһим­леген билдәләне.
Август кәңәшмәһенең пленар ултырышы иң яҡшы уҡытыусыларҙы бүләкләү менән тамамланды.
Уларҙың исемлеге һәм Рөстәм Хә­ми­товтың сығышы менән Башҡортостан Президенты сайтында танышырға мөмкин.

***
Уҡытыусылар кәңәшмәһенең пленар ултырышы башланыр алдынан Рөстәм Хә­митов электрон белем биреү техноло­гия­ларын ғәмәлгә индереү буйынса тәжрибә майҙансығы булған 1-се гим­назияға килде. Мәктәп – Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы 20 уҡыу йорто иҫәбендә. Әле бында 700-ҙән ашыу бала белем ала.
Сәфәр барышында Женева менән телекүпер ойошторолдо. Мәктәп уҡыусы­лары менән бәйләнешкә БМО-ның торлаҡ ху­жалығы һәм ерҙән файҙаланыу секцияһы етәксеһе Гөлнара Ролл сыҡты. Фекер алы­шыуҙа экология мәсьәләләре күтә­релде. Атап әйткәндә, балалар эсәр һыу­ҙың сифатын яҡшыртыу хаҡында һөй­ләште. Әңгәмә инглиз телендә барҙы.
Тәбиғәт фәне буйынса дәрестә уҡыу­сылар физика-химия тәжрибәләре, 3D мо­делләү лабораторияһында төрлө де­тал­дәрҙең киңлектәге моделдәрен яһау технологияһы менән таныштырҙы.
Уҡыу йортонда электрон белем биреү технологияһы гуманитар фәндәрҙе өй­рәнгәндә лә әүҙем ҡулланыла. Тарих, башҡорт һәм немец телдәре кабинетында Рөстәм Хәмитов ошондай дәреслектәрҙе ҡараны. Төбәк башлығы башҡорт телен электрон әсбап аша уҡытыу методикаһы менән ҡыҙыҡһынды, белем биреүҙә заманса ҡарашлы уҡытыусыларҙың баш­ланғысын хупланы.
Был көндө республика етәксеһе шулай уҡ Салауат индустриаль колледжында булды. Учреждениела 13 йүнәлеш буйынса 2 300 студент белем ала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21