Ватанын һаҡлағанды ил һаҡлай
2005 йылдың октябренән 2007 йылдың октябренә тиклем хәрби хеҙмәттә булдым. Ваҡытлыса эшкә һәләтлелекте юғалтыу буйынса түләүҙе иҫәпләгәндә, страховка стажында был осор сағылыш табамы?
Әхмәт Зарипов.
Приют ҡасабаһы.
Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы, хәрби хеҙмәт йылдары һәм «Хәрби хеҙмәт, эске эштәр органдары, янғынға ҡаршы хеҙмәттәр, наркотик һәм психотроп матдәләр әйләнешен контролләү буйынса органдар, енәйәт-яза башҡарыу системаһы учреждениелары һәм ойошмалары хеҙмәткәрҙәрен һәм уларҙың ғаиләләрен пенсия менән тәьмин итеү тураһында»ғы Федераль закон менән ҡаралған барлыҡ осор страховка стажында иҫәпкә алына. Саҡырылыш буйынса бер йыл хеҙмәт итеү бер йыл страховка стажына тиңләштерелә.
Алтын да таҙалыҡ ярата
Бысраған йөҙөктө нисек таҙартырға икән?
Фәймә С.
Шишмә районы.
Алтын биҙәүестәрҙе һабынлы һыуҙа тотоп, һаҡ ҡына теш щеткаһы менән таҙартырға кәрәк. Сылбырҙы иһә шешәлә йыуығыҙ ҙа һуңынан таҫтамал менән киптерегеҙ. Бигерәк тә йөҙөктәрҙең ташы аҫтына бысраҡ йыйыла. Шырпы башына мамыҡ урап, одеколонға манырға һәм ипләп кенә ташты таҙартырға кәрәк. Һуңынан фланель йәки замша киҫәге менән ялтыратығыҙ.
Көмөш һәм мельхиор әйберҙәрҙе һабынлы һыуҙа йыуып, буҫтау менән ялтыратығыҙ. Бик ныҡ ҡарайған биҙәүестәрҙе, аш содаһы менән таҙартҡандан һуң, йыуып төшөрөгөҙ. Шулай уҡ теш порошогы менән ялтыратырға мөмкин.
Гәрәбә һәм фил һөйәгенән эшләнгән биҙәүестәрҙе ҡурҡмайынса һабынлы йылымыс һыуҙа йыуырға була. Әгәр ҙә фил һөйәге ҡарайһа йәки төрткөләр менән ҡапланһа, әйберегеҙҙе 10 минут хлорлы эзбиз иретмәһендә тотоғоҙ.
Ағас биҙәүестәрҙе йыумайҙар, фланель киҫәге менән генә һөртәләр. Бер ваҡытта ла биҙәнеү әйберҙәренә майлы ҡулдарығыҙ менән тотонмағыҙ: уларҙа тап ҡаласаҡ.
Тәбиғи һәм яһалма ынйынан эшләнгән әйберҙәрҙе сыйғыланыуҙан һаҡлағыҙ, йомшаҡ сепрәккә урап, башҡа биҙәүестәрегеҙҙән айырым һалығыҙ.
“Йәшник” табутҡа яҡынайта
Балаларыбыҙ телевизор алдынан китә белмәй. Хәҙер төрлө ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар күп бит. Улар ыңғайына үҙебеҙ ҙә ҡарайбыҙ. Телевизорҙың зыяны бармы?
Кәримә Ш.
Мәләүез районы.
Ғалимдар фекеренсә, телевизор менән артыҡ мауығыусыларға ҙур хәүеф янай икән. Кеше сериалдар, ток-шоу, яңылыҡтар һәм башҡа тапшырыуҙар ҡарап, көнөнә алты сәғәт «йәшник» ҡаршыһында ултырһа, уның ғүмере яҡынса биш йылға ҡыҫҡара. Квинсленд (Австралия) университеты белгестәре дәлилләүенсә, телевизор ҡаршыһында үткәрелгән һәр сәғәт тамашасы ғүмерен 22 минутҡа ҡыҫҡарта. “Телевизор ҡарау кеше организмы өсөн файҙаға түгел, – ти ғалимдар. – Экран алдында тәүлегенә ике сәғәттән артыҡ ултырыу — зарарлы”. Күптәр, тәмәкенең зыянын аңлап, уны ташларға ынтыла, кәүҙәнең ауырлығы артыуға ҡаршы көрәшә, ә бына «йәшник”кә бәйлелектең зарарына иғтибар итмәй, ти улар һәм, телевизорға текәлеп ултырғансы, күберәк йәйәү йөрөргә, хәрәкәтле уйындар уйнарға тәҡдим итә.
Тәмәкеңде ташла!
Инде 25 йыл буйына тәмәке тартам. Әлегә уның бер зыянын да тойманым. Үҙемде йәш кеше һымаҡ хис итәм. Тәмәке кешене үлтерә тиеүҙәре уйҙырма түгелме?
Артур И.
Тәтешле районы.
Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, Рәсәйҙә ир-аттың 60 процент самаһы һәм ҡатын-ҡыҙҙың 22 проценты тәмәке тарта. Бәлиғ булған граждандарҙың һәр өсөнсөһө тәмәкесе булып сыға, улар уртаса көнөнә бер кешегә 17 сигарет көйрәтә. Тартыу менән бәйле ауырыуҙар арҡаһында йыл һайын 400 мең ватандашыбыҙ яҡты донъя менән хушлаша.
Шуға ла Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тәмәкегә ҡаршы ҡаты көрәш асты. 2014 йылдан поездарҙа һәм алыҫҡа йөҙөүсе судноларҙа, вокзал һәм аэропорттарҙа, йәмәғәт урындарында тәмәке тартыу тыйыла.
Анар һуты ҡанды яҡшырта
Әхирәтем, “анар емеше аша”, тип теңкәмә тейеп бөттө. Шул тиклем маҡтай был емеште. Ысынлап та файҙалымы икән?
Сайма Ф.
Бөрйән районы.
Анарҙың (гранаттың) һутлы ғына түгел, шифалы ла икәнлеге күптән билдәле. Боронғо табиптар беҙҙең дәүергә тиклем үк уны медицинала ҡулланған. Гиппократ, мәҫәлән, ашҡаҙаны ауыртҡан кешеләргә анар һуты һығып эсергә тәҡдим иткән. Ғәрәптәр уны баш ауыртҡанда һәм ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары яфалағанда даими ашарға ҡушҡан. Емештә, мәҫәлән, кеше организмы өсөн тәүлегенә кәрәкле 40 процент С витамины бар.
Емдәре тимергә бай булғанлыҡтан, табиптар бөгөн дә анарҙы аҙ ҡанлылыҡтан интеккән кешеләргә күпләп ашарға ҡуша, сөнки бер емеш кенә лә ҡандағы гемоглобинды байтаҡҡа арттыра. Ул үҙенең составында эритроцит ҡына түгел, лейкоцитты барлыҡҡа килтереүсе фолий кислотаһы булыуы менән дә ҡиммәтле һанала. Фолий кислотаһы шулай уҡ тәүҙә яралғының, аҙаҡ сабыйҙың нормаль үҫешенә булышлыҡ итеүе менән ауырлы һәм бала имеҙеүсе ҡатындар өсөн айырыуса әһәмиәтле.
Анарҙың әскелтем һуты аппетитты аса, ашҡаҙан эшмәкәрлеген көйләй һәм аш һеңдереү процесын еңелләштерә, һалҡын тейеп йүткергәндә, бөйөрҙәр ауыртҡанда, бауырҙа һәм үт ҡыуығында таш булғанда, һутын һығып, ашар алдынан ас ҡарынға эсеү кәңәш ителә. Емеш һуты һыуһынды ҡандыра һәм бер аҙ тән температураһын төшөрә. Ҡабығындағы һәм еме тирәләй ятҡан йомшаҡ туҡымаһындағы танин матдәһе дизентерия ваҡытында, тән бешкәндә, яраланғанда тирене бөтәштереү һәм зарарлы микробтарға ҡаршы көрәшеү өсөн файҙалы. Стоматит, фарингит, сей яра һәм тире һыҙырылғанда ла уны яра бөтәштереүсе булараҡ ҡулланалар.
Сир менән шаярмайҙар
Балаларға туберкулез ауырыуынан һаҡланыр өсөн Манту прививкаһы эшләйҙәр. Ҡыҙым уколдан ҡурҡа. Был сара мотлаҡмы?
Сәлимә Ғ.
Ҡариҙел районы.
Туберкулез — йоғошло сир. Уның кешенән генә түгел, хайуандарҙан күсеп тә зарарлауы мөмкин. Мәҫәлән, ауырыу һыйырҙың һөтөн эсеп, ҡаймағын ашап та инфекция эләктерергә була.
Бала үҙенә сир йоҡҡанын һиҙмәй. Ул уның үҙ-үҙен тотошонда ла сағылмай тәүҙә. Уйнай, уҡып йөрөй...
Шуға Манту прививкаһын яһауға бик етди ҡарарға кәрәк. Әгәр ул шешеп, ҡыҙарып сыға икән, организмға ошо микроб эләккән була. Әммә ҡурҡып ҡалырға ярамай, был әле туберкулез сире тигән һүҙ түгел. Баланың иммун системаһы көслө булып, был микробҡа ҡаршы тора алһа, сир таралмай. Шуға ғаиләлә гигиена талаптарын теүәл үтәүгә, тейешенсә сифатлы туҡланыуға, сабыйҙарҙы сыныҡтырыуға, саф һауала йөрөүгә ныҡ иғтибар биреү мотлаҡ. Инфекция бит иммун системаһы көсһөҙләнгән, бәләкәйҙән төрлө ауырыуҙарҙан интеккән, ашау-эсеү яғы наҡыҫ, йәшәү шарттары насар булғандарҙы һағалап ҡына тора.
Белегеҙ: сирҙе дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү күпкә еңелерәк.
Йомшаҡ икән ҡулдарың...
Баҡсала эшләгәндән һуң ҡулдарым ярыла. Төрлө крем һөртөп ҡарайым — әллә ни файҙаһы теймәй. Ҡулдарҙы тәрбиәләүҙең башҡа ысулдары юҡмы?
Рәсимә А.
Баймаҡ ҡалаһы.
Баҡсала, баҫыуҙа эшләгәндә ҡулдар бысрана, ҡата, тиреһе ярыла. Таҙартыуы ауыр түгел. Яҡшылап йыуып, төнгөлөккә крем һөртөргә генә кәрәк. Ә бына ус тиреһе ярылһа, кипһә, кис һайын йылы ванна яһарға тәҡдим ителә. Йылы һыуға еҫле һабын һалып күбекләндерегеҙ, бер литр һыуға бер балғалаҡ иҫәбенән сәй содаһы өҫтәп, ошо иретмәлә ҡулығыҙҙы 15 минут самаһы тотоғоҙ. Таҙа таҫтамал менән ҡоротҡандан һуң, усығыҙҙы ҡоро тире өсөн тәғәйенләнгән крем менән майлағыҙ.
Ҡулдарға көндәлек йылы ванналар, һис һүҙһеҙ, кәрәк нәмә. Терһәккә тиклем һыуға тығып, береһенең бармаҡтарын икенсеһе менән ыуығыҙ. Ваннанан һуң крем һөртөгөҙ, массаж яһарға ла йыбанмағыҙ. Уға 10 минуттан артыҡ ваҡыт китмәй, ә файҙаһы инде бик ҙур: ҡул мускулдарының талғанлығы бөтә, ҡан һәм лимфа әйләнеше яҡшыра. Массажды көн дә яһап ҡарағыҙ һәм быуындарығыҙҙың хәрәкәтсәнлеге яҡшырыуын тойорһоғоҙ.
Башта һул ҡулға массаж яһайҙар. Бының өсөн уны терһәктә бөгөбөрәк өҫтәлгә һалығыҙ. Бөтә хәрәкәттәр ҙә бармаҡтарҙан терһәккә, терһәктән яурынға табан эшләнә. Башта, мускулдарға еңелсә баҫып, яурынығыҙҙы һыйпағыҙ, шунан һуң мускулдарҙы баш бармаҡ һәм ҡалған дүрт бармағығыҙ араһына алып, ҡыҫҡылап, йомшартығыҙ. Ҡулбашты ла тәүҙә һыйпайҙар, шунан һуң ҡыҫҡыстар менән тотоп алғандағы кеүек хәрәкәттәр менән тышҡы яҡлап массаж яһайҙар, һәр бармаҡты ышҡыйҙар. Бармаҡтарға ла массажды уларҙың остарынан башлайҙар.
Их, алмаһы, алмаһы!..
Хаҡлы ялға сыҡҡас, хәтерем насарая башланы. Күршем күберәк алма ашарға кәңәш бирҙе. Тик уның файҙаһы булырмы?
Рәшиҙә Ғ.
Стәрлебаш районы.
Алма тәмле һәм туҡлыҡлы аҙыҡ ҡына түгел, ҡайһы бер ауырыуҙарға ҡаршы яҡшы иҫкәртеү сараһы ла. Халыҡ медицинаһында шешенгәндә, склероз менән яфаланғанда, бөйөрҙәрҙә таш булғанда, һимергәндә, яра оҙаҡ төҙәлмәгән осраҡта, даими рәүештә алма ашарға тәҡдим ителә.
Алманың дауалау үҙенсәлектәре уның составында витаминдар, микроэлементтар, пектиндар күп булыуынан килә. Пектиндар матдәләр алмашыныуына, организмдан ауыр металдарҙың тоҙҙарын, радионуклеидтарҙы сығарырға ярҙам итә. Алмала 11 төр витамин бар, шуларҙың дүрт төрө — С, Р, А, В9 витаминдары күп кенә. Шуныһы ҡыҙыҡлы: Рәсәйҙең урта һәм төньяҡ һыҙатында, шул иҫәптән Башҡортостанда үҫтерелгән алмаларҙа С витамины күп.
Алма ашау ҡандағы холестериндың кәмеүенә ярҙам итеп, атеросклероз булдырмауҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Ундағы пектиндар организмда минераль матдәләр тигеҙлеген булдыра, эсәктәрҙәге микрофлораны яҡшырта, насар үҙләштерелеүсе аҙыҡты тарҡатыуҙа файҙаһы ҙур.
Ул шулай уҡ майҙарҙың организм тарафынан үҙләштерелеүенә ҡаршылыҡ күрһәтә, артыҡ шыйыҡлыҡтың организмдан сығарылыуына булышлыҡ итә.
Күреүегеҙсә, ҡиммәтле аҙыҡ ҡына түгел, файҙалы дауалау сараһы ла был емеш. Шуға ла һәр кем йорт яны участкаһында бер нисә сорт алма үҫтерергә тейеш.
Төймә лә, дөйә лә бүләк
Улымдың тыуған көнө яҡынлашып килә. Тормош иптәшем менән ниндәй бүләк бирергә тип баш ватабыҙ. Сәғәт, көҙгө кеүектәрҙе алырға ярамай тигән ырым-ышаныу бар. Балаларға ниндәй бүләк әҙерләргә мөмкин?
Нурия И.
Әлшәй районы.
Психологтар кәңәш итеүенсә, балаларға йәштәре һәм йәш талаптары буйынса әйбер алырға кәрәк.
3 — 5 йәштәгеләргә
Был осорҙа уларға тәм-том, уйынға бәйле әйберҙәр бүләк итергә була:
— ғәҙәти булмаған фломастерҙар;
— уйын-китаптар;
— малайҙарға — конструктор;
— ҡыҙҙарға — ҡурсаҡтар менән уйын йыйылмалары (аш бүлмәһе, дауахана һ. б.).
6 — 8 йәштәгеләргә
Был балалар мәктәпкә йөрөгәс, уҡыуға бәйле түбәндәге әйберҙәргә шат буласаҡ:
— ғәҙәти булмаған пенал, янып тороусы юйма, күренмәҫ пасталы ручка һ.б.;
— компьютер уйындары;
— популяр йәнһүрәттәр яҙҙырылған дисктар;
— йомшаҡ уйынсыҡтар;
— өҫтәл уйындары;
— саңғы, коньки.
9 — 12 йәштәгеләргә
6—8 йәштәгеләргә биргән бүләктәр ҙә бара. Ҡыҙҙарға кейем (байрам күлдәге һ.б.), биҙәүестәр, сәс ҡыҫтырғыстар, балалар косметикаһы йыйылмаһы бик оҡшаясаҡ.
13 — 15 йәштәгеләргә
Компьютер дисктары, яҡшы косметика, модалы еңел кейем-һалым, аяҡ кейеме, китаптар бүләк итергә була. Улар теләгән иң яҡшы бүләк, әлбиттә, кеҫә телефоны һәм уның аксессуарҙары.
Алға өмөт менән ҡара
Юҡ-барға ла кәйефем ҡырыла. Тормош ғәҙелһеҙлектән генә тора һымаҡ. Һуңғы ваҡытта башым ауырта, йөрәгем сәнсә башланы. Был хәлдән нисек ҡотолорға белмәйем.
Рәмил У.
Балаҡатай районы.
Ғалимдар иҫбат итеүенсә, эҙәрлекләгән проблемалары тураһындағы уйҙар менән үҙҙәрен ҡаңғыртмаған кешеләр оҙағыраҡ йәшәй. Бынан тыш, үҙеңде яҡшыға “көйләһәң”, стрестарҙан, бигерәк тә шул сәбәпле барлыҡҡа килгән сирҙәрҙән — ашҡаҙан биҙе, йөрәк ауырыуҙарынан — һаҡланып ҡалырға мөмкин. Оптимистик ҡарашлы булыу өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе иҫтә тоторға кәрәк.
Бер ваҡытта ла иртә менән: “Алдағы көн уңышһыҙ буласаҡ”, — тип әйтмәгеҙ.
Берәй күңелһеҙлек килеп тыуһа, был турала тиҙерәк оноторға, матур ваҡиғаны иҫкә төшөрөргә тырышығыҙ.
Әгәр ҙә күңелһеҙ осрашыу йәки ауыр эш көтһә, һеҙ уның һөҙөмтәһе тураһында насар уйламағыҙ. Алдағы ауырлыҡтар психиканы нығытасаҡ, эштә ярҙам буласаҡ, кешеләр менән аралашырға өйрәтәсәк.
Йоҡлар алдынан ятҡан килеш үткән көндөң иң матур минуттарын иҫләгеҙ һәм, алдағы көн тағы ла яҡшыраҡ булыр, тип үҙегеҙҙе ышандырығыҙ.
Яратамы, яратмаймы?
Һөйгәнем менән ярты йылдан ашыу осрашабыҙ. Мин уны бик ныҡ яратам, тик ҡайһы саҡта ҡәҙерлемдең тоғролоғона шик уяна. Был турала үҙенән һорарға тартынам. Нимә эшләргә икән?
Зилә Л.
Белорет районы.
Мөхәббәт тойғоһон башҡалар алдында күрһәтеп бармағыҙ.
Егетегеҙгә: “Һин мине яратмайһың инде”, — тип әйтә күрмәгеҙ, сөнки ул ысынлап шуға ышанып ҡуйһа, эш харап. Һөйгәнегеҙҙе үҙ мөлкәтегеҙ тип һанамағыҙ.
Ваҡсыл булмағыҙ. (“Ах, һин икенсе ҡыҙҙы бейергә саҡырҙыңмы! Мин быны онотмам...”) Илап, үпкәләп кенә яраттырып булмай, шуға ла “тамашалар” ойоштороп маташмағыҙ.
Һөйгән егетегеҙ “йөрәк ауырыуҙарығыҙҙың” сәбәпсеһе булһа ла, башҡаларҙан уға һүҙ тейҙертмәгеҙ.
Кемдеңдер мөхәббәтенә яуап ҡайтара алмайһығыҙ икән, уға был турала әҙәпле итеп аңлатығыҙ.
Йоҡоң туйһа, эшең уңыр
Йоҡлай алмай йонсойом. Шул сәбәпле уҡытыусыларҙың һөйләгәне лә башҡа инмәй. Ныҡ арыйым. Кәңәш бирһәгеҙ ине.
Фәрит М.
Әбйәлил районы.
Иртән ауыр уянаһығыҙмы? Көн буйына бәлтерәп йөрөйһөгөҙмө? Тимәк, һеҙҙең йоҡоғоҙ туймаған.
Әгәр һәйбәт ял итһәгеҙ, иртән үҙегеҙҙә көс тояһығыҙ, дәрт һиҙәһегеҙ. Күптәр өсөн 8-9 сәғәт йоҡо етә тип иҫәпләнә.
Һәр саҡ яҡшы кәйефтә булыр өсөн режим төҙөгөҙ. Билдәле бер ваҡытта йоҡларға ятырға һәм торорға күнегегеҙ. Был режимды ял көндәрендә лә, каникулда ла боҙорға тырышмағыҙ.
Яҡтылыҡ нисек булырға тейеш? Йоҡлар алдынан бүлмәгеҙҙе ныҡ яҡтыртмағыҙ, ә иртән, киреһенсә, ул балҡып торһон. Яҡтылыҡтың ниндәй булыуына ҡарап кеше мейеһе йә йоҡоға, йә уяныуға көйләнә.
Биологик сәғәттәр хаҡында ла оноторға ярамай. Режимдан тыш, организмдың биологик ритмдарын да һаҡларға кәрәк. Кеше үҙенең ҡайһы ваҡыт арауығында айырыуса әүҙем, ә ҡасан уның һүлпәнәйеүен белергә тейеш. Шуға ярашлы үҙ “эш көнөн” планлаштырыу уңайлы.
Әгәр ҙә йоҡлай алмай интегәһегеҙ икән, ҡәһүәнән, газлы шәрбәт эсемлектәрҙән бөтөнләй баш тартырға кәрәк.
Тәмле лә, шифалы ла...
Милли ризығыбыҙ ҡоротто ныҡ яратам. Уның файҙалы сифаттары хаҡында күберәк белге килә.
Рәсил Н.
Миәкә районы.
Башҡорттар борон-борондан малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Һөттән бик күп ашамлыҡтар — ҡаймаҡ, май, ҡорот, эремсек, ҡатыҡ, айран — әҙерләйҙәр. Ҡайһыларын дауа өсөн дә файҙаланалар. Шуларҙың береһе — ҡорот.
Ҡоротто һыуыҡ тейгәндә тирләү өсөн иҙеп эскәндәр. Ашҡаҙан ауыртҡанда, күңел болғанғанда, аппетит булмағанда ла ошо ризыҡ ярҙамға килгән. Йөрәк йыш ҡаҡһа, кеше тиҙ ҡабыныусан булһа, халыҡ табиптары ҡорот ашарға кәңәш биргән.
Башҡорттар итле ашҡа, майлы һурпаға ҡорот һалып эсә, сөнки ул ашаған ризыҡты тиҙ эшкәртергә ярҙам итә, ашҡаҙан-эсәк юлдарын таҙарта. Ул аҡһымға, ферменттарға, микроэлементтарға, витаминдарға бай.
Ҡоротто һаҡлауы ла бик уңайлы. Йомғаҡ һымаҡ киптерелгәне, температура ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, бер нисә йыл буйы боҙолмай, файҙалы сифаттарын юғалтмай. Шуға күрә элек уны юлға ла алғандар.
Ҡоротто дауалауҙа ҡулланыу иҫкелек һымаҡ күренһә лә, бик күптәр уны дарыу урынына файҙалана.